Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғорурланырлыҡ тарихыбыҙ бар
Ғорурланырлыҡ тарихыбыҙ бар Темәстә Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арналған “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. “Башҡортостан дәүләтселеген төҙөүҙә Баймаҡ районы халҡының әһәмиәте ғәйәт ҙур. Тап беҙҙең Темәс ауылында Башҡорт автономияһы тураһында хәл иткес ҡарарҙар ҡабул ителгән, башҡорт милләтенең зыялылары халҡыбыҙ, илебеҙ мәнфәғәтендә бөйөк эштәр алып барған. Баймаҡ ере бөгөн дә Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин, Юныс Бикбов һәм башҡа аҫыл башҡорт улдары эҙҙәрен һаҡлай һәм уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү буйынса изге эштәр башҡара.

Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына әҙерлек киң ҡолас йәйә бара. Баймаҡтың Көньяҡ биҫтәһендә балалар баҡсаһын һәм мәктәпте үҙ эсенә алған комплекс төҙөләсәк, ҡала урамдары төҙөк­ләндереләсәк, Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркына яңы һулыш биреләсәк, Темәстә музейға реконструкция үткәреләсәк һәм башҡалар. Бынан тыш, мә­ҙәниәт, мәғариф учреждениеларында бихисап саралар ойоштороу, “100 йыл­лыҡ­ҡа – Баймаҡтың 100 шәхесе” проектын тормошҡа ашырыу һәм уны китап итеп баҫтырып сығарыу күҙ уңында тотола”, — тип билдәләне үҙенең сығышында, Те­мәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында ойошторолған “түңәрәк өҫтәл”дәге һөйләшеүҙе асып, Баймаҡ районы хаки­миәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина.
“Башҡортостан Республикаһы дәүләт­селегенең барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше: 100 шәхес” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл”дең тап Темәстә ойошторолоуы тиккә түгел. Был ауыл — Башҡорт автономияһының бишеге, шуға күрә милләтебеҙ тарихында айырым урын биләй. Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Баймаҡ районы хакимиәте ойошторған сарала ҡатнашҡан БДУ профессоры, тарих фәндәре докторы Марат Ҡолшәрипов та, Башҡортостандың Дәүләт китап палатаһы директоры Азат Ярмуллин да, Ҡоролтай­ҙың баш белгесе Рөстәм Баянов та үҙ телмәрҙәрендә был фекерҙе айырыуса билдәләне.
— Башҡорт автономияһын ойоштороуға һәм үҫтереүгә күп көс һалған арҙаҡлы шә­хестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереү мөһим һәм был юҫыҡта республикала ла, унан ситтә лә киң эш йәйелдерелде, — тине Рөстәм Сәлим улы. — Башҡорт­остан­да иғлан ителгән “100 шәхес” проекты — быға асыҡ дәлил. Шуныһы үҙенсәлекле: ана шул йөҙ кеше араһынан ун беренең тап Баймаҡ еренән булыуы күпте һөйләй. Улар хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асыу, төрлө саралар ойоштороу, йыйынтыҡтар баҫтырыу бик тә маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Әйҙәгеҙ, ошо йүнәлештәге эште әүҙем­ләштерәйек, милләттәштәр!
Башҡорт Совет автономияһы тарихын бик төплө өйрәнгән һәм уны халҡыбыҙға еткереү өсөн ғәйәт ҙур эш башҡарған ға­лим булараҡ, Марат Мәхмүт улының сы­ғышын кәңәшмәлә ҡатнашыусылар тул­ҡынланып тыңланы. Ул йөмһүриәтебеҙҙең автономия яулау осорон тарихи факттарға нигеҙләнеп оҫта итеп һүрәтләне. “Ҡанлы һәм шанлы ваҡиғалар һөҙөмтәһендә бер миллион самаһы башҡорт ҡырыла, мил­лә­тебеҙҙе аҡтар ҙа, ҡыҙылдар ҙа талай, — тип билдәләне танылған ғалим. — Беҙ­гә данлы тарихыбыҙҙы тергеҙеү, уны ха­лыҡ­ҡа еткереү өсөн ал-ял белмәй эшләргә кәрәк”.
Рус телендә нәшер ителгән “У истоков Баш­кирской республики” китабының авторы Азат Шакирйән улы үҙенең сығышын­да был йыйынтыҡҡа Башҡортостан дәүләт­селеге өсөн көрәшкән, уның нигеҙ ташын һалған билдәле 60 милли хәрәкәт эшмә­кәре һәм башҡорт милли ғәскәре сардар­ҙарының биографияһы тупланыуы тура­һын­да һөйләне. “Башҡортостан дәүләт­се­леген төҙөүҙә баймаҡтар хәл иткес роль уйнаған, — тип билдәләне тарихсы, — шулар араһынан Хәбибулла Ғәбитов, Шаһишәриф Мәтинов, Мөхәмәтйән Булатов, Шәмсетдин Ғафаров, Хажиәхмәт Унасов, Әҙеһәмовтар ғына ла ни тора?! Ошондай арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе халыҡҡа ет­кереү, исемдәрен мәңгеләштереү буйынса изге эштәр атҡарырға кәрәк”.
Билдәле булыуынса, Темәс музейы “100 йыллыҡҡа – 100 объект” республика проектына индерелде. Был хаҡта уның директоры Рәмилә Әбсәләмова бәйән итте. Унда Башҡортостан дәүләтселегенә арналған экспозицияны реставрациялау һәм яңыртыу, фонд һаҡлағыс төҙөү күҙ уңында тотола. Бынан тыш, шул осорҙо һү­рәт­ләгән тарихи реконструкция ла үткәреләсәк.
Темәс ауылының “Атайсал” клубы рә­йесе Сәлимйән Вәлиев күптән инде Баш­ҡорт ғәскәре Темәс ауылы янында Ҡыҙыл Армияға ҡушылған урында обелиск төҙөү ниәте менән янып йөрөй. Был фекерен абруйлы аҡһаҡал “түңәрәк өҫтәлдә” лә ет­керҙе. “Обелисктың эскизы бар, мәсьә­ләне ыңғай хәл итеүҙе һорап Дәүләт Йы­йылы­шы – Ҡоролтайға ла, Бөтә донъя баш­ҡорт­тары ҡоролтайына ла мөрәжәғәт иттем”, — тине ул.
Өмөтбайҙан Башҡортостандың атҡаҙан­ған уҡытыусыһы Айҙар Мәжитовты районда ғына түгел, республикала ла билдәле тарихсы һәм реконструктор булараҡ яҡшы беләләр. Балаларға халҡыбыҙҙың тарихын өйрәтеүгә күп көс һалған, мәктәптә үҙенсә­лекле тарих музейы ойошторған, милли рух тәрбиәләгән педагогтың сығышы был юлы ла йәмәғәтселекте битараф ҡалдыр­маны. Ул, тарихи факттарға нигеҙләнеп, беҙҙең төбәктең Башҡортостан дәүләт­се­леген төҙөүҙәге әһәмиәтен ысынбар­лыҡ­та күҙ алдына баҫтырҙы. Темәс мәк­тәбенең тарих уҡытыусыһы Илнур Ғүмәров та шанлы йылдарҙа Темәс ауылының тот­ҡан урыны тураһында төплө итеп һөйләне.
Иҫ киткес бай тарихы, арҙаҡлы шәхес­тә­ре менән бөйөк беҙҙең башҡорт миллә­те. Ана шул данлы үткәнебеҙҙе онотмай, халҡыбыҙҙың бөйөк ул-ҡыҙҙарының изге эшен артабан дауам итеү – һәр кемебеҙ­ҙең изге һәм мөҡәддәс бурысы. Ул теле­беҙҙе, еребеҙҙе һаҡлауға, рухлы быуын тәр­биәләүгә ҡайтып ҡала. Милләттең киләсәген тап улар билдәләй ҙә инде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 260

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 099

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 479

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 132

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118