Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...

Мәсьәлә зирәк аҡыл талап итә.

Күптән түгел Көйөргәҙе районының Баязит Бикбай исемендәге Мораптал урта мәктәбе республикабыҙҙың көньяҡ райондарының, шулай уҡ Күмертау, Мәләүез ҡалаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын, район хакимиәттәренең мәғариф идаралыҡтары методистарын үҙенә йыйҙы. Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән, Октябрьский райондары педагогтарының ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен тағы ла күтәреп ебәрҙе. “Туған телдәрҙе өйрәтеүҙә федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарын тормошҡа ашырыуҙың заманса алымдары” төбәк-ара семинары Башҡортостандың Мәғариф министрлығы һәм Мәғарифты үҫтереү институты тарафынан хуплау тапты, улар сараны ойоштороуға методик ярҙам күрһәтте.

Көйөргәҙелә эштәр көйлө

Район етәкселеге лә саранан сит­тә ҡалманы. Көйөргәҙе районы ха­кимиәте башлығы Әхәт Ҡотләх­мә­тов, мәғариф идаралығы етәк­се­һе Ирина Ибраһимова, ауыл би­ләмәһе башлығы Асҡар Кинйәлиев­тәрҙең ихлас сәләмләүе барыһының да күңеленә хуш килде. Әхәт Йәүҙәт улы райондың тарихы, иҡтисады, халыҡтың көнкүреше менән таныштырып үтте. Ҡунаҡтар мәктәп музейы, 2007 йылда сафҡа ингән белем усағы менән танышты. Мәктәп үҙенең таҙалығы, йылылығы, һәр нәмәлә тәртип булыуы менән һоҡ­ландырҙы. Ауыл балалары ҡаланан һис кәм булмаған шарттарҙа белем алһын әле! Әйткәндәй, оло сара уңайынан Ә.Й. Ҡотләхмәтов интер­актив таҡта бүләк итте.

Морапталда урта мәктәп 1938 йылда асыла. Ул 1988 йылдан яҡташтары Баязит Бикбай исемен йөрөтә. Бөгөн 28 педагог ике йөҙҙән ашыу уҡыусыға белем һәм тәрбиә бирә. Ике уҡытыусы “Башҡорт­остандың мәғариф алдынғыһы” исеменә лайыҡ булған.

Мәктәптең уҡыусылары ла һы­натмай. Һуңғы ике йыл эсендә Илүзә Ғәлиева, Илназ Ниғмәтуллин, Ал­һыу Нафиҡова, Ләйсән Сәйфул­лина, Айһылыу Байгилдина, Әл­фи­рә Мөғинова, Айлина Ҡотло­баева, Ангелина Таңатарова, Арина Хоҙай­бир­ҙина һәм Азамат Сарлыбаев рес­публика олимпиадаларында, ғилми-тикшеренеү эштәре буйынса ярыш­тарҙа призлы урындар яула­ған. Балалар айырыуса тыуған яҡты өйрәнеү буйынса проекттарҙы ихлас башҡара, “Юшатыр” исемле мәктәп гәзитен сығара. Х класс уҡыусыһы Ләйсән Сәйфуллина – журналистика, IX “б” класынан Әлфизә Ғәлимова, шул уҡ кластан Дания Хәсәнова проза һәм шиғриәт менән әүҙем шөғөлләнә.

Көйөргәҙе районындағы сәфәрҙә ҡыуанып йөрөнөм, сөнки район етәкселеге, мәғариф идаралығы, белем биреү ойошмалары бөгөнгө шарттарҙа баҙап ҡалмай, милли мәғарифыбыҙҙы һаҡлап, уны артабан үҫтереү буйынса ышаныслы эшләй. Рәсәй Федерацияһының “Мәғариф тураһындағы” яңы законының 14-се статьяһына ярашлы, район һәм ҡала округтарында уҡытыу һәм тәрбиә эшен ойоштороу тулыһынса улар ҡарамағында. Тимәк, милли мәғариф проблемаларын хәл итеү ҙә улар иңендә ята. Көйөргәҙеләр быны яҡшы аңлай, шуға күрә башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыуға етди иғтибар бирә.

Дөрөҫөн әйткәндә, районда һуңғы тиҫтә йылдарҙа был һорау бер ваҡытта ла торманы. Башҡа милләт уҡытыусылары мәсьәләнең айышын яҡшы аңлай. Мәҫәлән, 1989 – 1991 йылдарҙа мин Ермолаевка ярҙамсы (коррекцион) мәктәп-интернатында эшләнем. Хеҙмәттәшем Валерий Кирюшин минән башҡорт теленә өйрәтеүемде үтенде, ә бер аҙҙан ярайһы уҡ һупалай башланы. Ҡаса­ба советы рәйесе, район башлығы урынбаҫары булып эшләгәнендә башҡорт телен белеүе файҙаға ғына булды, сөнки етәксенең өлгөһө башҡаларға нығыраҡ тәьҫир итә. Ғаилә традицияһын, туған телдәрҙе уҡытыуға ынтылышты мәғариф идаралығы етәксеһе урынбаҫары Елена Кирюшина дауам итә.

Көйөргәҙе районында башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙе өйрәнеү, уҡыусыларҙы милли рухта тәрбиә­ләү яҡшы ҡуйылған. Республика олимпиадаларында, төрлө конкурс­тарҙа яуланған еңеүҙәр, Таймаҫ урта мәктәбендә йыл да уҙғарылып килгән республика кимәлендәге “Солтангәрәев уҡыуҙары” эштең һөҙөмтәлелеге хаҡында һөйләй.

Райондың 17 урта, 12 башланғыс мәктәбендә 2322 уҡыусы белем ала. Уларҙың 819-ы башҡорт, 1016-һы урыҫ, 309-ы татар, 144-е сыуаш милләтенән. 1503 бала башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә, 757 уҡыусы туған тел итеп уҡый. Яңы уҡыу йылы алдынан Ермо­лаевкалағы балалар баҡса­һында ике башҡорт төркөмө асылды, унда 43 бала туған телендә тәрбиәләнә. Байтаҡтан бирле “Батыр”, “Бәпембә”, “Теремок” баҡса­ла­рында ошондай төркөмдәр эшләп килә.

– Беҙ Әхәт Йәүҙәт улының даими ярҙамын тойоп эшләйбеҙ. Ата-әсә­ләр менән дә уртаҡ тел табабыҙ, шуға ла туған телдәрҙе ата-әсә ризалығы менән уҡытыуға күсеү бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ тыуҙыр­маны, – ти Көйөргәҙе районының мәғариф идаралығы етәксеһе Ирина Ибраһимова.

Тәтешлеләр – Ғәли Соҡорой вариҫтары

Туған телдәргә ҡарата матур һәм аңлы мөнәсәбәтте республика­быҙҙың Тәтешле районында ла күреп һоҡланырға насип булды. Тәтешлеләр үҙҙәренең арҙаҡлы рухи остаз, Урман ырыуы башҡорто Ғәли Соҡорой вариҫтары икәнен яҡшы аңлай. Бында туған телгә һөйөү шанлы тарих биттәрен һәм данлы шәхестәр эшмәкәрлеген өйрәнеү менән бергә алып барыла. Йәнә килеп, райондың 25 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы менән ике көн буйы аралашҡанда коллегаларым: “Һеҙ беҙгә фонетика, морфология буйынса лекциялар уҡымағыҙ, беҙгә халҡыбыҙҙың тарихы, милли йолалары, донъяны әсир иткән ҡурайы хаҡында күберәк һөйләгеҙ!” – тип үтенде. Шуға күрә осрашыуҙарыбыҙ шиғырҙар уҡыу, халҡыбыҙҙың боронғо йырҙарын башҡарыу, милли ғорурлығыбыҙ ҡурай моңдарын тыңлау менән үрелеп барҙы. Шуныһы ҡыуаныслы: туған тел уҡытыусылары, дәртләнеп китеп, үҙҙәре ижад иткән шиғыр­ҙарын уҡыны, ырыу тарихынан ҡы­ҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе. Шәхсән үҙемдең күңелемә боронғо ырыуҙаш­тарымдың – табындарҙың ерле һөйләше май кеүек яғылды.

– Беҙҙең районда башҡорт телен уҡытыу буйынса ауырлыҡ булманы, киләсәктә лә булмаҫ. Район халҡы­ның 60,1 процентын – башҡорттар, 14,9-ын – татарҙар, 21,5 процентын удмурттар тәшкил итә. Үҙем өс телдә һөйләшәм. Удмурт телен белеүем арҡаһында ошо милләттән булған ата-әсәләр, айырыуса уҡыусылар яныма тартылып тора. Туған телдәрҙе ата-әсә, уҡыусы теләге менән өйрәнеү ҙә артыҡ проблема тыуҙырманы. Беҙ район етәкселеге менән бер төптән эш иттек, һөҙөмтәлә сәғәттәр, уҡытыусылар һанын ҡыҫҡартыуға юл ҡуйманыҡ, – тине Тәтешле районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе, урындағы башҡорт ҡоролтайы рәйесе Әҙеһәм Фәрүәзетдинов.

Ана бит, өлгө алырҙай ниндәй етәкселәребеҙ, төбәктәребеҙ бар. Улар булғанда, туған телдәребеҙгә лә хәүеф янамаҫ.

Заман башҡа – заң башҡа, тимәйек

Эйе, туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү донъяла иң мөһим проб­лемаларҙың береһенә әүерелде. Был мәсьәлә бер илдә лә еңел хәл ителмәй, шуға күрә ҡылдан нескә мәсьәләгә зирәк аҡыл һәм саф күңел менән ҡарарға кәрәк. Уны дөрөҫ баһалауҙа теге йәки был илдәге телгә бәйле хәл-торошто төплө өйрәнеү, дөрөҫ баһалау мө­һим. Мәҫәлән, Дағстан халҡы 32 телдә һөйләшә, мәктәптәрҙә уҡытыу 14 (беҙҙә – алты) телдә алып барыла. Ҡарасәй-Черкес республи­каһында абазин, ҡарасәй, нуғай, рус, черкес телдәре дәүләт теле тип иғлан ителгән. Рус телле мәк­тәптәрҙә лә туған телдәрҙе уҡытыу мотлаҡ. Коми Республикаһында (яңыраҡ булып ҡайттым) туған коми теле аҙнаһына – биш, ә дәүләт теле булараҡ ике сәғәт өйрәнелә.

Донъя кимәлендә лә туған телдәр һаҡсыл ҡараш талап итә. Мәҫәлән, АҠШ өсөн өр-яңы проблема – рус телен өйрәнеү, сөнки ошо телле граждандар һуңғы ваҡытта күпләп арта бара. Бөгөн унда рус телендә 20 журнал баҫыла, дүрт телеканал эшләй.
Швейцариялағы хәл-торош та фәһем алырлыҡ. Бында күп теллелек 1848 йылғы Конституция менән нығытылған. 4-се статья нигеҙендә немец (халыҡтың 65% аралаша), француз (23%), итальян (8,3%) һәм ретророман (0,6%) телдәре – рәсми телдәр. Был илдә диалект телдәрен һаҡлауға ла иғтибар ҙур.

Бөгөн донъяла алты мең тел аҡрынлап бөтә бара тип һанала. ЮНЕСКО эксперттары Рәсәйҙең дә күп халыҡтары телдәрен, шул иҫәптән башҡорт телен дә бөтөү ҡурҡынысы янаған телдәр иҫәбенә индергән. Ошо йәһәттән ойошманың XXX Генераль конференцияһының 21 февралде “Халыҡ-ара туған тел көнө” тип иғлан итеүе һөйөнөслө.

Беҙҙә йәнә 14 декабрь Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде, ул – Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө. Ошо айҡанлы йыл аҙағында уҙған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм республиканың Мәғариф министрлығы “Торатау” конгресс-холында ҙур байрам уҙғарҙы. Ул уҡыусылар күңелендә юйылмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Шулай ҙа башҡорт телен ғаилә­лә, балалар баҡсаһында һәм белем усаҡта­рында һаҡлап ҡалыу беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ булып ҡала. Мәсьәләнең көнүҙәклеге башҡорт мәктәптәренең кәмей барыуы, баш­ланғыс кластарҙан уҡ предметтарҙы рус телендә уҡытыу, дәреслек­тәр­ҙең тәржемә ителмәүе, федераль исемлеккә инмәүе һәм башҡа сә­бәптәр арҡаһында арта ғына бара.

Шул уҡ ваҡытта ыңғай яҡтарҙы ла күрә белергә кәрәк. Республикала дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлау, үҫтереү буйынса программа ҡабул ителде, махсус фонд булдырылды. Телде һаҡлау өлкәһендә Башҡортостан Башлығы грантына ла өмөт ҙур. Һуңғы арала ғына дәреслек авторҙары, билдәле ғалимдар М.Б. Юлмөхәмәтов, Ғ.С. Ҡунафин, М.Х. Иҙелбаев, В.И. Хажин, З.М. Ғәбитова, М.Ғ. Усманова, Ф.Ш. Сынбулатова, З.Ғ. Нафиҡо­ва­ларҙың төрлө йүнәлештәге баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслек­тәренең, Мәскәүҙә абруйлы экспертиза үтеп, федераль исемлеккә индерелеүе республикабыҙ өсөн оло ваҡиға булды.

Йәнә килеп, республика мәктәп­тәрендә аҙнаһына биш көнлөк уҡытыуға күсеү туған телдәрҙе һаҡлауға яңы ҡараш талап итәсәк. Уны ла республиканың мәғариф белгестәре төптән уйлап, кәрәкле һәм һәр яҡлап үлсәнгән фекерен әйтер, яңы уҡытыу тәртибенә юғал­тыуҙарһыҙ инер тигән ышаныс көслө.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 251

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 089

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 471

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 541

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 379

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 405

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 119

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 102

“Беҙ булмаһаҡ, кем?”

“Беҙ булмаһаҡ, кем?” 22.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Силәбе башҡорттарының эшмәкәрлегенә һоҡланып бөтөрлөк түгел....

Тотош уҡырға 11 624