Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөйөк далала – ҡурай моңо
Бөйөк далала – ҡурай моңо Ҡаҙағстандың Ҡыҙылурҙа ҡалаһында “Ҡорҡот һәм Бөйөк дала көйҙәре” IV халыҡ-ара төрки телле халыҡтарҙың традицион музыка сәнғәте фестивале үтте. Фестивалде ТӨРКСОЙ һәм Ҡыҙылурҙа өлкәһе хакимиәте ойошторҙо.
Фестивалдә Евразия илдәренән – Азербайжандан, Белоруссиянан, Ҡытай­ҙан, Бөйөк Британиянан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Монголиянан, Үзбәкстан­дан, Төркиәнән, Рәсәй төбәктәренән Башҡортостандан, Саха (Яҡут) Респуб­ликаһынан, Татарстандан, Тыванан 80-дән ашыу музыка белгесе, фольклорсы һәм башҡарыусы ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһын “Биш­бар­маҡ” төркөмө (Морат Йәнйоҙаҡов, Вәсил Ғафаров, Марсель Әмекәсов һәм Яромир Ярасбаев – ҡурай, барабан, туба, думбыра һәм аккордеон) таныш­тырҙы. Сәфәр сиктәрендә музыканттар Ҡаҙағстандың иҫтәлекле урындарында – Хужа Әхмәт Ясауи, Арыҫлан-баба мавзолейында, Ҡорҡот Ата мемориалында булды.
Сара сиктәрендә “Ҡорҡот Ата мираҫы: эпик мәҙәниәт, халыҡ риүәйәттәре һәм көйҙәре” ғилми-теоретик конференцияһы үтте. Пленар ултырышта ҡунаҡтарға һәм фестивалдә ҡатнашыусыларға сәләмләү телмәре менән Ҡыҙылурҙа өлкәһе хакимы Ҡырымбәк Кушербаев сығыш яһаны. Н. Бекежанов исемендәге Ҡы­ҙылурҙа өлкә музыка-драма театрында уҙған фестивалде асыу тантанаһында конференцияла ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһының Генераль секретары Дюсен Касеинов һәм Ҡаҙаҡ милли сәнғәт университеты ректоры Айман Мусаходжаева сәләм­ләне.
Үҙ сығышында Дюсен Касеинов, Деде Ҡорҡот – легендар шәхес, төрки донъя­ның дөйөм ҡиммәте һәм тәрән мәғәнәле­лек символы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Йырсы-риүәйәтсе булараҡ танылған Деде Ҡорҡот бөгөн бөтөн донъяла ҡулланыл­ған ҡыллы музыка ҡоралы копузды уйлап сығарған.
Фестиваль сиктәрендә лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы, унда төрлө илдәрҙән традицион музыка ғалимдары һәм башҡарыусылар тамашасыларҙы төрки халыҡтарының музыка әҫәрҙәре менән таныштырҙы.
“Ҡорҡот һәм Бөйөк дала көйҙәре” фестиваленең маҡсаты – төрки халыҡта­рының бай фольклор мираҫын һаҡлап ҡалыуҙа һәм популярлаштырыуҙа булыш­лыҡ итеү, милли музыка сәнғәтен үҫтереү, мәҙәни бәйләнештәрҙе киңәйтеү. Фестиваль өс йыл һайын уҙғарыла.


Автор: Л. ҠӘҘИМОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509