Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сая икән әйле башҡорттары!
Сая икән әйле башҡорттары!Башҡортостаныбыҙҙың төньяҡ-көнсығыш төбәге үҙенсәлеклелеге менән айырылып тора. Шуға күрә ул яҡтарға сәфәргә сығыу — һәр саҡ көтөп алынған ваҡиға. Был юлы Дыуан районының Мәсәғүт ауылына юл тоттоҡ, унда барыуҙың сәбәбе лә мөһим ине — әйле ырыуы башҡорттары ошонда үҙенең йыйынын үткәрҙе.

Командировкаға таң һарыһынан ҡуҙғалдыҡ. Йоҡомһорап ҡына ултырған юлдаштарымды водителдең ҡысҡыртып ҡуйған башҡорт йырҙары шунда уҡ уятты. Мәсәғүткә барып еткәнсе дәртле йыр-моң тыңлап барыу беҙҙе ифрат рухландырҙы. Килеп етеү менән башҡорт рухы аңҡып торған мөхиткә сумдыҡ. Мәҙәниәт һарайы алдында тирмәләр ҡуйылған, улар милли әйберҙәр менән йыһазландырылған. Халҡыбыҙҙың сағыу кейемдәрен кейгән йәштәр, өлкәндәр тәңкәләрен сылтыратып тегеләй-былай үтә. Ҡурай моңдары, дәртле йыр ишетелеп ҡала. Бер һүҙ менән әйткәндә — күңелле!
Ҙур итеп эшләнгән шәжәрәләр әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Бында республика конкурсында еңгән эштәр ҡуйылған икән. Һәр район үҙенекен килтергән, шулай уҡ төбәктең аҫыл шәхестәре — Салауат Юлаев менән Байыҡ-Айҙар сәсәндең шәжәрәһе лә ҡуйылған. Улар янында халыҡтың күпләп тороуын, ентекләп өйрәнеүен иҫәпкә алғанда, шәжәрәгә иғтибарҙың бөгөн дә бик ҙур булыуы һәм был эште дауам итеү зарурлығы тураһында һығымта яһарға мөмкин.
Мәҙәниәт һарайының эсендә лә байрам рухы хөкөм һөрә. Ҡунаҡтарҙы ҡурайсылар, таҡмаҡсылар һәм бейеүселәр ҡаршылай. Фойела һәр кем төбәктә Сая икән әйле башҡорттары!етештерелгән аҙыҡ-түлекте тәмләп ҡарай алды.
Әйлеләр Башҡортостандың ете районында — Салауат, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Балаҡатай, Иглин, Туймазыла — күпләп йәшәй. Был ғына түгел, Силәбе өлкәһенең Арғаяш менән Ҡоншаҡ райондары башҡорттары ла — әйлеләр. Силәбенән милләттәштәребеҙ тос ҡына делегация булып килде. Ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы матур итеп ҡаршы алдылар.
Йыйынға 300 делегат саҡырылғайны. Залдың шығырым тулы булыуына ҡарағанда, халыҡ байтаҡҡа күберәк ине. Был әйлеләрҙең милләте, халҡы яҙмышына битараф түгеллеген күрһәтә.
Ҡорҙо Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Төбәк йәмәғәт фонды директоры, ошо ырыуҙың вәкиле Әлтәф Ғәйфуллин алып барҙы. Республиканың мәҙәниәт министры ебәргән сәләм хаты уҡып ишеттерелгәс, Дыуан районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Александр Гудков район тормошо, бында башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Ул, башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһенә ҡағылып, был эш барлыҡ мәктәптәрҙә лә алып барыла, тине.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Вәлиәхмәт Бәҙретдиновтың ялҡынлы сығышын халыҡ тулҡынланып тыңланы. Ул бөгөн башҡорт халҡын борсоған төп проблемаларға туҡталды. Уның фекеренсә, башҡорт теленә һөжүм итеү әле лә дауам итә, ҡыҫырға тырышыусылар ҙа юҡ түгел. Шулай уҡ Вәлиәхмәт Бәҙретдинов ер мәсьәләһенә иғтибар көсәйтеү, урындарҙа территориаль-йәмәғәт үҙидараһы булдырыу, эшҡыуарлыҡты үҫтереү зарурлығы тураһында әйтте.
— Ишембай районының Смаҡай ауылында бындай үҙидара булдырылған. Хәҙер улар күп мәсьәләләрҙе урындағы властан тыш та хәл итә ала. Иң мөһиме — үҙҙәре аҡса таба. Бындай берлектәр һәр районда, һәр ауылда булһын ине. Ауылдың ҡоролтай башлығы уның рәйесе итеп тәғәйенләнергә хоҡуҡлы. Әйҙәгеҙ, өҫтән көтөп ятмайыҡ, үҙебеҙ эшләйек, — тине ул.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ойошторған “Айыҡ ауыл” конкурсының кураторы булараҡ, ул райондарҙың һәр ауылын да унда ҡатнашырға, айыҡ тормош алып барырға саҡырҙы. Үҙе әйле ырыуы вәкиле булараҡ, ырыуҙың тарихын, билдәле шәхестәрҙе тәрән өйрәнергә кәрәклеген белдерҙе.
Йыйында һәр район вәкиленә һүҙ бирелде. Уларҙың күплеген һәм ваҡыттың сикле икәнлеген иҫәпкә алып, сығыш яһаусыларға булған проблемаларҙы билдәләргә ҡушылды. Кемдер быны тыңланы, кемдер бар тип тә белмәне. Шуныһы үкенесле: сикләнгән ваҡытты әрәм итеп ҡоро отчет биреүселәр ҙә булманы түгел. Ә туймазылар исеменән бөтөнләй сығыш яһаусы табылманы.
Шулай ҙа ялҡынлы, ысынлап милләте, ырыуы халҡы өсөн йәне әсеп һөйләүселәр ҙә бихисап ине. Мәсетле районы вәкиле, мәҫәлән, ирҙәрҙең ситкә китеп эшләүен, ауылдарҙа мәктәптәр ябылыуын мотлаҡ хәл итергә кәрәк мәсьәләләр тип иҫәпләй.
— Инде нисәнсе тапҡырға йыйылабыҙ, күтәрелгән проблемалар һаман бер үк. Резолюциялар ҡабул иткән булабыҙ, ә үтәлешен кем дә булһа тикшерәме? Әйҙәгеҙ, һүҙҙә түгел, ә ғәмәлдә эшләй башлайыҡ! Оҙаҡламай Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутаттар һайлаясаҡбыҙ. Унда ла иғтибарлы булайыҡ, халҡыбыҙ мәнфәғәтендә эшләрҙәй кешене күрһәтәйек, — тине ул, мәсетлеләрҙең талаптарын еткереп.
Башҡорт йыйынына килеп, милләтебеҙҙе борсоған мәсьәләләр тураһында урыҫса һөйләп торған Балаҡатай районы вәкилен иһә халыҡ ҡабул итә алманы. Халыҡҡа, милләткә ҡараш ошонда сағыла түгелме икән? Үҙ телендә һөйләшә белгән вәкил дә таба алмағандармы ни балаҡатайҙар?
Шул уҡ ваҡытта Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан килгән ҡоролтай етәксеһенең саф башҡортса һөйләүе күңелгә йылы индерҙе. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөфәр Көсөғолов әйтеүенсә, унда йәшәгән 40 мең самаһы халыҡтың 64 проценты — башҡорттар. Арғаяштар Башҡортостан юлдаш каналы күрһәтмәүенә зарланды.
Ҡоншаҡ районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлбаныу Йәнтүрина етәкселек иткән делегация ла тос ҡына, унда утыҙға яҡын кеше ингән. Ул Ҡоншаҡ башҡорттары тормошо менән таныштырҙы, үткәрелгән саралар хаҡында һөйләне, Башҡортостан Хөкүмәтенә даими ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. Әйткәндәй, был районда Башҡортостан юлдаш каналы менән проблема юҡ — улар рәхәтләнеп башҡорт тапшырыуҙарын ҡарай.
Сығыш яһаусыларҙың күпселеген бер үк мәсьәләләр борсой: телде өйрәнеү һәм мәктәптәрҙә уҡытыу, ауылдарҙа белем усаҡтарының ябылыуы, эскелек менән мауығыу, эшһеҙлек һәм башҡалар. Төньяҡ-көнсығыш райондарҙы үҫтереү йәһәтенән дә тәҡдимдәр әйтелде. Шулай уҡ әйлеләр үҙҙәренең тарихын нығыраҡ өйрәнергә, арҙаҡлы шәхестәрҙе республикаға танытырға теләй.
Билдәләнгән ваҡыт тиҙ генә үтеп китеүгә ҡарамаҫтан, ҡоролтайҙы оҙаҡ ҡына тамамлай алманылар. Ни өсөн тигәндә, сығыш яһарға, теләк-тәҡдимдәрен әйтергә теләүселәр бихисап ине. Әйле башҡорттарының саялығы һәм аныҡлыҡ яратҡандары тураһында алдан уҡ ишеткәнем бар ине. Быны үҙ күҙҙәрем менән күреп тағы бер инандым. Милләттәштәр, бер ҙә баҙап тормай, сәхнәгә күтәрелеп ҡырҡыу проблемаларҙы ҡабырғаһы менән ҡуйҙы һәм уны бергәләп тиҙ арала хәл итеүҙе талап итте.
Йыйындың йомғаҡтары яһалып, резолюция ҡабул ителгәндән һуң Совет ағзалары һәм ҡор башы һайланды. Бер тауыштан был вазифаға “Янғантау” шифаханаһы директоры, республикала билдәле шәхес Энгельс Ҡолмөхәмәтовты һайлап ҡуйҙылар. Әйлеләр артабан һәр аймаҡтың ҡорон, унан килә һәр ауылда йыйын үткәрергә ҡарар итте.
Ҡорҙоң икенсе өлөшөндә ҙур концерт ойошторолдо. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бындай кимәлдәге концертты Өфөлә лә күргән юҡ ине. Һәр бер сығыш яһаусы тиерлек республика конкурстарында гран-при һәм призлы урын яулаған. Был төбәк — бейеүселәр төбәге тигән уй ҙа ҡалды. Күптәр “Байыҡ” конкурсында еңгән бәйгеселәр булып сыҡты. Арғаяш менән Ҡоншаҡ башҡорттары сығыштары иһә концертҡа үҙенсәлек өҫтәне, уларҙың кейемдәре лә, йыр-бейеүҙәре лә бер ни тиклем айырылып торҙо.

Фәриҙә ХӘЛИТОВА:
— Башҡорттарҙың ҡоролтайында башҡортса һөйләшмәһәк, башҡа тағы ҡайҙа туған телебеҙҙә һөйләшеү бәхете эләгә? “Телде онотмайыҡ, һаҡлайыҡ!” тип ҙур-ҙур лозунгтар яҙып болоттарға элеп ҡуйһаҡ та, уның файҙаһы булырмы, әгәр ҙә үҙ ҡоробоҙҙа урыҫса һөйләшеп ултырһаҡ? Урындағы хакимиәттә ҡоролтайҙа башҡортса сығыш яһарлыҡ бер етәксенең дә булмауы районда йәшәгән башҡорттарҙың хәлен асыҡ күрһәтеп тора. Был тәрән уйланырлыҡ хәл түгелме ни?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 907

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528