Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Иң яҡшы инвестиция — үҙеңде үҫтереү”
“Иң яҡшы инвестиция — үҙеңде  үҫтереү” “Атай-әсәйемә рәхмәт! Хыялдарыма ҡаршы килмәнеләр. Ышандылар...” — тип яҙғайны Марат тәүге хатында. Башта быға әллә ни иғтибар ҙа итмәнем, әммә әңгәмәсемде үҙем өсөн нығыраҡ асҡан һайын маҡсаттарының һәм йәшәү мәғәнәһенең асылын аныҡ тойомлағандай булдым. Ышаныс... Һиңә ышаналар икән, һис шикһеҙ, аҡларға кәрәк.
— Хәлдәрең нисек, Марат? (Аралар яҡын түгел, шуға Интернет селтәре аша ғына аралаштыҡ. – А.Ә.)
— Яҡшы ғына. Рәхмәт.
— Тыуған яҡтар һағындырамы?
— Әлбиттә! Үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫыуыма тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, күңелем менән һәр ваҡыт атай-әсәйем янындамын. Һағыштарҙы ла уларҙың һөйөүе, ышанысы баҫа төҫлө.
— Үҙаллылыҡ тигәндәй, был сифат һиндә бик иртә уянған...
— Атайым Фиҙиәтулла Рәхмә­тулла улы — хәрби кеше, полковник. Әсәйем Әнисә Ахун ҡыҙы иһә – һөнәре буйынса врач-офтальмолог. Ғаиләлә ике балабыҙ: Эльмира исемле апайым бар. Атайым армияла офицер булып хеҙмәт иткәндә СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең ниндәй генә төбәктәрендә йәшәргә тура килмәгән! Мәҫәлән, апайым Ленинградта тыуған, ә мин — Төркмәнстанда. 2005 йылда ғаилә­беҙ Силәбе өлкәһенә килеп төплән­гәс, Өфөләге Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына уҡыр­ға индем. Ундағы тормош мине күп нәмәгә өйрәтте, рухи яҡтан үҫ­тер­ҙе. Форсаттан фай­ҙа­ланып, биш йыл дауамында мине һәм класташтарымды үҙ балаларылай күреп хәстәрләгән, һәр ваҡыт яныбыҙҙа булған, шатлыҡ-ҡыуа­ныс­тарҙы ла, ҡайғы-хәсрәттәрҙе лә үҙе­не­келәй итеп уртаҡлашҡан, бер ва­ҡытта ла йылы һүҙенән һәм ярҙа­мынан өҙмә­гән тәрбиәсем Ғәйшә Хә­бибнажар ҡыҙы Хәйруллинаға һәм барлыҡ уҡытыусыларыма, айырыуса инглиз теле уҡытыусыһы Рәй­лә Хәй­ҙәр ҡыҙы Хилажеваға рәх­мәт һүҙҙә­рем­де еткергем килә. Уларҙың иғти­бары һәм ихтирамы баһалап бөткөһөҙ! Мең рәхмәтлемен остаздарыма!
— Атайың — хәрби хеҙмәткәр, әсәйең — табип, ә һин бөтөнләй икенсе тармаҡты һайларға йөрьәт иткәнһең...
— Атанан күреп уҡ юнмағанһың, әсәнән күреп тун бесмәгәнһең, ти­мәк­сеһегеҙ инде. Әммә иманым камил: бөгөнгө ҡаҙаныштарым һәм еңеү­ҙә­рем — тәү сиратта атай-әсә­йемдең ми­ңә булған ышанысы һө­ҙөмтәһе. Улар бер ваҡытта ла “юҡ” тимәне, “һин булдырасаҡһың!” тип ышан­дыр­ҙы. Хатта гимназияны тамамлап, аттестат алғандың икен­се көнөнә Мәс­кәү тиклем Мәс­кәүгә юлланғанда ла атай-әсәйем фати­хаһынан ташламаны. Хәҙер генә уларҙың борсо­лоу­ҙарын, хафа­ланыуҙарын аң­ла­­йым. Ә ул саҡта башта бер генә уй — нисек тә И.М. Губкин исемендәге Рәсәй дәү­ләт нефть һәм газ университеты­на уҡырға инеү. Хәйер, тормошом­до нефть һәм газ тармағы менән бәйләү теләге бәләкәйҙән тынғы бирмәне, шуға техник фәндәрҙе лә ихлас өйрәндем, өҫтәмә китаптар уҡыным. Ғөмүмән, Мәскәү, Губкин университеты, инже­нер һөнәре, нисек кенә сәйер яңғы­ра­маһын, минең өсөн көслө мотивация булды, илһам бир­ҙе, дәрт­ләндерҙе, ҡанат­ландырҙы. Ә атай-әсәйем иһә ышанды... Быныһы инде барыһынан да мөһимерәк ине.
— Ни өсөн нәҡ Мәс­кәү? Өфө вуздары ни­мәһе менән ҡай­тыш? Әллә ҙур хыялдар ҙур ҡалаларҙа ғына тор­мошҡа ашамы...
— Мәскәү — минең өсөн тәү сиратта килә­һе биш йыл­да йәшә­йәсәк һәм уҡыя­саҡ ҡала. Унан һуң Губкин университеты нефть һәм газ комплексы буйынса Рәсәйҙең иң абруйлы вуздарының бе­ре­һе һаналһа ла, Өфө дәү­ләт нефть техник уни­вер­ситетының да дәрәжәһе бик юғары. Дуҫ­тарымдың күбеһе ошо уҡыу йортонда бе­лем ала һәм, ғөмүмән, ӨДНТУ тураһында мин тик яҡшы яҡтан ғына хә­бәр­ҙар­мын. Ләкин нин­дәйҙер мәлдә артабанғы үҫеш хаҡына хатта шул уҡ хыялдарыңдан да бер нисә аҙым алдан барырға, мөм­кинлектәрҙең дә иң юғарыһын һайларға кәрәклеген аңлайһың.
Мәскәүгә килгәндә иһә бында, ысынлап та, мөмкинлектәр сикһеҙ, һәм студент йылдарымды нәҡ ошо ҡала менән бәйләргә йөрьәт итеүемә бер ҙә үкенмәйем. Әммә мегаполиста йәшәү һәм белем алыу ниндәйҙер өҫтөнлөктәр бирә тигән фекер менән килешеп етмәйем. Был ҡалаға үҙенә генә хас динамика, үҫеш көсө идара итә, хатта ваҡыт та башҡасараҡ “аға” төҫлө. Шуға бындағы йәшәү ритмын һәр кем үҙенсә ҡабул итә һәм уға үҙенсә яраҡлаша — берәүҙәр тулы мәғәнәле әүҙем тормош менән йәшәй, икенселәр таңды аттырып, ҡояшты байыта алмай йонсой. Был хатта һинең ҡасан, нисә йәштә Мәскәүҙе яуларға теләүеңә лә бәйләнмәгән — мәктәптән һуңмы, ҡартайған көнөңдәме тигәндәй. Иң мөһиме — ни өсөн, ниндәй маҡсат менән был юлды һайлауың.
Ғөмүмән, Мәскәүҙә юғары уҡыу йорттары бик күп, һәм улар белем биреү кимәле буйынса бер-бере­һенән ныҡ айырыла. Мәскәү вузын тамамлау уңышлы карьераны гарантиялай тигән һүҙ түгел әле. Уның ҡарауы, бында донъяның төрлө ҡитға­ларынан йыйылған бик күп студенттар менән осрашырға мөмкин. Улар менән аралашыу ҡайһы бер осраҡта хатта лекциянан да тәьҫирлерәк һәм ҡыҙыҡ­лыраҡ. Ә хыялдарҙы, миңә ҡалһа, ҡайҙа ла тормошҡа ашырырға мөмкин, иң мөһиме – яратҡан эшең менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлек һәм яныңда ысын дуҫтарың булһын.
— Нефть һәм газ тармағын, ҡыҙ­ға­нысҡа ҡаршы, беҙҙең егеттәр-ҡыҙ­ҙар бик һирәк һайлай. Баш­лыса юрис­пруденцияға, гуманитар фәндәргә өҫтөнлөк бирәләр. Был, һинеңсә, нимәгә бәйле? Еңел юлды һайларға күнеккәнбеҙме, менталитетыбыҙға, әҙәбиәт, сәнғәт яҡыныраҡмы, әллә...
— Белеүемсә, гуманитар фәндәр бер баш­ҡорт йәштәрен генә ­ҡ­ы­­­­­­­­­­­­­­ҙыҡ­­һындыр­май­. Был “һөйөү” бар илгә х­ас­­.­ Ҡыҙғанысҡа ­ҡаршы, бөгөн сыға­рылыш уҡыусыларының күбеһе артабан ҡайҙа уҡырға барыуын, киләсәктә кем булырын, яҙмышын ниндәй өлкә менән бәйләргә теләүен аныҡ ҡына күҙ алдына ла килтермәй. Мәсьәләне эҙмә-эҙлекле өйрәнәһе, һөнәр һайлауға яуаплыраҡ ҡарайһы урынға “факультеттың даны”, “күршеһенең кәңәше” уға күпкә ҡәҙерлерәк булып сыға. Был бик аяныслы, әлбиттә. Уҡыусылар Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеүгә шул тиклем күп ваҡытын һәм нервыһын сарыф итә һәм, ниһайәт, һынауҙарҙы уңышлы үтеп тә ҡайһы берәүҙәр документтарын бер генә юғары уҡыу йортона алып барып ҡалдыра (уныһы ла шул әлеге лә баяғы филология йәки гуманитария), шуның менән вәссәләм. Ә бит асылда бер юлы биш (!) юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлеге бар.
Ғөмүмән, был күренеш ниндәйҙер кимәлдә тимер юл вокзалын хәтерләтеп ҡуя. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: пасса­жир­ҙарҙың (беҙҙең осраҡта — сыға­рылыш класс уҡыусылары) һәр ҡайһыһы үҙ поезын көтә. Ҡулдарында — билеттар (аттестаттар). Балаларын “Тормош” тигән оҙон юлға оҙатырға тип ата-әсәләр ҙә, туғандары ла, уҡытыусылары ла йыйылған. Билеттар ябай түгел, теләһә ҡайһы поезға ултырып китергә мөмкин. Һәм бына платформаға бер нисә поезд (юғары уҡыу йорто) килеп туҡтай. Пассажирҙар кемуҙарҙан вагондарға тула. Берәүҙәр тыштан ялтырап торғанына ултыра, икенселәр бар уңайлыҡтары булған купелыһын һайлай, бәғзе берәүҙең күңеленә тиҙ йөрөй торғаны ята... Ә бер пассажир үтеп барыусы поездың плацкарт вагонына эләгеп ҡала, ни өсөн тигәндә, дуҫы ошо уҡ поезда китеп бара икән...
Күҙ асып йомғансы барыһы ла төрлө поездың төрлө вагонына ултырып ҡуҙғалып китә. Барыһы ла ҡәнәғәт. Тик бына аптыраҡ: береһе лә поездың ҡайҙа юл тотоуын һорамаған, сәйәхәттең маршруты менән ҡыҙыҡһынмаған...
Миңә ҡалһа, абитуриенттар “Бөгөн ниндәй һөнәр модала?”, “Ҡайһы һөнәр абруйлыраҡ?”, “Уҡып бөткәс, эш таба алырмынмы икән?” тигәнерәк һорауҙарға яуап эҙләгәнсе, “Мин нимә эшләргә яратам?” тигәнгә асыҡлыҡ индерһә, күптәренең тормош мәғәнәһе лә, маҡсаттары ла күпкә файҙалыраҡ һәм үҙҙәре өсөн ҡыҙығыраҡ булыр ине. Атай-әсәйем бер ваҡытта ла буласаҡ һөнәремә, уҡыу йортон һайлауға баҫым яһаманы, киреһенсә, киләсәгем өсөн яуаплылыҡты үҙемә ышанып тапшырҙы. Бының өсөн уларға ихлас рәхмәтлемен!
Аныҡ фәндәргә килгәндә иһә, мин үҙем техник һәм гуманитар сағыш­ты­рыу­ҙары, йәнәһе, “фило­лог­тарға ҡара­ғанда инженерҙар эшкә еңелерәк урынлаша” тигән фекерҙәр менән һис килеш­мәйем. Бөтә фәндәр ҙә шул тиклем тәрән һәм ауыр, ҡайһы бер тәғлимә­тәр­ҙең сығанаҡтары хатта быуаттар артылышына барып тоташа. Шуға абитуриенттар ҙа, минеңсә, “юриспру­ден­ция”ны йәки “иҡтисад”ты еңел булғаны өсөн тү­гел, ә күп осраҡта то­тороҡлолоҡҡа һәм комфортҡа ынтыл­ғандары өсөн һайлай. Унан һуң йәштәр үҙҙәренең киләсәген эшлекле костюм­дағы офис хеҙмәткәре образында күрә. Өҫтәүенә киң мәғлүмәт саралары һәм пиар белгестәре беҙгә ҡануниәтте һәм иҡтисадты белмәй тороп карьера эшләп булмауын иҫбатларға маташа.
— Тимәк, үҙебеҙ “үҫтерәбеҙ” килеп сыға.
— Ысынлап та, шулай. Үҫтерәбеҙ, ошо “үҫешкә” булышлыҡ итәбеҙ һәм, иң ҡыҙығы, аҙаҡ үҙебеҙ үк юристар, иҡти­садсылар күп, эшсе белгестәр юҡ тип баш ватабыҙ. Парадокс... Ә бит бөгөн республикабыҙҙа шул уҡ инженерҙар, айырыуса нефть индустрияһына белгестәр етешмәй. Иманым камил, йәштәр быны күрә һәм аңлаясаҡ. Бушлыҡ һәр ваҡыт тула. Был закон бер физикаға ғына ҡағылмай ул.
— Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, ти халыҡ. Һин ниндәйҙер кимәлдә был мәҡәлдең киреһен иҫбатлайһың кеүек килеп сыға түгелме? Әллә мин яңылы­шаммы?.. Ғөмүмән, был әйтемде үҙең өсөн нисек ҡабул итәһең?
— Мин кесе ватаным Баш­ҡортостанды ла, “оло йортом” Рәсәйҙе лә бик яратам һәм ихлас ҡәҙерләйем. Шул уҡ ваҡытта һәр ҡайһыбыҙ донъя гиҙеү мөмкинлеген дә ҡулынан ысҡындырмаҫҡа тейеш тип иҫәпләйем. Һуңғы өс йыл эсендә 12 илдә булдым — төрлө милләт вәкилдәре менән аралаштым, яңы дуҫ-иш таптым, донъяны бөтөнләй икенсе шарттарҙа һәм ҡиммәттәрҙә астым. Һәм, иң мөһиме, шуға инандым: киләсәктә тыуған илемдән ситтә йәшәмәйәсәкмен. Шуға ла был осраҡта миңә “Илле — илендә, ерле — ерендә” тигән мәҡәл күпкә яҡыныраҡ, сөнки, иманым камил, кеше ысын бәхетте тыуған ерендә һәм рухташтары араһында ғына кисерә. Шулай ҙа башҡа ҡитғаларҙағы тормошто сағыштырыу һәм дөрөҫ һығымта яһау өсөн сәйәхәт итеү, үҙең өсөн яңы офоҡтар асыу ҙа бик мөһим. Һәм, әлбиттә, сит телдәрҙе өйрәнеү зарур. “Нисә тел беләһең, шунса ғүмер кисерәһең”, ти чех халыҡ мәҡәле. Әгәр һин бер телдә генә аралашаһың икән, тимәк, мөмкинлектәрең сикле...
— Ләкин беҙҙә “юрғаныңа ҡарап, аяғыңды һуҙ” тип тә әйтәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн күп йәштәрҙең теләктәре, хыялдары булһа ла, маҡсаттарын тормошҡа ашырырға мөмкинлектәре юҡ... Йәшерен-батырын түгел, ҡайһы берәүҙәр өсөн Мәскәүгә, Санкт-Петербургка түгел, хатта Өфө вуздарына килеп урынлашыу ҙа ҙур хыял булып ҡала...
— Әлбиттә, Өфө (Мәскәү, Санкт-Петербург тураһында әйтеп тораһы ла түгел) кеүек ҙур ҡалаларҙа йәшәү иҡтисади сығымдарҙы күберәк талап итә. Был мәсьәләлә төп көс һәм яуаплылыҡ ата-әсәгә ҡайтып ҡалһа ла, һәр кемдең үҙ мөмкинлеге тигән фекер менән дә килешмәй булмай. Шуға ҡарамаҫтан, буласаҡ студенттарҙың был йәһәттән перспективалары артыуын да инҡар итергә ярамай.
Беренсенән, бөгөн һәр абитуриент үҙе теләгән уҡыу йортоноң бюджет бүлегенә инә ала, иң мөһиме, тырышлыҡ кәрәк. Бынан һуң сығарылыш класс уҡыусыһының документтары бер юлы биш вуздың конкурсында ҡарала.
Матди мөмкинлектәргә килгәндә иһә, бөгөн студенттар өсөн әлеге мәсьәләлә лә офоҡтар асыҡ. Әлбиттә, уҡыу һәм эш процесын берләштерергә тура киләсәк, әммә ваҡытты һәм өҫтөнлөктәрҙе дөрөҫ урынлаштырғанда, ике даирәне лә “йүгәнләргә” мөмкин. Тик шуныһын оноторға ярамай: студент йылдары тәү сиратта белем алыуға тәғәйенләнгән, ә бөгөн бар, иртәгә юҡ эште үҫтереү өсөн түгел. Әгәр инде хеҙмәт урынығыҙ буласаҡ һөнәрегеҙ менән бәйләнгән булһа, быныһы инде — бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Был тәжрибәгеҙҙе һәм профессиональ кимәлегеҙҙе арттырасаҡ. Унан тыш, бөгөн студенттар өсөн төрлө гранттар, стипендиаль программалар ҙа эшләп килә. Әммә, Мәскәүҙә уҡый алмайым, ҡиммәт, тип фекер йөрөтөүселәр менән килешмәйем. Һис тә улай түгел. Баш ҡалала ҡиммәтселек, миңә ҡалһа, ике генә аспектта ныҡ һиҙелә — ул да булһа мөлкәт һатып алыу йәки арендалау һәм транспорт сығымдары. Әгәр студент бюджет бүлегендә уҡый һәм дөйөм ятаҡта йәшәй икән, тимәк, был сығымдарҙан ул азат. Ә аҙыҡ-түлеккә, башҡа кәрәк-яраҡҡа хаҡтар, әйтәйек, Өфө менән сағыштырғанда, шул уҡ кимәлдә. Аҡсаны юҡ-барға туҙҙырыу мөмкинлеге, әлбиттә, ҙур — уныһы, ысынлап та, проблема. Шуға күрә аҡсаны дөрөҫ файҙаланһаң һәм түләүле хеҙмәттәргә баштан уҡ ташлама бирелеүен йәки уларҙың бушлай күрһәтелеүен күҙ уңында тотоп, тейешле саралар күрһәң, финанс кәртәләрен урап үтергә мөмкин. Шуны онотмағыҙ: иң яҡшы инвестиция — үҙ файҙаңа һалынған инвестиция.
Фекеремде йомғаҡлап, шуны ғына өҫтәр инем: ҡыҙҙар һәм егеттәр тормош маҡсаттарын табыуға көстәрен йәлләмәһен ине. Был бурыс, нисек кенә еңел тойолмаһын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр өсөн билдәһеҙлектә ҡала. Ә тапһағыҙ, эҙмә-эҙлекле, әммә дөрөҫ юлдан уға табан атлағыҙ. Бер ваҡытта ла билдәһеҙлектән ҡурҡмағыҙ, был һеҙҙе үҫтерәсәк кенә.
— Ҡыҙыҡлы әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт һиңә, Марат! Уңыштар юлдаш булһын.
— Рәхмәт!
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.



Марат ТӨХВӘТУЛЛИН — Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыған, Мәскәүҙә И.М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетын тамамлаған башҡорт егете. Бөгөн Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының магистратураһында “Халыҡ-ара нефть-газ сервисы һәм Арктика ресурстарын үҙләштереү” Рәсәй-Норвегия программаһы буйынса белемен камиллаштыра. Ғинуарҙан алты айға Норвегияға уҡырға китәсәк. Дүрт йыл SPE (Нефть һәм газ сәнәғәте инженерҙары йәмғиәте) студенттары секцияһының әүҙемсеһе булған, ике йыл дауамында ошо уҡ ойошманың президенты вазифаһын башҡарған. Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары берлеге ассоциацияһының әүҙем ағзаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 106

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 461

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 996

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 905

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 665

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 251

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 573

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527