Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юбилярға – Башҡорт Википедияһы бүләге
Халыҡ араһында “Нимә сыҡһа, шул баймаҡтарҙан сыға!” тигән киң таралған әйтемде бөгөн саҡ ҡына үҙгәртеп “Нимә сыҡһа, шул Башҡорт Википедияһы ирекмәндәренән сыға!” тиергә лә мөмкин. Сөнки ошо ирекле Интернет, энциклопедияны тулыландырыу буйынса ал-ял белмәй, йөҙөп йөрөп эшләгәндәр яңынан-яңы ҡыҙыҡлы проекттар уйлап табып, уны шунда уҡ тормошҡа ашыра башлай.
Быйыл иһә улар арҙаҡлы шәхестәрҙе юбилейлы тыуған көндәре менән ҡотларға йәки иҫкә алырға тәҡдим итә. Көн һайын Башҡорт Википе­дияһының баш битендә ошо көн юбилярҙары исемлеге яңыртыла. Шәхес тураһында мәҡәлә булған осраҡта, уның фамилияһы – зәңгәр, мәҡәлә булмағанда ҡыҙыл төҫтә күренә. Әлеге ваҡытта Википедияла бик күп шәхестәр тураһында мәҡәләләр юҡ, шуға күрә исемлек башлыса ҡыҙыл төҫлө. Ләкин ваҡыт үтеү менән улар яйлап ҡуйыла бара. Теләге һәм һәләте булған һәр кем үҙаллы йәки әүҙем ирекмәндәр ярҙамында мәҡәлә яҙа, элеккеләренә мәғлүмәт өҫтәй ала. Бары тик алға маҡсат ҡуйып, белмәгәнеңде тәжрибәле википедистарҙан һорарға, уларҙың кәңәшен тоторға һәм ҡурҡмай эшләргә кәрәк.
Башҡортостан Республикаһының Милли архивы сайтындағы мәғлүмәткә нигеҙләнеп төҙөлгән был проект башланып ҡына торғанлыҡтан, исемлектә кемдеңдер фамилияһы булмауы ла ихтимал. Ниндәйҙер сәбәп менән исемлеккә инмәгән юбиляр хаҡында “Проект буйынса фекерләшеү” битендә хәбәр итергә кәрәк. Проект исемлегенә шәхестәр 50 йәштән башлап индерелә. 50 йәше тулмаған йәки ағымдағы тыуған көндәрен билдәләгән арҙаҡлы шәхестәрҙе лә шундай уҡ ысул менән ҡотларға мөмкин. Был, башҡа бүләктәр менән сағыштырғанда, иң ҡиммәтлеһе буласаҡ, сөнки бөгөн Википедия 300 самаһы телдә донъя күрә һәм улар үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Тимәк, юбилярҙар башҡорт телендә генә түгел, башҡа телдәрҙә лә ҡотланасаҡ. Беҙгә бары тик арҙаҡлы шәхестәребеҙ тураһында күберәк мәҡәләләр яҙып, булғандарын тулыландырырға, уларҙың барыһын да Википедия аша донъяға танытырға ғына кәрәк! Илһөйәрҙәр, ҡушылығыҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 261

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 099

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 480

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 133

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118