Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңеле һәр саҡ тыуған ерендә
Күңеле һәр саҡ  тыуған ерендәЯбай ауыл малайы, үҫеп еткәс, тырышлығы, ныҡышмаллығы, фиҙаҡәрлеге арҡаһында ҙур уңыштарға өлгәште, республиканың, илдең етәксе органдарында эшләне, ә һуңынан иҡтисад фәндәре докторы, профессор дәрәжәһендә хеҙмәт юлын дауам итте һәм әле лә был шөғөлөн яратып, дәртләнеп башҡара. Һүҙ — республика йәмәғәтселегенә киң билдәле шәхес Абрар Бәҙретдин улы Ярлыҡапов тураһында.

Мәскәүҙә йәшәүсе арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың тормош юлының башы һуғыш йылдары балаларының күбеһенекенә хас: аслы-туҡлы йәшәү, бәләкәйҙән өй араһында, колхоз туғайҙарында, ҡырҙарында хеҙмәттә сынығыу. Етем үҫкән малай (атаһы һуғыштан ҡайтмай) бар хәленсә колхозда эшләүсе әсәһенә ышаныслы терәк-таяныс булырға тырыша, башҡаларҙан кәм-хур күренмәҫ өсөн сәмләнеп уҡый, гелән алдынғылар рәтендә килә. Йылайыр районының Матрай ауылы — уның тыуған төйәге. Бындағы ете йыллыҡ мәктәптә уҡығанда йыл һайын маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була. Юлдыбай урта мәктәбен дә бик яҡшы тамамлай.
— Мәктәп йылдарының яҡты иҫтәлектәре — пионерҙарҙың республика слетында ҡатнашыу, Йылайыр районының комсомол конференцияһына делегат булып барыу, яратҡан уҡытыусылар менән аралашыу, — тип хәтерләй Абрар Бәҙретдин улы.
Беҙ — ауылдаштар, улай ғына ла түгел, класташтар, институтташтар. Шуға күрә икебеҙгә лә ҡағылған иҫтәлекле хәлдәрҙе лә телгә алмаҡсымын. Юлдыбай урта мәктәбенең беҙ уҡыған X “В” класынан бер юлы өс “хәбәрсе” булды: Абрар, мин һәм Әхнәф Дилмөхәмәтов (заманында КПСС-тың Өлкә Комитеты секретары, йәмәғәт эшмәкәре булды, әле, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм). Әхнәфтең тәжрибәһе күберәк ине, сөнки ул республика кимәленә лә сыҡҡайны. Абрар менән мин дә унан ҡалышмаҫҡа тырыштыҡ — ижади ярыш сәме менән яндыҡ. Уҡыусыларҙың ҡайҙалыр баҫылған хәбәре мотлаҡ мәктәп коридорындағы таҡтаға элеп ҡуйыла торғайны. Был хәл ныҡ дәртләндерҙе һәм беҙ ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә инек.
Хәҙер урта мәктәпте тамамлағандарҙың яртыһы, хатта унан күберәге юғары уҡыу йортона инә. Элек иһә туранан-тура институтҡа юлланыусылар бик аҙ булды: ғәҙәттә, бер кластан ике-өс кеше. Һуңынан тағы бер нисәүһе өҫтәлә. 1959 йылда беҙҙең һабаҡташтарҙан мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған Ә. Дилмөхәмәтов Башҡорт дәүләт университетына барҙы, артабан уға М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетына йүнәлтмә бирелде. Абрар менән мин ул заманда бик абруйлы һаналған агроном һөнәренә уҡырға ҡарар иттек һәм Башҡортостандың ауыл хужалығы институтына юлландыҡ.
Һынау тотҡандағы тулҡынландырғыс минуттарҙы иҫәпкә алмағанда, юғары уҡыу йортона инеү артыҡ ҡыйын булманы. Ул ваҡыттағы бер мәрәкә хәл иҫтә ҡалған. Башҡорт мәктәбен бөткәндәргә урыҫ теленән диктант яҙыу рөхсәт ителә ине. Беҙ ошо юлды һайланыҡ, һынау барышында бер-беребеҙҙең эшен тикшерергә һәм сағыштырырға ла форсат таптыҡ. Ә мәрәкәһе шунан ғибәрәт: хаталар бер үк булһа ла, Абрарға “өслө” ҡуйғандар, ә миңә — “дүртле”. Артабан иһә бөтәһе лә тейешенсә булды: класташым физиканан да, химиянан да “бишле” алды, ә мин дүртле”гә тапшырҙым. Шулай итеп, уның дөйөм балы — 13, ә минеке 12 булды. Институтҡа иһә 10–11 балл йыйғандарҙы ла алдылар.
Игенсе эшенә нығыраҡ өйрәнһендәр, типтер инде, студенттарҙы йәйге каникул ваҡытында колхоз-совхоздарға ярҙамға ебәрәләр ине. Бер йылы беҙ Абрар менән ураҡты Хәйбулла районының Ленин исемендәге колхозында комбайнсы ярҙамсыһы булып үткәрҙек. Тырышып эшләүҙең һөҙөмтәһе лә һәйбәт булды: икебеҙгә лә байтаҡ иген бирелде. Беҙ уны ат арбаһына тейәп Матрайға — өйҙәребеҙгә алып ҡайттыҡ. Шул саҡтағы ҡыуанысыбыҙҙың иге-сиге булманы.
1964 йылда институтты тамамлағас, эшкә тыуған төбәгебеҙгә юлландыҡ. Абрар хеҙмәт юлын “Башҡорт” совхозында (хужалыҡ үҙәге Матрай ул йылда Хәйбулла районына ҡарай ине) өлкән агроном булараҡ башлай. Әүҙем, уҡымышлы, күркәм төҫ-башы һәм ыҫпай кейенеп йөрөүе менән башҡаларҙан айырылып торған белгес тиҙ арала йәштәр араһында абруй ҡаҙана, район етәкселеге лә уға иғтибар итә һәм игенселек тармағын фәнни нигеҙҙә артабан үҫтереү ниәте менән янып эшләп йөрөүсе йәш агроном комсомолдың Хәйбулла район комитетының беренсе секретары итеп һайлана.
Райондың ауыл хужалығы идаралығы мине “Таналыҡ” совхозынан Абрарҙың урынына күсерҙе. Шулай итеп, беҙҙең икебеҙгә лә совхоздың баш агрономы, данлыҡлы игенсе, йәш сағында уҡ Баймаҡ районында Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған Ғиниәт Ғәлиәкбәр улы Насиров менән бергә эшләргә, уның бай эш һәм тормош тәжрибәһенән фәһем алырға, изге кешелек сифаттарын үҙләштерергә насип булды.
Ошо ваҡыттан хеҙмәт юлдарыбыҙ айырылды — тормошобоҙҙо яҙмыш ҡушыуы буйынса дауам иттек (мин һуңынан журналистика өлкәһендә эшләнем). Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бәйләнешебеҙ өҙөлмәне. Һирәкләп булһа ла күрешеп торабыҙ, телефон аша хәбәрләшәбеҙ. Яңыраҡ шылтыратҡанында бына ниндәй үтенес белдерҙе:
— Урыҫ телендә сыҡҡан энциклопедияла һинең турала уҡыным, ә бына мине нисек яҙғандарын белмәйем, сөнки “я” хәрефе ингән томды һаман күрмәнем. Баҫылғанмы, юҡмы — белешеп хәбәр ит әле!
Хәйбуллала башланған комсомол эше Абрар Ярлыҡаповты республика, хатта ил күләмендәге оло тормош юлына алып сыҡты. Ул артабан Мәскәүгә Үҙәк комсомол мәктәбенә уҡырға ебәрелә. Унан ҡайтҡас, Башҡортостан ВЛКСМ өлкә комитетының икенсе секретары, ә ике йылдан һуң беренсе секретары итеп һайлана.
— Был юғары вазифаны башҡарған йылдарҙа (1968–1972) мин партияның Өлкә Комитеты бюроһы составында эшләнем, ә уны оло шәхес Зыя Нурый улы Нуриев етәкләй ине, ике саҡырылышта Башҡорт АССР-ының Юғары Советы депутаты булдым, — тип хәтерләй юбиляр. — Шәхес булараҡ үҫеүем, дәүләт эшмәкәре кимәленә етеүем тап үҙебеҙҙең республика менән бәйле, шуға күрә лә Башҡортостан — тыуған төйәгем генә түгел, ул минең тормош мәктәбем, яҙмышым һәм өмөтөм. Һәр ваҡыт уны рәхмәт тойғоһо менән иҫкә алам, дуҫ-иштәремде, бергә эшләгән иптәштәремде онотмайым, бәйләнештә булырға тырышам.
Башҡортостан комсомолын уңышлы етәкләгән, үҙен оҫта ойоштороусы, һәр йәһәттән дә үҫешкән, әүҙем итеп күрһәткән хеҙмәткәрҙе КПСС Үҙәк Комитеты янындағы Юғары партия мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. Ләкин һуңынан уны туған республикаһына ҡайтармайҙар, ә ВЛКСМ үҙәк комитетының ауыл йәштәре бүлеге мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Дүрт йылдан һуң КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһының аспирантураһында уҡып, фән кандидаты ғилми дәрәжәһен ала. Шунан һуң ун йыл самаһы КПСС Үҙәк Комитетының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте бүлегендә эшләй. Өс йыл самаһы (1985–1987) Афғанстанда мөһим бурыстар атҡара — милләт-ара татыулыҡҡа өлгәшеү йәһәтенән ил етәкселеге менән даими осрашыуҙар үткәрә.
Үҙәк власть органдарында оҙаҡ йылдар эшләп, ҙур тәжрибә туплаған һәләтле етәксе 1990 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллеген ойоштороуға күп көс һала. Биш йыл буйы, Тулы хоҡуҡлы вәкил булараҡ, Абрар Бәҙретдин улы федераль органдарҙа республика мәнфәғәтен уңышлы яҡлай, уның үҫешенә йүнәлтелгән мөһим ҡарарҙар ҡабул ителеүенә өлгәшә. Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһы араһында Федератив килешеү төҙөүҙә ҡатнаша (1994), Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы проектын әҙерләүгә лә йәлеп ителә (1993). Тулы хоҡуҡлы вәкиллектән эштән киткәс тә республика етәкселеге менән бәйләнеште өҙмәй, тыуған төбәгенә мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыша.
Быйыл яҙ Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташтар — күренекле етәкселәр, ғалимдар — менән осрашты. Республиканың артабанғы үҫеше тураһындағы етди һөйләшеүҙә Абрар Ярлыҡапов та ҡатнашты.
Абрар Бәҙретдин улы тыуған районы, ауылы, Юлдыбай мәктәбе менән дә даими бәйләнештә. Бер-ике тапҡыр класташтар осрашыуына килде. Ул мәктәпкә һуңғы ғилми хеҙмәттәрен дә бүләк иткәйне.
Хаҡлы ялға тиклемге йылдарҙа юбиляр банк системаһында эшләй, Мәскәү ҡалаһы Хөкүмәтендә яуаплы вазифа башҡара, иҡтисад фәндәре докторлығына диссертация яҡлай. Ә хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң тулыһынса ғилми-педагогик эшкә бирелә. Дөйөмләштереп әйткәндә, ул аграр иҡтисад өлкәһендә билдәле ғалим булып танылған, 40-тан ашыу ғилми эшен баҫтырған. Ғилми эштәренең төп йүнәлештәре — агросәнәғәт комплексының пропорциялары, уның хужалыҡ итеүҙең баҙар системаһына күсеү шарттарында инновациялы үҫеше.
Әлеге көндә Абрар Ярлыҡапов — Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы профессоры. Лекциялар уҡый, аспиранттарҙың, докторанттарҙың тикшеренеү эштәренә етәкселек итә. Академияның докторлыҡ диссертацияһы советы рәйесе урынбаҫары. Бер үк ваҡытта быйыл сығарыла башлаған “Экономика и управление: проблемы, решения” ғилми-ғәмәли журналының баш мөхәррире вазифаһын да башҡара.
Абрар Ярлыҡаповтың республика, ил алдындағы фиҙаҡәр хеҙмәте юғары баһаланған. Ваҡытында ул КПСС-тың ХХIV съезы делегаты булды, ВЛКСМ-дың өс съезында Үҙәк комитет ағзаһы итеп һайланды. “Почет Билдәһе”, Халыҡтар дуҫлығы ордендары, 13 миҙал (дүртеһе — сит илдеке) менән наградланған. ВЛКСМ үҙәк комитетының, Рәсәй Дәүләт Думаһының, Мәскәү Хөкүмәтенең, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының, үҙе эшләгән академияның, башҡа юғары органдарҙың Почет грамоталарына, дипломдарына лайыҡ булған.
Совет дәүерендә юғары кешелек ҡиммәттәрендә тәрбиәләнгән оло шәхес хәҙерге ҡатмарлы заманда ла юғалып ҡалманы, туған халҡына тоғро, намыҫлы, ихлас хеҙмәт итә. Уның төрлө хәл-ваҡиғаларға бай, данлыҡлы тормошо хәҙерге йәштәргә матур өлгө, фәһем булып тора. Бына шуға күрә лә мин ауылдашыма: “Афарин, Матрайҙың данлы улы!” — тип әйтәм.
Рәшит ҮТӘЕВ,
С. Мифтахов һәм Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 097

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 451

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 987

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 895

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 651

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 242

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 462

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 964

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523