Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Боронғо зыярат сере
Боронғо зыярат сере Шәжәрәләр тарих һөйләй. Борон замандан ата-бабаларыбыҙ үҙҙәренең тамырҙарын барлап, дүрткел йәки башҡа формала яҙған. Күбеһенсә шәжәрә ағас рәүешендә төҙөлгән. Ул һауаны, ерҙе һәм ер аҫтын берләштергән билдә булып һаналған. Тәбиғәт ҡанундары буйынса һәр кеше был донъянан китә. Әммә мәрхүмдәр ҙә, ошо ерҙә йәшәүен дауам иткәндәр ҙә, яңы тыуған сабый балалар ҙа тығыҙ бәйләнештә ҡала. Шәжәрә — ул нәҫел тамырҙарыбыҙ, ғаилә, ауыл тарихы. Олуғ шәхес — Башҡортостандың күренекле яҙыусы-прозаигы, башҡорт совет әҙәбиәтенең классигы, бер үк ваҡытта ифрат ҡатмарлы йылдарҙа милицияла эшләгән, Күҙәй кантонының милиция начальнигы, Башҡорт АССР-ының милиция политкомиссары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Имай Насыри — минең ҡан ҡәрҙәшем.
Тыуған ауылы Усылыла 1998 йылдың көҙөндә яҙыусының 100 йыллыҡ юбилей тантанаһы күңелемдә яңы кисерештәр, матур тойғолар уятты. Шул көндән башлап, шиғыр яҙа башланым. Юбилей тантанаһынан һуң үҙемдең нәҫел тамырҙарымды тәрәнерәк өйрәнеү теләге тыуҙы.
Күп тә үтмәй ошо теләк мине Башҡортостан Үҙәк дәүләт тарих архивына алып килде. Бында бөтөнләй таныш булмаған икенсе бер донъяға килеп ингәндәй булдым. Быуаттар буйы архив кәштәләрендә һаҡланып килгән яҙмаларҙы ҡулыма алып, улар менән таныша башлағас, был эштең ябай уҡытыусы өсөн ни дәрәжәлә ауыр һәм күп сығым талап иткәнен аңланым. Бер көндә, бер айҙа, бер йылда ғына тамамланаһы түгел икән!
Баш ҡаланан 180 саҡрым йыраҡлыҡта булған үҙең йәшәгән төпкөл ауылдан йәйәүләп сығып китеп, ошо юлдарҙа йылдар буйы осраҡлы машиналарға ултырып йөрөүе генә лә (ашарыңды һәм торлаҡ мәсьәләләрен иҫәпкә алмайынса) ни тора! Энә менән ҡойо ҡаҙыған һымағыраҡ эш икән был...
Ревизия материалдарын һәм башҡа төрлө тарихи яҙмаларҙы уҡыр өсөн белгес булырға ла кәрәк, әммә туҡталып ҡалманым. Ауыр эш булһа ла, үтә мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы хеҙмәт икән!
Бик күп юлдар, күп йылдар уҙғас ҡына барыһы ла теүәлләнде. Шәжәрәбеҙҙе өйрәнеү барышында барыбер ҙә архивта шәхси заказ асырға тура килде. Мәғлүмәттәрҙең дөрөҫ һәм тулыраҡ булыуын теләнем. Һәм, ниһайәт, эш әҙер булды! Яҙыусы Имай Насыриҙың шәжәрәһе ине ул. Имаметдин Низаметдин улы Насиров менән ҡәрҙәшлегебеҙҙе барыбыҙ ҙа шәжәрә төҙөгәнсе үк тә белә инек, ләкин нисек һәм нисәнсе быуын аша нәҫел икәнлегебеҙ билдәле түгел ине. Ғаиләбеҙ, нәҫел-ырыуыбыҙ өсөн дә был шәжәрә ҙур асыш булды.
Шул осорҙа Өфөгә йөрөп, бер үк ваҡытта оҙаҡ йылдар Имай Насыриҙың тормошон, ижадын өйрәнеп, Ф. Дзержинский исемендәге типографияла “Йөрәктәрҙә Имай Насыри” тигән китабымды нәшриәткә әҙерләнем. Шул тәүге йыйынтығымды баҫмаға тапшырырға ваҡыт еткәндә, шәжәрәбеҙ ҙә өлгөрҙө. 2008 йылда бер мең дана тираж менән үҙ иҫәбемә нәшер ителгән ошо китапҡа Имай Насыриҙың 12 быуынын берләштергән шәжәрәһе лә кереп китте! Был осорҙа “шәжәрә”, “шәжәрәләр төҙөү” тигән һүҙҙәр бик һирәк ишетелә ине. Ә мин быны күңелем ҡушыуы буйынса 1998 йылда уҡ башлағайным.
Бер ни тиклем ваҡыт үтеүгә, әсәйем яҡлап ҡартәсәйем Гөлйемеш Муса­ҡаеваның нәҫел тамырҙарын өйрәнеүгә тотоноп киттем. Эш барышында минең өсөн бер асыш табылды. Данлыҡлы яҡташтарым Тәлғәт, Миҙхәт һәм Нияз Мусаҡаевтар менән беҙ бер тамырҙан булып сыҡтыҡ. Нәҫел ептәребеҙ Бикбау улы Муса Бикбауовтың (1739–1789) тамырҙарына барып үрелде.
Бик күп көс талап ителгән, өс йүнәлештән торған шәжәрә булды ул. Тыуған ауылым Усылыла 2015 йылда ойошторолған Имай Насыриҙың 115 йыллыҡ юбилейына мин был ике шәжәрәне баннерҙарға ла эшләтеп алып барҙым. Сара көнө етеүгә, шәхси заказым менән архивта эшләнгән Үрге һәм Түбәнге Усылы ауылдарының тарихы һәм минең һүҙҙәремә Вәкил Мурзин яҙған “Усылы — тыуған яғым” тигән йырыбыҙ ҙа өлгөрҙө. Юбилей алдынан ғына үҙнәшер ысулы менән сығарған “Онотолмай һуғыш йылдары” тигән дүртенсе китабымды ҡулыма алдым.
Шәжәрә — үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән нәҫел ағасы ғына түгел, ә киләсәк быуындар өсөн мираҫ, тарихи мәғлүмәт. Уны төҙөү мауыҡтырғыс шөғөл дә икән әле ул. Атайым яҡлап та, әсәйем яҡлап та шәжәрәләребеҙҙе барлаған осорҙа, бының бөтә ауырлығын иңдәремә һалып йылдар буйы күтәреп йөрөүемә ҡарамаҫтан, эште артабан да дауам итергә ҡарар иттем. Һуңғы оҙон ғына бер осорҙа бушаған араларҙа матди яҡтан мөмкинлек килеп тыуған һайын ял көндәремде Башҡортостандың Үҙәк Дәүләт тарих архивында үткәрәм. Үҙем ғүмер кисергән Ураҙмәт ауылы халҡының нәҫел тамырҙарын өйрәнеү эше менән мәшғүл булып йөрөйөм. Ураҙмәттәрҙең шәжәрәһенә лә күптән үк тотоноп киткәйнем.
Иң башта Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында шәхси заказымды асып, Ураҙмәт ауылының тарихын эшләтеп алдым. Ҡулыма шуның буйынса ҡыҫҡа ғына һәм Әнүәр Әсфәндиәровтың ижады буйынса үҙемә лә, башҡаларға ла таныш булған мәғлүмәттәр килеп инде. Үҙем 50 йыл ғүмер кисергән Әлшәй районының Ураҙмәт ауылы халҡының шәжәрәләре өҫтөндә тир түгеү үҙемдең шәжәрәләремә ҡарағанда ла ҡыҙыҡлыраҡ булып сыҡты, сөнки эш барышында миңә әленән-әле яңы асыштар осрай. Үҙемдең бик өлкән йәштәге кеше икәнлегемде онотоп, артыҡ ныҡ мауығып та киттем, буғай. Ләкин һаман да тынысланырлыҡ түгел әле... Башҡарылған эш тә, эйе, тау ҡәҙәре! Алдымда өйөлөп ятҡандары ла бихисап!..
Билдәле булыуынса, Рәсәйҙә 1719–1859 йылдарҙа ун ревизия уҙғарылған. 1816 йылдағы етенсе ревизия яҙмалары буйынса Ураҙмәт ауылына нигеҙ һалған Ураҙмәт Иҫәнбәтовтың (1696–1786) ул йылда өс улы теркәлгән: Рәжәп (66 йәш), Хоҙайназар (53 йәш), Хоҙайбирҙе (54 йәш). Ошо мәғлүмәт ураҙмәттәрҙең нәҫел тамырҙары тарихын өйрәнеү эшен башлап ебәреүҙә тағы бер ҙур этәргес булды.
Юҡҡа ғына иң башта ауыл тарихына тотонмағанмын икән. Иң кәрәге уның тарихынан алынған ошо мәғлүмәт булып сыҡты. Ҡолағыма күп йылдар элек ауыл халҡы һөйләгән һүҙҙәр ишетелә: “Ауылдың боронғо зыяратында элек Ураҙмәт исемле кешенең ҡәбере бар ине. Ап-аҡ булып уның ҡәбер ташы йыраҡтан уҡ күренеп торҙо...” Үҙҙәре иҫән саҡта шул таштың урыны ҡайҙараҡ ятҡанын да әйтеп, был һүҙҙәрҙе ауыл аҡһаҡалдары Иншар ағай Зиннәтуллин менән Ғәли ағай Рафиҡовтар һөйләгәйне миңә. Их, тиәһе генә ҡала... Ул саҡта был ағайҙар менән бергәләп унда барып эҙләп табаһы булған да бит шул ташты... Ул ваҡытта ла, һуңыраҡ та ауыл халҡы был кешенең улар өсөн кем булғанлығын белмәй ине шул...
Ауылдан йыраҡта урынлашҡан боронғо зыярат мин был ауылға килеп төпләнгән йылдарҙа етемһерәп, шул боронғо заманда ҡороп ҡуйған сәнскеле тимерсыбыҡтар менән уратып алынғайны. Тиҫтә йылдар буйына ул шулай ултыра бирҙе. Зыярат ихатаһы күп урындарҙа ергә һеңеп бөткәйне... Яланға еләккә йәки бесәнгә йөрөгән саҡтарҙа ғына күрә инем уны.
Бер йылды ҡайҙандыр килеп төшкән сатҡынан ут ҡабынып китеп, зыярат аша янғын да үтеп китте... Һәм унан һуң да шул килеш оҙаҡ йылдар буйы ултыра бирҙе. Боронғо зыяратҡа яңы ҡойма ҡуйыу мәсьәләһен күтәреп, 2006 йылда яҡташыбыҙ Ә. Сәмерхановҡа мөрәжәғәт иттем. Тиҙ үк эш башланып китте. Шул йылда уҡ яңы ҡойма төҙөп ҡуйылды. Ике йылдан һуң шул уҡ яланда — тағы көслө янғын... Йәй уртаһының эҫе бер дауыллы көнөндә ут өйөрмәһе был юлы инде зыярат өҫтөндәге үләндәрҙе генә түгел, яңы төҙөп ҡуйған кәртәне лә, күҙ асып йомғансы тигәндәй, көлгә ҡалдырып уҙҙы. Беренсе янғындан һуң да, икенсеһенән һуң да ауылыбыҙҙың боронғо был зыяратына яңы ҡойма район һәм ауыл биләмәһе хакимиәттәре етәкселеге, иғәнәселәр ярҙамында төҙөп ҡуйылды. Ул эштең мәшәҡәттәре менән дә ошо бер осорҙа бик күп юлдар үттем. Әйтергә кәрәк, халыҡтың күпселек өлөшө был изге урынды һаман да ят күргәндәй. Сөнки улар, зыяратта беҙҙең бер кемебеҙ ҙә ятмай, тип иҫәпләй.
Ниндәйҙер бер көс әленән-әле иғтиба­рымды шул зыяратҡа йүнәлтергә мәжбүр итә. Уның ташландыҡ хәлдә ултырыуына эсем бошоп, элегерәк тә барғылап йөрөнөм. Унда ерләнгән әруахтарҙың ҡәбер таштарындағы яҙыуҙарын фотоға ла төшөрөп алғаным булды. Был урында ниндәйҙер сер ята төҫлө... Ҡәбер таштарындағы яҙыуҙар ғәрәп графикаһы­ның иҫке имләһе менән яҙылған булһа кәрәк. Ул яҙыуҙарҙы уҡый белгән кеше хәҙергә табылманы...
Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Ураҙмәт Иҫәнбәтовтың өс улы булғанлығы билдәле. Ауыл зыяратында Ураҙмәт тигән исемде күргәндәр ҙә бар. Тимәк, миңә Ураҙмәттең улдары — Рәжәп, Хоҙайбирҙе һәм Хоҙайназар тигән исемдәрҙең тарихын эҙләргә кәрәк. Ауылда бөгөн берәүһенең генә исеменә лә яҡын булған фамилиялар юҡ. Ә бит был кешеләр, моғайын да, ураҙмәттәр булған. Ауылыбыҙ зыяратында ятҡан Ураҙмәт исемле кеше уларҙың атаһы булырға тейеш. Был исемдәр менән ураҙмәттәр араһындағы бәйләнеште эҙләйем.
Бөгөн арабыҙҙа йәшәгән кемдер берәүҙең нәҫел ептәре ошо тамырҙарға барып үрелергә тейештер бит инде, тигән уйҙар менән асырғаланып эҙләнеү эшемде дауам итәм. Ауыл менән архив араһында йөрөй торғас, инде лә был эште дауам итерлек мөмкинлек төрлө яҡлап та сикләнде. Ә туҡтағым килмәй...
Бер көндө мин Өфө ҡалаһында йәшәгән яҡташым Владимир Александрович Табаев (Вәли Әнүәр улы) һәм уның ҡатыны Венера Гәрәй ҡыҙы менән осрашып һөйләштем. Бергәләп архив юлдарында йөрөлдө. Һәм... улар менән тапҡан тәүге асышыбыҙ: Вәли Әнүәр улы Табаевтың нәҫел ептәре Ураҙмәт Иҫәнбәтовтың Хоҙайбирҙе исемле улына барып үрелде. Ауыл зыяратында күмелгән Ураҙмәт ураҙмәттәрҙең йыраҡ ҡан бабаһы булып сыҡты.
Тағы эҙләнеүҙәр... Күп тә үтмәй ауылда йәшәгән Шәүәлиев, Зиннәтуллин, Хөснөтдинов, Нурғәлиев, Сәмерханов, Латипов, Әхмәров, Нурмөхәмәтов, Камалиев, Шәрифуллин, Әхмәтйәнов, Нәҡиев, Ҡотлобаев һәм башҡа бик күп фамилиялар Ураҙмәт Иҫәнбәтовтың Хоҙайназар, Әхмәр, Ғәббәс исемле улдарының тамырҙарына алып барып тоташыуы асыҡланды. Күптән түгел Рәжәп Ураҙмәтовтың йөҙәрләгән исемдәрҙе, тиҫтәләгән ошо ауылда йәшәгән бик күп фамилияларҙы үҙ эсенә алған шәжәрәһе төҙөп ҡуйылды. Ул Фәйезов, Басиров, Муллағәлиев, Халиҡов, Ғәзизовтарҙың йыраҡ бабаһы булып сыҡты.
Ауылдаштарыбыҙ Вафир, Насир, Ғәли ағайҙарҙың фамилиялары — Әхмәтгәрәев. Был фамилияның тамырҙары ҡайһы тирәләрәк булыр икән, тип уйланым. Элекке күршеләрем Нажиә менән Ғәли Әхмәтгәрәевтәрҙең телендә мин йыш ҡына “Әхмәр”, “Әхмәрҙәр” тигән һүҙҙәрҙе ишетә инем...
Әхмәтгәрәевтәр нәҫеле Ураҙмәт бабабыҙҙың Әхмәр исемле улынан таралған булырға тейеш тигән һығымтаға килеп, ҡабат-ҡабат архив яҙмаларын аҡтарам. Ләкин бәйләнеште таба алмайым. Бер көн Сәмерхановтарҙың шәжәрәһен алып, Вафир ағайҙың ҡыҙы Зөлфирә Исламоваға юл тоттом...
Бер аҙҙан Зөлфирәнең күҙендә нур балҡып китте. Унда яҙылған бер исемгә уҡталып: “Беҙҙең атайыбыҙ, фамилиябыҙ Шәрәфетдинов булырға тейеш ине, тип һөйләне”, — тигән һүҙҙәре менән дауамы туҡталып ҡалған Шәрәфетдин исемен ҡәҙерләп һыйпап уҡ ҡуйҙы. Тиҙҙән Зөлфирә, архив сығымдарын бер үҙе күтәреп, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында шәхси заказын асып, үҙ нәҫеленең шәжәрәһен эшләтеп алды. Әхмәр нәҫеленән булған Шәрәфетдин тигән кеше Зөлфирәнең йыраҡ ҡан бабаһы булып сыҡты. Шулай итеп, ауыл халҡының төп өлөшө шәжәрәле булды. Владимир Табаев менән Зөлфирә Исламовалар, Урал менән Әмирхан Сәмерхановтар, Гөлнара менән Фәнүр Фәйезовтарҙан башҡа меңәрләгән ураҙмәттәр, бер ниндәй сығым түкмәйенсә, бер төрлө лә мәшәҡәт күтәрмәйенсә, нәҫел тамырҙарының тарихын белде. Ураҙмәт ауылының боронғо зыяратында ауыл халҡының 1786 йылда ерләнгән йыраҡ ҡан бабаһы Ураҙмәт Иҫәнбәтов ятҡанлығы раҫланды.
Төрлө йылдарҙа уҙғарылған ревизия яҙмалары буйынса Ураҙмәт Иҫәнбәтовтың туғыҙ балаһы — һигеҙ улы һәм бер ҡыҙы булғанлығы асыҡланды: Сәфәр (1717), Ғәббәс (1747), Рәжәп (1750), Әхмәр (1752), Сәхибә (1752), Рафиҡ (1753), Хоҙайбирҙе (1762), Хоҙайназар (1763), Ибрай (1763). Йыраҡ бабабыҙҙың биш улы — Ғәббәс, Әхмәр, Хоҙайбирҙе, Хоҙайназар, Рәжәп исемле улдарының тамырҙары бөгөн беҙҙең арабыҙҙа йәшәгән ауылдаш­тарыбыҙҙың нәҫел ептәренә тоташты.
Күптән түгел шаулап-гөрләп Ураҙмәт ауылының 270 йыллыҡ юбилей тантанаһы булып уҙҙы. Байрамда ураҙмәттәр ҙур әүҙемлек күрһәтте. Майҙанға оя-оя булып ойошоп, ултырғыстар, өҫтәлдәр күтәреп сығып ултырыуҙары осраҡлы түгел ине. Шәжәрәләр, дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ көсө берләштерҙе халыҡты. Тырыш, уңған, егәрле кешеләр йәшәй бында. Ураҙмәттәрҙең нәҫел ептәренә милли биҙәк булып үрелгән башҡорт милләтенән булған кейәү һәм килендәребеҙ айырыуса булдыҡлы. Байрамға әҙерләнгән осорҙа улар әүҙем булды, сара үткәреү мәшәҡәттәре менән йәшәне. Ураҙмәт ауылының 270 йыллыҡ юбилейы тарихта ҡалырлыҡ ғәйәт ҙур байрам булып, һәр кемдең күңелендә бик оҙаҡ һаҡланыр.

Клара ТУҠАЕВА,
мәҙәниәт хеҙмәткәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 261

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 099

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 480

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 133

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118