Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тамырын белгәндәр тыуған ергә тартыла
Тамырын белгәндәр тыуған ергә тартылаЙәрмәкәй районындағы йәмле Ыҡ йылғаһы буйына һыйынып ултырған Исламбахты ауылы төҙөклөгө менән күңелдәрҙе үҙенә тартып тора. Был төбәктә көн күргән эшсән халыҡ үҙенең тарихи тамырҙары менән дә хаҡлы ғорурлана ала. Профессор Әнүәр Әсфәндиәровтың тикшеренеүҙәренә күҙ һалғанда, ауыл хаҡында тәү тапҡыр 1742 йылда телгә алына. 1795 йылда һәм артабанғы ревизиялар бында күпселек эре ер биләгән башҡорттар йәшәгәнлеге тураһында хәбәр итә.
Исламбахтыла булғанда, беҙ дөйөм белем биреү мәктәбендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейына инеп сыҡтыҡ, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ауылдың тарихын яҡтыртҡан материалдарҙы ҡараныҡ... Шуны әйтергә кәрәк: ауылдың зыялылары ла төбәктең тарихын өйрәнеүҙә күп кенә асышҡа юлыҡҡан. Улар араһынан танылған библиограф Рифмир Гәрәев тыуған ауылының үткәненә ҡағылышлы очерктар йыйынтығын мәктәпкә бүләк иткән.
— Беҙ шулай уҡ ауылыбыҙҙан сыҡҡан тағы бер уҡымышлы кешегә, хәҙерге көндә Хәйбулла районында йәшәгән Зайыт ағай Әғлетдиновҡа, ҙур рәхмәтлебеҙ, — ти музей мөдире, мәктәптең абруйлы уҡытыусыһы Зөлфиә Ғиләжева. — Ул, Исламбахтының шәжәрәһен төҙөп, музейға тапшырҙы. Бына яңыраҡ уның ауылдың үткәнен сағылдырған иҫтәлекле яҙмалары менән дә танышырға насип булды. Шундай изге ҡомартҡыларҙы өйрәнеү беҙгә тыуған яғыбыҙҙың тарихын күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә лә инде.
Беҙҙең ауылға нигеҙ һалған Исламбаҡый аҫаба башҡорт булған. Ул тулы һыулы Ыҡ буйындағы ошо ергә 1742 йылдарҙа күсеп килә. Ауылдың тарихы нәҡ шул дәүергә барып тоташа. Тағы шул билдәле: Исламбаҡый 1786 йылда сыуаш һәм мордваларҙы аҫаба башҡорт ерҙәренә индереү тураһында килешеү төҙөүҙә ҡатнашҡан. Шул документтарҙа уның ҡултамғаһы ла бар. Сыуаштар Ик-Вершина тигән ауылға, ә мордвалар Кожай-Максимовоға нигеҙ һалған. Был ауылдар бөгөн күрше Бишбүләк районына ҡарай. Элекке заманда Исламбахты ауылының тирә-яғы урман менән ҡапланған. Өй һалғанда шул урмандың ағасын ҡырҡҡандар, утын итеп тә яҡҡандар. Ағаслыҡтар ҡалмағас, тиҙәк һуғып яға башлағандар, бер үк ваҡытта күл урынынан кәҫ тә сығарғандар.
Тарихи яҙмаларҙа телгә алыныуынса, Исламбаҡый ауылда күп йылдар ишле ғаиләһе менән йәшәгән. Солтанғол, Исламғол һәм Хамрат-хужа исемле улдары, өй һалып инеп, айырым көн иткән. 1795 йылғы иҫәп алыу ваҡытында ауылда 35 кешенең йәшәгәнлеге теркәлгән. ХIХ быуат башында Исламбахтыға башҡа яҡтарҙан кешеләр күсеп килә башлай. Ауыл ҙурая, 1816 йылда ер биләгән башҡорттар ғына ла 180-гә етә.
— Тағы ҡыҙыҡлы бер фактты хәтеребеҙгә һеңдереп ҡуйыу урынлы булыр, — тип алдында ятҡан дәфтәрҙе аҡтарҙы Зөлфиә Фәнис ҡыҙы. — 1816 йылда Исламбаҡыйҙың Абдулла ауылында йәшәгән туғаны Уразбахтының улы Муллағәле беҙҙең яҡтарға күсеп килә. Ул дәрәжәле йорт старшинаһы, обер-офицер булған. Был хаҡта 1834 йылғы ревизия материалдарында ла әйтелә. Оло йәштәге кешеләрҙең һөйләүенә ҡарағанда, Муллағәле, 1812 йылғы Ватан һуғышында француздарға ҡаршы һуғышып, Парижға саҡлы барып еткән. Ул кесе офицер дәрәжәһенә күтәрелә, полк командиры уны үҙенә адъютант-тәржемәсе итеп ала. Яуҙа батырлыҡ күрһәтеп, ғәскәр башлығын үлемдән ҡотҡарып ҡалғаны өсөн уға һуңынан беҙҙең яҡтарҙа ер биләмәһе бирелә. Муллағәле күсеп килгәндә ауылдаштары Хәмит һәм Хәбибулла Урманаевтарҙы ла үҙе артынан эйәртә. Яңы урында улар өйҙәр һала. Бөгөн ауылдаштарыбыҙ араһында уларҙың нәҫел-тоҡомо һәм вариҫтары айырыуса күп.
Беҙ тағы музейҙағы тарихи яҙмаларға күҙ һалабыҙ. Беренсе бөтә донъя һуғышы башланыу менән ауылдан 34 кеше фронтҡа алына. Оҙаҡ та үтмәй, Мөхәмәҙулла Мөхәмәтвәлиев, Кәлимулла Абдуллин, Иҙрис Ғәбделхаҡов, Тәүфиҡ Ғиләжев, Хәмит Дәүләтҡоловтарҙың яу ҡырында ятып ҡалыуы тураһында ҡайғылы хәбәр килә. Бер нисә кеше немецтарға әсирлеккә төшә. Улар араһынан Фәттәх Тажиевтың яҙмышы тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итә лә инде. Әсирлек ғазабын кисергәндән һуң ул башлы-күҙле булыу ниәтенән поляк ҡыҙына өйләнә. Ике улы тыуа. Уларҙың береһе — Һарун Тажиев атаһының фамилияһын һаҡлай. Хәҙер ул бөтә донъяға билдәле ғалим-вулканолог. Илебеҙҙә ижтимағи ҡоролош үҙгәргәндән һуң ғына уның исеме беҙҙең тарафтарға килеп етә. Ә Фәттәх Тажетдин улы, сит илдә ерегеп китә алмайынса, тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Бында яңынан ғаилә ҡора, урта хәлле крәҫтиән ҡыҙына өйләнә. Һуңынан әүҙем колхозсы һәм йәмәғәтсе булып китә. Ләкин билдәле сәбәптәр арҡаһында үҙенең әсирлектәге тормошо хаҡында бигүк һөйләргә яратмай. 1941 йылдың йәйендә илдең күген ҡара һөрөм ҡаплау менән бында тыуып үҫкән ике улын фронтҡа оҙата. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул Бәләбәй ҡалаһында йәшәй. Әйткән васыятын үтәп, уны тыуған ауылына алып ҡайтып ерләйҙәр.
Балаларға Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте фәненән белем биргән Зөлфиә Ғиләжева мәктәптәге музейҙы ойоштороуға, тарих эҙҙәре һаҡланған материалдарҙы туплауға күп көс һалған. Тағы шуныһы мөһим: ауылдың шәжәрәһе менән танышҡандан һуң, хәҙер күп кеше үҙенең тарихи тамырҙарын, сығыштары менән боронғо ҡыр-йылан ырыуына ҡарауын яҡшы белә.
— Быныһы — беҙҙең нәҫелдең шәжәрә ағасы, уны улым Урал төҙөп музейға аманат итеп тапшырҙы. Тарихты бик ярата. Ул әҙерләгән генеалогик яҙмала зат-ырыуыбыҙҙың 21 быуыны теркәлгән, — тине беҙгә ғорурлыҡ менән Зөлфиә Фәнис ҡыҙы.
Тимәк, тыуған ауылдың тарихын, унда йәшәгән халыҡтың үткәнен өйрәнеү йәш быуында милли рухты уятыуға булышлыҡ итә.
— Шәжәрә ағасын төҙөгәндә төрлө материалды аҡтарырға тура килде. Үҙем дә күп нәмәне белдем. Ауылыбыҙ тарихына ҡағылышлы тикшеренеү эштәрен артабан да дауам итергә теләйем, — ти илһөйәр йәш егет.
Мәктәп музейында Исламбахтынан хөрмәтле кешеләрҙең береһе — ауыл ағинәһе Әҡлимә апай Хәмитова менән осрашып һөйләшеү ҙә беҙҙең күңелдә яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы.
— Мин үткәндәр менән ныҡ ҡыҙыҡһынам, — тине ул. — Ауылыбыҙҙың тарихы бай ғына. Шуныһы йәл: беҙ уҡыған һәм эшләгән дәүерҙә һандыҡ төптәрендә ятҡан шәжәрәләрҙе өйрәнеү йолаға инмәгәйне. Иҫән саҡтарында ата-әсәләребеҙ ҙә ул турала һөйләмәй торғайны. Үҙем күпме беләм, шуны яҙып ҡуйҙым. Әлбиттә, һуңғы ике быуатта беҙҙең яҡта халыҡтарҙың аралашыуы көслө булған. Әммә ауылдың шәжәрәһен өйрәнгәндән һәм асылыбыҙҙы белгәндән һуң беҙ иҫәп алыуҙарҙа башҡорт булып яҙылдыҡ. Күптәрҙең ошо музейҙағы изге ҡомартҡылар менән танышып, 8–10 быуынға ҡәҙәр үҙ нәҫел-ырыуының ағасын төҙөүе — бик ҡыуаныслы хәл.
— Мин тағы шуға ғорурланам: беҙҙең Исламбахтынан күп кенә ғалимдар, сәнғәт әһелдәре, хеҙмәттәрендә дан ҡаҙанған төрлө һөнәр эйәләре сыҡҡан, — тип һүҙен дауам итте апайыбыҙ. — Башҡорт балетының тәүге йондоҙо Гүзәл Сөләймәнова хаҡында материалдар ҙа беҙҙең музейҙың түрендә урын алған. Уның ата-әсәһе Исламбахтыла йәшәгән. Яҙыусы, журналист, тәржемәсе Йәүҙәт Ильясов та беҙҙең яҡташыбыҙ. Әҫәрҙәре тәрән эстәлекле. Китаптары Ташкентта, Дүшәнбелә, Мәскәүҙә, Вильнюста, Братиславала баҫылған. Арабыҙҙан иртәрәк киткән әҙиптең яҡты исеме Башҡортостан энциклопедияһына индерелгән. Беҙҙең ауылдан сыҡҡан композитор, музыка белгесе Наил Ғөбәйҙуллин менән дә хаҡлы ғорурланабыҙ. Сит илдә йәшәһә лә, тамырҙарын онотмаған ғалим-вулканолог Һарун Тажиев тураһында Зөлфиә ханым һеҙгә һөйләгәндер. Яҡташыбыҙ, танылған фоторәссам, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйеф Баҙыҡовтың исеме лә республикала киң билдәле.
Беҙ Әҡлимә апай менән ауылдың бөгөнгө тормошо тураһында ла һөйләшеп ултырҙыҡ. Хәҙерге цивилизация үтеп ингән был яҡтарҙа халыҡтың йәшәү кимәле яҡшырған. Исламбахтыла тәбиғи газ менән 1995 йылдан файҙаланалар. Заманса архитектуралы социаль-мәҙәни үҙәк ауылға матур биҙәк өҫтәй. Бер ҡыйыҡ аҫтында мәктәп, клуб, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты, элемтә бүлексәһе урынлашҡан. Шулай ҙа илдәге реформалар ауыл ерендә лә етештереү мөнәсәбәттәрен бөтөнләй үҙгәрткән. Исламбахтылағы ауыл хужалығы кооперативы ла баҙар тулҡынына ҡаршы тора алмаған.
— Тормош әллә нисек ҡырыҫланды бит, — ти күпте күргән ауыл ағинәйе. — Мин эшләгән дәүерҙә ауылыбыҙ гөрләп тора ине. Хәҙер ул ҡартайҙы. Йәштәрҙең күбеһе бәхет эҙләп ситкә китеү яғын ҡарай. Ярай, араларында тырыштары ла бар. Ауылда төпләнеп ҡалғандары иркен, матур йорттар һалып инә. Башҡалар ҙа уларҙан өлгө алһын ине. Элекке кооперативтан ҡалған ерҙең күпмелер өлөшөн үҙебеҙҙең фермер Раушан Шәрифуллин эшкәртә. Ул иген үҫтереүҙән тыш ит етештереү менән дә шөғөлләнә. Ауылда ике кибет тота. Беҙ, оло кешеләр, уға рәхмәт уҡыйбыҙ. Шуныһы яҡшы: ауылдан күп кенә ир-ат тимер юлда, нефть промыслаһында эшләй. Ә тырышҡан, аҡсаһын тапҡан кешенең ғаиләһе лә етеш тормошта көн күрә. Халыҡ беҙҙә баҙарға күрше өлкәләге Абдуллин ҡасабаһына йөрөй, сөнки ул ауылдан ни бары ун саҡрымда ғына. Ә беҙҙең ауылдың ултырған урыны матур, йәшәү өсөн еребеҙ ҙә иркен.
Мәктәп музейы мөдире, уҡыусылар менән бергә ауылдың үткәнен ныҡлап өйрәнгән Зөлфиә Ғиләжева ла бай тарихлы Исламбахтының яҡты киләсәгенә ҙур ышаныс бағлай.
— Үҙ тамырын белгән кеше тыуған еренә лә нығыраҡ тартыла, — ти ул. — Шул тойғоно балаларҙа тәрбиәләргә тырышабыҙ ҙа инде. Ауылды онотмаһындар, төрлө уҡыу йорттарында белем алып сыҡҡас, тыуған төйәктәренә кире ҡайтһындар, тибеҙ.
Миҙхәт ШӘРИПОВ
Йәрмәкәй районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 103

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 458

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 991

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 900

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 661

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 248

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 567

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 340

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524