Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр кемдең эш өҫтәлендә булыр
Һәр кемдең эш өҫтәлендә булыр
Кешелек аҡылы донъяға килтергән ҙур асыштар араһында иң бөйөгө, мөғжизәлеһе — тел. Ул халыҡтың үҙе менән яралып, бергә үҫә, шуның өсөн дә милләттең барлыҡ яҙмышын, булмышын сағылдыра.


Донъялағы меңдәрсә тел араһында туған телебеҙҙең дә булыуы, уның дәүләт статусында үҫеше, камиллашыуы — шатлыҡлы күренеш. Балаларыбыҙ башҡортса белем ала, әҙиптәр әҫәрҙәр ижад итә, сәхнәләрҙән моңло йырҙар яңғырай, матбуғат баҫмалары донъя күрә, телерадиотапшырыуҙар ойошторола... Ғалимдарыбыҙ иһә телебеҙҙе төрлө яҡлап өйрәнә, барлыҡҡа килеү тарихын, үҫешен тикшерә. Мәҡәләмдә тап шундай кешеләр — милли хазинабыҙҙы быуындан быуынға еткереүселәр, уларҙың күләмле, йөкмәткеле, ҙур әһәмиәткә эйә хеҙмәт емеше булған “Башҡорт теленең академик һүҙлеге” хаҡында һөйләмәксемен.
Билдәле булыуынса, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, филология фәндәре докторы, профессор Ф.Ғ. Хисамитдинова етәкселегендә әҙерләнгән ун томлыҡ һүҙлектең I, II томы — 2011, III һәм IV томдары 2012 йылда донъя күрҙе. Хеҙмәттең төп маҡсаты — ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларынан алып бөгөнгәсә йәшәп килгән барлыҡ һүҙҙәрҙе күрһәтеү.
Академик һүҙлектең быға тиклем сыҡҡан башҡаларынан айырмаһы ҙур:
1. Аңлатмалы-тәржемәүи хеҙмәт булараҡ, башҡорт теленең барлыҡ лексикаһын үҙ эсенә алған. Диалекттарҙағы, йәнле һөйләү телмәрендәге ябай һүҙҙәр һәм уларҙың варианттары индерелгән, сөнки улар киң ҡулланыла, әҙәби әҫәрҙәрҙә лә йыш осрай.
2. Баш һүҙ рәүешендә башҡорт теленең айырылғыһыҙ өлөшөн тәшкил иткән, һүҙьяһалыштың төрлө саралары ярҙамында барлыҡҡа килгән һүҙҙәр, ҡушма һүҙҙәр һәм терминдар, аналитик ҡылымдар бирелгән.
3. Хәҙерге лексикография талаптарына ярашлы төҙөлгән хеҙмәттә халыҡтың тормошто аңлауы, ысынбарлыҡты танып белеүе аныҡ, киң сағылдыра, туған телдең ҡабатланмаҫ матурлығын, байлығын аңлау мөмкинлеге бирелә. Ырым-ышаныуға бәйле лексик берәмектәрҙең этномәҙәни төшөнсәһе лә асыҡлана.
4. Заман талабына ярашлы, һүҙҙәр һәм уларҙың мәғәнәһе урыҫ теленә тәржемә ителгән. Тимәк, һүҙлек төрлө ҡатлам кешеләрен үҙенә йәлеп итә, фәнни-филологик ихтыяждар ҙа ҡәнәғәтләндерелә. Тағы шуны әйтергә кәрәк: башҡорт телендәге бөгөнгө иҫкергән һүҙҙәрҙең, нығынған һүҙбәйләнештәрҙең күбеһе урыҫсаға тәржемә итеүҙе талап итә. Был үҙ сиратында хәҙерге йәштәргә һәм киләсәк быуын вәкилдәренә һүҙҙәрҙең мәғәнәһен теүәл, тулы, еңел аңларға мөмкинлек бирә.
5. Һүҙлек ҡулланыусының һәр төрлө һорауына яуап бирергә тейеш. Был талапты үтәү маҡсатында баш һүҙҙәр урыҫ, инглиз һәм төрөк телдәренә тәржемә ителеп бирелгән.
6. Һүҙҙең телдә йәшәүен, ҡулланылышын тулыһынса күрһәтеү өсөн уның мәғәнәһе, төрлө яҡлы үҙенсәлектәре нәфис, фәнни, ижтимағи-сәйәси, публицистик әҙәбиәттән, һөйләштәрҙән алынған миҫалдар менән нығытылған.
7. Һәр һүҙ грамматик яҡтан тасуирлана, уның яһалыш һәм ҡулланылыш үҙенсәлектәре күрһәтелгән.
8. Һирәк ҡулланылған һүҙҙәр эргәһендә тейешле билдәләр ҡуйылған.
9. Һүҙҙәргә этимологик яҡтан аңлатма бирелгән.
10. Ҡулланылған фитонимик һәм флористик терминологияны аныҡ күҙ алдына баҫтырыу өсөн уларҙың латин телендәге халыҡ-ара фәнни атамалары тәҡдим ителгән.
11. Лексиканың айырылғыһыҙ өлөшөн тәшкил иткән киң таралышлы һәм ҡулланылышлы яңғыҙлыҡ исемдәр, шулай уҡ хәҙерге телдә нығынған аббревиатуралар, ҡыҫҡартмалар теҙмәһе бирелгән.
Һүҙлекте төҙөүселәр, үрҙә һаналып кителгәндәрҙең барыһын да күҙ уңында тотоп, һәр һүҙгә аңлатма ҡуйған. Хеҙмәтте ҡулға алыу менән уның статьяһын төҙөү өсөн дә, ҡулланыусылар өсөн дә уңайлы схема-модель иғтибарҙы йәлеп итә. Ул һүҙлек төҙөүҙең ни тиклем ҡыҙыҡ һәм ҡатмарлы, төплө белем талап иткән ауыр эш икәнлеген күрһәтеп тора. Бындай мәғлүмәттәрҙе табыу, уҡыусыларға еткереү өсөн күпме тырышлыҡ кәрәк! Телдәге һәр һүҙҙе тикшереү — ифрат ҙур эш, энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙыуға тиң.
Һүҙлек башҡорт теленең үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге, халҡыбыҙ мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған уҡыусыларға тәғәйенләнгән — уның һәр мәктәптә, уҡыусыла, уҡытыусыла, өйҙә булырына иманым камил. Шулай уҡ был хеҙмәт төркиәтселәр, алтайсылар һәм башҡа белгестәргә ғилми тикшеренеү эштәрендә, төрлө уҡыу йорттарында башҡорт һәм урыҫ телдәрен өйрәтеүселәргә, тәржемәселәргә, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә лә файҙалы буласаҡ.
Хеҙмәттең I — IV томдарын ҡулыма алған һайын ҙур ғорурлыҡ кисерәм, халҡыбыҙҙың хазинаһын, күңел байлығын тәфсирләп йыйған белгестәргә рәхмәт уҡыйым. Һүҙлектәр төҙөлөп бөтөп, халҡыбыҙҙың тел байлығы түкмәй-сәсмәй ҡайтарылып, киләсәк быуынға аманат итеп тапшырыла икән, беҙҙең быуын иңенә төшкән изге бурыс намыҫ менән үтәлде тип әйтергә була. Тимәк, ошо хеҙмәт менән башҡорт халҡы үҙенә тел гәүһәрҙәренән һәйкәл ҡуя тигән һүҙ. Һүҙлек өҫтөндә эшләгән ғалимдарыбыҙға күләмле, мөһим эштәрен уңышлы башҡарып сығыуын теләйем. Бер тәҡдимем дә бар: хеҙмәттә Әй буйы һөйләшендә йыш ҡулланылған “асытҡы” (варианты — әсетке), “асытыу” (әсетеү), “балаһыратыу” (бал һарҡытҡыс) кеүек лексик берәмектәр ҙә урын алһын ине.

Фәнүзә АРЫҪЛАНОВА,
Һаҡмар мәктәбе уҡытыусыһы, Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы алдынғыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 907

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528