Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Еңеү алып ҡайтҡан һалдат...
Беҙ ултырған машинаның тотҡалары еҙ генә,
Тыуған ерҙән бер айырылһаң, ҡайтып булмай тиҙ генә.

(Һалдат йырынан).

Еңеү алып ҡайтҡан һалдат...1945-тең май баштары... Ниһайәт, фашист өңө ҡамалған. Беҙҙекеләр бына-бына һуғышты тамамлап, Еңеү менән ҡайтырға тора. Тик ниңәлер йыл башынан бирле Илсебайҙың хәбәр-хәтере генә юҡсы: “Ниместең Кенигсберг тигән бик ҡаты нығытылған ҡалаһын штурмлайбыҙ. Баш ҡалҡытырға ирек бирмәһәләр ҙә, барыбер аласаҡбыҙ”, тип яҙғайны ул өсмөйөшлө хатында. Шунан бирле хәбәре юҡ, бер ауыҙ һүҙе лә ишетелмәй. Һылыубикә үҙе хәреф танымаһа ла, береһе ун йәшлек, икенсеһе һигеҙе менән барған ҡыҙҙары хат уҡырға һәләк шәп.

Силсәүиткә йомошо төшкән юлаусылар килтергән хат-хәбәрҙе көтөп, ҡарауыллап ҡына торалар... Атаһы киткәндә йәшен дә тултырмаған ыштанһыҙ малайы ла инде, бишен тултырып, ҡул араһына кереп бара. Әле лә:
— Әсәй, әсәй! — тип өй тултырып, яр һа­лып килеп керҙе. Аяҡтарын күрһәң уның?! Бармаҡ аралары ҡып-ҡыҙыл булып, сей яраға әйләнеп бөткән.
— Тимерҙең ағаһы Кәбир, аяғыңдың бармаҡтары көсөкләгән дәһә, хәҙер ҡалайтып имеҙәһең инде уларҙы? Бар, ҡайтып имеҙлек эҙләй тор, бәлки, туғандарыңдан ҡалғаны барҙыр, тип ҡайтарҙы. Әсәй, беҙҙең имеҙлек бармы ул? Анау, шешәгә кейҙереп быҙау имеҙә торған нәмәкәй ҡайҙа икән? Төнөн ул ас нәҡәттәр юрған аҫтына керә лә шым ғына аяҡ бармаҡтарын һура, имеш. Әсәй, улар ысынлап та шулайтамы ул?
— Бәс! Ысын булмайсы, кем ялан аяҡ боҙло һыу кисә? Һапырый булғасың һинекен дә имерҙәр инде, уларҙың да ашағыһы килә бит. Баҙҙа, нигеҙ буйында һинең йоҡоға киткәнеңде көтөп кенә ята улар. Аяғыңдың бармаҡтары етмәһә, һиҙҙер­мәй генә ҡулыңдыҡын да имәләр төнөн, мәлғүн­дәр. Һөтө булмағас, ҡанын һуралар. Шуның өсөн күп һыу кискән балаларҙың аяҡтары ҡатып бөтә. Мә, төнгөлөккә балауыҙлы май һөртөп ят бармаҡ араларына, һеңдергәнсе! Балауыҙ еҫен яратмай улар. Таң атҡансы аяҡтарың да йүнәлеп йомшар.
— Әсәй, Кәрим ағай, ишеү, һинең атайың ҡайтмай, уны Биләрәттә бер мәрйә бисураһы эйәләткән дә эргәһенән бер аҙым да ебәрмәй, ти. Кешегә бисура эйәләһә, насар була, ивет?
Ҡайҙан белә Кәбир ул турала? Хыялыйға әйләнмәһә бер-бер? Кисләтеп кенә ҡайтҡайны лаһа. Һуғышҡа алынырға барған.
— Әсәй, мин атайымды күргем килә. Ул миңә нимес бәкеһе алып ҡайта. Шулай бит?
— Һин уны бер тапҡыр ҙа күргәнең булманы, ниңә атай ҙа атай тип телеңдән төшөрмәй башланың әле?
— Ана, Вәхиттең күргәне булмаһа ла, ҡайтты бит. Күп итеп тәмлекәстәр, тәтәйҙәр килтергән. Хәҙер ул урам буйында күҙ ҡыҙҙырып ауыҙ гармуны һыҙғыртып йөрөй.
— Бар әле, улым, бар! Тиҙ генә Кәбир ағайыңды табып, әсәйем саҡырҙы, тип әйт! Кеше-ғара күреп ҡалмаһын! Мыҙылма, йәһәт йөрө!
— Хәҙер сыбыҡ атымды менеп алам да фюют!
Бала бала инде, ул сыбыҡ атын менеп сығып китеү менән Һылыубикәнең башын икенсе уйҙар биләне. Миллиондарса йәнде ҡыйған һуғышы ла оҙаҡҡа һуҙылды бит, ҡәһәрең, бик оҙаҡҡа һуҙылды... Шул ярмандар башлаған беренсе һуғыштан һуң, ата – улын, ул атаһын танымаған риүәлициә, үҙ-ара ыҙғышҡа әйләнеп, ете-һигеҙ йылға һуҙылһа ла, бала булғанғамы, әлегеләй ҙә оҙаҡ тойолмағайны уныһы Һылыубикәгә.
...41-ҙәге икенсе ярман һуғышының беренсе көнөнән үк уның Илсебайы менән бергә алынған Ғилман Асияһына яҙған һуңғы хатында: “Әлегә иҫән-һаумын, тик һуңғы бәрелештә генә, көслө миномет утына эләгеп, барыбыҙ ҙа көлгә әйләнеп харап була яҙҙыҡ. Шул ваҡытта Илсебай ағайҙы юғалтып, эҙенә төшә алмайым. Һыуға батҡандай юҡ булды ла ҡуйҙы... Хәбәрһеҙ юғалыусылар иҫәбендә лә, әсиргә эләгеүселәр араһында ла юҡ. Эргәлә мина шартлауҙан шаңҡып мин дә йығылғанмын. Ҡолаҡтарымдан ҡан китеүе туҡтап, санбатта иҫемә килгәс эҙләштерһәм, бер ҡайҙа ла булмай сыҡты, белгән-күргән кеше лә тойолмай. Хафаланмағыҙ, табам мин уны... Эт тә эҙһеҙ юғалмай. Ә ул беҙҙең командир. Отделение менән взводты тотош тиерлек ҡырып һалды ла ҡуйҙы шул дөмөккөр фашист. Прустарҙың бер кирбес ватығын да ҡанға мансымай биргеләре килмәй кафырың. Ике көн ялан госпиталендә ятып сыҡҡас, тағы һуғышып йөрөйөм. Иҫән ҡалһам, мотлаҡ ҡайтып етермен, көтөгөҙ, күп ҡалманы. Алла ҡушһа, Илсебай ағай менән бергәләшеп, еңеп ҡайтырбыҙ, шайтан ғына өмөтһөҙ... Командир булһын да ҡайтмаһын, имеш. Дүрт йылға яҡын окоп һыуыҡтарынан һаҡлар шинелдәребеҙ ҙә, һуңғы һыныҡ ҡатҡан икмәктәребеҙ ҙә уртаҡ булды беҙҙең. Әллә күпме разведкаларға йөрөп, бер-беребеҙҙән күҙ яҙлыҡтырғаныбыҙ ҙа булмағайны әлегәсә... Ым-ишара менән дә аңлаша торғайныҡ”, — тигән.
Ғилман, ысынлап та, полкауай разведка командиры Илсебайҙың уң ҡулы булды. Бер-береһен ташлап бер тапҡыр ҙа тыл аша йөрөмәне улар, сөнки разведкала үҙеңә ышанғандай ышаныслы, эттәй тоғро иптәшһеҙ булмағанын һәр һалдат белә. Ике ауылдаш үҫкән саҡта уҡ ике бер туған кеүек инеләр. Һуғышҡа ла бер көндә киттеләр. Икеһе лә Алкин тигән ерҙәге һалдат өйрәтеү мәктә­бенә эләкте. Былар барып етеүгә, күрше райондың Һарыташ ауылынан Хәйрулла таныштары һалдат уйнатып та йөрөй ине инде, былар­ҙың шатлығына... Ул Фин һуғышында уҡ дары еҫ­кәп, сержант погондары тағып ҡайтҡан. Тик шатлыҡҡа булманы уларҙың танышлығы. Аяманы ул бер кемде лә, Илсебайҙы ла бажам тип торманы. Хәйруллаға нимә, Алкинға яҡын райондыҡы булғас, йәйәүләп ике көндә килеп тә еткән. Илсебай менән Ғилман барып еткәнсе, отделение командиры булып та өлгөргәйне. Ауылдан яҙыу­ҙарынса, фашистарҙы ла аямаған икән. Һуғыштан да орден-миҙалдары түшенә һыймай ҡайтҡан, тиҙәр. Снаряд ярсығы һыңар ҡулын төбөнән үк өҙөп ырғытҡас, госпиталдән һуң бәләкәй самолет менән ауылына ук килтереп ҡуйғандар. Ә быларға теге ваҡыт, тар кәлейәле юлдан Биләрәткә — ике, Тирлән аша Запру­довкаға, һуңынан Әлкәгә тағы өс көн барырға тура килде.
...“Барҙың барлығы, юҡтың тарлығы тейә” тип дөп-дөрөҫ әйткәндәр икән. Ирһеҙ бисәнең утһыҙ төтөн генә икәнлеген ныҡ аңланы хәҙер Һылыубикә. Шулай булмай ни: бөгөн иртә менән йылаға барам тип, “теге донъяға” барып тигәндәй ҡайтты бит урмандан. Быйылғы ҡыш ҡыш булдымы һуң... Былтыр был ваҡытта мал ҡараға баҫып, ҡаулан булһа ла табып көйшәй ине әле. Быйыл һаман да алас-йолас. Оя башында һыйыр телен ҡыҫтырып яларлыҡ әүрәү ҙә ҡалмаған, шуға күрә таң менән ул оло ҡыҙына:
— Ҡыҙым, тора һал инде, туңҡаҡ саҡта йылаға бара һалып киләйек, — тип сығып киттеләр, бик өйрәтелеп тә бөтмәгән ҡонан айғырҙарын егеп.
— Әсәй, сәй эскем килә!..
— Ҡайтҡас! — булды әсәһенең яуабы. Бәләкәй булһа ла ҡыҙының түҙем икәнен яҡшы белә Һылыубикә. Урманда эштәре лә уң булды. Шаҡарғы тартып, ҡутара тейәне лә ҡуйҙылар йыланы. Кәм тигәндә өс-дүрт көнлөк. Эшенән ҡәнәғәт әсә, шатлығын йәшермәйенсә, көләс йөҙ менән ат егә башланы. Ас ҡарыны һурылһа ла, йыла ташып йөҙө алһыуланған ҡыҙы ла тиҙерәк ҡайтып сәй эсәбеҙ, тип тырышты. Шуға күрә йүгереп йөрөп йә дуғаһын күтәреп килтерҙе әсәһенә, йә сүс дилбегәһен килтерә һалып тотторҙо, атының ыңғырсағын нығытып, ашаһынан арҡалығын да ташланы балаҡай. Сәйҙән бигерәк ул да йылы өйгә, бәләкәс туғандары янына ашҡынды.
...Оло юлға атын етәкләп сығарырға ниәтләгән Һылыубикә тәртәнең ҡолаҡ бауына йүгәнен бәйләп: “Әйҙә, малҡай!” – тип кенә әйтеп өлгөрҙө. Артабан ни булғанын аңламай ҙа ҡалды... Ауыр йөк баҫыуҙан табандары һыулы ергә ҡуша туңып өлгөргән сананы аттың ҡапыл тартыуынан, ҡамыты ныҡ тартылһа ла, дөрөҫ бәйләнмәгән тамаҡ бауы тағатылып китте шул мәлдә. Ул ғына ла түгел, кейҙереп еткерелмәгән ҡолаҡ бауынан ысҡынып яҙылған дуға шаҡ итеп “ир-бисәнең” маңлайына тондорҙо. Нисек салҡан барып төшкәнен дә һиҙмәй ҡалды.
“Булыр бала биләүҙән”. Әлдә лә ҡыҙы ҡаушап ҡалмаған, йүгерә һалып ҡайтып.
— Әсәйемде дуға һуҡты, әллә үлде инде? — тип, ярты сәғәт тигәндә һуғышҡа ярамаған күр­шеләге Зариф бабаһынан ат ектереп кил­тер­ҙе. Улар килеп еткәндә, Һылыубикә тороп ултырып, таҙ булһа ла эргәңдә ирең булһын ине ул, тип үҙен ҡотҡарған шәлен ҡосаҡлап илап ултыра ине. Ел һуҡмаһын тип, шәлен өс-дүрткә бөкләп маңлайын ҡаплай торған ғәҙәте бар ине уның. Шул ҡотҡарған икән. Күк түгел, сыйылған урыны ла юҡ ине ярылырға тейеш маңлайында. Дуға уны иҫәңгерәтә һуҡҡан ғына булған.
Бабай йөктө йөрөп ҡарағас, иң башта:
— Э-эй, килен, килен! Был тиклем йыланы нисек итеп алып ҡайтырға булдың? Башың ҡайҙа? — тип һораны.
— Башыма ни бер ни ҙә булмаған. Ат һөйрәр ине ул, тамаҡ бауы ысҡынмаһа...
— Тайыңа биш-алты ағас йыла ла таман булыр ине лә бит, ни әйтәһең инде бисәләргә.
— Йылалыҡтың һәйбәт урынына юлыҡтым да, бер килгәндә күберәк тейәйем тигәйнем шул.
— Урмандағы бөтә йыланы ла бер юлы алып ҡайтып булмай уны, иҫәр, иртәгә килер инең.
— Көн һайын йөрөргә өйҙә балалар бар ҙаһа.
— Бала, бала, имеш! Шул тиклем йөктө ҡуҙғатам тип, мал булып бөткән тайыңдың үҙәге өҙөлһә? Уның йәне булһа ла, аҡылы кешенеке кеүек түгел бит. Ни бойорһаң, шуны үтәргә тырыша, көсөм етмәй тип ҡарышмай. Балаларың нимәгә ҡарап ҡалыр ине икән иртәгә? Ярай, шаҡарғыңды ысҡындыр ҙа, йөгөңдө бушатып, ике атҡа бүлеп тейәрбеҙ!
— Рәхмәт инде, ҡайнаға! Былай ҙа ике ҡайтып килергә, тип ултыра инем. Тик көн иретһә, атҡа ҡара ерҙән һөйрәүе ауыр булыр тип ҡурҡтым.
— Әтеү еңел эшләнең инде, һантый! Егәрле булам тигәс тә, аҡылдың алдынан түгел, артынан йөрөргә өйрән, килен!
— Ярай, ярай, ҡайнаға! Һабаҡ алдым инде, онотаһым юҡ. Рәхмәт!..
Бар бәләнең башы етешмәгән донъя. Ҡыш булһа әрҙәнә ҡырҡырға ҡушалар, йәй леспромхоз бесәненә ҡыуалар, үҙеңдеке төштән кире... Өйҙә өс балаң ашарға һорап ултырғаны бер кемгә лә хәжәт түгел. Тапҡан-таянғаныңды ҡуш йоҙроҡлап тотоп ҡарайһың да барыбер йоҡмай. Бармаҡ ара­һынан һығып ала ла бөтә Хөкүмәт. Усыңды асып ҡараһаң, төбөндә бер тамсыһы ла ҡалмаған була. Ашатты инде ташты был нимес, ҡәһәр һуҡ­ҡыры. Һандыҡ төбө тулы заем йыйылып китте. Бер көн үҙем эштә саҡта сыра һыҙыра алмаған ҡы­ҙым шуның менән ут тоҡандырған. Ни әйтәһең инде, бала бит. Туңып ултырғылары килмәгәндер...
Әле ҡапыл ғына, көтмәгәндә, Һылыу­бикәнең йөрәге сәнсеп-сәнсеп алды. Йыланан ҡайтҡас, малайы аша саҡыртҡан, военкоматта комиссия үтеп ҡайтҡан Кәбир әҙәм ышанмаҫлыҡ хәбәр килтерҙе. Имеш, Илсебай Биләрәт баҙарында хәйерселәп йөрөй.
— Булмаҫтайҙы! Илсебаймы һуң шулайтып йөрөр кеше. Ул һәр ваҡыт ғорур булды.
— Ысын, күреп ҡалып, ағый, әйҙә алып ҡайтам, тип ҡараным. Юҡ, ул мине танырға ла теләмәне булһа кәрәк. Ғәжәп итерлек! Аптыраным, урыҫса ла нимессә генә һалдырасы...
— Бер ниндәй Сатраны ла белмәйем, йәшәгән ерем анауҙа ғына, ҡустым. Сталин бабай менән Санияны ғына (Соня исемле һары мәрйәһен Сания тип йөрөтә икән) таныйым, — тип, мине бер магазин подвалына үҙе кеүектәр араһына алып китте.
Артынан эйәреп барып керһәм, подвал тулы сатан, сулаҡ һәм башҡа йыйын ғәрип-ғөрәбә. Иҫеректәр, етмәһә! “Был фашист көсөгөн ҡайҙан таптың?” — тип, береһе ағас аяғын сисеп елкә тамырына тамыҙырға яҫҡанғас, сығып ҡастым. Башҡаса ни эшләйем? Һуңынан:
— Минең фронттан ҡайтҡан ағай баҙарҙа хәйерселәп йөрөй, — тип военкоматҡа кире барҙым, аптырағас. Ләкин:
— Их по стране тысячами гуляют. Сейчас не до них, придет время, разберемся, определим кого куда. Раз он тебя не признал, значит, ты действительно ему не родня, — тине военком. — Тут, как раз о тебе разговор шел. Есть подозрение, что ты сознательно в свои глаза махорку насыпал... Дома отсидеться захотел? – Шунан миңә һүҙ әйтергә лә бирмәй, – марш, отсюда! Пока в тюрьму не посадил!, — тип аҡырып, ҡыуып сығарҙы. Ҡурҡышымдан тиҙерәк тайыу яғын ҡарауҙан башҡа сара ҡалманы. Ысынлап та ултыртып ҡуйырҙар тип, станцияға ла төшмәй, үҙем белгән юлдан йәйәүләп, Мәйәрҙәк аша тураға һыпырттым. Ас көйөнсә ике төн урманда йоҡлап ҡайтырға тура килде. Ҡыуып етеп, тотоп алыуҙарынан шөрләнем. Үҙемдең хәлдәр ҙә шулайыраҡ булып китте әле, еңгә. Әйт әле, ни эшләргә миңә хәҙер?
— Шулайтып күҙегеҙҙе бысҡылдатып йөрөгәнсе, әрмегә барып егетлек күрһәтеп ҡайтыу лутсыраҡ булмаҫ инеме икән? Яңыраҡ Иҡсан да “трахум” тип ҡайтты булһа кәрәк... Тома һуҡырға әйләнеп ҡуйһағыҙ, кемгә хәжәтегеҙ ҡалыр икән? Шуны уйлар инегеҙ, һис юғында.
— Ана-бына һуғыш бөтә тип торғанда үлге лә килмәй бит топ-тойоҡтан.
— Нисек топ-тойоҡтан? Тотош илебеҙ ярманды дөмөктөрөү өсөн йәнен йәлләмәгәндә, нисек шулай тип әйтергә телең бара? Оят табаһа! Илсебай ағайың белеп ҡалһа, ни тип әйтер ине икән? Үҙен ысынлап күрҙеңме, таныныңмы? Бәлки, башҡа берәйһе менән бутағанһыңдыр?
— Танымайсы, танымаған ҡайҙа. Әлеге һинең һымаҡ күҙмә-күҙ тороп һөйләштек. Йөҙөн һаҡал баҫып бөтһә лә, таныным. Башын яулыҡ менән бәйләп алған. Уң яҡлап, ҡолағынан өҫтәрәк яраһы ла бар шикелле. Яулығының тышына эрене һар­ҡып, ҡатып бөткән... Һөйләшеүенең дә рәт-сиратын тапманым бер ҙә. Әллә инде, үҙең беләһең...
Таң һарыһынан юлға сыҡты ул. Ни тиһәң дә, киске поезға тиклем ҡырҡ биш саҡрым тәпәйләп өлгөрөргә кәрәк. Ун саҡрымлап атлап та өлгөрмәне, Һарыташта бергә үҫкән, ашығыуҙан бышлығып бөткән бер ҡатын ҡыуып етте. “Урман ситләп артымдан ҡалмай кемдер килгән һымаҡ, әллә бүре инде. Бәлки, ҡасҡындыр ҙа. Эй ҡурҡтым, шуға йүгерҙем. Ул да ҡалмай. Ҡысҡырыр инем, ҡурҡыштан тауышым юғалды, ҡасҡындар ҙа күп бит урманда. Әлдә ҡыуып еттем әле һине, икебеҙгә тынысыраҡ булыр”.
Икәүләшеп алғас, ысынлап та, уларҙың күңеленә шом һалырлыҡ бер нәмә лә тойолманы башҡаса. Ярты юлдағы Моҡорошта Һылыубикә­нең апаһында туҡтап, тамаҡ ялғап, ял итеп киттеләр. Ул дүрт йәшлек малайы менән генә ҡалған. Һылыубикәнең еҙнәһе Биләрәт яғында трудармияла, заводҡа күмер үртәй, ярты йылға бер-ике тапҡыр булһа ла ҡайтҡылап йөрөй, ти. Илсебай бажаһы тураһында бер ни ҙә ишеткәне булмаған тигәс, Һылыубикә ҡәйнешенең хәбәренә шикләнә биреберәк тә ҡуйҙы. Шулай ҙа? Апаһы, рәхмәт төшкөрө, юлға тип ыҫланған ҡорот, бер нисә йомортҡа бешереп һалды. Оҙон юлда ҡорһаҡ шарпылдаһа, аяҡтар ҙа шарпылдарға тора бит. Артабан улар күңелле атланы...
...Ҡайҙа бара икән был тиклем кеше, эштәре юҡмы икән? Ярай инде мин ер аяғы-ер башынан Илсебайымды эҙләп китеп барам, тип уйланы ирен эҙләргә китеп барған ҡатын, стансала эркелешкән халыҡты күреп. Һарыташтан ҡыуып еткән юлдашының ғына быға бик иҫе китмәне: “Булмаһа, еңгәмдәргә барып ҡунам да иртән тауарныйға ултырып китерем әле берәй нисек, янып барған эш-көшөм юҡ, бында өшөп ултырғансы”, — тип тынысландырҙы үҙен. Ысынлап та, икеһе лә өшөй башлағайны. Йәйәү килгәндә беленмәһә лә, кискә табан һалҡын төшөп күләүектәр шекәрәләнә башлауға, лысҡылдап һыуланған итектәренең йылыһы бөттө. “Янып барған эше булмағас, ни бысағыма йөрөй икән аяҡ сейләндереп, кеше икмәген ашап”, — тип тағы бер аптырауға сәбәп булды уға юлдашының был ҡылығы.
Урамда ла, станция эсендә лә үҙҙәренән дә кәм булмаған ҙур тоҡтары өҫтөнә йәйелешеп ултырған йыуан-йыуан оло йәштәге мәрйәләрҙе күреп ғәжәп итте Һылыубикә. Йәшерәктәре күренмәй, улары рудникталыр инде. Был заманда бер кемгә лә еңел түгел. Кәйлә менән руда соҡоһонмо, баҙарға йөрөһөнмө улар? Ҡотанда йәшәгән бисәләр Биләрәткә һуғыштан ирҙәре һалған сепрәк-сапраҡ, кейем-һалым һатырға йөрөйҙәр тигәнде ишеткәне бар ине, бына нисек икән? Ә беҙ, бахырҙар, йәйен йүкәғас һыҙырып, ҡурызын тартҡылап-тартып үргән сабаталарҙы йөкмәп, Әүжән баҙарына йөрөйбөҙ. Беҙгә әйбер түгел, уларҙың хаттары йышыраҡ килһә лә, әллә нимәләй күреп һөйөнөр инек. Поезд йөрөтөүсе­ләрҙән башҡа ир заты бөтөнләй күренмәй бында. Бармаҡ менән генә һанарлыҡтары ла зәғиф тә ҡарт-ҡоро. Сират торған халыҡтың яртыһы ла билет алып бөтмәне, “Всем мест не хватит, остальные — кто как сможет, в вагонах будем обилечивать”, — тигән тауыш ишетелде.
...Шунан һуң башланды мәхшәр... Тиреҫ ҡорто һымаҡ һимеҙ һары сәсле мәрйәләрҙе йырып та, урап та үтерлек түгел. Йә уларҙың үҙенә, йә тоғона бәрелә-һуғыла юнышҡы кеүек осоп йөрөнө еңел кәүҙәле Һылыубикә. Артынан эйәреп килгән юлдашы әйләнеп тә ҡарамай бер вагонға кереп тә китте, күп йөрөп йышылған, шылғаяҡ, ашыҡ эше булмаһа ла. Ә Һылыубикә өлгөрмәй ҡалды. Инде бер вагондың соланына мендем тигәндә генә, бәйҙә тотоп һимерткәндәй, сиртһәң ҡаны һытылып сығырҙай ҡыҙара-бүртеп торған вагон хужаһы булған бисәкәй уны төртөп сығарҙы ла: “Надоели эти апайки, видят же, что некуда сажать”, — тип тамбур ишеген шартлата ябып, эстән бикләп тә ҡуйҙы.
Ни булһа ла булыр тип, баҫҡыстан төшмәне “апайка”. Уңарса паровоз шағыр-шоғор килгән вагондарын, дөбөр-шатыр, һеңгелтә тартып һөйрәп алып та китте. Тиҙлек шәбәйгәс ырғып ҡалыуы ла ҡурҡыныс. Тағы ла “Ни булһа ла булыр” тигән өмөт вагон күтәрмәһенән төшмәҫкә ҡушты уға. Вагондарҙың тегеләй ҙә, былай ҙа һелкенгән сағында, ана осоп ҡалам, бына йығылам, тип тамам ҡото алынып бөттө. Йәнен усында тотоп барҙы. Ишектең тимер тотҡаларына тотонған ҡулдары өшөп иҫтән яҙа башлағас, башындағы шаҡмаҡ шәленең бер осон ысҡын­дырып тотҡаға ураны. Икенсе осон да тотҡа аша үткәреп, тештәренә ҡыҫты. Йәнәһе, үҙен тотҡаға ҡуша бәйләп ҡуйҙы булды. Осоп ҡалыу ҡурҡынысы китеп торҙо бер аҙға булһа ла. Күп тә бармай, аяҡтары сәңгей башланы. Быныһына ла түҙҙе һере ҡатын. Түҙмәйенсә сараһы юҡ. Осоп төшһә, иҫән ҡалмаясаҡ бит. Өйҙә өс бала. Ысынмы-бушмы, тегендә Илсебайы...
Боролоштарҙа паровоз торбаһынан төтөн менән сыҡҡан осҡондар бәрелеп битен яндыра, ярай әле шәленә, кейеменә тоҡанмай. Тоҡанһа, харап... Тын ала алмаҫлыҡ һаҫыҡ төтөн тамаҡты ҡурып йүткертә. Ҡасан алдағы стансаға барып етәм инде, былай тереләй ҡатып үлгәнсе, ырғып ҡалһам да ҡалыр инем, тип уйлай ҙа башла­ғайны... Бер саҡ уны күреп ҡалған артҡы вагондың тамбурында килгән өлкән кондуктор һары флагын сығарып болғай башланы... Һыу ала торған станцияға еткәс кенә туҡтаттылар паровозды. Ҡараңғыла машинистар флагты күрмәгән, имеш. Поезд туҡтау менән флагын болғап, сатанлай-сатанлай кондуктор үҙе лә килеп етте. Урыҫса белмәгән кешенең бәхетенә, башҡортса яҡшы һөйләшкән урыҫ булып сыҡты ул. Тамбур күтәрмәһенә аҫылынып килеп, өшөүҙән тештәре тешкә теймәй, һөйләшә лә алмай иҫен юғалтып барған “апайканың” ишек тотҡаһына сат йәбешеп туңған ҡулдарын көскә айырып алып, күтәреп эскә индерҙе лә вагон проводницаһын урынынан ҡыуып төшөрҙө. Шунан боҙланып-ҡатып барған ҡатынды уның урынына ултыртып, уранып ултыр, тип өҫтөндәге көс еткеһеҙ толобон сисеп япты. Ул Һылыубикәнең Биләрәткә ни өсөн барыуын, йәй түгел бит, ниңә тышта, баҫҡыста бараһың, тип һорашып белгәс, турайып баҫты ла, барыһына ла ишетелерлек итеп:
— Кемдәрҙер һимеҙлектән сыҙай алмаған ваҡытта, — теге кондуктор мәрйәгә төбәп, — һин “апайка” тип төртөп төшөргән был ҡатын фронтта ғәрипләнеп Белореттан да ҡайта алмайынса аҙашып йөрөгән ирен, Совет Армияһы командирын эҙләргә сыҡҡан. Өйөндә өс балаһы көтөп ҡалған. Етте һиңә, спекулянттар менән һүҙ ҡуйышып, байлыҡ йыйыу. Килгәс тә тимер юл начальнигына рапорт яҙып, судҡа бирҙертәм мин һине. Ә бөгөнгә эшеңдән бушатып, үҙем ошо вагонда ҡалам. Ҡабат һуғышҡа бара алмаһам да, ағас аяҡтарым вагондар араһында йөрөрлөк әле. Барығыҙ ҙа ишеттегеҙме? Мин йөрөгән саҡта башҡаса булмаясаҡ вагонға билетһыҙ инеп тулыу. Шундай талап ҡуйҙы барыһына ла һуғыштан һыңар аяғына ағас протез кейҙереп булһа ла иҫән ҡайтҡан политрук.
Ул тороп баҫҡас, был изгелекле йәндең башы вагон түбәһенә етә яҙып тороуына хайран ҡалды Һылыубикә. “Ҙур кешеләр” барыһы ла шулай оҙон кәүҙәле буламы икән, тип уйланы. Үҙен уның эргәһендә балалай ғына итеп тойҙо.
Вагон мәрйәһе мейескә һырығып: “У меня же тоже дети, простите, пожалуйста, Иван Тимо­феевич, больше не буду”, — тип һыҡтай башла­ны. Әммә баш кондукторҙың яуабы ҡаты булды:
— Я не Бог и не судья, чтобы прощать! На место приедем, разберемся!
Хатта Һылыубикә лә йәлләп ҡуйҙы ҡыҙыл битле һимеҙ мәхлүкте.
Вагондың арғы осонан “Опять начал права качать этот полтора Ивана из-за какой то апайки” тигән тауыш ишетелде...
— Кто там никак не уймется, на следующей станции высажу! — тигән янаулы тауыш ише­телгәс, башҡаса “апайка” һүҙен ҡабатларға батырсылыҡ итеүсе табылманы. Үҙ-ара бышылдашып, танауҙарын һыҙғыртып, тиҙҙән хырылдаша ла башланы улар. Ҡаршыһында һаман күҙ йәшен тыя алмай торған мәрйәне йәлләп, төпкәрәк шыуып, яңыраҡ ҡына үҙенә ғазраил булырға йыйынған әҙәмгә кешелеклелек күрһәтеп, үҙ янынан урын күрһәтте уға “апайка”.
Таң ата башлауға “класснуй” (тар кәлейәлә йө­рөгән был поезды шулай атағандар) һуҙып-һуҙып ҡысҡыртып, Нурлы станцияһына килеп туҡтаны. Ҡотандағы кеүек мәхшәр тағы башланды. Бер станса араһын ғына ла мең михнәт менән тамбур баҫҡысында килергә мәжбүр булған Һылыубикә урынынан торам тигәнсе, “тегеләр” тоҡтары менән төртөп кире ултырта ла ҡуялар. Кистән генә туңып һәләк булыуҙан ҡотҡарған ҡатындың был хәлдән тамам баҙағанын күреп ҡалған “полтора Иван”, уны тынысландырып, ултырып торорға ҡушты. Һуңынан юл өйрәтеп, Ағиҙел аша ҡала үҙәгенә сыға торған нәҙек күпер төбөндә төшөрөп ҡалдырҙы. Һемәйтте ул спекулянттарҙы. “Хәҙер стансала ат яллап сығып ҡараһындар инде баҙарға, бөжәктәр”, — тип уйланы.
Ҡала үҙәгенә яҡын урында төшөрөп ҡалды­рыуын-ҡалдырҙы ла ул мәрхәмәтле урыҫ, тик был күпер тураһында һуғышҡа тиклем мажаралы, ҡурҡыныс хәбәрҙәр ныҡ таралғайны. “Төрлө бандит-жуликтар поездан килгән яңғыҙаҡ кешеләрҙе ҡарауыллап талай, хатта һыуға ла ырғытып китә, имеш” тигәнерәк. Уңарса тауҙан күпергә табан төшөп килеүселәр күренде. Ҡото алынған ауыл ҡатыны, уларҙың үтеп китеүен көтөп, күпер төбөнә боҫто. Төркөмләшеп кемдәр килгәнен танып ҡына тәненә йылы йүгерҙе. Заводҡа эшкә барған бала-саға, ҡатын-ҡыҙ булып сыҡты улар. Бөтә ирҙәр һуғышта йөрөгәс, ниндәй юлбаҫар булһын ти, донъя шул бала-саға менән бисә-сәсәгә ҡалғас. Ауылда ла шулай бит, тип тынысландырҙы ул үҙен, уларҙың шәүләләренән шикләнеүенән оялып.
Ҡалаға сыҡҡас та ҡайҙа барып һуғылырға белмәй, бушҡа йөрөп буйтым ваҡытын әрәм итте. Урыҫса икмәк-тоҙлоҡ та белмәгәс, урам буйында күренгеләй башлаған үткенселәрҙең йөҙөнән башҡорт-татарҙы сырамытырға тырышты. Һорашырға тип уҡталған кешеләре лә асылып бармай, йонсоу ҡиәфәт менән һөмһөрҙәрен ҡойоп, ашығып үтә лә китә. Күрәһең, улар ҙа һуғыш михнәттәренән арыған. Йөрөй торғас, хәле бөтөп, Сталин урамына ла килеп сыҡты. Шул саҡ урамдың ҡаршы яғынан барған оҙон кәүҙәле аҡһаҡ кешене танып, бер туған ағаһын осратҡандай шатланыуҙан ни эшләргә белмәне. Бар икән Хоҙай! Уңайһыҙланһа ла, ҡыуып етеп, уның гимнастерка еңенән тартты. Төнгө поезда изгелеге менән үҙенә йылы ҡараш, ябай кешеләр тарафынан ихтирам вә мөхәббәт уята торған Иван Тимофеевич мәхлүк хәленә төшөп барған ҡатынды танып йылмайҙы. Һылыубикә уға үҙенең аҙашып йөрөүөн аңлатҡас, төнгө эшенән яңы ҡайтып барыуына ҡарамаҫтан, ҡыйынһынмай, туңып үлеүҙән йә осоп ҡалып һәләк булыуҙан ҡотҡарған пассажирын етәкләп тигәндәй хәрби комиссариатҡа алып китте. Майор дәрәжәһендәге военкомдың “полтора Иван” менән ҡосаҡлашып күрешеүен күреп, уны бында ныҡ ихтирам иткәндәренә төшөндө Һылыубикә. Әгәр ҙә ул осрамаһа, бер үҙем ни ҡыла белер инем икән тип, үҙен ҡурсалаусыға рәхмәттәр уҡып, “туғандан — дуҫ, дуҫтан урыҫ яҡшы икән был донъяла” тигән һығымта яһарға ла өлгөрҙө ул, Иван Тимофеевич военком менән ҡосаҡлашып күрешкәнсе. Хоҙайҙан уға һаулыҡ, оҙон ғүмер биреүен һораны...
Һуғыш һәр кемгә лә үҙенең ҡәһәрле эҙен һалған, бер кемде лә урап үтмәгән. Военком тигәндәре лә фронтта йәрәхәтлә­неп ҡайтҡан ғәриберәк кеше булып сыҡты. Ул ирен эҙләп килгән ҡатынға тәржемәсе итеп сержант Биктимеровты саҡыртты. Өфөлә госпиталдә ятып сыҡҡандан һуң Төхбәт исемле был сержантты ғәскәри хеҙмәткә яраҡһыҙ табып, тыуған яғына яҡыныраҡ хәрби комиссариатҡа ебәргәндәр икән. Хәлдең айышына төшөнөп бөткәс, майор ер аҫтынан булһа ла табып килтер тип, Илсебайҙы эҙләргә ебәрҙе. Икенсе береһенә Һылыубикәне ашханаға алып барып ашатып килтерергә ҡушты.
Оҙаҡ эҙләне Илсебайҙы сержант. Баҙар яғындағы магазин подвалына эйәләшкән иптәш­тәре өйрәтеп ебәргәс кенә барып тапты. Баҡтиһәң, ире һуғышта ятып ҡалған урыҫ мәрйәһе эйәләткән дә хужалығындағы ваҡ-төйәк эшен эшләтә икән. Бәлки, улай ғына ла түгелдер... Кем белә... “Я то­же хлеб ем”, – тип кенә ебәрҙе мәр­йә сер­жанттың һорауына. “Минең өйөм ошонда”, — тип Илсебай үҙе лә ҡырталашты. Быларҙы тыңлай торғас, военкомға буйһонмау ике осло икәнен яҡшы белгән Соня ла: “Бар, аҡыллым, бар! Һуңы­нан үҙем барып алып ҡайтырмын”, — тип кенә күндергән уны сержанттың артынан эйәрергә. Хәрби комиссариатҡа килтереп, Һылыу­бикә менән осраштырыу ҙа тәьҫир итмәне Илсе­байға. Әйтерһең дә, ун йылдан артыҡ ирле-ҡатынлы булып, өс балаға атай-әсәй булмаған улар.
— Бына, ҡатының һине эҙләп килеп еткән. Ә һин, хужаһыҙ эт кеүек, бер кәнтәйгә эйәләшкәнһең, — тип туранан-тура һорау бирҙе майор, Илсебай менән Һылыубикәгә ҡарап.
— Нисек ҡатыным? Мин уны знать не знаю. Күргәнем дә юҡ. Минең Сания-Соням бар. Ул мине хәҙер килеп алам тип ҡалды. Был ҡатын беҙҙең санинструктор Мартинаға оҡшап тора былай, ҡара сәсле, ҡара күҙле, һылыу ҙа икән үҙе. Шулай ҙа мин уны белмәйем.
— Ул һинең ҡатының булмағас, өйөңдә һине көтөп ултырған балалар кемдеке, улай булғас?
— Ниндәй балалар? Сания менән беҙҙең балалар булып өлгөрмәне, уның эсе лә күренмәй әле! Товарищ майор, кроме Сталина и Сонечки вообще у меня никого нет... Сирота я! — тип тә һалдырҙы, тора биргәс.
Уларҙың русса һөйләшеүен аңламаһа ла, һүҙ нимә тураһында барғанын күңеле менән аңлаған Һылыубикәнең уларҙы тыңлап һығылып илауҙан башҡа бер өмөтө лә юҡ ине был ваҡытта.
Майор нимә һораһа ла, килде-киттеле яуаптар биреп тик торҙо Илсебай. Аптырағас уны тентетеп, юғалмаһын өсөн, таушалып, туҙып барған гимнастеркаһының эске кеҫәһенә ҡуша тегелгән документтарын таптылар Биктимеров менән. Шуларҙы уҡып ҡына ышандылар. Ысынлап та, Һылыубикә эҙләгән кеше икән ул. Куйбышев ҡалаһында урынлашҡан хәрби госпиталдәрҙең береһендә дауаланғандан һуң ғәриплек белешмәһе биреп ҡайтарыуҙарына ла ике айға яҡын ваҡыт үткән. Ҡайҙарҙа йөрөп, ниҙәр кисергәнен дә хәтерләмәй. Ҡалала урынлашҡан хәрби госпиталдән доктор саҡыртыуҙан башҡа сара ҡалманы майорға. Докторҙан белешмәләге яҙыуҙарға аңлатма алғас, Илсебайҙың Кенигсберг өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа башына тейгән мина ярсығынан мейеһенә ҡаты йәрәхәт алғанын белделәр. “Тимер киҫәген алһалар ҙа, юҡ-юҡта ла уның хәтере бер юғалып, бер асылып тороуы ихтимал. Әле хәтеренең китеп торған сағы, яңы ваҡиғаларҙы ғына иҫләй”, — тип аңлатты доктор. Ҡабат уны госпиталгә һалыуҙың хәжәте юҡ. Яҡшы тәрбиә менән тыныслыҡ булһа, хәтере ҡайтыр. Йә уйламаҫтан килгән шатлыҡ кисереү, хатта көслө стресс ярҙам итеүе лә мөмкин, тип сержантҡа уны госпиталгә килтереп, яраһын эшкәртеп, кәрәкле дарыуҙар, бинттар алып китергә ҡушып китте. Майор ҙа мисәтле ҡағыҙ тоттороп, ҡатыны менән икеһен өс көнлөк паек менән тәьмин итеп, Илсебайҙы Сатраға тиклем оҙатып ҡуйырға бойорҙо Биктимеровҡа.
Юл аҙабы – гүр ғазабы. Биләрәттә бер көн булып, иртәгәһенә Ҡамайылға поезына ултыр­ҙылар. Илсебайға ауыл советында иҫәпкә тороу кәрәклеге тураһында иҫкәртеп сығарҙылар военкоматтан. Шул сәбәпле Ҡотан яҡлап ҡайтырға тура килмәне. “Нимәгә икән ул ысшуты, ваҡыт әрәм итеп, — тип уйланы Һылыубикә. – Ярай Ҡамайылғаһында ла тотҡарламаһалар. Балаларҙың тишелешеп, тәҙрәнән күҙ алмай көткәнен белмәйҙәрме икән”.
Ил һуғыш хәлендәге саҡта бөтә ерҙә лә ҡаты тәртип индерелеүен дә аңлап бөтмәй шул ауылынан сығып йөрөмәгән, уҡый-яҙа белмәгән ҡатын. Уның өсөн балаларын ҡарап үҫтереү менән бергә, иренә тоғролоҡ һаҡлап, донъя көтөүҙән дә ҙурыраҡ закон юҡ шул. Мосолман ҡатындарының ҡанына һеңдереп, айырып алғыһыҙ башҡаса шунан да көслөрәк ҡанун бармы икән?
...Вагон һелкенеүенә йоҡлай алмаған Һылыубикә, поезд ҡуҙғалып киткәс, егермегә яҡын станция хисаплап хисаптан яҙҙы. Инеп ултырғас та танау һыҙғыртырға керешкән Төхбәт менән Илсебай ғына кемуҙарҙан хырылдауҙарын белде. Таң беленә башлауға һуҙып-һуҙып ҡысҡыртҡан паровоз Ҡамайылғаға етеп килеүҙәре тураһында белгертте. Сержант, станцияла көтөп ултырырға ҡушып, үҙе иртә менән леспромхоз контораһына китте. Йөрөп килгәс, планшетынан ҡағыҙ сығарып: “Бына военкомдың үтенесенә леспромхоз директоры имза ҡуйып бирҙе. Илсебай ағайҙы белә икән. “Яҡын туғаным булһа ла, күреп һөйләшергә ваҡытым юҡ” тип ҡалды. Хәҙер ат һарайы мөдиренә барып, ат эйәрләп килтерәм. Менгәшеп булһа ла ҡайтырһығыҙ”, – тип һөйөндөрҙө.
...Был ваҡытта ат һарайының ялан кәртәһендә көрлөктән булмаһа ла, йөрәге тулауҙан ни эшләргә белмәгән Йондоҙ ҡашҡа ҡойроғон сөйөп, ялан кәртәнең бер осонан икенсе осонаса уратып, юртаҡлап йөрөй ине, ат хәтере эт хәтеренән ныҡлыраҡ икәнен иҫбатлап. Өс йыл элек булған, яҙмышын ҡырҡа үҙгәрткән ваҡиғалар иҫенә төштө уның. Тибенгән ере, эскән һыуы, имсәк тә ташламай ҡалған ҡолонсағы Ажар, барыһы ла әлегеләй хәтерендә. Теге ваҡыт, Ҡамайылға төбәгенә ҡараған ауылдарҙан фронтҡа ебәрергә йыйған өйөргә ҡушып, асыҡ платформаға тейәп, уны ла поезд менән ебәргәйнеләр. Ләкин уның да йөрәге таш түгел. Имсәк ташлатмай ҡолононан айырған ат йөрәге лә әсә йөрәге икәнен аңлаусы булһасы шул мәлдә. Ҡолонсағын уйлап бер аҙ һелкенеп барғас, башындағы нуҡтаһын өҙә тартып, платформа борты аша ырғып төштө лә китте ул. Тик аяҡтары ергә тейгән ыңғай һөрлөгөп, бер аяғын имгәтте лә алыҫ китә алманы. Шул арҡала башына йүгән кейҙереп, үҙе һымаҡтарҙың яҙмышын уртаҡлашырға, дезертир ҡушаматы менән леспромхоз өйөрөнә ҡуштылар. Әле аяҡтары тубырлау сәбәпле, даға эшләрлек тимер табып, ҡаталары үҫеп сөй ҡағырлыҡ булһын тип, эштән бушатып торғайнылар.
...Станция алдындағы эскәмйәлә Төхбәттең килеп етеүен көтөп арыған Һылыубикә менән Илсебай, яҡындағы юл сатында иртәнге һауаны ярып, урам яңғыратып үҙәк өҙгөс итеп ат кешнәүенә һиҫкәнеп, икеһе бер юлы урындарынан ырғып торҙолар. Улар аңына килгәнсе, һыбайлы сержант быларҙың янына етеп тә килә ине.
— Поезда йонсоп, ойоп киткәнбеҙ ҙәһә, һине күрмәй ҙә ҡалғанбыҙ, — тине Һылыубикә сержантҡа ғәйепле төҫ менән.
Юлында осраған бер нәмәгә ҡарамай тимер ауыҙлығын сәйнәп өҙөрҙәй булып кешнәй-кешнәй килгән ат, эйәрҙәге Төхбәттең теҙгенде шаҡара тартыуына ла буйһонмай үрәпсеп, танау тишектәрен киңәйтеп, йөрәк ярырлыҡ итеп тағы бер кешнәне лә, алғы аяҡтарына төшөп, Илсе­байҙың ҡаршыһында тубыҡланды. Үтә лә таныш тауыштан Илсебайҙың тәне зымбырлап, эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Әлбиттә, Һылыубикәгә лә үҙәк өҙгөс кешнәүҙән еңел булманы. Эсенән йүгереп үткән утлы тулҡындан ул да ни эшләргә белмәне. Йондоҙ ҡашҡа ҡаҡ маңлайын хужаһы­ның маңлайына терәп, оҙон ҡолағы менән уның ҡолағын һыпырғылап хәс тә кеше кеүек һеркел­дәргә кереште. Әле ул хужаһына: “Миндә лә яугирлек ҡаны һыуынмаған әле, атай-олатайҙарым да Эльбаны кискән, Сена һыуын эскән. Һуғыштан ҡасып ҡалманым мин, бәләкә­сем, ҡолонсағым Ажар хаҡына поездан төшөп ҡалдым. Һуңғы тапҡыр булһа ла имеҙеп китәйем, тип уйлағайным. Күрәһең, бына нисек килеп сыҡ­ты. Миңә лә еңелдән булманы, шуны аңлай­һыңмы”, тип аҡланғандай ине уның һеркелдәүе. Бушҡа булмаған икән уның һиҙемләүе. Йондоҙ хужаһын таныны. Хужаһы ла уны муйынынан ҡосаҡланы:
— Йондоҙ ҡашҡам минең, юрғам! Нисек һин бында? Әллә...
— Уны һин китеп күп тә тормай, кавалерияға тип бер көтөү аттарға ҡушып алып киткәйнеләр. Бында нисек килеп сыҡҡандыр, белмәйем? — тип хәтере яңыра башлаған иренә Һылыубикә Йондоҙ урынына үҙе яуап бирҙе. Өс йыл буйына хужаһын һағынып көткән ат шатлығынан ни эшләргә белмәй, башын юғары сөйөп ырғып баҫты ла муйынын ҡосаҡлаған Илсебайҙы бәүелтеп иркәләне. Элек тә хужаһы башына йүгән кейҙерәм тип килһә, шулай шаярышып ала ине улар. Шунан аҙ ғына маңлайҙарын терәшеп торалар. Әле лә иҫенә төшөп, Йондоҙ шуны ҡабатланы. Төнгө поездан таралышып өлгөрмәгән халыҡ тамаша ҡылды, быларға ҡарап. Илсебай менән Йондоҙҙоң маңлайҙары айырыл­ғас, икеһенең дә сикәһенән субырлап аҡҡан күҙ йәштәрен күреп “аһ” итеп ҡалды бындай ҙа ҡыҙғаныс хәлде көтмәгән, уларҙы уратып алған тамаша ҡылыусылар. Ситтәрәк шәл осо менән Һылыубикә лә күҙ йәшен ҡорота ине. “Шыңшый-шыңшый эт илағанын ишетә лә, күрә лә беләбеҙ, күҙ йәше ағыҙып ат илағанын күргән юҡ ине”, — тиеште улар.
Был ҡыҙғаныс хәлдән дә ҡыҙғанысыраҡ төп ваҡиғаны абайламаны осраҡлы тамаша ҡылыусылар: Һылыубикәнән башҡа бер кем дә ат кешнәүенең Илсебайҙың зиһенен уятып, уның хәтерен яңыртыуын һиҙмәй ҡалды. “Эй, был ирҙәрҙең: уларҙың аты ла эте, шунан ғына бисә инде”, — тип үпкәләй ҙә башлағайны Һылыубикә. Шул саҡ хужаһының көсөн дә, дуҫлығын да, дәрәжәһен дә онотмаған Йондоҙ хужабикәһе ҡаршыһына килеп, ҡалын ирендәре­нә уның ҡулдарын, сикәләрен ҡымтып иркәләп, үҙенең уны ла сикһеҙ һағыныуын белдереп бышҡырҙы. Быны күргән Илсебайҙың зиһене бөтөнләй асылды ла Һылыубикәгә ташланды:
— Һылыубикә, Һылыубикә, ишетәһеңме мине? Һылыубикәм! Йондоҙ менән һин күктән төштөгөҙмө әллә? Еҙтырнаҡ ниңә күренмәй, ул ҡайҙа? Әллә минең менән төнгө поезда килгән мәрйә бисура булып, Һылыубикәгә әйләнде инде, ышанмайым?!— Юҡ, Илсебай! Кисәнән бирле эргәңдә уралған мәрйәң мин ул — һинең Һылыубикәң!
— Ниңә һине күрмәгәнмен һуң?
“Күңел күҙе күрмәһә, маңлай күҙе — ботаҡ тишеге” тигәндәй, һинең хәтер ептәрең өҙөлөп торған сағың, тине госпиталь духтыры. Хәҙер шуларҙы йыйып, ялғар ваҡыт етте. Ҡайтып етеүеңде көтөп күҙҙәрен тондороп, өс балаңдың “атай ҡайта” тип тәҙрә аша ҡарап ултырыуҙарын да иҫеңә төшөрәһең бар әле.
Быны ишеткән Илсебай малайына тәғәйен­лән­гән кеҫәһендәге бәке менән ауыҙ гармунын һәрмәштерә башланы.
Шул саҡ станция бинаһы ҡыйығына ҡуйылған радиорупорҙан Левитандың “Говорит Москва! Работают и слушают все радиостанции Советского Союза! Верховное Главнокомандование Германии объявило о своей капитуляции перед союзными войсками” тигән тулҡынландырғыс тауышы яңғыраны.
Ҡамайылға халҡы, быны ишетеп, сикһеҙ шатлыҡтан шаулап-гөрләй башлауға, Йондоҙ ҡашҡаға менгәшкән Илсебай менән Һылыубикә, сержант Биктимеров оҙатыуында юлдарындағы радиоһыҙ ауылдарға бөтмәҫ-төкәнмәҫ бөйөк Еңеү шатлығы өләшеп, ҡайтып бара ине.

Белорет ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509