Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт ҡоролтайҙары кәңәш ҡорҙо
Башҡорт ҡоролтайҙары кәңәш ҡорҙоОшо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Нефтекама ҡала хакимиәте, Төньяҡ төбәк-ара башҡорт ҡоролтайҙары берләшмәһе ҡоролтай рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары өсөн махсус семинар-кәңәшмә үткәрҙе. Унда Дүртөйлө, Илеш, Краснокама, Тәтешле, Яңауыл райондарынан, Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалаларынан, Пермь крайынан вәкилдәр саҡырылғайны. Йыйылышты Нефтекама башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәйес Абдрахман улы Исмәғилев алып барҙы.
Нефтекама ҡала хакимиә­тенең мәҙә­ниәт бүлеге мөдире Ирина Әхмә­ҙишина урындағы рухиәт, мәҙәниәттең хәл-торошо менән таныштырҙы. Ул сығы­шында 2008 йылда Милли берләшмәләр үҙәге асылыуы ҡалалағы алты йәмғиәт ойошма­һының һыйышып, дуҫ йәшәүен генә түгел, ҡулға-ҡул тотоноп эшләүен тәьмин итеүен әйтте. Дөйөм белем биреү мәктәп­тәрендә 76 башҡорт, 16 татар, өс мари теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары белем бирә. 96 проценты – башҡорт телен, 52 проценты – татар, 3 проценты мари телен туған тел булараҡ өйрәнә. Милләт-ара татыу­лыҡты нығытыу маҡсатында үткәрелгән саралар араһында Фин-уғыр халыҡтары милли мәҙәниәт­тәренең төбәк-ара фестиваленең, Ф. Ҡудашева исемендәге “Дуҫлыҡ моңо” халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар конкурсының республика мәҙә­ниәтенә нефтекамаларҙан инде­релгән тос өлөш булыуы бил­дәләнде.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Вельмир Аҙнаев урындарҙа ҡоролтай етәкселәре һәм составы алмашыныуы, яңы состав, яңы кадрҙар, йәш көстәр менән тулы­ланыуына бәйле Сибай, Биш­бүләк, Салауат төбәктәрендә ҡа­ла һәм райондарҙағы 69 ҡо­ролтайҙың кәңәш­мәләре үтеүе хаҡында хәбәр итте. Эште яйға һалыу өсөн ай һайын план төҙөү, отчет биреү тейешлеге хаҡында ла әйтте. Үткәрелгән саралар тураһында сайтта, социаль селтәрҙә мәғлүмәт биреү зарур­лығы билдәләне. Башҡарма комитеттың ағым­дағы эштәре менән таныштырып, хәл ителергә тейешле мәсьәләләрҙе телгә алды. Ырыуҙар эшмәкәрлегенә туҡталып, Табын ырыуының йыйыны үтеүен, мең, юрматылар­ҙың май айында ҡор тупларға йыйыныуын хәбәр итте. “Шәжәрә ул 250-300 йыллыҡ дәүерҙе үҙ эсенә ала, ә ырыуҙарҙы күтәреү тотош быуатты иңләй, тамыр­ҙарҙы төптәнерәк эҙләргә этәрә”, – тине ул.
Сығышта тел мәсьәләһе лә күтәрелде, киләсәктә Туған тел көнө, Ғаилә байрамы, Шиғриәт кисәһе кеүек традицион сара­ларҙы ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәтергә саҡырҙы. Балалар һәм Йәштәр ҡоролтай­ҙары үткәрергә йыйыныуҙары хаҡында белдерҙе.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова “Башҡорт теле ғаиләлә, мәктәптә һәм йәмғиәттә: көнүҙәк проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары” тигән сығышында мәғариф өлкәһен­дәге киҫкен мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Матбуғаты, радио-телевидениеһы булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт теле 2009 йылда ЮНЕСКО тарафынан хәүеф янаған телдәр рәтенә индерелеүен иҫкә алып, ошо көнүҙәк мәсьәләнең сәбәптәрен барланы. Урындағы хәлде ныҡлап өйрәнеп, телдең ҡулланылыш даирәһе тарайыуы төп бәләләрҙең береһе булыуын билдәләне.
Мин иһә сығышымда “Башҡорт теленең ҡулланылыш даирәһен киңәйтеү, халыҡта уның бәҫен һәм абруйын күтәреү буйынса ниндәй саралар күрергә була” тигән мәсьәләне күтәрҙем. Ысынбарлыҡ һәм беҙ теләгән йыш ҡына тап килмәй. Заман үҙ ағышына ҡуйһа ла, үҙебеҙҙең асылға тоғро ҡалып, милли үҙаңды күтәреү өҫтөндә эшләргә, эҙмә-эҙлекле эштәр алып барырға кәрәклеге хаҡында әйттем. Мәҫәлән, йәш быуынды матбуғатты уҡырға өйрәтеү балалар баҡсаһынан башланырға тейеш. “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдарын уҡып үҫмәгән бала нисек итеп һуңынан “Башҡортостан ҡыҙы”, “Ағиҙел” кеүек баҫмаларҙы уҡыһын? Милли уйындар, ауыҙ-тел ижады, йолалар, байрамдар, ер-һыу атамалары, шәжәрәне өйрәнеү, аш-һыу, көнкүреш әйберҙәре, биҙәүестәр, милли кейем аша ла бирелергә тейеш тел нескәлектәре.
Филология фәндәре кандидаты, Баш­ҡортостан Мәғарифты үҫтереү институ­тының башҡорт теле, башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы доценты Фәнзил Санъяров сығышында башҡорт әҙәби телен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьә­лә­ләрен күтәрҙе. “1921 йылдың 9 апре­лендә башҡорт әҙәби теле иғлан ителә. Нигеҙенә ҡыуаҡан һәм юрматы диалекттары алына. Йыл ярым ваҡыт эсендә телгә дәүләт статусы бирелә. 1925 йылда БАССР Конституцияһы раҫлап ҡуя. Юридик нормаларҙы ғәмәлләштереү хаҡында һөйләйбеҙ. Әҙәби тел – нормаларға һалынған тел. Шәһит Хоҙайбирҙин комиссия рәйесе булып торған. 100 йыллыҡ әҙәби телебеҙ үҙгәрергә тейеш түгел. Ошо телдә гәзит-журналдар сыға, радио-телевидение һөйләй. Бер ниндәй корректировкалар булырға тейеш түгел. “90 процент “инәй” тип һөйләгәндә, ниңә “әсәй” тибеҙ”,– тигәнерәк сығыштар ишетелеп ҡала. Ҡайһы бер осраҡтарҙа үҙгәрештәр индереү мөмкиндер ҙә. Әммә ревизия үткәрергә ярамай. Ҡайһы бер осраҡтарҙа үҙенән-үҙе шундай күренештәр барлыҡҡа килә. Һуңғы ваҡытта “мөмкинселек” тип һөйләй башланыҡ. Башҡорт телендә ундай һүҙ бер ваҡытта ла булмаған. Ул һуңғы 7-8 йылда ғына барлыҡҡа килде һәм тиҙ арала таралып өлгөрҙө. “В” өнө башҡорт телендә “уа” булараҡ яңғырай, әммә һуңғы ваҡытта ғалимдар ҙа быны иҫәпкә алмай. “Ерле һөйләш нигеҙендә гәзит сығара башлайыҡ” тигән тәҡдим дә төптө хата. Төньяҡ-көнбайыш баш­ҡорттары теле ҡыуаҡан һөй­ләшенән дә, татар теленән дә айырыла, әйҙәгеҙ, ошо тел өсөн генә дәреслектәр сығарайыҡ, ошо диалектта ижад итәйек, тиеү ҙә яңылыш. Был – 100 йыл йәшәп килгән әҙәби телде һанға һуҡмау. Комиссия тарафынан һөйләшеп, махсус барлыҡҡа килтерелгән тел бит ул. Уны беҙ һаҡларға тейеш. 1921 йылда иғлан ителгән башҡорт теленә үҙгәрештәр индерергә тейеш түгелбеҙ. Бөтә мәктәптәр ҙә рус телендә уҡытыуға күсте. Һәр бала туған телендә белем алырға тейеш. Шунда ғына һәләттәре асыла. Туған телдә уҡыған тиҫтәләгән академиктарыбыҙ бар. Сит телдәрҙе өйрәнеү интеллектты күтәрә. Шуға ла бала кәмендә ике телде белергә тейеш”, – тине ул.
Тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университе­тының Башҡортостан тарихы, археология һәм этнология кафед­ра­һы доценты Нурислам Ҡал­мантаев төньяҡ-көнбайыш башҡорттары тарихына бәйле көнүҙәк һорауҙар хаҡында һөйләне. “Был төбәктә археологик экспедицияға йөрөнөм. Телдәре бер аҙ айырым­ланыбыраҡ то­роуға ҡарамаҫтан, беҙ баш­ҡорттар, ти торғайнылар. Тәтешлегә барғанда ҡара та­бындарҙың бер өлөшө ирәктеләр менән осраштыҡ. Бында уран, ғәйнә, танып, балыҡсы, ирәкте, йәнәй, гәрәй, ҡырғыҙ, йылан, елдәк, ҡаңны, дыуанәй, ҡаршын, таҙ, Ағиҙел буйында бүләр, байлар, юрмый, ирәкте ырыуҙары тупланған. Этногенез буйынса ғалим Р.Ғ.Кузеевтың “бында бик боронғо халыҡ йәшәй” тип әйткән һүҙҙәре бар. 1890 йыл­дағы халыҡ иҫәбе буйынса, Өфө губер­наһында 899 мең башҡорт, был 40 процент тигән һүҙ. Рустар – 38, татарҙар – 8 процент, тип­тәрҙәр – 1,8, мишәрҙәр – 1 процент. Тәтешле районында 100 процент башҡорттар йәшәгән. Бәләбәй өйәҙендә – 53 процент, Миңзәлә өйәҙендә – 32 процент. Революцияға тиклем башҡорттар – 122 мең, рустар – 117 мең, татарҙар 106 мең һаналған. Татарҙарҙы башҡорт тип мәжбүри яҙҙырғандар тигән хата ҡараш йәшәүен документтар инҡар итә.
Ирекле микрофонда Яңауыл­дан Рафаэль Яхиндың “башҡорт телен яҡлап 19 мең ҡултамға йыйҙыҡ” тигәне урындағы халыҡ­тың телһөйәрлеген күрһәтмәйме ни? Уның төньяҡ-көнбайыш башҡорт­тарының диалектын таныу хаҡында тәҡдимдәрен дә ҡоролтайсылар ихлас тыңланы. Рафаэль Баян улы үҙе башҡорт булһа ла, татар телендә белем алыуын белдерҙе. “Башҡорт әҙәби теленә күсеү өсөн бер нисә быуын үтер”, – тине ул. Шулай уҡ телде өйрәнеүҙәге кәртәләр хаҡында ла әйтеп китте. Баш­ҡортса тапшырыуҙарҙы ҡарай алмауҙарына үкенес белдерҙе.
Ҡыҫҡаһы, әҙәби тел һәм һөй­ләш араһындағы айырмалыҡтар арҡаһында төньяҡ-көнбайыш башҡорттары уңайһыҙ­лыҡтар кисереүе, әммә улар араһында аңлатыу, милли үҙаңды уятыу эштәре алып барылырға тейешлеге әйтелде. Үҙ диалектында телевидение-радиоға шыл­тыратҡан ябай халыҡты әҙәби телдә һөйләшегеҙ, тип уңайһыҙ хәлгә ҡуялар, һөйләргә ирек бирмәүҙәре, ошо уңайҙан редак­цияға шылтыратып аңлатырға тура килеүе хаҡында ла бик борсолоп һөйләне төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйлә­шеүселәр. “Әней-әтей өйрәткән телдә һөйләшмәһәң, тоҙо юғала. Беҙҙәге халыҡты татарса һөй­ләшәһегеҙ тип әйтергә ниңә рөхсәт итәһегеҙ?” – тигән ҡыр­ҡыуыраҡ сығыштарға “әҙәби тел берәү булырға тейеш” тип яуап бирелде.
“Тарихсыларға олораҡ быуын кеше­ләренә аңлатыу эштәре алып барырға кәрәктер” тигән тәҡдим дә хуплап ҡаршы алынды. Ҡариҙелдән Юлиә Рәфис ҡыҙы үҙен татар тип һанап йөрөүен, шәжәрәһен өйрәнгәс, башҡорт икәнен асыҡлауы тураһында һөйләгәнен тулҡынланмай тың­лау мөмкин түгел ине. Дүртөй­лөнән Гөлшат Хөсәйенова тарихи китаптар менән эшләргә өйрә­теүҙе, уҡыусыларға үҙ шәжәрәһен тарихи китаптар буйынса тулыландырыу, Шәжәрә байрамдарын йыл дауамында һәр бер класта фәнни-ғәмәли конференция итеп үткәреү фай­ҙалы булыуы хаҡында һөйләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе Марат Ғилманов йәштәр сәйә­сә­тенә ҡағылышлы көнүҙәк һорауҙар һәм урындарҙағы ҡоролтайҙарҙың ошо өлкә­ләге бурыстары ха­ҡында хәтергә төшөрҙө. Илһө­йәрлек, киләсәк хаҡында хәс­тәрлек күреү, бөгөнгө көн ҡуйған талаптар, тарихты өйрәнеү, шәжәрә байрамдарын үткәреү хаҡында һүҙ алып барҙы.
Ҡоролтай аппаратының тағы бер белгесе Айрат Искәндәров урындағы ҡорол­тай­ҙарҙың эш­мәкәрлеген ойоштороуға бәйле мөһим бурыстар хаҡында әйтеп үтте.
Нефтекамалағы башҡорт гимназияһын­да (директоры Әлфиә Кәримова) башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ғалим Вәкил Хажиндың, Рәйсә Күзбәкованың сығыштарын тың­ланы. Нефтекамаға сәфәр аныҡ бурыстарҙы һәм маҡсаттарҙы билдәләргә, артабан да илһам­ланып эшләргә ҡанат ҡуйҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 260

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 099

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 479

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 132

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118