Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сиҙәмселәр ҡасабаһында
Сиҙәмселәр ҡасабаһындаЫрғыҙ — Һамар өлкәһендә иң яңы, шул уҡ ваҡытта иң ҙур, төҙөк башҡорт ауылы. Яңы, сөнки илдә колхоз-совхоздар ойошторола башланғас ҡына нигеҙ һалынған уға. Колхоздар башлыса ауылдарҙа төҙөлһә, совхоздар, дәүләт предприятиелары булараҡ, ҡола яландарҙа тиерлек ҡалҡа. Һуңынан ғына, көс туплағас, уларға ауылдарҙы ҡуша башлайҙар. Һәр хәлдә, Ырғыҙ менән дә шулай була.
— Тәүгеләрҙән булып килгән ҡаҙаҡ бабай былай тип һөйләй торғайны: “1932 йылда ҡаҙыҡ ҡаҡтыҡ та землянкалар ҡаҙҙыҡ. Һуңынан яйлап саман һуҡтыҡ...” — тип бәйән итә ауыл тарихын “Украинка” совхозында оҙаҡ йылдар идарасы булып эшләүсе Заһретдин Туғыҙбаев. — Ырғыҙ — өлкәлә тәүге сиҙәмселәр ауылы. Илленсе йылдарҙа төрлө тарафтан сиҙәм күтәрергә килделәр. Беҙ 1954 йылда төпләндек. Ул саҡта халыҡтың 40 проценты тирәһе башҡорт ине, ҡалғаны төрлө милләт вәкилдәре булды. Хәҙер иһә Ырғыҙ — саф башҡорт ауылы, сөнки башҡалар совхоз үҙәге Украинкаға, бүтән яҡтарға күсеп китте.
“Украинка” совхозы хужалыҡ булараҡ юҡҡа сыҡҡан. Заман еле ҡағылып, һәр ауыл үҙенсә йәшәп ята. Ырғыҙ ерҙәре тәүҙә өлкәлә ойошторолған МТС-ҡа индерелгән. Дөрөҫөн әйткәндә, ошо исем аҫтында килгән “инвесторҙар” кешенең пай ерҙәрен йыйып алған, тау-тау вәғәҙә биргән. Шулай итеп, 414 пайсы яңы төҙөлгән ойошма “хужалары”на ергә хоҡуғын раҫлаусы танытмаларын тотторған. Ауыл халҡы яҡшыға өмөт итеүсән бит. Бына инвестор килер ҙә, ерҙәрҙе эшкәртеп, пай өлөшөнә игенен, мал аҙығын бирер, тип уйлай. Ырғыҙ бүлексәһенә ҡарағандарҙың һәр береһенең 18-шәр гектар ере булһа, 14,4 гектары — һөрөнтө. Бөгөн иһә 414 пайсы... үҙ еренән ҡолаҡ ҡаҡҡан. Хәл былай булған: пайсылар “яңы хужалар ерҙе үҙ ихтыяры менән ҡулланырға хоҡуҡлы” тигән килешеүгә ҡул ҡуя. Был иһә инвесторҙарға банктан бик ҙур күләмдә кредит алырға мөмкинлек бирә. Тик эш бармай. Бурысҡа батып, банкротлыҡ иғлан ителә. Пайҙар “залог”ка тороп ҡала.
— Бөгөн пай ерҙәрен ҡайтарыу буйынса эш барғандай, — ти Заһретдин Миңлебай улы. — Шулай ҙа тормош дауам итә: сәсергә, урырға кәрәк. Пайҙарын бирмәгәндәрҙең, теркәтеп өлгөрмәгәндәрҙең биләмәләрен йыйнап, МТС-тың сәселмәгәндәрен дә ҡушып, “Био-Тон” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҡуртымға бирҙек. Әле 13 мең гектарҙа эшләйбеҙ.
Хужалыҡта барыһы 44 кеше даими эш менән тәьмин ителгән, ҡыҙыу миҙгелдә тағы өҫтәп саҡыралар. Беҙҙең яҡтарҙан айырмалы рәүештә, иген культураларынан тыш, бында көнбағыш, етен үҫтереүгә лә өҫтөнлөк бирелә. Етен 960 гектарҙа сәселгән.
Эшкәртеү өсөн техникаға килгәндә, өр-яңы сит ил тракторҙары, сәскестәр, комбайн ҡайтарылған. Пайсылар алдында “Био-Тон” әлегә бурыстарын үтәй: эш хаҡы бирергә тырыша, көҙҙән пай өлөшөнә игенен, фуражын, һаламын өләшкән, бесән таратҡан. Элекке совхоз, хәҙер инде яңы ойошма идарасыһы Заһретдин Туғыҙбаев әйтеүенсә, халыҡтың кәйефе күтәрелеп киткән. Ни тиһәң дә, эшһеҙлек ҡайҙа ла бәкәлгә һуға. Ырғыҙ, шул исемдәге хужалыҡҡа ҡараған Бөрйән, Диңгеҙбай ауылдары халҡына аҙмы-күпме эш булһа, аяҡҡа баҫып килгән фермерҙар, шәхси эшҡыуарҙар ҙа етәһе.
Ауылдарҙың киләсәге мәктәптәрҙә сағыла. Балалар тауышы ишетелмәһә, өмөт осҡондары ла яйлап һүрелеүсән. Был йәһәттән ырғыҙҙар бәхетле: дөйөм белем биреүсе мәктәптә бөгөн 52 бала белем алһа, 14-е беренсе класҡа килергә әҙерләнә.
— Беҙҙә бөтәһе 12 уҡытыусы эшләй. Коллектив татыу, берҙәм. Тәжрибә лә етерлек. Тик уҡытыусыларҙың бөтәһе лә тиерлек өлкәндәр, — тип һөйләй директор Рима Ғөбәйҙуллина. — Былай барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған. Кластар ҙур, яҡты, заманса йыһазландырылған. Әсбаптар етерлек...
Кәрәлек, Ырғыҙ буйы ауылдарынан айырмалы, бында ғына башҡорт теле туған тел булараҡ уҡытыла. Әлбиттә, бер-ике сәғәттә генә телдең барлыҡ нескәлектәрен балаларға өйрәтеп бөтөп булмай. Шулай ҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәфтуха Ибәтуллина белем биреүҙең үҙ ысулын тапҡан: урындағы фольклорҙы ҡуллана, ауыҙ-тел ижадына мөрәжәғәт итә, мәктәп музейында дәрестәр үткәрә. Әйткәндәй, музейға паспорт алғандар, өлкә кимәлендә үткән күргәҙмәләрҙә ҡатнашалар. Былтыр, мәҫәлән, ошондай сарала һигеҙ бала сығыш яһап, тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары араһында икенсе урынды алғандар.
Мәктәп спорт, балаларҙы сәләмәтләндереү йүнәлешендә эшләй. Ауылдың футбол командаһы районда беренселекте бирмәй. Таһир Ғөбәйҙуллин етәкләгән команда ике тиҫтә йыл инде төрлө ярыштарҙа ҡатнаша, биш тапҡыр чемпион булған. Иң мөһиме — өлкәндәр менән бергә балалар командаһы ла бар.
Мәктәптең тағы бер үҙенсәлеге — уҡыусылар ике тапҡыр йылы аш менән туҡлана. Иртән сәй, һут менән ҡалас, пирожки бирһәләр, ике сәғәттән һуң — төшкө аш. Икмәк ризыҡтарын урындағы шәхси эшҡыуар Риф Хажиевтың цехында бешерәләр. Һәр балаға өлкә бюджетынан 350 һум субсидия бүленһә, өҫтәмә аш өсөн ата-әсәләр айына ни бары 50 һум түләй. Ҡышын мәктәп бинаһы тәбиғи газ менән йылытыла.
— Бөтөн шарттар ҙа, мөмкинлектәр ҙә бар, — ти уҡытыусылар. — Тырышып эшлә генә. Бар теләгебеҙ — балалар артабан да үҙ ауылында, ата-әсәләре ҡырында белем алһа ине...
Изге теләктәргә ҡушылып, Ырғыҙҙың әлегәсә ҙур, матур ауыл булып, тамырын нығытырына ышанабыҙ.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ
Һамар өлкәһе,
Оло Чернигов районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 261

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 099

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 480

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 133

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118