Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң ҙур ырыу ҡор йыйҙы
Иң ҙур ырыу ҡор йыйҙы Башҡорт ырыуҙары араһында табындар һан яғынан иң күбе иҫәпләнә. Арҙаҡлы шәхесебеҙ Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев яҙып ҡалдырыуынса, заманында улар башҡорттарҙың дүрттән бер өлөшөн тәшкил иткән. XIX быуаттағы нисбәт бөгөн дә һаҡлана.
Күптән түгел Өфө ҡалаһында Табын ырыуы вәкилдәренең IV йыйыны булды. Унда абруйлы ил ағалары, ил инәләре ҡатнашты.

Табын ырыуының килеп сығышы Сыңғыҙхан ярандарының береһе булған Майҡы бейгә барып тоташа. Бөгөнгө табындар, Башҡортостандан тыш, төрлө өлкәләрҙә йәшәй. Һамар, Һарытау, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстан Республикаһында, Архангел, Ауырғазы, Асҡын, Балтас, Белорет, Дәүләкән, Ғафури, Ҡариҙел, Тәтешле, Салауат, Учалы, Әбйәлил райондарында төйәкләнгәндәр. Ҡаҙаҡ халҡының дүрттән бер өлөшөн (дүрт миллион) ошо ырыу вәкилдәре тәшкил итә. Шуныһы ҡыҙыҡлы: Ҡаҙағстандың Аҡтүбә өлкәһендә Табын ата-бабабыҙҙың ҡәбере лә бар, халыҡ был ҡәбергә әүлиәнекеләй табынып йәшәй. 2006-2007 йылдарҙа ҡаҙаҡтар Табын ырыуы хаҡында ике томдан торған китап баҫтырып сығарҙы. Был йәһәттән улар башҡорттарҙы күпкә уҙҙырып ебәрҙе.
Иң ҙур ырыу ҡор йыйҙыТабын ырыуының IV йыйынында төрлө төбәктәрҙән килгән ырыуҙаштарҙың ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Күргәҙмәлә Ғафури районынан Рабиға Йәрмиеваның аҫалы балаҫтары, Рәйлә Камалетдинованың төрлө сувенирҙары, һәүәҫкәр тарихсы, күренекле композитор Рәмил Ғимраниҙың район биләмәһендәге элекке ауылдар урындарында табылған боронғо әйберҙәр күргәҙмәһе күрһәтелде. Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә йәшәгән яҡташыбыҙ, Оло Үтәш ауылы ҡыҙы Айһылыу Якушева ла үҙе эшләгән биҙәнеү әйберҙәрен тәҡдим итте. Ғөмүмән, бай йөкмәткеле күргәҙмә килеп сыҡты. Һәүәҫкәр тарихсы, Ғафуриҙан Табын ырыуының ҡор башы Һаҙый Юлмө­хәмәтовтың ырыуҙаштар тураһындағы бай шәжәрәһе (35-40 быуын) һоҡланыу тойғоһо уятты. Һәр райондан иң яҡшы тип иҫәпләнгән шәжәрәләр килтерелгәйне. Шулар араһында, моғайын, иң бай йөкмәткелеһе Тәтешле районы табын­дарыныҡы булғандыр. Күренекле мәғрифәтсе, Табын ырыуының данлы улы Ғәли Соҡорой яҙып ҡалдырған мәғлүмәт­тәр буйынса Бәхтегәрәй Урманшин төҙөгән был шәжәрәне. Күргәҙмәлә шулай уҡ Мөхәмәтша Буранғолов, Ҡалмантаевтар (Ырымбур өлкәһе), Муса Мортазин, Шакирйән Мөхәмәтйәнов (Учалы районы), Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев (Ҡырмыҫҡалы) кеүек арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең шәжәрә­ләре менән танышырға була ине. Күргәҙмәлә шулай уҡ табындар хаҡында Үҙәк архивта һаҡланған материалдар менән таныштылар. Башҡортостан “Китап” нәшриәте китаптар тәҡдим итте. Икенсе ҡаттағы “Табындар – китап донъяһында” исемле күргәҙмә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Махсус комиссия һәм мәртәбәле ҡунаҡтар стендтарҙы ҡарап сыҡҡанда һәр район вәкилдәре йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән ҡаршы алды.
Ғөмүмән, Табын ырыуының йыйыны башланыр алдынан фойела милли рух бөркөлөп торҙо. Учалылар – ҡымыҙ, буҙа кеүек милли эсемлектәр, Архангел районы вәкилдәре ҡорот яһап килтергән. Сарала ҡатнашыусылар был ризыҡтарҙы теләп һатып алды.
Табын ырыуының IV йыйыны халҡыбыҙҙың гимнына әүерелгән “Урал” менән башланды. Мәшһүр йырҙы Тәтешле, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Учалы райондары ҡурайсылары моңо оҙатыуында былтыр Туймазы ҡалаһында “Оҙон көй” конкурсында Гран-при яулаған Ғафури районы ир-уҙаманы Рәмил Сәйфуллин башҡарҙы. Гимнды халыҡ баҫып тыңланы һәм һуңынан алҡыштарға күмде.
Йыйынды ойоштороу комитеты рәйесе Ниязбай Сәлимов асып, ҡунаҡтар менән таныштырҙы. Башҡортостан Республи­каһы Башлығы Хакимиәтенең милли сәйәсәт бүлеге мөдире урынбаҫары Илшат Ханов ҡатнашыусыларға Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау сәләмен еткереп, һөҙөмтәле эш теләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, Башҡортостандың 100 йыллығы алдынан ошондай саралар уҙғарыуҙың халыҡты берләштереүҙә мөһим роль уйнауын билдәләп, 1917 йылда III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡортостан автономияһы раҫланыуға 100 йыл тулыу айҡанлы, быйыл фәнни-ғәмәли конференция уҙғарыласағын белдерҙе.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев та изге теләктәрен еткерҙе. Артабан БДУ профессоры, тарих фәндәре докторы Булат Аҙнабаев, “Башҡорт этносында Табын ҡәбиләһенең роле” исемле доклад менән сығыш яһап, боронғо осорҙо барланы. Табын ырыуы йыйынын уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары, республика Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев “Табын ырыуы йыйындары – заман талабы” тигән темаға сығыш яһаны.
Күренекле тележурналист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин “Башҡорт ырыуҙары китаптары – башҡорт халҡының йылъяҙмаһы” исемле доклад менән сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, әле башҡорт ырыуҙарына бағышланған 22 томдан торған тарихи китаптар әҙерләнә. Һәр ырыу, шул иҫәптән Табын ырыуына арналған китаптар донъя күргәс, баҫманың райондарға бушлай таратып биреләсәген дә белдерҙе. Был ысын мәғәнәһендә бик ҙур хеҙмәт буласаҡ. Салауат Хәмиҙуллин шулай уҡ үҙ сығышында кемдең ҡайһы ырыуҙан икәнлеген белеү буйынса заманса алым – кешенән ДНК анализы алыу ысулы менән билдәләп булыуын хәбәр итте. Табын ырыуы вәкилдәре “R1А” генетик маркерына ҡарай икән. Ошо ысул менән Асҡын районында йәшәгән Танып, Балыҡсы, Ҡариҙел районында йәшәгән Унлар ырыуҙарының килеп сығышы ла табындарға барып тоташыуы асыҡланған. Әйткәндәй, ул үҙен дә ошо ырыу вәкиле тип иҫәпләй. Уның белдереүенсә, табындарҙың килеп сығышы һис кенә лә монгол ҡәбиләләренә бәйле түгел. Уларҙың тамырҙары һинд-иран (фарсы) сығышлы икәнлеге фәнни яҡтан иҫбат ителгән, йәғни данлы Арҡайым ҡаласығын да ошо генетик маркерға ҡараған боронғо кешеләр төҙөгән. Салауат Хәмиҙуллиндың был гипотезаһы йыйында алҡыштарға күмелде.
Башҡортостандан ситтә йәшәгән Табын башҡорттарының бөгөнгө хәле тураһында БДУ доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев сығыш яһаны. Ул, 2002 һәм 2010 йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрен сағыштырып ҡарап, Һамар өлкәһендә генә башҡорттарҙың элекке кимәлдә һаҡланып ҡалыуын, башҡа төбәктәрҙә ныҡлы кәмеүен әсенеп телгә алды. Быға ассимиляцияның, миграция­ның булышлыҡ итеүен дә белдереп, телде, милләтте һаҡлап ҡалыу өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеген барланы.
“Башҡорт Википедияһы” администраторы, Өфөлә йәшәгән райондашыбыҙ Зөфәр Сәлиховтың (Ерек ауылынан) “Башҡорт Википедияһы – башҡорт мөхитен донъяға танытыу өлгөһө” тигән темаға сығышы ла йыйында ҡатнашыусылар өсөн ҡыҙыҡлы булды.
Спартак Ильясов үҙ сығышында Учалы районын тик Табын ырыуы вәкилдәренән генә торған берҙән-бер район тип атаны.
Тәтешле районынан Бәхтегәрәй Урманшин иһә:
– Беҙҙе Башҡортостанда ситкә тибәләр. Татарстанға барһаҡ, һеҙ – башҡорт, Башҡортостанға ҡайтһаҡ, һеҙ – татар, тиҙәр. Беҙҙең диалект татар теленә яҡын. Мәктәптәрҙә лә ошо телде генә уҡыттылар. Тарихи факттарға таянып шуны әйтә алам: беҙ – Табын ырыуы башҡорттары. Быны Ғәли Соҡорой үҙе яҙып ҡалдырған. Минең тыуған ауылдан бүленеп сыҡҡан Күрҙемдә лә (Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев, халыҡ артисы Зинира Атнабаеваның тыуған төйәге) башҡорттар йәшәй. Класташым, күренекле йырсы Салауат Фәтхетдинов та – Табын ырыуы башҡорто. Ундайҙарға беҙ тарихи дөрөҫлөктө еткерергә, милли асылыбыҙҙы аңлатырға тейешбеҙ, – тине.
Ул үҙ сығышында Балтас, Яңауыл, Илеш райондарында ла күпселек башҡорттар йәшәүен, быны метрика кенәгәләрен ғәрәпсәнән тәржемә итеү аша белеүен, тик телдәренең бер аҙ боҙолоуын белдерҙе.
Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев кешеләрҙе иманға ҡайтырға өндәне, Зәйнулла Рәсүлев кеүек ишандары булған халыҡтың киләсәге булыуын билдәләне. Башҡорттарҙың милли музыка уйын ҡоралы ҡурайҙы донъя кимәлендә танытыу өсөн мөмкинлектәр булыуы хаҡында әйтеп үтте.
Ырымбур өлкәһенән килгән Рафиҡ Күсәев сит-ят ерҙә башҡорттарға туған телде, туған моңдо һаҡлап ҡалыу бик ауыр булыуын телгә алды, ватандаштарынан рухи ярҙам һораны. Ул шулай уҡ үҙ сығышында башҡорт халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловҡа һәйкәл ҡуйыу кәрәклеген, бының өсөн матди сығымдар талап ителеүен еткерҙе. Әйткәндәй, йыйын барышында махсус ҡумтаға 13 мең һумдан ашыу аҡса йыйылып, Мөхәмәтша Буранғолов фондына тапшырылды.
Ғафуриҙар исеменән Ғәлинур Ҡалмыр­ҙин сығыш яһаны. Районда Күрпәс бейгә һәйкәл ҡуйылыуы, Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә лә ошоға оҡшаш һәйкәлдәр төҙөү, Ерек ауылы эргәһендә Башҡортостандың географик үҙәгенә яңы, заманса стела асыу, “Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәген Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарама­ғына тапшырыу, Ҡаранйылға ауылында социаль-мәҙәни үҙәк төҙөү, милли спорт төрҙәрен үҫтереү кеүек мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты.
“Урал” башҡорт халыҡ үҙәге етәксеһе Риф Иҫәнов үҙе һәм улдары миҫалында һәр башҡорт ғаиләһенең бай, етеш йәшәргә тейешлеген, бының өсөн көнө-төнө тир түгергә кәрәклеген билдәләне.
– Һәр башҡорт ғаиләһенең кәмендә бер гектар ере булырға, ул килем кил­терергә тейеш. Ялҡаулыҡтан, эскелектән арынайыҡ, халҡыбыҙға хеҙмәт итәйек. Инорс биҫтәһендә “Юрматы” сауҙа комплексым бар ине, тағы ла бер сауҙа үҙәге төҙөнөм дә күрше ырыуҙың исемен бирҙем. “Табын” сауҙа комплексы хәҙер Өфөбөҙҙө йәмләп ултыра, – тине Риф Иҫәнов.
Артабан Салауат районынан Рифат Мирхәйҙәров, Һамар өлкәһенән Камила Ситдиҡова сығыш яһаны.
– Беҙ, Һамар өлкәһендә йәшәгән башҡорттар, заман менән бергә атларға тырышабыҙ. Һәйкәл төҙөүгә, башҡа сараларға федераль бюджеттан аҡса йәлеп итәбеҙ. Электрон гранттар конкурс­тарында ҡатнашабыҙ һәм еңеп сығабыҙ. Башҡортостанда йәшәгән ҡәрҙәштәремә лә беҙҙең алымды ҡулланырға кәңәш итәм, – тине Камила.
Сараға йомғаҡ яһалып, йыйындың резолюцияһы ҡабул ителде. “Табын ырыуы” ижтимағи ойошмаһының 29 кешенән торған идара ағзалары, ҡор башы итеп Ниязбай Сәлимов, уның урынбаҫарҙары итеп Фәнил Ҡоҙаҡаев менән Нурислам Ҡалмантаев һайланды. Ойоштороусылар күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнашҡан Ҡырмыҫ­ҡалы, Ғафури, Архангел, Учалы, Тәтешле, Балтас, Ауырғазы, Дәүләкән, Әбйәлил, Белорет райондарына, Ырымбур, Һарытау, Ҡурған өлкәләренә Рәхмәт хаты тапшырҙы. Әмир Ишемғолов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң юғары наградаһы – “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалын Нияз Сәлимов менән Фәнил Ҡоҙаҡаевҡа тапшырҙы.
Йыйынды ойоштороусылар тағы ла бер бүләк – “Табын ырыуының арҙаҡлы шәхесе” исемен булдырған. Был юғары наградаға Архангел районынан Мөхәммәт Алсынбаев, Учалынан Спартак Ильясов, Ғафуриҙан Ғиндулла Шәйәхмәтов һәм Ҡырмыҫҡалынан Фәнзил Сыңғыҙов лайыҡ булды.
Йыйында сәнғәт оҫталарының бай йөкмәткеле концерты булды. Ырымбурҙан Фәниә Дауытованың “Каруанһарай” йырын башҡарыуы, Башҡорт дәүләт филармо­нияһынан Башҡортостандың халыҡ артисы Урал Мортазиндың бейеүе, Рәйес Низаметдинов менән Илһам Байбулдиндың думбыра һәм ҡурайға ҡушылып йырлап-өзләгән дуэты, ҡурайсы Роберт Юлда­шевтың сығышы, Ғафуриҙан “Уҡлығая” вокаль ирҙәр ансамбле, Сәйетбабанан “Асанай” фольклор төркөмө, Учалынан Ҡадир Ишбулдиндың, Тәтешленән Айнур Ҡыямовтың дәртле ҡурай моңдары, Салауат районынан Сәйет Сәйетғәлиндең заманса йыры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрүәз Урманшиндың йырҙары концерттың матур бер биҙәге булды. Тамашаны диктор Әхәт Мортазин менән Земфира Хөсәйенова матур итеп алып барҙы. Концерттың режиссеры –яҡташыбыҙ Әлфиә Ғимаҙиева.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 506

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 516