Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡурсаҡ “дауалап” үҫкән ҡыҙ
Ҡурсаҡ “дауалап” үҫкән ҡыҙҺөнәренә мөкиббән бирелгән, унан башҡа тормошон күҙ алдына килтерә алмаған Асҡар ҡыҙы Шәүрә Лотфуллина бар ғүмерен ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм буласаҡ әсәйҙәрҙең сәләмәтлеген һаҡлауға бағышлай.

Кескәй саҡтан табип булырға хыялланған ҡыҙ ҡурсаҡтарын дауалау, әхирәттәренә укол һалыу кеүек уйындарҙы үҙ итә. Ата-әсә­һе лә ҡыҙҙарының был мауы­ғыуын хуплай. Биш йәше тул­ғанда Шәүрә ҡапыл ныҡ ауырып китә, дауаханала ятҡанда аҡ халатлыларға шул тиклем ышана, уларҙы ниндәйҙер бер мөғ­жи­зәгә эйә тип уйлай. Шул са­ғында әсәһенә: “Мин, үҫкәс, табип булам!” — тип әйтә.
Ҡыҙҙың әйткәндәре Хоҙайҙың “амин” тигән сағына тура киләме, әллә хыялына үҙе юл ярамы, 1971 йылда тырыш һәм маҡсатлы Шәүрә Фәтхинур ҡыҙы Өфө дәү­ләт медицина институтына уҡырға керә.
— Һәр саҡ балалар табибы булырға хыялландым, әммә документтарымды тапшырған ваҡыт­та педиатрияның нимә икәнен бел­мәгәнлектән, уларҙы дауалау бүлегенә биргәнмен. Аҙаҡтан ғына педиатр балалар табибы икәнлеген аңланым, — тип йылмая табип.
Шулай ҙа ул юғары категориялы акушер-гинеколог булыуына бер ҡасан да үкенмәй. Иң мө­һиме, буласаҡ әсәйҙәр сәләмәт­леген ҡайғыртыу — һау-сәләмәт сабыйҙың донъяға килеүенә тәүге аҙым.
Ҡулына диплом алған йәш белгес хеҙмәт юлын Асҡар район дауаханаһында башлай. Йәштән һөйгән егете Мирза Лотфуллин менән сәстәрен сәскә бәйләгәс, йәштәр Магнитогорск ҡалаһына эшкә бара. Бер-бер артлы Ғаяз һәм Вадим исемле малайҙары донъяға килә. Тиҙҙән күрше өлкә­лә йәшәүҙәренә 40 йыл тула, әммә Шәүрә Лотфуллина бер ваҡытта ла үҙен тыуған еренән айырылған, ситтә йәшәгән кеүек тоймай. Беренсенән, араларҙың яҡынлығы ярҙам итһә, кәрәк ваҡытта “һә” тигәнсе, туғанда­рыңа барып етәһең, икенсенән, район­даштарының һәр саҡ эҙләп табып, уға ғына күренергә тырышыуы, башҡортса аралашыуы ярҙам итә.
Магнитогорск ҡалаһында акушер-гинеколог булып оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә үҙ һөнә­ренең оҫтаһы булараҡ, пациент­тарының ихтирамын күптән яуларға өлгөргән ул. Һәр кемгә иғтибарлы булыуы, улар менән итәғәтле мөғәмәлә итеүе, ауырыу­ҙы шунда уҡ дөрөҫ асыҡлауы, сирленең кем булыуына ҡара­маҫтан, уға барынса ярҙам ҡулы һуҙырға тырышыуы — табиптың төп сифаттары.
— Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы әсә булыуҙа икәнлеген һәр кем иҫенән сығармаһын ине. Йәш ҡыҙҙарына әсәй кеше был турала бала саҡтан әйтә килергә тейеш, тип иҫәпләйем, — ти тәжрибәле табип. – Һәр кем үҙ сәләмәт­ле­генә етди ҡарарға тейеш. Йылына бер тапҡыр булһа ла ҡатын-ҡыҙ­ҙар консультацияһына барып, медицина тикшереүҙәре үтер­гә, кәрәкле анализдар тапшырып торорға кәрәк. Хәҡиҡәт сағышты­рыуҙа күренә, тиҙәр. Ҡала ерендә эшләгән табип булараҡ, бигерәк тә ауылда йәшәгән ҡатындар килһә, уларҙың үҙ сәләмәтлегенә шул тиклем битараф булыуына аптырап ҡалам. Тиҙ арала операцияға килергә ҡушаһың, улар, йә малым, йә ирем, тип һуҙа килә. Ахырҙа мал да, ир ҙә кәрәкмәй, ә һаулыҡ бөткән була...
Шәүрә Фәтхинур ҡыҙы көнөнә 40-ҡа яҡын сирлене ҡабул итә, шулай уҡ ҡаланың 2-се бала табыу йортонда ла эшләй. Эш сәғәтем үтте, тип коридорҙа сират көткәндәрҙе ҡабул итмәй ҡалмай, һәр береһен яҡшылап ҡарап, кәрәкле дауалау тәғәйенләй.
Олоғайған һайын тыуған яҡ үҙенә нығыраҡ тарта тигәндәй, Лотфуллиндар Асҡарҙа йорт төҙөгән, баҡса ултыртҡан. Тормош иптәше күберәк унда булыша, аҙ ғына буш ваҡыты булыу менән геройым да ире янына ашыға. Бигерәк тә сәскәләр үҫтерергә ярата ул, йәйле-көҙлө уларҙың баҡсаһы шау сәскәгә күмелә.
— Һәр береһенә сабый баҡҡан кеүек яратып бағам, күңелемде һалам, — ти Шәүрә Фәтхинур ҡыҙы. – Күрәһең, улар ҙа мине аңлайҙыр, үҙҙәренең илаһи матурлығы менән яуап бирә.
Тәү ҡарашҡа баҫалҡы ғына күренгән геройымдың тора-бара шул тиклем ҡыҙыҡлы әңгәмәсе булыуы асыҡланды. Шуныһы ҡыуаныслы: башҡорт ҡыҙы сит өлкәлә юғалып ҡалмайынса, үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, кеше сәләмәтлеге өсөн фиҙакәр хеҙмәт итә һәм шул уҡ ваҡытта булмышына, туған теленә хыянат итмәй, һаман булһа яҡындарына изгелек һәм матурлыҡ өләшә.
Силәбе өлкәһе,
Магнитогорск ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 261

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 099

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 480

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 133

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118