Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт ҡымыҙы – Англияла
Башҡорт ҡымыҙы – АнглиялаЯңыраҡ, йәғни “Комсомольская правда” гәзитенең быйылғы 17 март һанында, башҡорт балының исеме менән башҡа ерҙәрҙә бал етештереүселәр үҙҙәренекен арзаныраҡ хаҡҡа һата икән, тигән мәғлүмәт баҫылғайны. Эйе, беҙҙең бал үҙенең сифаты яғынан юғарыраҡ тора шул. Быға тәбиғәтебеҙ ҙә ярҙам итәлер… Ошо мәҡәлә менән танышҡандан һуң башҡорт ҡымыҙына ҡағылышлы тарихи мәғлүмәттәр хаҡында бәйән итмәксе булдым.
Ҡымыҙ бик борондан ябай эсемлек кенә түгел, ә шифалы дауалау сараһы булып та киң танылған. Уны бер беҙҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә белгәндәр.
Ә Рәсәйҙә уны бынан мең йыл элек ҡулланғандар. Ул ваҡыттарҙа урыҫтарға һәм башҡа халыҡтарға күрше булып Днепр, Дунай, Дон далаларында, Азов, Арал диңгеҙе, Ҡара диңгеҙ ярҙарында, Волга буйҙарында төп халыҡ – ҡыпсаҡтар йәшәгән. Улар аша урыҫтар һәм башҡа сиктәш халыҡтар ҙа ҡымыҙ менән таныш булған.
Етмәһә йылҡылары дала ҡылғаны менән туҡланғас, эсемлек сифатлы булғандыр. Ҡымыҙ яҡшы булһын өсөн дала ҡылғаны кәрәк шул. Ә бына үткән быуаттың етмешенсе йылдарында итальяндар үҙҙәрендә ҡымыҙ етештереү өсөн Башҡортостандан йылҡылар һатып алып, ҡымыҙ эшләп ҡараны, әммә килтереп сығара алманылар; сифаты яғынан башҡорт ҡымыҙына оҡшамаған, тинеләр.
Бынан 130 йыл элек Англияның баш ҡалаһы Лондонда булған башҡорт ҡымыҙына бәйле бер тарихи ваҡиғаны һөйләп үтке килә.
1886 йылдың майында Лондонда “Халыҡ-ара гигиена күргәҙмәһе” асыла. Ошо күргәҙмәлә башҡорт ҡымыҙын нисек эшләү һәм уның сифаттарын Европа халҡына күрһәтеү маҡсаты ҡуйыла. Уның өсөн дала бейәләрен, ҡымыҙ әсетеү ҡорамалдарын һәм уны әҙерләү өсөн оҫталар алып барырға кәрәк була, шуға күрә алдан бик оҙаҡ әҙерлек алып барыла.
Был күргәҙмәлә Европа һәм Азия илдәренән килгән халыҡ вәкилдәре ҡатнашып, һәр береһенә айырым урын бүленеп, төрлө-төрлө бүлектәр ойошторолған. Һәр халыҡ үҙенең милли аш-һыуын йәки кейем-һалымын күрһәткән. Ә Рәсәй башҡорт ҡымыҙын күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ошо бүлекте яҡшы итеп йыһазландырыу һәм зиннәтләндереү өсөн урын-еренә еткереп әҙерләргә кәрәк була.
Күргәҙмәлә ҡуйыласаҡ барлыҡ нәмәләрҙе Урта Азиянан, Ырымбур – башҡорт далаларынан йыйғандар. Ә бына йәшәү өсөн йортто Санкт-Петербургта төҙөгәндәр. Күргәҙмәне ойоштороу һәм уны Лондон ҡалаһына алып барыу эше Джордж Каррик тигән кенәзгә йөкмәтелгән. Ул үҙенең йылҡы көтөүенән иң яҡшы 11 башҡорт һәм ҡаҙаҡ бейәһен, ә кенәз М.М. Долгорукийҙың 400 бейәһе араһынан дүрт төркмән бейәһен һайлаған. Быларҙан тыш, тай, бер алаша, ике эт һәм ике ишәк тә алынған. Был ишәктәр бер инглиз ғалимының һорауы буйынса алып барыла. Ғалим уларҙың көнкүреш шарттарын һәм Европалағы ишәктәрҙән айырмаһын (һөлдә төҙөлөшен) өйрәнеү өсөн һораған икән. Бейәләрҙе ҡарау, уларҙы бәйләп ҡымыҙ эшләү өсөн башҡорт, ҡаҙаҡтарҙан вәкилдәр һайлап алырға кәрәк булғас, уларҙы табып күндереү, алдан уйланғанса, бик еңелдән булмай, сөнки улар үҙҙәренең ил-ырыуынан айырылып, сит илгә китеүгә бик тиҙ генә ризалаша һалмай.
Шулай ҙа, ауырлыҡ менән булһа ла, вәкилдәр табыла: ирле-ҡатынлы бер башҡорт ғаиләһе, өс йәшлек ҡыҙҙары менән, бер ҡаҙаҡ ғаиләһе һәм татар ҡарты ризалыҡ бирә. Әлбиттә, күргәҙмәгә алып барырға, йәғни бөтә ер йөҙөнә күрһәтергә булғас, бик һөйкөмлө, таҙа кешеләрҙе һайлайҙар. Күргәҙмә биш ай буйына дауам итергә тейеш булғанлыҡтан, уларҙы ҙур ғына байлыҡ бүләк итеп күндерергә тура килә. Үҙҙәрен баштан-аяҡ кейендерергә кәрәк була. Был мәшәҡәттәр генә лә өс көнгә һуҙыла. Һәр береһенә өсәр пар милли кейем, икешәр пар ситек тектерелә. Унан башҡа урын-ятыр әйберҙәренән бохара юрғаны, мендәр-яҫтыҡ һәм бик матур һандыҡ әҙерләйҙәр. Юлға сәй-шәкәр, икмәк, ҡорот, ҡаҡланған ит һәм башҡа аҙыҡ-түлек хәстәрләнә.
Иң ҡыйыны яңы тирмәләр әҙерләү була. Тығыҙ кейеҙҙән бик яҡшы өс тирмә ҡорола, сөнки тирмәнең ни икәнен дә белмәгән Европа халҡына күрһәтеү өсөн, әлбиттә, бик ҡупшы тирмәләр эшләтергә кәрәк. Әҙер тирмәләр сикһеҙ ҡиммәткә төшкәс, айырым өлөштәрен яллап эшләтеп, кейеҙ һатып алып, уларҙы бесеп тектереү өсөн бер аҙна ваҡыт китә. Ҡымыҙ бешергә һаба эшләйҙәр, уны һаҡларға йылҡы тиреһенән турһыҡ тегәләр. Шулай итеп, бөтә каруан әҙерләнеп бөтөп, уны Петербургка алып барыу урыҫ телен белгән бер инглиз кешеһенә йөкмәтелә. Барлыҡ күргәҙмә өсөн кәрәк булған нәмәләр: кешеләр менән аттар, ишәктәр һәм тирмәләр – бөтәһе алты вагонға тейәлеп, тимер юл менән Петербургка оҙатыла. Ҡалаға бер аҙна тигәндә барып етеп, унан Кронштадт аша диңгеҙ буйлап пароходта Англияға табан юл тотола.
Лондонда күргәҙмә буласаҡ урында улар өсөн ҙур ғына ер бүленеп, унда 16 ат, ҡолонсаҡтар өсөн ялан кәртә тотолоп, майҙан әҙерләнгән була. Кәртәләнгән ергә бер генә ҡапҡа ултыртылып, унда һаҡсы ҡуйылған. Кәртәләнмәгән ергә, стеналарға һәм иҙәндәргә башҡорт, бохар һәм төркмән аҫалы балаҫтары түшәлеп, матур аҡ кейеҙҙән эшләнгән тирмәләр ҡорола. Ә Петербургта эшләнгән урыҫ өйө кәртәнең икенсе яғына ҡуйыла. Ул өйҙө һүтеп алып барғандар, Лондонда урыҫ оҫталары булмағанлыҡтан, уны ҡороп ултыртыу бик ауырға төшә. Туғыҙ квадрат сажиндан тороп, урыҫ стилендә һырлап эшләнгән, балконы ла булған был бәләкәй генә өй инглиздәргә бик оҡшай, һәм күптәре күргәҙмәнән һуң һатып алырға теләк белдерә, ләкин хаҡы бик юғары (2400 һум) була. Ул күргәҙмәгә барғандарҙың үҙҙәренә лә бик оҡшай. Үҙ-ара йыйылыш һәм кәңәш-төңәш итешеү ошо өйҙә үткәрелә торған була. Хатта күргәҙмәнең эш ҡағыҙҙарына ла: “Халыҡ-ара һаулыҡ күргәҙмәһе. Урыҫ бүрәнә өйө” тип инглизсә яҙыла.
Тирмәләр ҙә бик матур итеп йыйыштырып ҡуйыла: иҙәндәргә йәйелгән ап-аҡ кейеҙҙәр, ҡабарып торған матур мендәрҙәр, бохара юрғандары, ялтырап торған һандыҡтар һәм башҡа йыһаздар – былар барыһы ла үҙ урынына ҡуйылып, айырым бер йәм, бөхтәлек биреп торор була. Лондонға килгәндән һуң өс аҙна ваҡыт үткәс, йәғни барлыҡ әҙерлек бөткәндән һуң, ғәҙәттәге тормош башлана, һәм күргәҙмә асыла.
Бейәләрҙе билдәләнгән ваҡытта көнөнә биш тапҡыр һауып, һөт тирмәләрҙең береһенә урынлаштырыла. Шул уҡ тирмәлә ҡымыҙ бешелеп, килгән халыҡҡа һатыла ла башлай. Бер ҡасан да ҡымыҙ эсеп ҡарамаған кешеләрҙең тәү башлап ҡымыҙ эсеүҙәрен күҙәтеү бик ҡыҙыҡлы була. Шулай ҙа килгән бер кеше бик теләп ауыҙ итә.
Күсмә тормош кешеләрен (күргәҙмәгә эшкә барған ғаиләләрҙе) аҫрау, әлбиттә, ауырға төшә, сөнки Лондонда йылҡы итен табып булмаған, ә ҡала баҙарҙарында һатылған һарыҡ менән һыйыр итен ашауҙан улар баш тартып, бары тауыҡ ите менән балыҡ ҡына ашаған. Инглиз тауыҡтарын дала ҡоштарының тоҡомо тип иҫәпләгәндәр. Ә башҡа аҙыҡ-түлектән аҡ икмәк, йомортҡа, май, һоло ярмаһы, дөгө, сәй менән шәкәр үҙҙәре теләгәнсә була.
Д. Карриктың Лондондағы таныш-белештәре самауыр сәйе эсеү өсөн генә лә ҡунаҡҡа килер булған. Улар, аяҡтарын салып, мендәрҙәрҙә ултырып, рәхәтләнеп сәй эскән. Шундай мәрәкәләр ҙә булған: бер ваҡыт күренекле ғаиләнән сыҡҡан туташ өҫтөнә май яғылған башҡорт икмәге ашарға теләк белдергәс, уны башҡорт ҡатыны әҙерләп биргән. Ул, икмәкте бик оҫта ғына киҫеп, майҙы ҡулы менән алған да бармаҡтары менән һылай башлаған икән… Быны аристократка үҙ күҙҙәре менән күреп торһа ла, ашарға мәжбүр булған. Икмәк шул тиклем оҡшаған, һәм ул тағы ла биреүҙәрен үтенгән, ләкин майҙы ғына бысаҡ менән һыларға ҡушҡан.
Күргәҙмәнең был бүлеге тураһында Лондон матбуғаты бик йылы тәьҫораттар менән яҙып сыҡҡан. Бер нисә журналда тирмә, ат һәм кешеләрҙең һүрәттәрен төшөргәндәр. Репортерҙар һәм журналис­тар көн дә килеп торған. Бер гәзит үҙенең уҡыусыларына күргәҙмәне ҡараған кешеләргә тағы бер тапҡыр, ә бер ҙә ҡарамағандарға мотлаҡ ҡарарға ҡушып мөрәжәғәт итә.
Бүлектең кәртәләнгән урынына ҡулында айырым карточкаһы булғандар ғына индерелгән, сөнки ҡарарға килеүселәр бик күп булған. Хатта көнөнә 80000 кешегә тиклем барып еткән.
Күп рәссамдар, бигерәк тә сәнғәт мәктәбенең уҡыусы ҡыҙҙары (унда ҡыҙҙар ғына белем алған) күсмә халыҡтарҙы, аттарҙы, ҡолондарҙы, эттәрҙе төшөрөргә һәм балсыҡ һындар эшләргә килгән.
Шулай ике уҡыусы ҡыҙ буяуҙар менән милли кейемдәге кешеләрҙе төшөрөргә тырышһа ла, мосолман дине буйынса һүрәт яһау һәм фотоға төшөү гонаһ булғанлыҡтан, уларҙы ризалаштырыу бик ҡыйын булған. Шулай ҙа һуңынан ризалашҡандар.
Күргәҙмәлә эшләүселәр үҙ-ара бик татыу йәшәгән. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: күргәҙмә тирәһендә рус бүлегендәге кеше-ләрҙән, йәғни башҡорт, ҡаҙаҡтарҙан, башҡа бер кемгә лә йәшәргә рөхсәт ителмәгән. Аттарҙы таҙартыусы инглиздәр ҙә төнгә ҡапҡаларҙы бикләгәнсе сығып китергә тейеш булған. Был беҙҙең башҡорт һәм ҡаҙаҡ кешеләре өсөн бик ҙур хөрмәт күрһәтеү билдәһе булған.
Дөрөҫ, күргәҙмә урынында тағы ҡытайҙарға йәшәргә рөхсәт ителгән. Улар сәй һатырға, ҡытай милли музыкаһы һәм йыры менән таныштырырға килгән булған, ләкин уларҙы төнгөлөккә бикләп ҡуйғандар ҙа иртәнсәк кенә сығарғандар, сөнки витриналарҙағы ҡайһы бер ҡиммәтле нәмәләрҙе уларҙың урлап алған саҡтары ла булған. Ә урыҫ бүлегенең хужаһы Д. Каррик үҙ бүлегенең кешеләре өсөн был ҡағиҙә ҡулланылмағанға һәм күргәҙмә хужаларының уларҙың намыҫына ышан­ғанлығына бик ғорурланған.
Күргәҙмә ял көндәре эшләмәгәнлектән, инглиз-күсер уларҙы ҡала ситенә алып сыҡҡан, ҡаланың матур тарихи урындары, баҡсалары менән, бигерәк тә ботаника һәм зоология баҡсаһы менән таныштырып йөрөр булған.
Башҡорт егеттәренә бигерәк тә атлы гвардияның һалдаттары оҡшаған һәм улар менән дуҫлашып алырға ла өлгөргәндәр.
Күргәҙмәлә кешеләр бигерәк тә байрам көндәрендә күп йыйыла торған була һәм уларҙы тирмәләр ҙә, ағас өй ҙә, кешеләре лә, бейә бәйләү һәм ҡолонсоҡтар ҙа ҡыҙыҡһындыра. Лондон халҡына был бик ғәжәйеп күренеш булып тойолған.
Ошо ваҡыт эсендә башҡорт һәм ҡаҙаҡ ҡатындары инглиз телендә һөйләшергә лә өйрәнгән. Баҙарҙарҙа ла, магазиндарҙа ла бер ниндәй тәржемәсеһеҙ үҙҙәренә кәрәк-яраҡты һатып алыр булғандар.
Күргәҙмә май айынан башлап октябрь бөткәнсе дауам итә. Һәм, күргәҙмә ябыл­ғандан һуң, бейәләрҙе ҡолондары менән инглиздәр һатып ала. Һатып алыусылар араһында королева Викторияның ҡыҙы Беатриса ла була.
Шулай итеп, күргәҙмә бик уңышлы үт­кәндән һуң, ябылып, унда ҡатнашыусылар Рәсәйгә кире әйләнеп ҡайта. Илебеҙ сигенә тиклем уларҙы инглиз күсере оҙата бара.
Был киң күңелле, эш һөйөүсән илгәҙәк кешеләр менән айырылышыу Д. Каррикка ла бик моңһоу була. Ул үҙенең был хаҡтағы тәьҫораттарын Петербургта сыға торған “Исторический вестник” журна­лының 1896 йылғы 66-сы һанында яҙып сыҡҡан.
Ә һуңынан башҡорт менән ҡаҙаҡты яҡташтары, йәйләүҙән-йәйләүгә, ауылдан-ауылға йөрөтөп, сит илдә күргәндәрен һөйләтер булған. Ә кем булған һуң улар? Әлегә был беҙгә мәғлүм түгел. Бәлки, белеүселәр булһа, хәбәр итерҙәр.

Клара ӘСФӘНДИӘРОВА,
тарихсы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 082

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 440

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 974

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 882

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 636

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 232

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 456

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 426

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 325

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513