Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Телебеҙҙе кем боҙа? Үҙебеҙ!
Өҫтө-өҫтөнә өҫтәү кәрәкме?

Ялғау — һүҙ түгел, ҡайһыһын булһа ла, күпме ҡушһаң да ярай, тигән уй менән эш итә, күрәһең, ҡайһы берәү. Шулай булмаһа, ҡолаҡҡа ятмаған һүҙҙәр яҙылыр йә әйтелер инеме? Мәҫәлән, Барығыҙға ла иҫәнлекле-һаулыҡлы оҙон ғүмер теләп ҡалабыҙ. Бер йырсының башҡортса шундай матур сығышынан һуң ошондай хата һөйләм әйтеп ҡуйыуы тамашаның бәҫен, үҙенә булған һоҡланыуҙы юҡҡа сығарҙы ла ҡуйҙы. “Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп ҡалабыҙ”, — тиер ине дөрөҫ һөйләшкән кеше.
Тағы ла бер миҫал: Эштең бер ниндәй хурлыҡлыһы ла юҡ; эшләмәү, ялҡаулыҡ — хурлыҡтың да хурлығы. Ошондай һөйләм донъя күрҙе бер гәзиттә. Күренеүенсә, хурлыҡ һүҙенә -лы ялғауын ҡушып сифат яһауҙан бер ниндәй фәтүә сыҡмаған. Эштең бер ниндәй хурлығы юҡ, ти ҙә ҡуя эшһөйәр башҡорт.
Һуңғы ваҡытта, башҡорт телен өйрәткәндә, уның грамматикаһына иғтибар итергә кәрәкмәй, тигән фекер йыш әйтелә башланы. Шуны һис аңламайым: ниңә беҙ башҡорт телен грамматикаһыҙ уҡытырға тейеш, ә урыҫ һәм сит телдәргә был ҡағылмай?
Нимә һуң ул грамматика? Һүҙлектә уға ошондай билдәләмә бирелә: 1. Тел ғилеменең һүҙ һәм һөйләм төҙөлөшөн өйрәнә торған бүлеге. 2. Теге йәки был телдә һөйләм эсендәге һүҙҙәрҙең үҙгәреү һәм үҙ-ара бәйләнешкә инеү тәртибе (БТҺ, 1993, 1-се том, 238-се бит). Тимәк, грамматикала морфология менән синтаксис тураһында яҙылған ҡағиҙәләр — теория ята. Ә ниңә һуң беҙ уны һанға һуҡмайбыҙ? Грамматиканы тейешле уҡыу йорттарында ныҡлап өйрәтмәүҙән килеп сыға ла инде бөгөнгө хаталар. Бөтөн бәлә — һүҙҙәрҙе мәғәнәһе буйынса дөрөҫ айыра алмауҙа (исемме ул, сифатмы, ҡылыммы һ.б.) һәм ялғауҙарҙың ҡуйылышын аңламауҙа. Әгәр автор, башҡорт теленең лексик составын белеп, һүҙ төркөмдәрен айыра алһа, өҫтө-өҫтөнә ялғау ҡушып, кәрәкле төшөнсә яһау өсөн урау-урау юл үтмәҫ ине.
Һәр телдең үҙенсәлеге бар. Беҙҙекенә хас ғәҙәттәрҙең береһе шул — бер үк һүҙ тамыр хәлендә, йәғни бер ниндәй ялғау ҡабул итмәгән көйө, ике һүҙ төркөмөн белдерә ала. Мәҫәлән, яҡшы (ниндәй?) бала һәм яҡшы (нисек?) уҡый — был ябай миҫал һәр кемгә таныш. Әммә ҡайһы берәүҙәр теорияны ғәмәлдә ҡуллана алмай. Әйтәйек, бер гәзиттә “Бер нисә һыбайлы ир-егет” тигән һөйләмгә тап булдым. Бында -лы ялғауы артыҡ, сөнки һыбай һүҙе — үҙе сифат, уға тағы ла ниҙер өҫтәү — кәрәкмәгән, мәғәнәһеҙ эш. Әгәр ҙә инде “Марат һеҙгә һыбай киткәйне” тиһәк, бында һыбай рәүеш була.
Түбәндәге һөйләмдәрҙә лә авторҙар сифатҡа (осһоҙ, арзан, оҙаҡ) ялғау ҡушыу юлы менән сифат яһап, артыҡ көс кенә түккән: 1. ...иң һөҙөмтәле һәм осһоҙло дарыу. 2. Туризм белгестәре фекеренсә, быйыл яҡташтарыбыҙ өсөн иң арзанлы йүнәлеш булып... 3. Уны оҙайлы ваҡыт ҡулланырға ярамай. Күреүегеҙсә, ҡарайтылған һәр һүҙҙә ялғау артыҡ. Тағы ла шуныһы: һуңғы һөйләмдә оҙайлы ваҡыт урынына оҙаҡ тип кенә ҡалдырғанда, ыҡсым килеп сығыр, башҡорттоң һөйләгәненә тура килер ине. Киләһе һөйләм менән дә шул уҡ хәл: ... порошок яһарға һәм бер аҙна ныҡлы ябылған һауытта тоторға. Бында автор ныҡ һүҙенә -лы ялғауын ҡушып, үҙенән көлдөргән. Һорау биреп ҡараһаң, “Ниндәй ябылған һауыт?” килеп сыға бит. Ныҡ (нисек?) булырға тейеш тә.
Башҡорт телендә исем сифат ролендә лә йөрөй ала: алтын бар — алтын сәғәт, таш ята — таш йорт. Ошоно онотоп ебәреү арҡаһында, хата һөйләмдәр хасил була. Мәҫәлән, Ул хаталы ҡарар ҡабул иткән. Бында -лы ялғауын ҡушыу кәрәкмәҫ ине.
Билдәле булыуынса, башҡорт телендә исем ҡылым исем дә, ҡылым да булып йөрөй ала. Әммә ҡайһы берәүҙәр, быны онотоп, исем ҡылымдан исем яһарға тырыша. Мәҫәлән, Был дегеттең шыйыҡлыҡ үткәрмәүсәнлегенә бәйле. Үткәрмәү һүҙе — исем ҡылым. Автор унан исем яһайым тип, ике артыҡ ялғау (-сән һәм -лек) ҡушырға мәжбүр булған. Дөрөҫө түбәндәгесә булыр: Был дегеттең шыйыҡлыҡ үткәрмәүенә бәйле. Киләһе һөйләмдә лә шул уҡ хәл: ..., шуға күрә бер ниндәй аңлашылмаусанлыҡ тыумаҫҡа тейеш (дөрөҫө — аңлашылмау).
Һүҙҙең тамырының исем булыуын танымай, уға исем яһай торған ялғау (-лыҡ) ҡушып, телде боҙғандар ҙа бар. Мәҫәлән, Ир кеше ике балалы ғаиләһен 10 мең һумға ла етмәгән эш хаҡы менән мохтажлыҡһыҙ йәшәтә аламы һуң? Башҡортса дөрөҫ һөйләм түбәндәгесә булыр: Ир кеше ике балалы ғаиләһен 10 мең һумға ла етмәгән эш хаҡы менән ҡарай аламы? Мохтаж һүҙен бик тә ҡулланырға теләгәндә, мохтажһыҙ йә мохтажлыҡ күрһәтмәйенсә тип яҙырға мөмкин. Ошо йәһәттән тағы ла ике миҫал: ... күптәребеҙ өйҙә ятырға, мохтажлыҡһыҙ урамға сыҡмаҫҡа тырыша. Сараһыҙлыҡтан күңелемде ниндәй уй-хис сорнап алғанын аңлағанһығыҙҙыр. Дөрөҫө: мохтажһыҙ, сараһыҙҙан.
Тамыр хәлендәге сифатты ла танымаған тәржемәселәр осрай. Уларҙың шул тиклем “тырыш” булыуына ҡайһы саҡ хайран ҡалаһың! Тотона торған бер ҡағыҙҙа нежная һүҙен наҙлылы тип тәржемә иткәндәр. Был хәл һүҙҙең тамырын таба алмай, уны наҙлы тип уйлап, сифат яһарға маташыуҙыр, тип аңларға ҡала.
Киләһе һөйләмдәрҙе лә башҡортмон тигән кеше икенсе төрлө яҙыр ине: Ғәҙәттә, һәр класта психик тотҡарлыҡлы дүрт-биш бала була (дөрөҫө — психик тотҡарлығы булған); Аҡса тормошта төп урынды биләмәй тип, күпме генә ышандырырға тырышмаһындар, унһыҙ йәшәү мөмкин түгеллеген барыһы ла яҡшы аңлай (дөрөҫө — түгелен); Әлбиттә, яңғыҙ тәрбиәләһәм дә, улыма атайһыҙлыҡты тойҙормаҫҡа тырышам (дөрөҫө — атаһы юҡлыҡты).
Киләһе һөйләмде уҡығандан һуң, автор уға үҙе күҙ һалдымы икән, тигән һорау тыуа: 28 апрелдәге һәм 12 майҙағы эш оҙайлылығы бер сәғәткә ҡыҫҡара. Оҙайлылыҡ тигән һүҙ башҡорт телендә лә, һүҙлектә лә юҡ. “Оҙайлы — оҙаҡ дауам иткән: оҙайлы командировка, оҙайлы сәфәр” (БТҺ, 2-се том, 33-сө бит). Оҙайлылыҡ та, оҙайлы ла үрҙәге һөйләмгә тура килмәй: тәүгеһе бөтөнләй юҡ, икенсеһенең мәғәнәһе башҡа. Дөрөҫө — 28 апрелдә һәм 12 майҙа эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡара. Былай аңлайышлы ла, уҡыуы ла еңел.
Ә түбәндәге һөйләмде уҡығандан һуң, артыҡ көс түкмәй, башын эшләтмәй генә яҙған авторҙар күбәйеп китте, тип уйларға мәжбүр булаһың: Университетты тамамлағанда был студенттар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, сит телдәр уҡытыусыһы белгеслеге танытмаһы ала.
Ә киләһе осраҡта ялғауҙарҙы, моғайын, тейһә — тейенгә, теймәһә — ботаҡҡа тип, уйлап-нитеп тормайынса яҙыу ғәләмәтелер: 7 — 11 аҙналыҡ ауырлылыҡ осрағында “бер аҙна тынлыҡ” булдырыла. Ете аҙнаға тиклемге йөклөлөк осрағында ... “тәнәфес” ваҡыты — 48 сәғәт. Билдәле булыуынса, башҡорт телендә ауырлылыҡ, йөклөлөк тигән һүҙ юҡ. Һүҙлеккә мөрәжәғәт итәйек: ауыр — буйҙағы бала, йөк (Алты айлыҡ ауыры бар. Өс айлыҡ ауыр күтәргән); ауырлы — ауырға ҡалған, йөклө.
Матбуғатты күҙәтеү авторҙарҙың -лылыҡ ялғауы менән артыҡ мауығыуын да күрһәтә: Әхмәтғәзиз үҙенең уҡымышлылығы, кешелеклеге, кеселеклеге менән абруй ҡаҙана. Күпте күргән ҡатын ирҙең иплелеген, аҡыллылығын ишетеп, күреп йөрөй. Быны ла башҡорт үҙенсә матур итеп әйтә: ... үҙенең уҡымышлы, кешелекле, кеселекле булыуы менән, ... ипле, аҡыллы булыуын ишетеп, күреп йөрөй. Ошолай яҙылһа, уҡыуы ла еңел булыр, тел дә көрмәлмәҫ ине.
Күплек ялғауы менән дә артыҡ мауығыу күҙәтелә. Башҡорт теленең үҙенсәлеген бында ла оноторға ярамай. Мәҫәлән, “Ни өсөн туҡтауһыҙ янғындар сыға?” тигән һөйләмдә янғын һүҙенә күплек ялғауы ҡушылмай, сөнки уның нигеҙендә дөйөмлөк төшөнсәһе ята. Икенсенән, бындағы туҡтауһыҙ һүҙе янғындың күп сығыуына ишара. Әйткәндәй, был турала алдағы мәҡәләләрҙә яҙғайныҡ. Ошо ҡағиҙәгә тағы ла миҫалдар килтерәйек: Тире төрҙәрен билдәләү (дөрөҫө — төрөн); Йәшелсә, емеш-еләктән әҙерләнгән һуттар, бутҡалар тирене йомшарта (дөрөҫө — һут, бутҡа); 1 сентябрҙән 2013 йылдың тәүге яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу башлана (дөрөҫө — гәзит-журналға); Астрологтарҙың фекеренсә, сәстәр кешене йыһан менән бәйләп тора (дөрөҫө — сәс).

Кәрәкле ялғауҙы ҡушып еткермәү бәләһе

Билдәле булыуынса, редакцияға ебәрелгән мәҡәләләр ҙә, гәзиттә эшләгәндәрҙең яҙғаны ла матбуғат битендә баҫылғанға тиклем әллә нисә пар күҙ аша үтә. Авторҙарға ла, әҙерләүселәргә лә иғтибарлыраҡ булырға кәрәктер. Юғиһә, ялғауҙарҙың артыҡ ҡуйылыуы менән бергә уларҙы ҡушып еткермәү осраҡтары ла бар. Мәҫәлән, Шундай уҡ аяныслы хәл Өфөлә булыуы ихтималмы? (дөрөҫө — хәлдең); Финанс өлкәлә уңыш көтә (дөрөҫө — өлкәһендә); Туғандарығыҙ күңелһеҙ мәшәҡәт өҫтәүе ихтимал (дөрөҫө — туғандарығыҙҙың) һәм башҡалар.
“Әйтәһем килә”, “йәшәрәһең киләме?” тип яҙған, һөйләгән осраҡтар ҙа бар. Башҡорт “әйткем килә”, “йәшәргең киләме?” ти.
Шулай итеп, грамматиканы һанға һуҡмау, теорияны ғәмәлдә ҡуллана белмәү — телде боҙоуға, халыҡтың ҡәҙер-хөрмәтенән мәхрүм ҡалыуға туп-тура юл.

Миҫал итеп бирелгән һөйләмдәрҙең ҡайҙан алынғанын белергә теләһәгеҙ, авторға мөрәжәғәт итегеҙ.

(Дауамы. Башы гәзиттең 21 февраль, 16 март, 27 апрель, 25 май, 23 август һандарында).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 099

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 454

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 989

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 898

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 659

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 245

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 464

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524