Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Буранбай ауылы феномены
Буранбай ауылы феноменыБылтыр республикабыҙҙың абруйлы баҫмаларының береһе “Ватандаш” журналы редакцияһы ҡарамағында йәмәғәтселекте ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләрҙе фәнни күҙлектән өйрәнеү маҡсатында фәнни-ижтимағи форум эшләй башлағайны. Журналдың баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙай­бирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Мәһәҙиева башланғысы менән ойошторолған сара сиктәрендә феноменаль ауылдар темаһы күтәрелеп, тәүге һөйләшеү Баймаҡ районының Күсей ауылына арналғайны. Ошо көндәрҙә иһә сара Буранбай ауылында ойошторолдо.

Форумдың башҡорт халҡының мәшһүр йырҙа­рының береһе “Буранбай” менән асылыуы юҡҡа ғына түгел, сөнки ауыл ошо һағышлы йыр авто­рының исемен йөрөтә. Буранбай ере таланттарға – шағир-сәсәндәргә, бейеүселәргә, йырсы-ҡурайсыларға бай. Кемде генә алма, йә йырлай, йә бейей, йә шиғыр һөйләй, йә ҡурай тарта.
Ысынлап та, Башҡортостан сәнғәтендә Буранбай ауылы феномены барлығын танымай булмай. Ошо ябай ғына ауыл егеттәре һәм ҡыҙҙары республика, халыҡ-ара, Рәсәй кимәлендәге бәйгеләрҙә алдын­ғылыҡты бирмәй. Ә бер нисә йыл элек буранбайҙарҙың баш ҡаланың үҙендә, Конгресс-холда гөрләтеп концерт ҡуйып ҡайтыуы бығаса күрелгән хәл инеме?!
Буранбай ауылы феноменыФорумда күренекле яҙыусы Наил Ғә­йетбаев, дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы Рәсих Хәмитов, шағир, прозаик Әхмәр Үтәбай, ғалим-этнолог, философия фән­дәре кандидаты Закирйән Әминев, РСФСР-ҙың атҡаҙанған һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшиҙә Туйсина, билдәле ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхиәт Ғәйетбаев, Сибай филармонияһы йыр­сыһы Ғаяз Ғәйетбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, ҡулланыу­сылар советы кооперацияһы отличнигы Әҙеһәм Ҡотоев, Өфө сәнғәт колледжының башҡорт уйын ҡоралдары бүлеге уҡытыусыһы, республика, Рәсәй, халыҡ-ара ҡурай бәйгеләре лауреаты Таһир Хәмитов, Баймаҡ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина ҡатнашты.
Ҡунаҡтарҙы “Гәүһәркәй” һәм “Илһам” ансамблдәре дәртле таҡмаҡтар, ҡымыҙ, икмәк, сәксәк менән ҡаршыланы. Фойела урындағы оҫталарҙың ҡул эштәре менән танышҡандан һуң, Буранбай сәсән рухына аят бағышланды.
Форумдағы сығыштар концерт номер­ҙары менән оҙатылып барҙы. Таулыҡай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Мәхмүзә Сәғәҙәтова ауылдың бөгөнгөһө менән таныштырҙы.
– Бөгөн Буранбай ауылында 115 йортта 400-ҙән ашыу кеше йәшәй. Ауыл мәктәбендә 50 уҡыусы уҡый, балалар баҡсаһында 20 сабый тәрбиәләнә. Халыҡты фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, дүрт магазин хеҙмәтләндерә. Кешеләр гөрләтеп донъя көтә, – тине ул. – 2011 йылда биләмәбеҙ йәштәр эшен ойоштороу буйынса республика конкурсында икенсе урынды яуланы, 2012 йылда республика “Айыҡ ауыл” конкурсында “Мәҙәни традицияларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау һәм пропагандалау” номинацияһында еңде. Ошо уңыштар ҙа йәштәребеҙгә дөрөҫ йүнәлеш бирергә ярҙам итә, тип уйлайым.
Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған Ғаилә көнөнә арналған асыҡ республика конкурсында икенсе йыл рәттән Буранбай ауылының Аралбаевтар һәм Ҡотоевтар ғаиләләре намыҫлы сығыш яһаны.
Буранбай ауылы феноменыСочи ҡалаһында үткән Халыҡ-ара ғаилә фестивалендә Зарифа һәм Фәттәх Аралбаевтар, Башҡортостан намыҫын яҡлап, бар тамашасы­ларҙы, жюри ағза­ларын таң ҡалдырып ҡайтты. Буранбай халҡының был талантлы ғаиләгә рәхмәте сикһеҙ, нисә быуын ҡурайсының, бейеүсенең, йырсының һәләтен күреп, үҫтереп, оло тормошта үҙ урынын табырға ярҙам иткән һәләтле педагогтар үҙҙәре лә йырлай, бейей, ҡурайҙа уйнай. Әйткәндәй, әле Зарифа Аралбаева өлкәндәр өсөн фитнес-аэробика түңәрәген алып бара.
Ауылда “Еҙ үксә” өлгөлө балалар бейеү ансамбле, “Гәүһәркәй” фольклор ансамбле, “Әхирәттәр” клубы, “Илһам” ҡатын-ҡыҙҙар бейеү ансамбле, “Азамат” ир-егеттәр вокаль ансамбле уңышлы эшләп килә. Бөтә саралар ҙа ошо коллективтар, ауыл депутаттары, староста, имам-хатиб, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр ҡоро ағзалары ярҙамында үтә.
Буранбай мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Зөфәр Абыҙгилдин ауылдың тарихына байҡау яһаны:
– Буранбай сәсән Ҡотосов хаҡында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙма мәғлүмәт күп түгел, әммә телдән телгә күсеп килгән легендалар шаҡтай киң таралған. Буранбай сәсән тураһындағы мәғлүмәттәрҙе заманында атаҡлы Мөхәмәтша сәсән Буранғолов аҡ ҡағыҙға теркәгән һәм “Фольклор ижадсылары” исемле ҡулъяҙмаһына индергән.
Кем булған Буранбай? Был турала Мөхәмәтша Буранғолов: “Буранбай исеме аҫтында башҡорт халҡының бик күп көйҙәренең һәм йырҙарының авторы булған реаль шәхес тора. Легендаларҙан күренеүенсә, Буранбай шул исем менән йөрөтөлгән йырҙың ғына авторы түгел, ә “Ялан Йәркәй”, “Һыр”, “Тәфтиләү“, “Хажғәле “Иркутский“, “Бөркә тал”, “Сәлимәкәй”, “Шаһибәрәк”, “Аҡ яурын сал бөркөт” йырҙарын һәм көйҙәрен сығарыусы ла. Ул баяр-тархандарға, илде һәм халыҡты талаусыларға ҡаршы болалар ойоштороусы батыр ҙа. Ҡайһы ерҙә, ниндәй исем менән йөрөп, ниндәй эш ҡылһа, шул урында уның тураһында тарих тыуған, – тип яҙған Мөхәммәтша Буранғолов үҙенең ҡулъяҙмаларында.
Буранбай ауылы феноменыШулай уҡ Мөхәмәтша Буранғоловҡа “Урал батыр” эпосын яттан еткергән Ғәбит сәсән Арғынбаев Буранбай хаҡында былай тип һөйләгән: “Ул йырлағанда кешеләр үҙ-үҙҙәрен онотҡан: ит турап ултырғандар ҡулын киҫкән, һыуҙан ҡайтып килгән ҡыҙҙар һыуын түккән, ауырыуҙар, сирен онотоп, тороп ултырған”. Буранбайҙың даны тирә-яҡҡа таралған. Ҡаһарман кантон уны йәшерен генә уҡырға ебәргән. Ҡаһым түрә менән уҡып ҡайтҡас, Наполеон яуына киткән. Һуғышта дан ҡаҙанып, күкрәге тулы миҙал, батырлығы өсөн алтын һаплы ҡылыс алып ҡайтҡан.
Буранбай сәсәндең тыуған йылы аныҡ ҡына билдәле түгел. Шулай ҙа Мөхәмәтша Буранғолов уны 1781 йылға ҡайтарып ҡалдырған. Ревизия материалдарына ҡарағанда, Буранбайҙың алты улы булған: Зөлҡәрнәй, Нәүширван, Йыһанша, Мөхәмәтша, Абдулмоталлап, Йәдгәрхужа. Өлкән улы Зөлҡәрнәй 1795 йылда тыуған тип күрһәтелә. Тимәк, беренсе улы донъяға килгәндә уға 18 йәш булғандыр тип фараз иткәндә лә, ул 1776 – 1777 йылдарҙа тыуған булып сыға.
Тарихсы яҡташыбыҙ Әнүәр Әсфән­диәров “Башҡортостан ауылдары тарихы” тигән китабында хәҙерге Баймаҡ районына ҡараған Буранбай ауылы хаҡында һәм ул исемде йөрөткән шәхес тураһында түбәндәгеләрҙе яҙа: “1812 йылда Таналыҡтың ҡушылдығы булған Оморҙаҡ йылғаһы буйында, элекке утар урынында Буранбай ауылы барлыҡҡа килә. Ауылдың исеме йорт старшинаһы, 14-се дәрәжәле чиновник Буранбай Ҡотдос улы Һөйөндөков хөрмәтенә “Буранбай” тип йөрөтөлә башлай. Тәүҙә Буранбай 6-сы кантонда төҙөлгән ғәскәрҙең Ырымбур һәм Себер буйы сиктәренә оҙатып йөрөгән башлығы булған. Һуңынан уны йорт старшинаһы итеп тәғәйенләгәндәр. Этҡол, Кинйәбулат, Ғәҙелбай, Сындәүләт, Буранбай, Бәхтегәрәй, Фәйзулла ауылдарына баш иткәндәр.
1811 йылда кантон башлығы Аҡҡол Биктимеров Буранбайға, икенсе йорт старшинаһы Ибраһим Айсыуаҡовҡа башҡорттарҙың резерв командаһынан (уларҙы сик буйына барыуҙан ҡотолдороу өсөн, йәнәһе) аҡса йыйырға ҡушҡан. Аҡсаны кантон башлығы үҙләштергән, ә Буранбай менән Ибраһимды ғәйепле тип табып, 1820 йылда Себергә һөргөнгә ебәргәндәр. Әммә Буранбай, Верхнеуральск ҡалаһына еткәс, ҡасып киткән. Легендаларға ҡарағанда, һөргөндән ҡасҡас, Буранбай үҙенә Йәркәй исеме алған һәм Туҡ-Соран (хәҙерге Ырымбур өлкәһе) яҡтарында, Юшатыр буйҙарында, әлеге Әбйәлил тарафтарында йөрөгән. Ҡайһы бер легендаларҙан күренеүенсә, ул был яҡтарҙа үҙенең батырлығы, сәсән һәм ҡурайсы булыуы менән дан ҡаҙанған. Уның үҙе тураһында ла халыҡ йыр сығарған. “Буранбай” тип йөрөтөлгән әҫәрҙе йырсылар бөгөн дә яратып башҡара. Мәүлетбай Ғәйнетдинов менән берлектә халыҡ йырсыһы Абдулла Солтанов башҡарған “Буранбай” кемдәрҙең генә һушын алмай! Әйткәндәй, сәсәндең ауылдашы, Буранбай ауылы егете Хәбир Раев, Нефтекама ҡалаһында үткәрелгән “Дуҫлыҡ-2000” республика конкурсында ошо йырҙы башҡарып, гран-при яулағайны. Ғөмүмән, ауылдаштары Буранбай сәсән исеменә тап төшөргәне юҡ. Бәләкәй генә ауылдан дүрт яҙыусы, ундан ашыу оҫта ҡурайсы, йырсы, бейеүсе, талантлы мәҙәниәт хеҙмәткәре сыҡҡан. Яҙыусы Наил Ғәйетбаев, шағирҙар Рәйес Түләков, Шәфҡәт Әбйәлилов, шағир-публицист Әхмәр Үтәбай, республика конкурсы лауреаттары, ҡурайсылар Әхиәт Ғәйетбаев, Таһир Хәмитов, Йәмил Үтәбаев, Рәмил Ҡотосов, Зәйнулла Раев, Ирғәле һәм Нурғәле Байрамғоловтар, Айтуған Усманов, Иҙел Аралбаев, Илгиз Ғәйетбаев, йырсылар, ағалы-ҡустылы Фәннүр һәм Фәттәх Аралбаевтар, Хәбир Раев, Юнир Һағынбаев, Ғаяз Ғәйетбаев, Иршат һәм Азат Ҡарасуриндар, Нух Ҡотоев, бейеүселәр Зарифа Аралбаева, Хәбир Аралбаев, Фәйрүзә Абыҙгилдина, Азат Буранбаев, Рәфҡәт Әбйәлилов – ошо исемлектә. Ҡасандыр йәш талант­тарҙың “Башҡортостан йондоҙсоҡтары” конкурсында саф, көслө тауышы менән бөтә халыҡты таң ҡалдырып гран-при яулаған, хәҙер танылған йырсы Марсель Ҡотоев та ошо ауылдан. “Байыҡ” бейеү конкурсында еңгән Мостафа Ҡотосов та Буранбай нәҫеленән.
“Буранбай ауылына Хоҙай үҙе бер мөғжизә бүләк иткәндер ул, тап ошо ҡөҙрәтле ерҙә таланттар күпләп тыуа”, – тип яҙған академик Әхмәт Сөләймәнов ҡасандыр.
Буранбай ауылы феноменыБуранбайҙың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән Баймаҡ районы, Сибай ҡалаһы етәкселеге байтаҡ эштәр башҡарҙы: Баймаҡ ҡалаһында сәсәндең исемен йөрөткән урам бар, Буранбай Ҡотосов исемендәге призға оҙон көй башҡарыу­сылар бәйгеһе үтә, Сибай ҡалаһында “Ирәндек моңдары” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында “Буранбай” йыры һәр ваҡыт яңғырай, Буранбай ауылынан сыҡҡан эшҡыуар Әҙеһәм Ҡотоев мәрмәрҙән стела ҡуйҙыр­ҙы, Баймаҡ районы Таулыҡай ауыл биләмәһе һәм Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылдары халҡы Буранбайҙың ҡәберен кәртәләп, сәсәндең исеме яҙылған таш ултыртты.
Киләсәктә Буранбайҙың эҙҙәрен һаҡлаған Хәйбулла районы, Ырымбур өлкәһенең Александровка районы араһында бәйләнеш булдырыу зарур. Шулай уҡ Баймаҡта Буранбай сәсәнгә һәйкәл һәм музей булһа, бөйөк шәхесебеҙҙең рухы шатланыр ине.
Баймаҡ район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина фәнни-ижтимағи форумда ҡатнашыу­сыларға рәхмәт белдерҙе. Феноменаль ауылдар темаһының, ысынлап та, бөгөн бик көнүҙәк булыуын, ауылдарыбыҙ тарихын өйрәнеүҙә һәм һаҡлауҙа, йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләүҙә уның әһәмиәте ҙур булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Сараны йомғаҡлап, “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһә­ҙиева феноменаль ауылдар темаһы баҫманың уҡыусыларында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуын белдерҙе. Форумды ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә күрһәткән ярҙамы өсөн Баймаҡ район хакимиәте етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм Башҡортостандың 100 йыллығы алдынан Темәс ауылы феномены тураһында һөйләшеү уҙғарыу зарурлығын билдәләне. Ошондай уҡ сараларҙы Учалы, Күгәрсен райондары ауылдарында үткәрергә тигән тәҡдимдәр булыуын әйтте.
Буранбай ауылы феноменыҺуңынан Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Буранбай ауылының хөрмәтле ветерандарына, “Ватандаш” журналына яҙылыусыларға бүләктәр тапшырҙы.
Аң-белем алып, зиһене яҡтырып таралышты халыҡ был саранан.

Баймаҡ районы.




Наил ҒӘЙЕТБАЕВ,
яҙыусы, драматург, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:

– Атайым бәләкәй саҡта, Буранбайҙың тарихын һөйләп, ауылыма ҡарата һөйөү уятты. Ауылдаштарым балаларына кескәй сағынан нәҫеле тураһында ғорурланып һөйләй, шуға ла беҙҙән илһөйәр, рухлы кешеләр күп сыға. Киләсәктә лә шулай булһа, Буранбай феномены бөтмәйәсәк, тарихта йәшәйәсәк.

Әхмәр ҮТӘБАЙ,
шағир, прозаик, журналист, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:

– Буранбай феноменында мин биш фактор күрәм.
Төп сәбәп “Буранбай” йырындалыр. Уның аһәңендә илаһилыҡ бар. Буранбай сәсәндең замандашы Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаев Буранбайҙы баҡсалағы һандуғасҡа тиңләгән. Йыш ҡына: “Ниңә шундай ауыл була тороп, клубығыҙ иҫке?” – тиҙәр. Мин уларға, Ишмөхәмәт сәсәндең һүҙенә таянып: “Һандуғас бер ваҡытта ла сыйырсыҡ ояһына инмәй...” – тип яуап бирәм.
Тарихи фактор. Ни өсөн Буранбай эҙәрлекләүҙәргә дусар булған? Батша державаһы ерҙе межалаған, йәғни ерҙәрҙең сиктәрен билдәләгән. Буранбай ерҙе һаҡлау өсөн Кинйәбулат ауылын биш өлөшкә бүлгән, йәғни “бәпәйләткән”. Был урындарҙа ауыл һалынып ята тип межа­лай алмағандар, шуның өсөн дә Буранбай эҙәрлекләүҙәргә дусар булған. Буранбайҙың миҫалына башҡа старшиналар ҙа эйәргән. Ул саҡта беҙҙең ауылдың хәҙерге Ғәҙелбай, Манһыр, Әпек, Яңы Кинйәбулат (хәҙерге Беренсе Этҡол ауылының Ҡышлауар йылғаһының һул ярында ултырған өлөшө), Буранбай (хәҙерге Баймаҡ ҡалаһы) ауылдары бүленеп сыҡҡан. Әйткәндәй, башҡорт донъяһының Мөжәүир хәҙрәт феномены Буранбай ауылына бәйле, хәҙрәттең ата-олаталары Манһырға хәҙерге Буранбай ауылынан күсеп килгән.
Йәнә бер фактор – башҡорт йәмғиәтенең һаҡланыуы. Бер генә миҫал. 1914 йылда Билал Азаматов Ватан һуғышынан Зоя (Зөләйха) тигән поляк ҡыҙын эйәртеп алып ҡайта. Ҡыҙ Ислам динен ҡабул иткәнсе, башҡортса һөйләшергә өйрәнгәнсе, күрше Ямаш ауылында йәшәгән. Ауылға уны имтихан бирҙертеп кенә үткәргәндәр. Ауылыбыҙ халҡы дин менән традицияны бөгөнгө көнгә тиклем алып килеп еткергән.
Тағы ла бер мөһим нәмә – Таңһылыу еңгәй Аралбаева хеҙмәте. Ауылдан сәнғәт оҫталары сыға икән, ул – Фәттәх Аралбаевтың ҡаҙанышы. Егермегә яҡын ҡурайсыбыҙ, йырсыбыҙ, бейеүсебеҙ республика конкурстарында еңеү яулаған икән, Фәттәх Аралбаевтың хеҙмәте сағылышы был.
Ә Фәттәхте башҡа туғандары менән бергә Таңһылыу еңгәй тәрбиәләне. Беҙ бәләкәй саҡта уның малайҙары, уйынды өҙөп, иҙән йыуырға, һыу ташырға тип ҡайтып китә торғайнылар. Таңһылыу еңгәй уларҙы егәрле, намыҫлы итеп тәрбиәләне, ул мәктәпте Фәттәх тә үтте.
Тағы ла бер сәбәп. Көслөгә һәр ваҡыт һыйыналар. Бер заман беҙҙең ауылға сыңғыҙҙар күсеп килә башланы. Дауыт олатай хатта өйөн һөйрәтеп алып килде. Һығымта: насар ергә күсенмәйҙәр.
Бына Буранбайҙың феномены ҡайҙа ул! Атай-олатайҙарыбыҙҙың боронғо традицияларын һаҡлап ҡалыу ҙа феноменға тиң. Мәҫәлән, Мөхлис олатай алдында берәү ҙә симешкә сиртергә, тәмәке тартырға, уның юлын ҡыйырға ҡыймай торғайны. Феноменды киләһе быуынға ла еткереү өсөн мәктәптәрҙе, кешеләрҙе, йәштәрҙе һаҡларға, эш урындары булдырырға кәрәк.

Әхиәт ҒӘЙЕТБАЕВ,
ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфөнөң Әҙһәм Исҡужин исемендәге 9-сы музыка мәктәбе директоры:

– Элек-электән Фәррәх, Ғүмәр олатайҙар ҡурайҙа һыҙҙырып уйнай, йырлай торғайны. Миңә шул саҡта ҡурай тетрәткес музыка ҡоралы булып тойола торғайны. Беҙҙең ауылдан Зәйнулла Раев тәүгеләрҙән булып музыка мәктәбендә уҡыны. Йыш ҡына концерт ҡуя инек, шунда буранбайҙар гел беренсе урын ала торғайнылар.
Буранбай феномены: халыҡтың итәғәтле булыуынан да киләлер ул. Насар ғаиләлә бала йырламай.

Рәсих ХӘМИТОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған металлургы:

– X быуаттың беренсе яртыһында ғәрәп яҙыусыһы һәм сәйәхәтсеһе Әхмәт ибн Фаҙлан ошо ерҙәрҙән үткән. Быны Әхмәтзәки Вәлиди ҙә иҫбатланы. Бөйөк сәйәхәтсе юлъяҙмаларында урындағы халыҡтың нисек йәшәүен тасуирлай. Халыҡтың урмансылыҡ, малсылыҡ, игенселек, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүен, файҙалы ҡаҙылмаларҙы эшкәртә белеүен, торнаға табыныуын билдәләй. Хәҙерге көндә бөтә геологтарҙың Урал тауҙарына, Һаҡмар, Таналыҡ буйына иғтибары көслө. Күсей ауылында 10 мең йыл элек үк кварц, алтын ятҡылыҡтарын эшкәрткәнде дәлилләгән шурфтар бар. Буранбайҙа үткән быуаттың 60-сы йылдарында геология партияһы торҙо. Мин шуларға эйәреп йөрөй торғайным.
Буранбай ауылының урыны ла борон замандарҙа дошман ғәскәренән йәшенеү өсөн ҡулай булған. Һәрсҡужа тауынан 14 ауыл күренә, урмандар, тауҙар, ҡырҙар бар. Бында бик боронғо халыҡ йәшәй.


Таһир ХӘМИТОВ,
Өфө сәнғәт колледжының башҡорт уйын ҡоралдары бүлеге уҡытыусыһы, төрлө ҡурай бәйгеләре лауреаты:

– Беҙҙең ауылдан 12 профессиональ ҡурайсы сыҡҡан! Хайран ҡалмаҫлыҡ түгел. Бәләкәй саҡта бесәнгә йырлап барабыҙ, кис етһә, был оста ла, теге оста ла ағайҙар берәм-берәм ҡурай тарта башлай. Беҙ шуларҙы тыңлап, һеңдереп үҫтек. Шулай булғас, ҡурайсыларҙың күп булыуына бер ҙә аптырайһы түгел.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 261

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 100

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 480

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 133

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118