Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорттар – тау эшенә нигеҙ һалыусылар

Свердловск өлкәһе башҡорттары аҫаба халыҡ булыуын иҫбатлап, төрлө саралар ойоштора.

Свердловск өлкәһе – боронғо башҡорт ерҙәре Екатеринбургка юлға сығыр алдынан уйламағанда Киҫәнбикә Байрасованың яҙмышы тураһындағы мәҡәләгә тап булдым. Әйтерһең дә, Хоҙай Тәғәлә үҙе юлланы... Ҡыйыу йөрәкле, булмышына тоғро башҡорт ҡатыны яҙмышында ата-бабаларыбыҙҙың үткәне сағылғандай тойолдо...


Йәш ғалимдарҙың сығышы ҡыҙыҡһыныу уятты

Сәйәхәтте ойошторған Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы Башҡарма комитеты республикала ғына түгел, ә башҡа төбәктәрҙә йәшәгән милләттәш­тәребеҙ тормошонан да ситтә ҡалмай, һәр бер сарала ҡатнашып, ҡан-ҡәр­ҙәштәребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙа. Ҡо­ролтай был йәһәттән ысынлап та күп эштәр башҡара, көн дә төрлө осрашыуҙар, конференциялар, форумдар, конкурстар һәм башҡа саралар үткәрә. Был юлы ла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Баш­ҡарма комитеты аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов етәкселегендәге делегация Екатеринбургка XVI төбәк башҡорт мәҙәниәте фестивалендә ҡатнашыу маҡсатында юлланды. Сара Баш­ҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Екатеринбургта Беренсе өлкә башҡорттары съезын үткәреүгә 20 йыл тулыуға һәм Свердловск өлкәһенең Красноуфимск ҡалаһында батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйылыуының 10 йыллығына арналды.

Фестивалде ойоштороуға “Свердловск өлкәһе Башҡорт үҙәге” һәм “Свердловск өлкәһе башҡорт йәштәре берлеге” төбәк йәмәғәт ойошмалары, Свердловск өлкәһе һәм Башҡортостан Респуб­ликаһы Мәҙәниәт министрлыҡ­тары, Башҡорт­остан Республикаһы Фәндәр академияһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҙур өлөш индерҙе.

Фестиваль сиктәрендә, ҡала мәҙәниәт йортоноң бәләкәй залында “Башҡорттар – Уралда тау эшенә нигеҙ һалыусылар“ темаһына IV Төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция ла ойошторолдо. Ҡорол­тай делегацияһы ағзалары – тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының сит ил тарихы ка­федраһы доценты Салауат Ҡолбах­тиндың элек-электән башҡорттарҙың мәғдән оҫталары булыуы хаҡында төплө һәм йөкмәткеле сығышы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

– Уралда металлургия XVII – XVIII быуаттар дәүерендә барлыҡҡа килә. Урал тау заводы сәнәғәтенә нигеҙ һалған В.Н. Татищев башҡорт аҫаба ерҙәренең бик күп булыуына хайран ҡалып яҙған. XVIII быуаттағы абруйлы һәм компетентлы авторҙарҙың яҙғандарынан сығып, башҡорттар биләгән ерҙәрҙең ни тиклем ҙур булыуын күҙ алдына баҫтырырға мөмкин. Төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының аҫаба ерҙәре тау заводтары өсөн үҙләштерелә баш­лаған тәүге объекттарға әйләнә. Был биләмә­ләрҙә тәүгеләрҙән булып 1682 йылда Долматов монастыры, тимер эшләү предприятиеһы барлыҡҡа килә. Монастырь һәм завод Ҡатай ырыуы башҡорттарынан тартып алынған ерҙәрҙә урынлашҡан. Завод оҙаҡ эшләмәй. 1701 йылда уның урынында казенный Каменский заводы төҙөлә. Ерҙәрҙе рөхсәтһеҙ алыуҙары сәбәпле, башҡорттар заводсыларға ҡаршы баш күтәрә башлай. Сенаттың 1737 йылдың 11 февра­лендәге указына ярашлы, башҡорттарға аҫаба ерҙәрен ҡуртымға биреү, һатыу рөхсәт ителгән.

XVIII быуатта Башҡортостандың тарихи ерҙәрендә 102 тау заводы төҙөлгән, шул иҫәптән 41 тимер эшләү, 48 баҡыр һәм 13 ҡатнаш. 1795 йылғы Генераль межалау материалдары буйынса 5 766 752 десәтинә майҙан бүленгән, был аҫаба ерҙәренең 16,5 процентын (алтынан бер өлөшөн) тәшкил иткән. Шулай итеп башҡорттар заводтарҙы ер, урман, тулы һыулы йылғалар менән тәьмин иткән. Улар руда эҙләү һәм сығарыу эшендә лә әүҙем ҡатнашҡан, сөнки тимерселек эшен һәм төрлө ҡаҙылма байлыҡтар ятҡылыҡтарының ҡайҙа урынлашҡа­нын яҡшы белгән.

Бер аҙҙан руда эҙләү һәм сығарыу эшенә Ғәйнә волосы башҡорттары күберәк йәлеп ителә. Тарихсы В.Я. Кривоногов иҫәбе буйынса 1735 йылда Пермь казенный заводтарын 45 мәғдән сәнәғәтсеһе хеҙмәтләндерһә, уларҙың дүртәүһе генә башҡорт-татарҙар булған. 1741 йылда 68 руда сығарыу­сының 33-ө (50 процент самаһы), 1773 йылда 373 руда сығарыусының 360-ы (96,5 процент) ғәйнә башҡорттарына тура килгән. Улар араһында иң уңышлылары Ҡуян ауылынан Тасим Маметов, уның улдары Исмәғил һәм Мөхәмәтрәхим, ейәндәре Исхаҡ Исмә­ғилев һәм Захар Мөхәмәтрәхимов. Юговский казенный заводтарын хеҙ­мәтләндергән 310 рудниктың 234-е Тасимовтарҙыҡы иҫәпләнгән. Исмәғил Тасимов Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Санкт-Петербургта Тау мәктәбен аса, һуңынан ул институт итеп үҙгәртелә, – тип тарихсы башҡорттарҙың мәғдән сығарыу эшендә тотҡан урыны хаҡында ентекләп һөйләне.

Башҡортостан Республикаһы Милли архивының бүлек начальнигы Азат Ярмуллин “1918 йылда Екатеринбург өсөн алыштарҙа башҡорт яугирҙәре“ темаһын яҡтыртты.

Екатеринбург ғалимдары ла был темаларға битараф түгел. Урал дәүләт тау университетынан профессор Константин Порожский, Свердловск өлкәһе крайҙы өйрәнеү музейының тарих бүлегенең баш ғилми хеҙмәткәре Елена Белякова һәм башҡа ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, музей хеҙмәт­кәрҙәре Уралда металлургия сәнәғә­тенең барлыҡҡа килеү тарихы һәм үҫеше, унда башҡорттарҙың тотҡан урыны хаҡында фекерҙәре, ғилми эҙләнеүҙәр һөҙөмтәләре менән уртаҡлашты.

Сараға бағышлап, мәҙәниәт һарайының мәрмәр залында тарихи-документаль күргәҙмә ойошторолдо. Унда Свердловск өлкәһе һәм Баш­ҡортостан Республикаһының дәүләт учреждениелары ҡатнашты. Свердловск өлкәһе милләт-ара китапханаһы, крайҙы өйрәнеү музейы, Урта Урал традицион халыҡ мәҙәниәте үҙәге, ике төбәктең дә дәүләт архивтары, Каменск-Уральск ҡалаһынан тыуған яҡты өйрәнеүсе тарихсы Мөжәүир Буран­баевтың архив материалдары буйынса документаль экспозициялар ҡуйылды.

– Бөгөнгө докладсыларҙы тыңлап, башҡорт­тарҙың тимер мәғдәнен сығарыуҙа төп урынды тотҡанын белдем, – тине Раушан Фазылов.
– Салауат Ҡолбахтиндың нигеҙле һәм объектив сығышы бик оҡшаны, – тип уның һүҙҙәрен хупланы Рәфҡәт Исмәғилев.


Йыр-моң, бейеү менән йәшәй башҡорт

Фестиваль мәҙәни сараларға ла бай булды. Был өлкәлә йәшәгән милләттәштәребеҙ Екатеринбург, Первоуральск, Арамильский ҡала округы, Каменск-Уральск, Свердловск, Төмәндән килгән башҡорт ижад төркөмдәренең сығышын ҡарап кинәнде. Башҡортос­тан иһә Сибай концерт-театр бер­ләшмәһе (директоры – Айбулат Ҡотошов) йөҙөндә бай йөкмәткеле концерт бүләк итте.

Сараны ойоштороусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Свердловск өлкәһенең Эске сәйәсәт департаменты начальнигы урынбаҫары Елена Губина тәбрикләне. Башҡортостан Респуб­ликаһы Мәҙәниәт министрлығы исе­менән Сибай концерт-театр бер­ләшмәһе директоры урынбаҫары Фәнил Әсәҙуллин, Фавия Сафиуллина сығыш яһаны.

Фестивалдә өлкәлә башҡорт мәҙә­ниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн “Йәдкәр” Башҡорт халыҡ театрына, Арамильский ҡала округы хакимиәтенә, “Свердловск өлкәһе башҡорт йәштәре берлеге” төбәк йәмәғәт ойошмаһына, Татарстан Республика­һының Свердловск ѳөлкәһендәге даими вәкиллегенә рәхмәт хаттары тапшырылды. “Свердловск өлкәһе Башҡорт үҙәге” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Фәһимә Фәхретдин ҡыҙы Йосопова оҙаҡ йылдар йәмәғәт ойошмаһында уңышлы эшләгәне һәм башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауға ҙур өлөш индер­гәне өсөн Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының иң ҙур наградаһы – “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән бүләкләнде.

Свердловск өлкәһе башҡорттары фестивалгә бик ентекле, оло яуаплылыҡ менән әҙерләнгән, шуға ла сара юғары кимәлдә үтте. Фестивалдә мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ менән яҡындан танышып, Свердловск ѳөлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙ үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә йәшәгән­дәренә тағы ла берҙе инанды.

Ғөмүмән, Свердловск башҡорттары үҙҙәренең аҫаба халыҡ булыуын иҫбатлап, төрлө саралар ойоштора, киләсәк быуын тамырҙарын онотмаһын өсөн ҙур эш алып бара.


Азат ЯРМУЛЛИН, Башҡортостан Республикаһы Милли архивының бүлек начальнигы:
– Мин “1918 йылда Екатеринбург өсөн алыштарҙа башҡорт яугирҙәре” темаһы менән сығыш яһаным. Был тема 2019 йылда Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға арналды. Баш­ҡортостандың дәүләт булып формалашыуы Рәсәйҙәге 1917 йылдағы ихтилалға бәйле. Демократик үҙгәрештәр тулҡынында 1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡорт үҙәк советы Башҡортостан автономияһын иғлан итә.

Ошо уҡ йылдың декабрендә 3-сө Башҡорт учре­дителдәр съезында автономия раҫлана, Баш­ҡортостандың тәүге парламенты һәм хөкүмәте һайлана. 1918 йылда Башҡорт Хөкүмәте Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә бәләкәй автономия төҙөүгә өлгәшә. Ошо ваҡытта Екатеринбург башҡорттары тарихи ваҡиғала әүҙем ҡатнаша.

Людмила СЫСКОВА, Свердловск өлкәһе­нең Крайҙы өйрәнеү музейы генераль директоры урынбаҫары:
– Конференция донъя берләшмәһенең үҙенсәлекле башҡорт этносын һаҡлау, Свердловск өлкәһендә башҡорт телен үҫтереү һәм ҡулланыу, фәнни педагогик, мәҙәни һәм социаль хеҙмәттәшлекте нығытыу, башҡорт­тарҙың милли үҙаңын күтәреү, туған телгә һаҡсыл мөнәсәбәт тыуҙырыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йәмәғәтселектең, дәүләт һәм муниципаль власть вәкилдәренең иғтибарын йүнәлтеү маҡсатында ойошторолдо.

Конференция һөҙөмтәһе буйынса резолюция ҡабул ителде. Сарала ҡатнашыусылар тәжрибә уртаҡлаштылар, башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен, йолаларын, үҙаңын һаҡлап ҡалыу йәһәтенән тәҡдимдәрен әйтте, Рәсәй Федерацияһының ерле халҡы – башҡортто киләсәктә үҫтереү юлдары ҡаралды.

Булат ҺИБӘТОВ, эшҡыуар:
– Сығышым менән Асҡын районынанмын. Әле Свердловск өлкәһендә йәшәйем. Төҙөлөш менән шөғөлләнәм. Башҡорт халҡы өсөн янып-көйөп йөрөгән кешемен. Башҡорт йыйындарынан күңел төшөп ҡайта, сөнки башҡарылған һәм тормошҡа ашырыу өсөн ҡуйған маҡсаттар бик ауырлыҡ менән бара. Бөгөн башҡорттоң хәл итәһе мәсьәләләре күп. Өлкәлә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең күбеһе үҙҙәренең башҡорт икәнен белмәй. Мин уларға: “Көҙгөгә ҡарағыҙ, ниндәй милләт вәкиле булыуығыҙ күренеп тора”, – тип әйтә киләм. Улар ата-бабаларынан ҡалған шәжәрәһен белергә, булмаһа – төҙөргә тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 489

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 507