Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ул Гәрәй башҡорттарынан була!
Ул Гәрәй башҡорттарынан була!Радик Бәхтиев... Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгенә милли асылын танытыуға бөтә ваҡытын, булмышын бағышлаған егет ул. Урындағы башланғыстарҙы хуп­лау программаһы менән дә шул уҡ төбәктә ҙур эштәр алып барған милләттәшебеҙҙә милләт ҡаны һәр эшендә, һәр һүҙендә, һәр ғәмәлендә сағылып торғанын күрәм. Быға башҡалар ҙа шаһит. Егет булһа — ут булһын, ут булмаһа — юҡ булһын, тигән әйтем бар бит әле. Тап Радик кеүек егеттәргә ҡарап әйтелгән төҫлө ул миңә, сөнки алдына берәй маҡсат алһа, үҙенең хаҡ икәнлеген яҡшы белһә, тарихи ысынбарлыҡ уның яғында икәнен башҡаларға ла танытыу һәләтенә эйә. Уның менән әңгәмәбеҙ зат-ырыу, йәшәйеш хаҡында булыр.

– Радик, һинең тарих менән ҡыҙыҡ­һыныуың ҡасан башланды? Ни сәбәп булды йыйынтыҡтар әҙерләшеүҙә ҡатнашыуға?
– Бының тарихы бик тәрәндә ята, тип әйтһәм дә була, сөнки ул ваҡыттарҙа бик бәләкәй инем әле, әммә өйҙә барған ваҡиғаларҙы, кешеләрҙең һөйләшкәнен яҡшы хәтерләйем. Минең әтием Рәлиф Рәхим улы үҙенең абыйҙары менән йыш бәхәскә керә торғайны. Абыйҙар — дәрәжәле кешеләр, береһе колхоз рәйесе булһа, икенсеһе журналист ине. СССР ваҡытында улар барыһы ла, әтиемдең ике туғандары ла үҙҙәрен һәр саҡ “беҙ — татар” тип йөрөнө. Әти һәр ваҡыт ҡаршы төштө: “Юҡ, сез бер нәрсә дә белмисез, без башҡортлар”, – тиер ине. Ошо бәхәстәр, һөйләшеүҙәр миндә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята торғайны. Тора-бара үҙем дә тамырҙарымды барлай башланым.
Беҙҙә шәжәрә лә бар ине. Әтиҙең әйтеүе бер булһа, бына ошо ете-туғыҙ быуынды сағылдырған ҡартәтиҙең шәжәрәһендә лә байтаҡ мәғлүмәт бар ине. Тағы ла әтиҙең шул һүҙе иҫтә ҡалған: “Без — особый башҡортлар!” Ошо һүҙ менән килешеп, ике туғандары ла башҡорт булыуҙарын таныны. Һәр кемдең башҡаларҙан айырылып торғоһо килгәндер инде.
Йылдар үтеү менән тарихи архивтар, нәҫел-ырыуыңды барлау өсөн мөмкинлектәр асылыу менән бөтә туғандар ҙа үҙҙәренең башҡорт икәнлеген белде. Хәҙер барыһы ла: “Беҙ — Гәрәй ырыуы башҡорттары!” – тип тора. Ә бит “особый башҡорт” тип тә әти дөрөҫ әйткән. Аҫаба башҡорт булған бит улар. Уларҙың борон-борондан килгән ошо ергә хужа булыуы тураһында грамотаһы ғына түгел, рухи хоҡуғы ла булған. Нисәмә быуын, нисәмә быуат ата-бабаларыбыҙ ошо ерҙе һаҡлаған, ошо ер өсөн ҡанын түккән, ошо ерҙә һөйәктәре ята! Былар бит ҡоро һүҙ генә түгел, ә хәҡиҡәт! Әти менән бәхәсләшкән абыйларының балалары хәҙер миңә килә, китаптар, булған мәғлүмәт менән үҙ-ара уртаҡлашабыҙ. Туғанлыҡ ептәрен барлайбыҙ.
Әнием дә тарих менән ҡыҙыҡһына. Ул үҙенең генә түгел, бар туғандарының, яҡындарының шәжәрәләрен төҙөштө, төҙөшә, электрон каталог формаһында туплап бара ул мәғлүмәттәрен.

– Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй­һегеҙме?
– Һүҙҙе шунан башларға кәрәк: әле минең әти иҫән саҡта беҙ үҙебеҙҙең телевидениенан Салауат Ишмөхәмәт улының тапшырыуҙарын ҡарай башла­ғайныҡ инде. Әти был программаларҙа үҙенең фекерҙәренә ҡеүәт тапты. Уның туғандары ла миңә әйтә, шылтырата: “Вәт, әйтә был егет! Дөрөҫөн генә һөйләй!” Әти минең вуз бөтөрмәһә лә, бик уҡымышлы булды, үҙ алдына күп уҡыны, ата-бабалары һөйләгәнде күп белде. Әле беҙҙең ырыуҙың күтәрелешен күрһә, бик ҡыуаныр ине. Моғайын, ожмахта тойоп яталыр, ул һәр ваҡыт үҙ халҡының улы булды, шуға Аллаһ Тәғәлә урынын йәннәттә иткәндер, тип өмөтләнәм...
Ошо хәлдәрҙән һуң күп тә тормай Салауат Ишмөхәмәт улы Аҡтанышбашҡа килеп төшмәһенме! Аптыра ла кит! Шәжәрәләрҙе күрһәттек, ырыуыбыҙ тураһында һөйләнек. Аҙаҡ янына барҙым: “Салауат ағай, бына мин шул-шул кеше булам, үҙебеҙҙең ырыу тураһында мәғлүмәт йыям, һеҙҙең менән тулыһынса килешәм, әгәр беҙҙән дә берәй ярҙам кәрәк булһа, мин һеҙҙең ҡарамаҡта!” – тинем. Бер нисә айҙан ул бәйләнешкә сыҡты. Үҙе тарихи архивтарҙан, риүәз әкиәттәренә нигеҙләнгән мәғлүмәттәрҙе күрһәтте. Былар инде беҙҙәге шәжәрә­ләргә, күңелдәге тойғоларға аныҡ документ ине!
Шулай итеп, 2011 йылда Гәрәй ырыуының беренсе съезын үткәрҙек. Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡарағалпаҡстан кеүек төбәктәрҙән вәкилдәр килде, ҙур йыйын булды ул. Был халыҡ-ара конференцияны, инфраструктура яғы аҡһау сәбәпле, район үҙәгендә үткәрергә уйланылар. Әммә уның тап Аҡтанышбашта уҙғарылыуы шарт ине, шуға һүҙҙе бирмәнек. Шулай итеп, рәсми асыу Ҡуянға күсерелһә, халыҡ-ара делегаттар ҡатнаш­лығындағы конференция Аҡтанышбашта үтте. Бөгөн Аҡтанышбаш ауылы Гәрәй ырыуын тергеҙеү үҙәгенә әйләнде, тиһәк тә була.
Шунан һуң беҙ ең һыҙғанып, бергә-бергә эшләй башланыҡ. Ауылдарҙан шәжәрәләрҙе йыйып, фотоларға төшөүҙе ойоштороп, китап сығарҙыҡ.

Ул Гәрәй башҡорттарынан була!– Һин бит әле Башҡорт автономи­яһының башында торған Илдархан Мутиндың туғаны ла. Ошо хаҡта ентекләберәк һөйләһәңсе?
– Әти йөрөй-йөрөй ҙә шаярта башлай ине: “Һин бит, әбей (ҡәйнәм), уҡытыу­сыһың, ни өсөн коммунист түгелһең ул, ә?” Дөриә нәнәй нимә тиһен инде, ул бит эсендә тәрән сер йөрөткән булған. Әммә ҡартайған бер көнөндә, әти тағы ла коммунист түгеллегенә төрттөрә башлағас, 94 йәшлек нәнәйем барыһын да һөйләне. Залда күмәкләп йыйылғайныҡ. Нәнәйем хатта Илдархандың фоторәсемен сығарып күрһәтте. Беҙ уны хәҙер эҙләйбеҙ, әммә таба алмайбыҙ. Уйлап ҡарағыҙ әле, ғүмер буйы йөрөткән, үҙендә һаҡлаған бит уны. Ә беҙҙең элегерәк күргән дә булмай торғайны.
Һәм нәнәй дауам итте: “Беҙ халыҡ дошманы нәҫеленән. Мине шуға коммунистар партияһына ла алманылар. Гел йәшеренеп йәшәнек. Ғариза яҙып ҡараған булды, әммә барыбер партияға алманылар. Бала саҡта Илдархан ауылға ҡайтып, Сәлихә менән икебеҙҙе Яңы Мыштым ауылынан Өфөгә алып китте, шулай уҡырға керҙек. Бында Илдархандың фатирында йәшәнек...”

– Тимәк, Өфөлә Башҡорт автоно­мияһы башында торған шәхестең йорто булған?
– Эйе, ул йортта хатта Илдархан Мутин йәшәүе тураһында мәғлүмәт тә торған. Ул бит финанстар, хәрби ғәскәр буйынса ла республикала етәксе булған кеше. Салауат Ишмөхәмәт улы әйтеүенсә, ул алтаҡта әлегә тиклем торған, бынан бер нисә йыл элек кенә юҡҡа сыҡҡан.
Нәнәй – Илдархан Мутиндың бер туғаны Гөлсәмиғаның ҡыҙы. Улар күмәк бала булған, 15 ҡыҙ ҙа бер малай шикелле. Төрлө яҙмаларҙа төрлөсә күрһәтелә. Сәлихә Мутиндар ғаиләһе ҡырылған ваҡытта һике аҫтында йәшенеп кенә иҫән тороп ҡала, бөтәһен дә үлтереп китәләр. Йылдар үткәс, мин Сәлихә әбейҙе барып таптым. Туғандар икәнен һиҙҙергәндәре булманы, әммә барыбер аралашып йәшәгән булғандар. Альбомдарында беҙҙең туғандарҙың, әти-әниҙәрҙең рәсемдәре килеп сыҡты.
Ике ҡыҙ Өфөлә матур ғына итеп уҡып киткән. Әммә 1933 йылда Илдархан ҡайта ла: “Ҡыҙҙар, мине Мәскәүгә саҡырҙылар, һеҙҙе ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсерҙем, йыйынып ауылығыҙға ҡайтығыҙ, әммә минең туған икәнлекте бер кемгә лә әйтмәгеҙ”, – ти һәм үҙе лә юлға сыға. Ләкин ҡыҙҙар ауылға ҡайтыуға, НКВД-ла эшләгән туғандары килеп, өйҙә булған бөтә документтарҙы, фотоларҙы йыйып, кеше-фәлән килеп тикшерә башлағансы тип, ҡара яулыҡҡа төрөп алып сығып киткән. Ҡариҙелдән беҙҙең туған тейешле кеше ул. Әле балалары менән дә аралашабыҙ. Документтары ла, ҡара яулығы ла, әлбиттә, юҡ. Улар, моғайын, туғандары файҙаһына юҡ ителгәндер.
Документтар юҡ булғас, барыһына ла яңыны тултыралар, ә унда барыһының да атаһы итеп төрлө-төрлө исемдәр яҙыла. Юл яҙлыҡтырыр өсөн эшләйҙәр быны. 94 йәшенә етеп, ошоно һөйләгән нәнәй оҙаҡ торманы, әммә ул беҙгә иң кәрәген әйтеп китте. Беҙ хатта аптырай торғайныҡ, ниңә Гөлсәмиға нәнәй яҡлап туғандары юҡ икән тип. Баҡтиһәң, ул үҙе лә ғүмере буйы туғандары барлығын белһә лә, йәшереп тотҡан. Заманаһы шулай булған бит!
Таҡталасыҡ ауылына (Татарстандың Аҡтаныш районы) Гөлсәмиға нәнәйем Люциә апа менән барғандар. Ундағы зыярат ҡаршыһында ҡарағайҙар үҫә. Мутиндар­ҙың өйҙәрен юҡ итәләр бит инде. Уны һүтеп, балалар йорто эшләйҙәр. Әммә шул нигеҙгә барып, шул ерҙәрҙе ҡарап йөрөгәйнек, тип хәтерләй әниҙең апаһы. Улар ҡарағайҙар менән генә һөйләшеп, туғандарына ла кермәй ҡайтып китәләр.

– Аҡтаныш районының Таҡталасыҡ ауылына барып, Мутиндарҙың ҡәбер таштарын ҡуйҙығыҙ бит әле?
– Дөрөҫөн әйткәндә, Илдархан Мутиндың кемлеген халыҡ тулыһынса аңлап та, баһалап та бөтмәй әле. Ул бит Башҡортостан автономияһы өсөн янып, ҙур хыялдар менән йәшәгән, оло эштәр башҡарған, аныҡ маҡсаттар менән атлаған кеше була. Финанс министрлығын етәкләй, хәрби эштәр министры ла була. Статистик мәғлүмәттәрҙе лә ул туплап, ошо эште ойошторған. Хәҙерге кеүек компьютерҙа башҡарылмаған бит эштәр, кеҫә телефондары ла булмаған. Ул халыҡты ойоштора, йәлеп итә белгән.
2016 йылда Аҡтанышта ҙур сара уҙғарҙыҡ. Мутиндарҙы таптыҡ, туғандарыбыҙ артты. Бер ауылдан ғына улар ғаиләһенән 27 кеше золом ҡорбаны булған. Былар — тарихи дәлил. Шул фамилия өсөн генә уларҙы эҙәрлекләгәндәр. Ҡайһы берәүҙәр, беҙ икенсе Мутиндар, тип ҡотолоп ҡалырға тырыша. Хатта милләтен үҙгәртеп, үҙҙәрен мари тип күрһәтеүселәр ҙә табыла. Шәжәрәләрен ҡарайһың, бөтәһе лә бер епкә барып тоташа. Кешеләрҙе ғәйепләп булмай, заман барыһын да көбәк аҫтында тота. Әле Таҡталасыҡтағы Дилария апай менән бәйләнеш тотабыҙ. Ул китапханала эшләй, күп уҡыған, күп белә. “Без — башҡортлар!”– тип тора. Ғамил Афзал менән Мөхтәр Мутинға хәтер ташы асҡанда, Илдархан менән Тимер Мутинға ла ҡуяйыҡ әле, тип был эшкә тотондоҡ. Әйткәндәй, Таҡталасыҡта Мөхтәр Мутин урамы ла бар.
Ҡәбер таштарын матур итеп эшләтеп, ауылға алып барҙыҡ. Оло-оло таштарҙы күтәрергә кәрәк бит инде, халыҡ йыйылып китте. Кешеләр һөйөндө, бабайҙарҙың күҙенә йәш эркелде: “Беҙҙең шәхестәребеҙҙе ҙурлап, ҡайҙан-ҡайҙа ҡәбер таштары килтереп ҡуйҙығыҙ, рәхмәт!” Илай-илай һалдылар таштарҙы. Халыҡ шул тиклем рухланып, көс алып ҡалды был саранан. Ҡәбер таштарына башҡортса яҙып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә сара уҙғарып, бөйөк шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереп ҡайттыҡ.

– Миңә лә ҡатнашырға насип булды ул сарала. Тарихсы егеттәрҙең һәр береһенең сығышын зал тын да алмай тыңланы бит!
– Халыҡ хәҙер тарихын яҡшы белә, үҙенең кем икәнлеген таный. Аҡтаныш районы кешеләре менән аралашып торабыҙ. Автономия ваҡытында был хәрәкәткә тәүгеләрҙән булып Ғариф Мутин ҡушыла. Уның исемен дә мәңгеләштерәһе бар әле.
Тарихсы Азат Ярмуллин әйтеүенсә, автономия тураһында документҡа ҡул ҡуйған көндә бөтә ҡораллы һаҡсыларға Ғүмәр Мутин етәкселек иткән. Бына бит улар ниндәй ҡеүәтле, көслө булған! Әйткәндәй, Зәки Вәлиди менән бергә Мөхтәр Мутин Ҡаруанһарайҙы һорап барған булған. Ул бөйөк актерҙы эттәр талап үлтерә, ҡулға алынған кешене юҡ итер өсөн, бәлки, сәйәси заказ да булғандыр инде.

– Гәрәй ырыуы китабын халыҡ нисек ҡабул итте?
– Халыҡ хәҙер мәғлүмәтте яҡшы ҡабул итә, сөнки китаптарҙа документтарға һылтанма бирелгән, архив материалдарына нигеҙләнгән. Халыҡ алдында намыҫы таҙа был йыйынтыҡ авторҙарының.
Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары менән осрашҡанда, ҡыҙыҡ хәл булды. Улар исемендә ҡырғыҙ һүҙе булғас, үҙҙәрендә лә бөгөнгө ҡырғыҙҙар менән уртаҡлыҡ эҙләй. Хәлдәр бит улай түгел, бары тик тарихи документтарға күҙ һалырға кәрәк.
Илеш районы башҡорттары бөгөн зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлө. Ә бына тарихи документтарҙа нимә яҙылған: “Беҙҙең эраға тиклем 4-се быуатта Ҡытай ҡәлғәләре янында көслө ғәскәр хасил булған. Улар зәңгәр күҙле, олпат кәүҙәле, һары сәсле, аҡ тәнле. Ирҙәренең – ҡулдарында, ҡатындарының елкәһендә тамғалар бар. Улар үҙҙәрен ҡырғыҙ тип атай”. Ошо хаҡта Илеш башҡорттары менән осрашҡанда әйткәйнем, халыҡ һүҙҙең үҙҙәре хаҡында барғанын аңлап ҡалды. Һәр кешегә аңлатырға, кемлеген төшөндөрөргә кәрәк бит.

– Һин төньяҡ-көнбайыш диалектын да яҡлап сыҡтың...
– Яҡлап сығыу түгел, тарихи ысынбарлыҡты танырға кәрәк. Баймаҡта ғына йәшәмәй инде башҡорттар. Ғөмүмән, ысын башҡорт тигән төшөнсәне телдән алып ташларға кәрәк. Уныһы ни тигән һүҙ ул? Беҙ ҙә һеҙҙең кеүек үк башҡорттар! Теләйһегеҙме-юҡмы, быны танырға тура киләсәк, сөнки бөтә тарихи документтар ошо хаҡта һөйләй. Ә инде төньяҡ-көнбайыш диалектында уҡытыуға килгәндә, быны мотлаҡ эшләргә кәрәк. Унан башҡорт әҙәби теленә бер ниндәй ҙә зыян килмәҫ. Вариатив төрҙә уҡытыласаҡ ул тел. Беҙҙең төбәктәр өсөн генә дәреслектәр ҙә төҙөп була бит. Әгәр халыҡ үҙенең һәр балаһын һаҡлап ҡалырға теләй икән, тимәк, уларҙың талаптарын да ишетергә тейеш. Зыялыларҙың да башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын хуплап сығыуын һорар инем.
“Мин ысын башҡорт” тигән кешеләр миңә уҙған быуаттың 30-сы йылдарындағы ысын арийҙарҙы эҙләгән затты иҫкә төшөрә. Бер кемдең дә хоҡуғы юҡ үҙен – ысын, башҡаны ысын түгел тип әйтергә. Улай тип үҙҙәрен өҫтөн ҡуйырға кем хоҡуҡ биргән?!. 45-тән ашыу ырыуы булған башҡорт халҡы берҙәмлектә, төрлөлөктә һәм тиң хоҡуҡлылыҡта көс икәнен аңларға тейеш! Беҙҙең берләшер мәлебеҙ етте!


АҠТАНЫШ

Радик Бәхтиевкә.

Серле әкиәттәй һинең яҙмыш,
Башҡорт ере, башҡорт төйәге.
Әле булһа әрнеп ята кеүек
Тупраҡ алған бабам һөйәге.

Әле булһа бында шәжәрәләр
Шыбырлаша төҫлө үҙ-ара.
Милләтемдең затлы вариҫтары
Башҡаларҙың ғәмен һуғара.

Етем бала кеүек ситтә ҡалғас,
Һағыналар микән баш йортон?
Күпме шулай Ерҙең күкрәгенә
Һибелергә була, башҡортом?!.

Һәр хәрефең йәнгә уйылған бит,
Һәр бер өнөң беҙгә бик таныш.
Беҙ бит һине бик яратып килдек,
Бик һағынып килдек, Аҡтаныш!

Мутин тоҡомдары был төбәктән –
Йәшәй микән халыҡ маҡтанып?
Ил улдарын бында таныйҙармы?
Беҙҙе таныйһыңмы, Аҡтаныш?

Беҙ йыр булып килдек мәркәздәрҙән,
Алып килдек милли фатиха.
Үҙ халҡына ҡабат ҡайтыуынан
Ниҙәр кисерәлер Илдархан?

Йөрәктәргә һеҙҙең һеңеп ҡалһын –
Рухи күперҙәргә юҡ кәртә!
Гәрәй тоҡомдары ҡырылды, тип
Золом зары беҙҙе иҫкәртә.

Серле әкиәттәй шартлы сиктең
Биктәре лә сығыр һис юҡҡа.
Шәхестәрең күпме ҡот ташыған
Милләт ғәме тигән усаҡҡа.

Эй, Аҡтаныш!
Яҡты һинең асман!
Ал ҡан менән тарих яҙылған.
Архивтарҙан күберәкте һөйләр
Ярҙарынан ташҡан был йылғаң.

Был урмандар күпте беләлер ул,
Иҫәнләште улар үҙ күреп.
Был убалар һис өндәшмәҫ ҡабат
Һыны ҡатҡас,
“Илдархан!” – тип илап түгелеп...

Нәҙер һүҙен был тәбиғәт һаҡлай,
Васыяттар ергә яҙылған.
Ҡәүем тарихына һыйынығыҙ,
Киҫкен елдәр иҫһә сағылдан.

Әләм күтәрерлек көндәр тыуа,
Тик нимәлер эстән һыҡтаны...
Был быуатта милләт тарихын да
Бергә яҙыш беҙгә, Аҡтаныш!
Беҙ бит һиңә бик яратып килдек,
Бик һағынып килдек, Аҡтаныш!

Нефтекама ҡалаһы.

Салауат ХӘМИҘУЛЛИН:
– Башҡорт ырыуҙары хәрәкәтен Радик Бәхтиев һәм уның әсәһе Людмила апай кеүек кешеләрҙән тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. 2009 йылда башҡорт шәжәрәләре тураһында тапшырыуҙар циклы әҙерләй башлаған сағымда Краснокама районына барҙым. Миңә ул кешеләр менән осрашыуҙы Аллаһ Тәғәлә үҙе ебәргәндер, күрәһең. Улар әллә нисә мең кеше ингән ҙур шәжәрә төҙөгәйне һәм үҙҙәренең этник тамырҙарын яҡшы белә ине. Ата-бабалары тарафынан бирелгән башҡорт рухын һаҡлағандар. Ә бит уны һаҡлап ҡалыу еңелдән булмаған. Радиктан һәм уның кеүек кешеләрҙән тыш төньяҡ-көнбайыш райондарҙағы ағартыу эштәре уңышҡа өлгәшә лә алмаҫ ине. Беҙ күмәкләшеп мөһим һәм бик кәрәкле эш башҡарабыҙ – кешеләргә уларҙың тарихын ҡайтарабыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 261

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 099

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 480

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 133

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118