Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бала саҡтың бер көнө
Бала саҡтың бер көнө
Был яҙыуҙы башламаҫ та инем,
Әгәр йөрәк талап итмәһә.
Йөрәк талап итмәҫ ине, бәлки,
Анау ямғыр үтеп китмәһә.


Йәй. Тәбиғәттең иң матур һоҡланғыс миҙгеле. Беҙ, Ҡотлобай ауылы малайҙары, ғаиләләребеҙҙә эш күп булһа ла, рәхәтләнеп уйнап, һыу инеп еләк-емеш йыйып өлгөрә инек.


Йәйҙең уртаһында бер нисә көн тын алғыһыҙ эҫе тора. Төшкөлөктә ауыл тынып ҡала. Ба­лаларҙың һәм өлкәндәрҙең тауышы ишетелмәй, хатта әтәстәрҙең бер-береһе менән ярышып ҡысҡырыуы ла баҫыла, сөнки улар ҡыҙыуҙан йонсоп, күләгә бар ерҙәргә инеп ял итә. Тик ауыл тирәһендә Сөй исемле күлдә арымаған-талмаған сарҙаҡтарҙың, ҡыр һәм өй ҡошта­рының тауышы тирә-яҡҡа тарала.
Зәңгәр күктә бер болот та күренмәй, тик яҡты ҡояш ҡыҙҙыра. Алыҫҡа күҙ һалһаң, йәшкелт офоҡ билдәләнә. Бындай көндәрҙе өлкәндәр селлә ваҡыты тип йөрөтә ине.
Төш ваҡыты уҙып, бер нисә сәғәт үткәс, Үртәй ауылы яғынан тар ғына һыҙат булып ҡара болот күренде. Бөтә булған йән эйәләре һауаға ҡарап ямғыр көтә. Оло инәйҙәр үҙ яндарына балаларҙы саҡырып, теләк теләтә, беҙ ысын күнелдән: “Ямғырҡайым, яу-яу...” – тиеп һамаҡлайбыҙ. Теләктәребеҙҙе Хоҙай ишеткәндер тип уйлайым – теге болот әкренләп, ашыҡмай ғына һауаның көнбайыш өлөшөн ҡапланы, күк күкрәүе лә асыҡ ишетелде. Дөбөр-шатыр күк күкрәне, ут уҡтарын тирә-яҡҡа сәсеп, ялт та йолт йәшен йәшнәне.
Күк күкрәгән тауыштар оҙаҡ ҡына ауылды түңәрәкләп уратып алған урмандарҙа яңғырап торҙо. Артабан ямғыр тамсылары, берәм-бе­рәм төшөп, туҡ-туҡ итеп, “барабандарҙа” уйнай башланы. Күп ваҡыт та уҙманы, яуын көсәйеп, күнәктән ҡойғандай тойолдо.
Ямғыр бер сәғәттәй дауам иткәндән һуң, болот ашыҡмайынса, ялҡауланып ҡына Сөләй­мән ауылы яғына ҡуҙғалды. Ямғыр бөтөүгә, ҡояш, үҙенең ҡыҙыулығын баҫып, йылмайып нур һипте. Болот юғалғас, көнсығышта матур Салауат күпере ҡалҡты. Шул ваҡытта тәбиғәт оҙайлы йоҡоһонан уянған кеүек тойолдо. Ян-яҡта ҡоштар тауышы яңғыраны. Ауыл халҡы өйҙәренән сығып, тирә-яҡҡа ҡарап, ҡәнәғәт­ләнеп: “Был ямғыр бик килеште”, “Шифалы булһын ине”, – тип һөйләште. Иҫ киткес саф һауала һәр төрлө сәскәләрҙең, үләндәрҙең хуш еҫе танауға бәрелде. Ай-һай, бик матур, онотолмаҫ минуттар!
Ямғыр һыуҙары уйһыу ерҙәргә ағып та өлгөрмәне, беҙ, ауыл малайҙары, салбарҙа­рыбыҙҙы тубыҡтарға тиклем төрөп, ялан аяҡ урамға йүгерҙек. Йылы, дымлы, йомшаҡ ҡомло урам буйлап уйнай башланыҡ. Бер-беребеҙ менән бәхәсләшеп, шатланып, әсәйҙәр саҡырып кереткәнсә рәхәтләндек.
Ошо ваҡыт, минеңсә, беҙҙән дә бәхетлерәк кеше булмағандыр: тыуған ауылыбыҙҙа үҙебеҙҙең замандаштар менән ҡайғы-хәсрәтһеҙ, тормоштоң, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ғорурланып йәшәй инек...
Ш. АРЫҪЛАНОВ.

Бала саҡтың бер көнө
Һинең һүҙҙәр – күңел төбөндә

Баҡай ауылында йәшәп,
шул ауыл зыяратында ерләнгән
Биби-Ҡобора ҡәртнәйемә.


Арҡаларҙан һөйөп,
Сәстәремде үреп,
Ҙур ҡәртнәйем мине яратҡан,
Күкрәгенә ҡосоп,
Йылы һүҙҙәр әйтеп,
Сабый ҡайғымды ул таратҡан.

Ҙур ҡәртнәйем
Ҙур булғанға инде,
Ауыр эштәрҙе ул йөкмәне,
Буш саҡтары булһа,
Беҙҙе йыйып,
Мәҙәк хәбәрҙәрен һөйләне.

Хәҙер инде үҙем ҡәртнәй булғас,
Оло кеше хәлен аңлайым,
Ҡәбер тыныслығын
Ҡәртнәйемә бир тип,
Хоҙай Тәғәләнән һорайым.

Ҡәртнәкәйем минең,
Һинең әйткән һүҙҙәр
Һаман күңелемдең төбөндә,
Ғүмеркәйең, ҡәртнәй,
Ҡалған һыҙылып
Ауылымдың моңло көйөндә,
Башҡортомдоң моңло көйөндә.

Матур исемле кеше

Ҡурған өлкәһенең Әлмән районы
Шәрип ауылында күп йылдар «Бәхет» фольклор
төркөмөнә етәкселек иткән Камилә Хәмзинаға.


Камилә исеме матур,
Исемен есеменә
Тура килтереп биргән бит
Хоҙай Тәғәлә үҙенә.
“Камилә” һүҙе асылы,
Нигеҙе “камил” була,
Шул исемде алған кеше
Һәр яҡтан камил була.

Камил була төҫө, йөҙө,
Камил була уйҙары,
Эшләгән эштәре камил,
Камил моң һәм йырҙары.
Камил булһын бәхеткәйе,
Һаулығы, йорто, эше,
Шатлыҡ менән генә йәшә,
Матур исемле кеше!

Земфира СТУКОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510