Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына

Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының быйылғы тәүге сәфәрҙәренең береһе тап Ырымбурҙан башланып китеүе һис ғәжәп түгел. Тап ошо ҡалала тәүге башҡорт ҡоролтайҙары үткән, Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалынған. Сара ла, беренсенән, Рәсәй Федерацияһының тәүге автономиялы республикаһы – Башҡорт АССР-ының 100 йыллығына арналһа, икенсенән, быйыл йәй 28-29 июндә үтәсәк Бөтә донъя башҡорттарының V ҡоролтайына делегаттар һайлау эшенә бағышланды.

Ырымбур – ул аҫаба башҡорттар ере. Был төбәктән сыҡҡан шәхестәрҙең исемлеге генә лә халҡыбыҙ өсөн ошо төйәктең ни тиклем ырыҫлы булыуы хаҡында һөйләй. Башҡорт әҙәбиәтенә биргән яҙыусыларҙың исемлеге генә лә егерменән ашып китә. Мәшһүр сәсән, халыҡ ижадын йыйған Мөхәмәтша Буранғоловтың “Урал батыр” эпосын яҙып алып, милләтебеҙгә боронғолоҡ паспортын тапшырып китеүе генә лә ни тора. Ә инде Башҡортостан автономияһына бәйле ваҡиғаларҙың тап ошо ҡалала барыуын иҫәпкә алһаҡ, Ырымбурҙың ҡото, лайыҡлы рәүештә халҡыбыҙ тарихында тәрән эҙ ҡалдырыуы, бөгөн дә милләттәштәребеҙ һыйыныр усаҡ булып ҡалыуы тураһында һөйләй. Юҡҡа ғына шағирә Нәфисә Смаҡова: “Башҡа ҡалалар һис кәрәкмәй, Ырымбурым, ерҙә һин булһаң!” – тип яҙмай бит!

Гөрләп торҙо ул көн театр

Бөтә сәйәси ваҡиғалар уҙған быуат башында ошо ҡалала барған. Бына, йөҙ йылдан ашыу ваҡыт үтеү менән, яңынан Ырымбур башҡорттарҙы бер ҡорға йыйҙы. Зәки Вәлиди, Илдархан Мутин, Аллабирҙе Йәғәфәров, Шәйехзада Бабич, Сәғит Мерәҫов... Хәйер, был исемлекте тағы әллә күпме яҙырға була, сөнки тап ошо ҡалала йыйылған бит милләттәштәребеҙ ҡоролтайҙарға. М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрында халыҡ иләү кеүек ҡайнап торҙо. Башта уларҙың иғтибарына Б. Йосоповтың “Бабич” фильмы тәҡдим ителде. Күҙҙәренә йәш алып ҡаранылар уны. Күпме ҡараһам да, йөрәктәребеҙгә исемдәре ҡан менән яҙылған шәхестәрҙең сәнғәти образын күреп, йәнә бер тетрәнәһең, тап Ырымбурҙа барған ваҡиғаларҙы тасуирилай бит фильм.

Ә фойела ҡул эштәре күргәҙмәләре гөрләне. Сәрүәр апай Аслаеваның янынан кеше өҙөлмәне. Кемдер һатып ала, икенселәр түшелдерек эшләү серҙәренә төшөнөргә теләй.

Һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлаған Фазулла Фәйзулла улы Сәйетов тураһында ишеткәнем бар ине. Мине уның үҙ өйөндә музей булдырыуы менән бергә (Ырымбур өлкәһенең Новосергиевка ауылы) “Туҡсоран һылыуы” тигән портреты ғәжәп итте. Үҙенең замандашын портретын ҙурайтып эшләткән ул. “Дева Мария, тиҙәр ҙә хайран ҡалалар. Ә ниңә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары һоҡланмаҫлыҡмы ни? Бына ҡара әле, ҡыҙым, ниндәй гүзәл ҡыҙ!” – тигәс, уның ҡараштары менән портретҡа бағам. Ысынлап та, беҙгә үҙебеҙҙең матурлыҡты ғына түгел, тиңдәр араһында тиңлегебеҙҙе күптән танырға кәрәк!

Бындай аҫыл фекерҙәрҙең халыҡ араһынан сығыуы ҡыуаныслы. Ғүмер буйы водитель булып эшләгән кешенең музей булдырыуы, бөгөнгө Ҡоролтайға шунан экспонаттар тейәп килеүе – үҙе бер фиҙа­кәрлек. Бында нимәләр генә юҡ! Башҡорт халҡының хужалыҡ әйберҙәре, көнкүреш йыһаздары, хан заманындағы аҡсалар, уҙған быуаттарҙағы һүрәттәр, фотолар.

— Ҡайҙан ғына йыйылманы инде был әйберҙәр. Музейҙарҙан һораусылар ҙа бар, элек улар эшемде әллә ни һанға ла һуҡмайҙар ине, хәҙер, киреһенсә, миндә бай ҡомартҡылар барлығын таныйҙар. Былар бит халыҡтан йыйылған, һис көтөлмәгәндә табып алынған нәмәләр, – ти Фазулла Фәйзулла улы.

Тамырҙары менән тәрән ҡыҙыҡһынған олатай шәжәрәһен дә өйрәнә, уҙған быуат урталарында картанан юҡҡа сыҡҡан ауылы – Бәләкәй Иҫәнғол нигеҙендә таш та ҡуйған. Бына бит, эшләйем, халҡыма хеҙмәт итәйем тигән кешегә ғәмәле лә, көсө лә табыла!
Фойела шулай уҡ З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, Ҡурай күргәҙмәләре эшләне.

“Ҡоролтайҙар эшләргә тейеш!”

Ҡурай моңо оҙатыуында тантаналы сара башланып китте. Тәүге һүҙҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин алды һәм, телмәрен урыҫ телендә әҙерләүенә ҡарамаҫтан, уҡып та тормайынса, барыбыҙға ла билдәле тарихи ваҡиғалар, килеп тыуған көнүҙәк проблемалар хаҡында башҡортса һөйләшеүҙе хуп күрҙе.

Билдәле булыуынса, Ырымбур өлкәһендә бөгөн 46 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Улар күберәге ҡаланың үҙендә, Орск, Медногорск, Ҡыуандыҡ, Новотроицк, Гай ҡалаларында, Красногвардейск, Новосергиевка, Төйләгән, Александровка, Һарыҡташ, Переволоцк, Алексей, Октябрь райондарында төйәкләнгән. Халыҡ элек-электән белемгә ынтылып, Каруанһарайҙа ғилем эстәп, башҡа милләттәр менән тығыҙ бәйләнештә йәшәгән. Данир Әхмәҙи улы тарихы шәп булған төбәк башҡорт­тарының бөгөнгө хәле нисек һуң тигән һорау ҡуйҙы һәм урындағы ҡоролтайҙың эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт түгеллеген дә еткерҙе.

— Һеҙгә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтан сәләм алып килдем! Бөгөн беҙ бик күп идеялар, яңы һулыш менән янабыҙ. Беҙгә бергә, бер төптән булып эштәрҙе атҡарырға кәрәк. Бында һүҙ V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тураһында ла бара, Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусыларының тәүге съезын да күҙ уңында тотабыҙ. Унан тыш, башҡорт халҡының көндәлек тормошо, ниндәй эш менән шөғөлләнеүе лә беҙҙең өсөн бик мөһим! — тине ул.

Сарала Ырымбур Хөкүмәте эске сәйәсәт идаралығы начальнигы Баҙарғәле Ермәков ҡатнашты. Ул сараға йыйылған халыҡҡа ҡайнар сәләмдәрен еткерҙе, төбәктең төп халҡы булған башҡорттарҙың эшмәкәрлегендә уңыштар теләйем, тине. Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев Ырымбур халҡын, шулай уҡ эшлекле һөйләшеүгә саҡырып, Башҡортостан автономияһының 100 йыллығы менән тәбрикләне. Инде Баҙарғәле Ҡәмәр улына ҡурайҙы тапшырыр алдынан һыҙҙырып уйнап та ебәреүе залға байрам кәйефен генә түгел, рухи ҡеүәт өҫтәне. Бына ҡайһы төбәктең мәҙәниәт министры урынбаҫары ҡурайҙа уйнап, бүләгенә йән өрөп тапшыра әле! Афарин, Ранис Рәйес улы, тине залда ултырған ырымбурҙар.

Ошонда уҡ әүҙем йәмәғәтселәргә Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы­ның Маҡтау грамоталары һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының наградалары тапшырылды.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина төбәк ҡатын-ҡыҙҙарына һоҡланыуын белдерҙе һәм тап ошо ҡалала иң ҡыйыу гүзәлдәрҙең телмәрҙәре яңғы­рауын билдәләне. Рабиға Ҡушаева исе­мен­дәге миҙалға Гөлимә Йәнғәбилова менән Миңзәлә Аҡҡошова лайыҡ булды. Гөлимә апайҙың Каруанһарай мәсете өсөн көрәшен Башҡортостан халҡы яҡшы белә. Республикабыҙҙан ситтә лә мил­ләтебеҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып, ҡаршы­лыҡтарға бирешмәйенсә Каруанһарайҙың мәсетен башҡорт халҡы ҡулына ҡайта­рыуға өлгә­шеүе өсөн уға ла, хәләленә лә ҙур рәхмәт!

Мәғариф министрлығының бүлек начальнигы Розалия Сафиуллина үҙ сығышында былай тине:
— Киләсәктә ике яҡ бергәләп баш­ҡараһы эш байтаҡ. Иң мөһиме – мил­ләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү өсөн шарттар булдырыу, мөмкинлектәрҙе киңәйтеү. Ырымбур өлкәһе Мәғариф министрлығы белгестәре менән осрашыуҙа ошо хаҡта һүҙ барҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, аппараттың баш белгесе Рәйсә Күзбәкова менән беҙ Ырымбур өлкәһенең Төбәк мәғарифты үҫтереү үҙәге директоры Татьяна Валерьевна Федорова менән осраштыҡ. Унда, 2014 йылда ҡул ҡуйылған ике төбәк араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ярашлы, күрше өлкәлә башҡорт телен уҡытыу мөмкин­лектәре тураһында һөйләштек, шуға күрә киләсәктә беҙҙең эшмәкәрлек һеҙҙең менән берлектә барырға тейеш, хөрмәтле милләттәштәр! – тине һәм алдынғы уҡытыусыларға Мәғариф министрлығының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.

“Ырымбур — Башҡортостан автономияһының бишеге”

Тантаналы ултырышта Башҡорт Автономиялы Республикаһының үҫеш тарихы, Башҡорт Хөкүмәтенең Ырымбурҙағы эшмәкәрлеге һәм Ырымбур ерендә тыуып үҫкәндәрҙең башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыуы хаҡында телмәрҙәр күп булды. Ырымбур дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы Фәрит Нәҙершин, Башҡорт дәүләт университеты доценты Нурислам Ҡалмантаев, Башҡортостан Милли архи­вы­ның бүлек етәксеһе Азат Ярмуллин, һәр айырым датаға туҡталып, шәхестәрҙең исемдәрен барлап, сараға ғилми-ғәмәли төҫ бирҙе.

Тарихсы, Башҡортостан Милли архи­вының бүлек етәксеһе Азат Ярмуллин уҙған быуатҡа әйләнеп ҡайтып:
— 1917 йылдың 15 ноябрендә (яңыса 28 ноябрь) Ырымбурҙа урынлашҡан Башҡорт үҙәк шураһы Ырымбур, Өфө, Пермь, Һамар губерналарының башҡорт ерҙәрен Рәсәй республикаһының автономиялы өлөшө, йәғни Башҡортостан автономияһы тип иғлан итеү тураһында ҡарар сығара. Ә иртәгеһенә, йәғни 16 ноябрҙә (яңыса — 29 ноябрь), Үҙәк шура үҙенең 2-се һанлы фарманы менән Башҡортостан автономияһын иғлан итә. Ошо уҡ көндә Башҡорт үҙәк шураһы Ырымбурҙағы башҡорт халыҡ йорто булған Каруанһарай бинаһын үҙ ҡарамағына алыуға өлгәшә. Автономия иғлан ителеү һәм Каруанһарай бинаһы ҡайтарылыу башҡорт халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә, тарихи ваҡиғаға, оло бәхет көнөнә әүерелә, киләсәккә яҡты өмөттәр уята. Үҙәк шурала сәркәтип булып эшләгән бөйөк башҡорт шағиры, азатлыҡ йырсыһы Шәйехзада Бабич ошо ваҡиға айҡанлы үҙенең “Олуғ шатлыҡ” исемле шиғырын яҙа, – тине.

Ул шулай уҡ Ырымбурҙы Башҡортостан автономияһы бишеге тип атаны. Мөхә­мәтхан Ҡулаев, Әхмәҙулла Бейешев, Кәрим Иҙелғужин, Аллабирҙе Йәғәфәров, Сәғит Мерәҫов, Яхъя Сәлихов һәм башҡаларҙың исемдәрен мәңгеләштереү эшен әүҙемләштерергә тәҡдим итте. Тап шуның өсөн дә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Башҡортостан Республи­каһының тыуыуы. 100 шәхес” проектын булдырҙы. Ошо уңайҙан төбәктә эштәр атҡарыла килә ул, әммә бының менән генә сикләнергә ярамай. Былтыр Сәғит Мерәҫов, Кәрим Иҙелғужин, Мөхәмәтша Буранғоловтарҙың исемдәрен мәңгеләш­тереү йәһәтенән иҫтәлекле таҡтаташтар, стела асылды. Башҡаларҙың да исеме тап быйыл, Башҡортостан автономияһына 100 йыл тулған йылда, билдәләнергә тейеш. Был эш иң тәү сиратта Ырымбур ҡоролтайы иңенә ята.

“Каруанһарай” Ырымбур өлкәһе ҡорол­тайы башҡарма комитеты рәйесе Йәғәфәр Яманһарин сығышында былай тине:
— Граждандар һуғышы ваҡытында фа­жиғәле ваҡиғалар аша үтеп, баш­ҡорттар 1919 йылдың мартында, Рәсәйҙең үҙәк хөкүмәте менән яңы килешеү төҙөп, Баш­ҡортостан автономияһын киренән тергеҙә­ләр. 100 йыл эсендә илебеҙ тарихында булып үткән бөтә ваҡиғалар ҙа Башҡортос­тан Республикаһы, башҡорттар аша үтте.

Рәсәйҙә планлаштырылған Баш­ҡорт­остан автономияһының 100 йыллығына арналған тантаналы сараларҙың тәү башлап Ырымбур еренән башланыуы – беҙҙең өсөн шатлыҡ та, ғорурлыҡ та. Беҙгә, урындағы башҡорттарға, ниндәйҙер айырым яуаплылыҡ та өҫтәй. Утыҙ йыл эсендә башҡорт әүҙемселәре үҙҙәренең ныҡыш­малылығы арҡаһында ҙур ғына ҡаҙаныштарға өлгәшкәйне.

1989 йылдың 10 июнендә “Кар­уанһа­рай” башҡорт өлкә йәмғиәте ойошторолдо (бөгөн өлкә ҡоролтайы исеме менән йө­рөй). Ырымбурҙың 3-сө педагогия колледжында, педагогия институтында баш­ҡорт төркөмдәре асылды, 1993 йылдан “Каруанһарай” гәзите сыға башланы, радио, телевидениела башҡортса тапшы­рыуҙар әҙерләнде. Бөтә донъя башҡорт­тары, Башҡортостан Хөкүмәте менән берлектә, беҙҙең балаларға Башҡортостан вуздары, ссуздары, гимназия-лицей­ҙарында урындар бүленде. Бөгөн был ҡаҙаныштар бөтәһе лә юҡҡа сыҡты.

Ул шулай уҡ сығышында өлкә Хөкүмәте тарафынан дотацияның туҡтатылыуы сәбәпле, ике йыл элек аҙна һайын сығып килгән “Каруанһарай” гәзитенең дә нәшер ителмәүе, Совет власы дәүеренән мәк­тәп­тәрҙә өйрәнелә килгән башҡорт те­ле һәм әҙәбиәте уҡытылмауы тураһында әйтте.
Баҡтиһәң, бынан ун йыл элек өлкәнең 44 мәктәбендә башҡорт теле теге йә был формала уҡытылһа, бөгөн ул мәктәптәр һаны 10-ға ғына ҡалған (уларында ла предмет статусында түгел, ә электив материал формаһында ғына ҡаралған). Башҡорт ауылдарында бер-бер артлы мәктәптәр ябыла башлаған (араларында урта мәктәптәр ҙә бар – Ҡотлөмбәт, Ялнаир, Иҫәнгилде, туғыҙ йыллыҡтар – Үрге Ильяс һ.б.). Йыл һайын өлкәлә йәшәгән башҡорттар һаны берәр меңгә кәмей бара икән.

“Бөгөн үҙ яҙмышыбыҙ, киләсәгебеҙ хаҡында төплө уйларға кәрәк. Ҡайҙа барабыҙ? Кем артынан эйәрәбеҙ? Милләт булып һаҡланып ҡалырбыҙмы? Бала­ларыбыҙҙы, йәш быуындарыбыҙҙы ниндәй сифатта тәрбиәләйәсәкбеҙ? Рухи бай­лығыбыҙ – милләт мәҙәниәтен киләсәк быуындарға мираҫ итеп ҡалдыра аласаҡ­быҙмы, әллә балаларыбыҙ көфөрлөккә, вәхшилеккә, аҙғынлыҡҡа, эскелеккә, наркоманияға сумырмы? Әсә теле, милли әҙәплек һаҡланырмы? Ҡоролтай алдында бына ошо мәсьәләләр иң тәүҙә торорға тейеш!” – тине Ырымбур ҡоролтайы етәксеһе. Аҡыллы фекерҙәр, әммә тоторға ла эште атҡарырға кәрәк. Бөгөн беҙгә берәү ҙә ситтән килеп бер ни ҙә эшләмәйәсәк, йәмәғәт ойошмаһы булған башҡорт ҡоролтайҙарының бурысы менән бергә мөмкинлектәре лә байтаҡ.

“Каруанһарай” башҡорт гәзите мөхәр­рире Салауат Аҡдәүләтов Ырымбурҙа туған телде һаҡлауҙа башҡорт баҫ­маһының роле тураһында һөйләне. Баҫманың нәшерселәре бөгөн Мәләүез ҡалаһында йәшәй, шуға ҡарамаҫтан, Данир Ғәйнуллин, уны нәшер итеүҙе туҡтатырға ярамай һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы финанслау мәсьәләһен хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә ала, тине. Фәймә һәм Салауат Аҡдәүләтовтар, баҫманы яңынан тергеҙеп, Ырымбур халҡы тормошон яҡтыртып барырға әҙер булыуҙары тураһында әйтте.

Киңәйтелгән ултырышта V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланды. Съезда Ырымбур башҡорт­тарынан 16 кеше ҡатнашасаҡ, уларҙың 40 проценты – йәштәр, Аллаға шөкөр! Һайлау ваҡытында, әлбиттә, ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә булды, әммә “йәштәргә ышаныс белдерергә кәрәк”! Данир Ғәй­нуллиндың был фекерен халыҡ хуп­ланы.

Сараның аҙағында сәхнәгә Сибай концерт-театр берләшмәһе артистары күтәрелеүе булды, сәхнә ҡабат тоҡандымы ни! Халыҡ йырҙары, бөркөт осошло бейеүҙәр, ялҡынлы шиғырҙар Ырымбур халҡының күңеленә хуш килде: социаль селтәрҙәрҙә, телефондан шылтыратып, Башҡортостанына рәхмәтен белдерҙе халыҡ! Байрам рухы таралыуы бик шәп, шул уҡ ваҡытта милләттәштәр алдында, бигерәк тә Ырымбур ҡоролтайы алдында ҙур бурыс тора: Башҡортостан авто­но­мияһының 100 йыллығы билдәләнгән йылда төбәк шәхестәренең исемдәрен хөрмәт­ләп саралар уҙғарыу, мәңге­ләштереү, башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһен хәстәрләү маҡсатынан Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусылары съезына әҙерләнеү, нигеҙле тәҡдимдәр еткереү.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 250

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 089

Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 470

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 541

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 378

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 405

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 119

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 102

“Беҙ булмаһаҡ, кем?”

“Беҙ булмаһаҡ, кем?” 22.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Силәбе башҡорттарының эшмәкәрлегенә һоҡланып бөтөрлөк түгел....

Тотош уҡырға 11 624