Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ашҡынып барҙым Егән буйына – нәҫелдәрҙең рухи туйына
Ашҡынып барҙым Егән буйына – нәҫелдәрҙең рухи туйына...Кемдеңдер йөҙөн сырамытам һымаҡ та, тик та­ный алмайым. Туҡта-туҡта. Был бит бер нисә класҡа өл­кә­нерәк уҡыған Илдар! Эйе-эйе, нәҡ үҙе. Нәҫел дә шикелле әле... Ваҡыт аяуһыҙ, ҡасандыр бергә һабаҡ алған, уйнап үҫкән, сер тишкән, бәхәсләшкән-көрәшкән, хатта туған булған быуын­даш­тарыңды ғына түгел, көҙгөгә ҡарап үҙеңде лә танымаҫһың. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Шәжәрә байрамы” – исеме мө­һим түгел – әлдә ошондай осрашыуҙар бар әле, тим. Бала саҡ ду­ҫым менән ҡосаҡ­ла­шып күрештек, хәтирә­ләрҙә генә йәшәгән мәлдәргә ҡайтып әйләндек, нәҫел ептәрен барланыҡ.

Алдағы монологта Илдар урынында Ғаяз, Әмир, Мәҙинә, Гөлназ, тағы бихисап исем­дәрҙең булыуы ихтимал. Мәғә­нәһе генә бер – күптәр ошондай сараларҙа дуҫтарын, нәҫелдә­рен осрата, туғанлыҡ, ҡәрҙәш­лек ебе ҡайтанан бәйләнеп китә. Түбәнге һәм үрге әрметтәр йыйылған ауыл байрамында ла ошондай күренешкә тап булырға мөмкин ине. Кемдер утыҙ йылдан һуң күрешеп, ҡыуанысынан балҡый, кемдер иртән бергә көтөү оҙатҡан күршеһенә лә шат! Һуң ошо түгелме берҙәмлек, рух туйы?!.
Ауыл халҡының байрам кәйефен бүлешергә тип тирә-яҡтан, Ишембай ҡалаһынан, хатта Өфөнән дә ҡунаҡтар йыйылғайны. Район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм финанс мәсьәләләре буйынса беренсе урынбаҫары Мансур Ҡунаҡов менән район советы депутаты Николай Козырев, мәҫәлән, әрметтәргә ошондай дәррәү булғандарына ла, тырышып донъя көткәндәренә лә һоҡланыуын йәшермәне.
— Изге йолаға әүерелгән бөгөнгө байрам һымаҡ, тор­мо­шоғоҙ ҙа матур мәлдәрҙән тор­һон, — тип теләне улар.
Ҡунаҡтарға, кендек ҡаны тамған төйәктәренә ҡайтҡан­дар­ға урындағы йәшәйеш, ҡаҙа­ныштар хаҡында ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әнүр Шаһиев бәйән итеп, яҡташтарын киләсәктә лә әүҙем булырға саҡырҙы.
— Күп эштәрҙе атҡарырға нигеҙ булып торған “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында йәнә ҡатнашып, ауылыбыҙҙы тағы ла йәмлерәк итәйек, — тип мөрәжәғәт итте Әнүр Әҙһәм улы.
Бер ситтәрәк волейбол ҡыҙһа, икенсе оста дәртле егеттәр бер-береһен “аттан” тоҡ менән бәреп төшөрөргә тырышты. Башҡа спорт уйындары ла йәйел­дерелде, ә был ва­ҡытта майҙан уртаһындағы сәх­нәнән, әлбиттә, йыр-моң ағыл­ды, ауылдаштар дәртләнеп бейергә лә инәлтеп торманы. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: сит ерҙе төйәк итеп өлгөргән йәштәрҙең балалары ҡалала йәшәйем тип тормай, туған телдә матур итеп йырҙар башҡарҙы, рухлы итеп бейеп тә алды байрамда.
Был сараларҙың алдынан, һис шикһеҙ, нәҫелдәр барланды. Үрге Әрметтән Латиповтар үҙ тарихын һөйләне, түбәнге әрметтәрҙән Рәхимовтарҙың шәжәрәһен өйрәнергә лә насип булды. Сығыштарҙы ҡарап, ике нәҫелдең дә тарихы тәрән һәм мәғәнәле икәненә инанаһың, һәр быуыны, һәр вәкиле тыуған ере тип янған, ил ни күрһә, шуны кисергән. Шул уҡ ваҡытта урындағы йәшәйешкә әле лә йәм биреп донъя көткән ике ғаилә хаҡында айырым әйтке килә.
Риф Латипов, мәҫәлән, ғүмер буйы колхозда механизатор булып эшләп, хужалыҡтың үҫеше­нә тос өлөш индерҙе. Ҡатыны Флүзә ханым иһә үҙен йәш быуынға белем биреүгә арнаны. Ике баланы аяҡҡа баҫты­рып, йорт-ҡураларын әкиәттә­геләй матур итеп биҙәп, әле лә һоҡ­ландырып йәшәйҙәр. Ҡа­сандыр үҙе эшләгән хужалыҡ тарихта ғына ҡалһа ла, Риф ағай һаман да ауылдаштарына “тимер аты” менән ярҙам итеп тора.
Ошондай өлгөлө ғаилә Рә­химовтар шәжәрәһендә лә са­ғыла. Мәҫәлән, Ғәлим ағай ме­н­ән Рәмилә апай шулай уҡ үҙ ер­ҙә­ренә тоғро ҡалып, йәнтө­йә­генең биҙәге булып йәшәй. Дүрт балаға ғүмер биреп, олатай-өләсәй булып бөттөләр инде. Ғәлим ағай — шулай уҡ колхоз тип йәшәгән, уны үҫтергән кеше. Юҡ, хужалыҡ рәйесе лә, башҡа етәксе лә булманы. Токарһыҙ техника ремонтлап ҡара һин!
...Байрам кәртәләре аша атлап сығыу менән ауыл халҡын көндәлек эш баҫып алды, әммә тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәр генә туй кәйефен йыуа алмаҫ. Оҙаҡҡа етер әле, оҙаҡ йәшәтер әлеге рух туйы!

Ишембай районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510