Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һамарҙар “Ҡарға туйы”нда һынатманы
Гәзиттә эшләй башлағандан алып алыҫ ергә беренсе тапҡыр сәфәр сығыуым — Һамар ҡалаһында уҙғарыласаҡ халыҡ йолаһы, йәғни “Ҡарға туйы”н күрергә иҫәбем. Ара алыҫ ҡына, ете-һигеҙ сәғәтлек, тинеләр юлға сығыр алдынан. Бигерәк оҙаҡ барырға икән, тип уйлап ҡуйҙым үҙ алдыма ғына. Ә шулай ҙа яңы таныштар менән ваҡыттың үткәне һиҙелмәне лә. Ниһайәт, оҙон юлды ҡыҫҡа итеп, тәғәйен ергә килеп еттек.

Һамар — Волга йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан ҙур ҡала. Һамар башҡорттары йәшәгән төбәк хаҡында боронғо яҙмаларҙа “башҡорт иленең сиге” тип әйтелә. Был өлкә — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе Әхмәтзәки Вәлидиҙең көрәштәше Харис Йомағолов, мәшһүр “Ырғыҙ” романы авторы Һәҙиә Дәүләтшина, күренекле яҙыусы Ғөбәй Дәүләтшин, билдәле телсе Ғәббәс Дәүләтшин, шулай уҡ Башҡортостандың мәғариф министры Фатима Мостафина, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең төйәге. Ысынында бында ни бары һигеҙ башҡорт ауылы бар: Кинйәғол, Диңгеҙбай, Хәсән, Ырғыҙ, Таллы, Бөрйән, Имәләй, Ташбулат. Ә күпме күренекле шәхестәр сыҡҡан унан!
Һамар ҡалаһында ла милләттәштәребеҙ байтаҡ, барлығы һигеҙ меңләп башҡорт йәшәй. Ҡала һәм өлкә башҡорттары ҡоролтайы эшләй башлағандан алып унда халҡыбыҙҙың матур йолалары — Наурыз, Ҡарға туйы, Һабантуй кеүек байрамдар, йыйындар уҙғарыла. Быйыл бына унынсы тапҡыр уҙғарылған “Ҡарға туйы”н миңә лә килеп күрергә насип булды. Бындағы башҡорттарға шунда йәшәгән халыҡ күҙлегенән ҡарарға теләгәйнем, тик мосафир-ҡунаҡ күҙлегенән дә баҡмай булмай икән. Урыҫ мөхитендә тәрбиәләнеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен аҙнаһына бер сәғәт кенә уҡыған балалар шаҡтай матур һөйләшә, шартлатып шиғыр һөйләй, “Ләйсән” бейеү ансамбленең ҡыҙ һәм егеттәре өҙә баҫып бейей, Фатима Шоғаева етәкселегендәге “Туған моңдар” фольклор ансамбле моңло итеп йырлай. Айына бер тапҡыр башҡорт телендә “Ырғыҙ” гәзите сыға, мөхәррире — Зөлхизә Шәрәфетдинова. Ҡыҫҡаһы, һамарҙар үҙ илендә күкрәк киреп йәшәй, туған телдә рәхәтләнеп һөйләшә.
Башҡорт халҡының быуаттарға һуҙылған тормошонда тупланған тәжрибәһе, ғәҙәттәре, кешене шәхес итеүсе сифаттары, бай тарихы, тарихи зиннәттәре бар. “Хәтерҙән башҡа йолаһыҙ, тәрбиәнән башҡа рухи хазинаһыҙ, рухи хазинанан башҡа шәхесһеҙ, ә шәхестән башҡа халыҡ — тарихһыҙ”, — тигән боронғолар. Ҙурмы ул, кескенәме — һәр кешегә үҙенең тыуған төбәге, тәбиғәте, кешеләре яҡын була. Әле беҙ йәшәгән ерҙә элек-электән ата-бабаларыбыҙ ғүмер кисергән. Уларҙың йолалары, байрамдары, милли уйындары һаҡланып ҡалған. Ошо һаналғандар халыҡта милли ғорурлыҡ, милли хистәр тәрбиәләргә ярҙам итеп кенә ҡалмай, шул хис-тойғоно кисергән кешеләрҙә рухи ҡәнәғәтләнеү ҙә тыуҙыра.
Халҡыбыҙҙың иң күңелле яҙғы байрамдарының береһе — һис шикһеҙ, “Ҡарға туйы”. Һамарҙар, халҡыбыҙҙың ошо матур йолаһын тергеҙеп, фольклор сығыштары менән йылдың-йылы үткәрә килә. Ул — кешеләрҙе үҙ-ара яҡынайта, хеҙмәткә дәрт, берҙәмлек уята торған изге йола. Аңлап тороуығыҙса, һәр ерҙәге кеүек, ҡайҙа ла башлап ебәргән эште күтәреп алыусыһы кәрәк. Һамар ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Камила Шәйхелисламова етәкселегендә ойошторолған сараға халыҡ дәррәү ҡушылған. Уларҙың бер төптән эшләп йәшәүе юғары баһаға лайыҡ.
Байрам рәсми асылып, сәхнә күренештәре башланғансы, балалар, ололар, ҡунаҡтар тирә-йүнгә тәмле еҫе таралған тары бутҡаһы менән һыйланды, милли ризыҡтарҙан ауыҙ итте, рухи ҡомартҡыларҙы сағылдырған күргәҙмәне һоҡланып ҡараны, урындағы матбуғат менән танышты.
Артабан сәхнә түренә аллы-гөллө боронғо күркәм күлдәк кейгән балалар, апай-инәйҙәр сығып, “Ҡарға туйы” күренешен сәхнәләштерҙе. Улар илгә именлек, тыныслыҡ юраны, барыһының да миһырбанлы булыуын теләп, үҫеп ултырған ағасҡа таҫмалар бәйләне.
Ҡарға әйтә ҡар, ҡар,
Туйым етте, бар, бар.
Икмәк-сәйен алып бар,
Ярма, майын һалып бар,
— тигән һамаҡтар әйтелде.
Ғөмүмән, был сәхнә күренеше өлгөр апайҙарҙың байрамға күңел биреп әҙерләнеүен, әсәй-өләсәйҙәрҙән ҡалған ҡомартҡыларҙы бөгөнгәсә еткерә алыуын күрһәтте. Башҡарылған йыр-моң, бейеүҙәр күңелгә май булып яғылды. Өҙҙөрөп бейеүселәр, йырға маһирҙар, оҫталығын күрһәтергә теләүселәр өсөн сәхнә түре асыҡ булды. Ҡыҙҙар һәм малайҙар боронғо “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Таҡта” уйындарын уйнаны.
— Ҡөрьән уҡылмаған йортта тыныслыҡ булмаҫ, уҡылғанында бәрәкәт күбәйер, өйҙөң нуры артыр. Аллаһ, ауыр ваҡыттарҙа мине иҫегеҙгә төшөрһәгеҙ, мин дә һеҙгә еңеллек, сабырлыҡ теләрмен, тигән, — тип һөйләне Һамар ҡалаһының диниә назараты имам-хатибы Сәйфетдин хәҙрәт, аят уҡып.
— Борон башҡорттар тирә-йүненә бик һаҡсыл ҡарашта булған. Шуға улар тәбиғәткә бәйле йолаларға тоғро ҡалған. Унынсы йыл рәттән ошо байрамды ойошторғандары өсөн сикһеҙ шатбыҙ. Сәхнә түрендә башҡортса аралашҡан балаларҙың, йәштәрҙең булыуы бигерәк тә ҡыуаныслы. Тимәк, ата-бабаларҙан килгән рух ныҡлығы әле бар, йәшәй, — тине, барыһын да сәләмләп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Илгиз Солтанморатов һәм милли мәҙәниәт өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн һамарҙарҙы миҙалдар, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының бүлек мөдире Рәйсә Ғәйфуллина ла, Һамар башҡорттарының берҙәм, татыу булыуы тураһында һөйләп, уларға һаулыҡ, ғаилә бәхете, уңыштар, илебеҙгә именлек теләне.
Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары Римма Амангилдина, Марсель Ҡотоев, бейеүсе Урал Мортазин һәм ҡурайсы Марсель Сәйетовтар ҡатнашлығындағы концерт барыһының да күңеленә хуш килде.
Бындай күркәм сара хаҡында уҡып-ишеткәнсе, уны барып күреү — иң һәйбәте. “Ҡарға туйы”н дан итеп уҙғарыу тәжрибәһе булған һамарҙар быйыл да һынатманы, ул бер тында үтеп китте. Байрам тәьҫораттарын йомғаҡлап, Камила Шәйхелисламова уны ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе. Халыҡ ижады ынйыларын һаҡлаусылар йәнә осрашҡанға тиклем хушлашты.
Һамар башҡорттарының ҡунаҡсыллығы һоҡландыра ла, ҡыуандыра ла. Был мәртәбәле йола артабан да дауам итһен тигән теләктәмен. Эшкә дәрт, байрам-бәйгеләргә дарман булһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 106

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 461

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 996

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 905

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 665

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 251

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 573

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527