Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эй, мәктәбем, белем усағым!..
Берҙәм, татыу ғаилә булып эшләй һәм йәшәй Рәхмәт урта мәктәбе уҡытыусылары. Алдарына ҡуйған маҡсаттарынан тайпылмайынса, ихласлыҡтарын, дәрт-дармандарын, ныҡлы тырышлыҡтарын һалғанға, белем усағын юғары кимәлгә күтәргәндәр. Район буйынса мәктәптәр араһында үткәрелгән ярыштарҙа 2014, 2015, 2017 йылдарҙа призлы урындар яулап, алдынғылар сафына баҫҡан улар.
Педагогтар дуҫлыҡ ҡанундарына таянып, тәртип, әхлаҡ ҡағиҙәләрен нигеҙ итеп алып, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш, уҡыусылар менән йылы мөнәсәбәт булдырып, намыҫлы хеҙмәт итә илебеҙгә.


Үҙҙәренә алған оло бурыстарын өлгөлө үтәүҙәренә уңған һәм талапсан етәксе Зөһрә Әбүзәр ҡыҙы Әхмәҙиева эшмә­кәрлеге булышлыҡ итә. Ул ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ла тәртәнән ысҡынырға, кәрһеҙ­ләнергә, көс-ҡеүәтте кәметеүгә ирек бирмәй. Йәш быуын остаздары үҙҙәре лә төптән егелеп, эштәренә мөкиббән бирелеп, балаларға күңел нурҙарын өләшеп хеҙмәт итә, ауылыбыҙҙың бәҫен күтәрә, бәрәкәтен арттыра. Кешелектең, килә­сәктең сәңгелдәген тирбәтеүселәр Мәғарифты үҫтереү институтында, төрлө семинарҙарҙа, курстарҙа тәжрибә туплай.
Мәктәбем тарихы ла ауылымдыҡы һымаҡ бай, тип яҙғайным инде. Шулай ҙа тағы әҙерәк байҡау яһайыҡ. Иң беренсе белем биреү усағы 1864 йылда рус-башҡорт мәктәбе булып асыла. Шул ваҡыттан алып быуат ярым арауыҡта төрлө үҙгәрештәр кисерә ул. 1995 йылда 95 бала һыйҙырышлы биш бүлмәле бинаны дөйөм белем биреү мәктәбе итеп үҙгәртәләр. Ошо мәлгә хәтлем өсөнсө класты тамамлаған уҡыусылар тәүҙә һигеҙ саҡрымда ятҡан Аһылай ауылына, унан һуң ун ике саҡрымдағы Байым ауылына йөрөп, интернатта ятып уҡый. Яҙлы-көҙлө көн дә ошо араны велосипедта үтеүҙе хуп күргән балаларҙы ҡыш бесән ташый торған тимер арба — редуан тағылған трактор шәмбе көнө килеп алһа, йәкшәм­белә алып барып ҡуя. Бурандарҙа, сатнама һыуыҡтарҙа ике сәғәт буйы үтә өрөп торған тишек арбала өшөмәгән ер ҡалмай, үҙәктәрҙе өҙөрлөк һыуыҡ електәргә хәтлем үтеп инә. Әммә рәхмәттәрҙең рухы һынмай, аң-белемгә ынтылалар.
Дөйөм белем биреү усағы асылғанда, кабинеттар етешмәү сәбәпле, ике сменала уҡыуға күсәләр. Һәр хәлдә? балаларҙың ҡыуанысының иге-сиге булмай. Ә инде 2006 йылда абруйлы ғалимәбеҙ Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинованың тырышлығы менән заман талаптарына яуап биргән 132 урынлыҡ ҙур мәктәп бинаһы һалына. Был инде балаларҙың ғына түгел, бөтә ауыл халҡының күптәнге хыялы тормошҡа ашты тигән һүҙ.
Аң-белемгә дәртләндереү сараһы итеп Фирҙәүес апай уҡыу алдынғыларына үҙенең шәхси стипендияһын булдыра. Иң тырыш уҡыусы Айгөл Алтынбаева — беренсе стипендиат һәм хеҙмәт юлын дауам итеүсе лә. Яңы мәктәп эшләү дәүерендә барлығы биш тиҫтәнән ашыу уҡыусы ошо бүләккә лайыҡ була.
Был юҫыҡта мөғәллимәләребеҙҙең дә өлөшө ҙур. Һәр береһенең бай махсус методик кабинеты бар. Улар уҡытыу ысулдарын бер туҡтауһыҙ яңыртып, заманса яңы технологияларҙы үҙләштереп бара. Ҙур тәжрибә туплаған уҡытыусылар төркөмө бөтә көстәрен аң-белем, тәрбиә биреүгә йүнәлтә, рухи ҡиммәттәребеҙҙе үҫтереүҙе юғары кимәлдә тота. Йәш дуҫтарҙың милләтебеҙҙең киләсәге икәнен һис ҡасан да онотмай, уларҙың күңел­дәренә изгелек, мәрхәмәтлек, миһыр­банлыҡ орлоҡтары һалалар. Әлбиттә, уҡыу-уҡытыуҙың да сифатына ҙур иғтибар бүләләр.
Балаларҙың да, белем биреүселәрҙең дә йәмәғәт эштәрендә, төбәк-ара, район конкурс-смотрҙарында, олимпиадаларҙа һәм башҡа төрлө мәҙәни, һөнәри сара­ларҙа әүҙем ҡатнашыуы һәр береһенең мөҡәддәс бурысы тип ҡабул ителә һәм, ғәҙәттә, рәхмәттәр даими рәүештә алдынғы урындарҙы яулай.
Мәктәптә заманса йыһазландырылған кабинеттарҙан тыш, төрлө әҙәби һәм методик китаптар, уҡыу әсбаптарына бай китапхана эшләй. Илдәге хәл-торошто күрһәткән гәзит-журналдарҙы ла табырға мөмкин. Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр күрһә­телгән стендтар булдырылған китапхананан уҡыусылар өҙөлмәй.
Һау-сәләмәт быуын үҫтереүҙә белем усағының әһәмиәте ҙур. Төрлө мәҙәни саралар менән бергә спортҡа ылыҡтырыу ғәмәле әүҙем алып барыла. Спорт залы бер ҡасан да буш тормай. Йәш белгес Әмир Мәхийәнов бәләкәстәрҙе лә, өлкән­дәрҙе лә төрлө спорт төрҙәренә йүнәлтеп, ярыштар ойоштора, дәрестән һуң да секцияларға йыя. Бигерәк тә еңел атлетиканы яраталар һәм спорт бәйгеләрендә ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшәләр.
2013 йылда көтөп алынған егерме биш урынлыҡ мәктәпкәсә йәштәге балалар баҡсаһы булдырылыуына йәш балалар үҫтергән ғаиләләр сикһеҙ шатланды. Зөлфирә Баһауетдинова менән Ләлә Батыр ҡыҙы Әхмәҙиева кескәйҙәрҙе яратып, иркәләтеп кенә тәрбиәләй. Әйтергә кәрәк, Зөлфирә Вәлиулла ҡыҙы — төбәктең яҡты йондоҙо, яратҡан йырсыһы. Респуб­ликабыҙҙа ҙур танылыу тапҡан йырсы Гөлсөм Бикбула­тованың бер туған апаһы. Моңло апайҙары тарафынан һалына ла инде кескәйҙәрҙең бәләкәй йөрәктәренә ил иңләрҙәй рух осҡоно. Йыр алиһәһе өлкән класта уҡыған малайҙарҙан торған “Бөркөттәр” ансамбле булдырҙы. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланы егеттәр. Афариндар!
Башланғыс класс уҡытыусылары Рәмилә Ғаззал ҡыҙы Ғәлиастанова, Миңнура Мөхәмәтдин ҡыҙы Әхмәҙиева, Ғәлиә Рәфҡәт ҡыҙы Сабирова мәғариф өлкәһенә килеүҙәрен намыҫ, йөрәк ҡушыуы менән аңлата. Балаларының ижади һәләтен үҫтереү, уҡыу мөмкинлектәрен тәрәнерәк асыуҙы ҡайғырталар. Ғаилә — мәктәп ептәрен нығытып, тәбиғәткә, телгә, илгә, изгелеккә һөйөү тәрбиәләп, уларға терәк-таяныс булып торалар. Яғымлы ҡараштары, йылы мөнәсәбәттәре, наҙлы һүҙҙәре менән ныҡлы маҡсат, ҡанат ҡуялар һәр береһенә. Яңынан-яңы алымдар ҡулланып, донъя хикмәттәренә төшөндөрәләр, баһалап бөткөһөҙ тәрбиә, иҫтәрендә ҡалырлыҡ сифатлы аң-белем, дуҫлыҡ, әҙәп, ихтирам һымаҡ төшөн­сәләрҙе ҡандарына һеңдерәләр. Йәмғиәт­тең иң ҙур хазинаһы, илдең киләсәге булған бәләкәстәрҙең күҙҙәрендә осҡон сатҡыһы күреп, уны тоҡандырып ебәреү бәхете тейгән уларға.
Ә йәшәйеш ҡанундары тағы ла туған телгә килеп төртөлә. Шуны аңлай һәр уҡытыусы. Шуға ла, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән тыш, бөтә фәндәрҙең тик башҡорт телендә алып барылыуы ҡыуа­ныслы. Яҡлауға һәм һаҡлауға мохтажлыҡ кисергән телебеҙҙең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү һәр беребеҙҙең изге бурысы икәнен барыһы ла яҡшы аңлай.
Илгә, телгә һөйөү уятыуға — иң беренсе нәүбәттәге көнүҙәк мәсьәләгә иғтибар ҙур белем усағында. Был йәһәттән тантаналы саралар ҙа фәҡәт туған телдә ойошторола.
Йәш көйөнсә үҙ иңенә оло бурыс йөкмәтелгән һәм ошо маҡсатына ирешкән директор Зөһрә Әхмәҙиева тырышлығын да, башҡарған эштәрен дә ғәҙәти бурыс тип һанай. Булдыҡлы кеше өсөн бәләкәй ғәмәл юҡ, һәр береһен оло һөйөү, иғтибар бүлеп башҡара. Тырышҡан — ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигәндәй, хыялдары тормошҡа ашып ҡына тора. Уҡыу-тәрбиә кимәлен сифатлы үтәгән, һөнәри, дәрәжәле, мәҙәниәтле коллектив туплай. Төркөмдөң көсө берҙәмлектә, ойошҡанлыҡта булғанға күрә, белем усағының абруйы ауылда ғына түгел, районда ла юғары.
Халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен һаҡлау, тарихыбыҙҙы тергеҙеү, милли йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе таратыу, ауылды матурлау, сәләмәт тормош рәүешен нығытыу, ололарға ихтирам, иғтибар, хәстәрлек күрһәтеү, һәр бер баланы мәҙәни-спорт сараларына ылыҡ­тырыу — һәр береһендә етәксенең тейешле талапсанлығы һиҙелә. Ошо йәһәттән ырыу тамырҙарын сағылдырған шәжәрәләр күҙгә ташлана, бай һәм мауыҡтырғыс милли музей булдырылған, белем усағының данын арттырған бейеү мәктәбе эшләй.
Һуғыш, тыл һәм хеҙмәт ветерандары тураһында стендтар, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙең рәүешен күрһәткән йорт-ҡура йыһаздары, милли рух менән һуғарылған йорт ҡаралтыһы, ҡул эштәре биҙәй музейҙы. Ауылдың ҡотон, бәрәкәтен һаҡлап, мәҙәниәтен, рухын үҫтергән ветеран уҡытыусылар Зәки Вәлиәхмәт улы Хәсәновҡа, Таңсулпан Сәләх ҡыҙы Юнысоваға арналған иҫтәлекле журнал, альбом, фоторәсемдәр һаҡлана. Бында инде тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Рәғиҙә Ғирфанованың таһыл­лығы күренә. Был тәңгәлдә эҙләнеүҙәр, иҫтәлектәр йыйыу дауам итә. Уңған, егәрле етәксе мәктәбенең төшөп ҡалғандарҙан булыуын теләмәй, шуға ла 2009 йылда бейеү түңәрәге эшмәкәрлеген дәрес сәғәттәренә индерә. Бейеү түңәрәген бейеүгә мөкиббән ғашиҡ Миңнура Әхмә­ҙиева етәкләй. Егәрлелегенә маһирлығын ҡушып, илһамланып эшкә тотона. Бейеүгә һөйөүе менән уҡыусыларҙы ла тоҡандырып, тиҙ арала ике төркөмдән торған бынамын тигән “Ынйылар” бейеү ансамблен төҙөй.
Иң беренсе башлап йөрөүселәргә 7—10 йәштәр тирәһе генә була. Тәүҙә ата-әсәләр ярҙамы менән милли кейем тектерәләр, һуңынан Зөһрә Әбүзәр ҡыҙы малайҙарға ла, ҡыҙҙарға ла үҙе тегә башлай. Һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәй, 2011 йылда районда үткәрелгән “Байыҡ” конкурсында “Ырыу ҡыҙҙары” бейеүен ҡуйып, беренсе бүләк алалар. 2011—2017 йылдарҙа ун ете бейеү һалып, тик беренсе урындар яулайҙар. Республика кимәлендә 2013 йылда “Ете ҡыҙ” бейеүен күрһәтеп, II дәрәжә дипломға лайыҡ булалар. 2013, 2014 йылдарҙа Илдар Әхмәҙиев “Сыңлы үксә” бейеүе менән “Өмөт”, “Йыл асышы” номинацияһында еңеү яулай. 2011, 2014, 2017 йылдарҙа Ынйы Мансурова төрлө бейеүҙәре менән дүрт мәртәбә сығыш яһап, Гран-при, 1, 2, 3-сө урындарҙы яулай. Был уңыштар Рәхмәт мәктәбенең бәҫен тағы ла күтәреп ебәрә.
Уҡытыусыларҙың мәктәп эшенән тыш тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй торған өй мәшәҡәттәре күп. Киләсәкте хәстәрләү йөҙөндә өлгөлө рәүештә донъя көтәләр: емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәләр, мал-тыуар тәрбиәләйҙәр, клубта ойошторолған мәҙәни сараларҙан ҡалмайҙар, спорт менән шөғөлләнәләр.
Рәмилә Ғәлиастанова — “Йәйғор” йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең солисы. Әхирәттәре менән былтырғы “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында III дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Мәктәп тирәләй бай һәм хайран ҡалырлыҡ хозур баҡса үҫтерелеүе тура­һында әйтмәй булмай. Төрлө емеш-еләк ағастары, ҡуйы шыршы сауҡалығы биҙәй. Кәбеҫтә, ҡыяр, кишер, еләк түтәлдәре мул уңыш биреп, уҡыусыларҙың ашханалағы ризығын төрләндереүгә булышлыҡ итә. Төрлө төҫтәге хуш еҫле сәскәләрҙең күплегенә һәм матурлығына иҫең китерлек.
Киләсәгебеҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып, милли рухты үҫтереп, төбәк тарихын өйрәнеп, күңелдәрҙе елкендереү ошо йәйге гөлбаҡсала, лагерь көндәрендә лә дауам итә. Тәрбиәләнеүселәр, ҙур ҡыҙыҡ­һы­ныу менән төрлө уйындарҙа, спорт ярыштарында, йыр-бейеү, шиғыр һөйләү бәйгеләрендә ҡатнашып, күңелле ял итә. Кескәйҙәрҙең күңелен рухи байлыҡ, ҡыуаныстар менән мөлдөрәмә тултырып хеҙмәт итергә яратҡан халыҡ эшләй бында.
Татыу бер ғаилә булып, ижади мөхиттә янып, йөрәктәргә көс-ғәйрәт, дәрт-ялҡын өҫтәп торған ышаныслы кешеләр ҡулында милләтебеҙҙең киләсәге.

Әбйәлил районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 261

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 100

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 480

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 133

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118