Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дин мәсьәләһендә һуңларға ярамай
Дин мәсьәләһендә һуңларға ярамай Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетындағы дини ойошмалар эшмәкәрлеген координациялау буйынса комиссияһының “Башҡортостанда татыулыҡ һәм толерантлыҡты һаҡлау” тигән темаға арналған ултырышы булды. Унда йәштәр ойошмалары вәкилдәре, дин әһелдәре, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Айнур Арыҫланов рәйеслегендә барған сарала республикала экстремизмды иҫкәртеү, был ағыуҙың таралыуына юл ҡуймау, йәштәрҙе традицион ислам нигеҙендә тәрбиәләү, улар араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.

Мөфтөй урынбаҫары әйтеүенсә, республикала традицион исламға хас булмаған ҡурҡыныс дини ағымдар һәм секталар үҙ эшен йәйелдереп маташа, уларҙың эшмәкәрлегенә кәртә ҡуйырға, йәштәребеҙҙе аралап алып ҡалырға кәрәк.
– Бындай кире күренештәргә юл ҡуймаҫ өсөн үҙ-ара килешеп, бер төптән эш итергә тейешбеҙ. Беҙҙең эшмәкәрлек халыҡҡа үҙенә күрә вакцина кеүек булырға тейеш, – тип мөрәжәғәт итте ултырышта ҡатнашыусыларға Айнур хәҙрәт.
Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” сәхи­фәһен алып барған Гүзәл Ситдиҡова әйтеүенсә, 2000 йылдар башында океан аръяғынан ябырылған был бәләгә ҡаршы тороу өсөн юғары әҙерлекле белгестәребеҙ булыуы шарт.
– Мәсьәлә үтә етди. Уны республика етәкселеге ҡатнашлығынан тыш хәл итеп булмай, – тигән фекерҙә Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы. – Диндең милләткә лә, телде һаҡлауға ла йоғонтоһо ҙур. Тыуған иле, теле өсөн янған егеттәр генә имам булып китергә тейеш.
Гүзәл Ситдиҡованың һүҙҙәрен ҡеүәтләп, Айнур Арыҫланов та дини белем биреүҙе тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләрҙең береһе тип атаны.
– Тәү сиратта Көньяҡ Урал йәштәрен бер урында туплаясаҡ белем йорто кәрәк. Сибайҙа бындай мөмкинлек бар. Унда мәҙрәсә төҙөлә башлағайны, әммә тамамланмай тороп ҡалды. Эске биҙәлеш эштәренә миллион һумдан ашыу аҡса талап ителә. Әгәр был изге эште ослап ҡуйһаҡ, бихисап мәсьәләне хәл итә аласаҡбыҙ, – тине Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары.
Ултырышта ҡатнашҡан психолог Зәкинә Муллабаева йәштәрҙе тыйыуҙан файҙа булмауы, уларҙы үҙ өлгөңдә тәрбиәләү кәрәклеге тураһында һөйләне.
“Тархан” яугирҙәр клубы етәксеһе, Грепплинг федерацияһы президенты Динар Аҡмырҙин да шундай уҡ фекерҙә.
– Йәштәрҙе дәрес уҡытып ҡына дингә ылыҡтырыу еңел түгел. Шуға ла беҙ сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған спорт ярыштары ойоштороуҙы, концерттар үткәреүҙе ҡулай тип таптыҡ. Спортсыларыбыҙ, сәхнәнән сығыш яһаған мосолман егеттәребеҙ – йәштәргә өлгө. Мәҫәлән, беҙҙең сафта булған йәш йырсы Илгиз Абдрахмановтың Әбйәлилдәге концертынан һуң (агитация алып барылмаһа ла!) өс егеттең дингә килеүен ишеттек. Әйтергә кәрәк, грепплинг, көрәш кеүек спорт күнекмәләрендә лә агитация алып барылмай. Беҙ бары эшебеҙ, үҙ-үҙебеҙҙе тото­шобоҙ менән үрнәк күрһәтәбеҙ, – тине Динар Аҡмырҙин.
Ил именлегенә хәүеф менән янаған экстремистик ойошмаларҙың үрсеүен туҡтатыу, йәштәрҙе Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ҡанаты аҫтында туплау зарурлығын ултырышта ҡатнашҡан Ишембай районы имам-мөхтәсибе, “Дәғүәт” нәшриәте етәксеһе Илшат хәҙрәт Хафизов та билдәләй.
– Экстремистик ойошмалар йылдам эшләй. Финанс мөмкинлектәре лә ҙур. Беҙ бер китап сығарғансы, улар йөҙ баҫмаһын нәшер итеп, таратып та өлгөрә, – ти Илшат хәҙрәт.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назара­тының йәштәр бүлеген етәкләгән Тимур Вәлитов әйтеүенсә, бөгөн Өфөлә ошондай ойошмаларға эйәргән мең ярым самаһы егет булыуы ихтимал.
– Йәштәрҙе һәләкәткә илткән ағымға ҡаршы тороу өсөн дөрөҫ сәйәсәт алып барырға, иҫкәртеү сараһын күрергә кәрәк. Йыназала, мәжлестәрҙә ҡатнашып ҡына кешеләрҙе иманға килтереп булмай. Мәсеттәрҙә уҡытыуҙар башлау мөһим. Иман йорттарында үҙебеҙҙең һәр яҡтан үрнәк булырлыҡ йәштәребеҙ имам булып торһон. Традицион Исламдың дәлилдәре – аят-хәҙистәрҙә. Шуға ла беҙҙең осраҡта белемле булыу – төп шарт, – тине ул.
Ултырышта әйтелеүенсә, бөгөн дин мәсьәлә­һенә иғтибар етмәй. Тыныс тормошобоҙға ниндәй хәүеф янауы тураһында саң ҡағырға, киң мәғлүмәт сараларын дә йәлеп итеп, халыҡҡа дин әһелдәренең фекерен еткерергә кәрәк.
“Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева дингә килгән ағай-апайҙарҙың ҡайһы бер мәсьәләләрҙе дөрөҫ аңламауын да билдәләне.
– Дини кеше тип, балаларын икенсе милләт вәкилдәренә өйләндереү осраҡтары йышайҙы. Аллаһ Тәғәлә беҙҙе башҡорт итеп яратҡан икән, нәҫелебеҙҙе дауам итергә, ҡыҙҙарыбыҙҙы башҡорт егеттәренә кейәүгә бирергә, башҡорт балаларын үҫтерергә тейешбеҙ, — тине ул.
Ултырышты йомғаҡлап, Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Вельмир Аҙнаев бөгөн күтәрелгән мәсьәләләрҙең урынлы булыуын, уларҙы хәл итеү юлын табырға кәрәклеген билдәләне.
Комиссия ағзаларының фекере бер – республикала татыулыҡ һәм толерантлыҡты һаҡлап ҡалыу юлы дини юҫыҡтағы эштәрҙе яйға һалыуҙан башлана. Шуға ла дин мәсьәләһенә еңел ҡарарға ярамай. Һуңлауыбыҙ ҙа бар.
Ә Сибайҙағы мәҙрәсәгә килгәндә, уны төҙөп бөтөүҙә ярҙам итеүҙәрен һорап Сибай ҡалаһы һәм Баймаҡ районы хакимиәттәре етәкселәренә, Көньяҡ Уралда йәшәгән милләттәштәргә мөрәжәғәт итергә ҡарар ителде. “Ил төкөрһә, күл була” тигән әйтем бар. Күмәкләһәк, тиҙ арала был изге эште лә атҡарып сығырбыҙ тигән өмөттәрен белдерҙе ултырышта ҡатнашыусылар.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 105

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 460

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 995

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 904

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 663

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 250

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 571

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 518

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527