Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Выждан бурысын үтәне
Выждан бурысын үтәнеЕйәне “хәбәрһеҙ юғалған” олатаһының ҡәберенә тупраҡ һалды
— Атай, бөтәһенең дә ҡартаталары бар, минеке ҡайҙа? — Бәләкәй генә Ғәбделбар, атаһынан тотам да ҡалмай, һорауына яуап алырға тырышты. — Башҡа малайҙарҙың ҡартаталары ла бар, миҙалдары ла... Улар менән балыҡҡа йөрөйҙәр, яланға сығалар...
Вәхит өндәшмәй генә эскәмйәгә барып ултырҙы. Берсә әле мәктәп тупһаһын саҡ аша атлаған улына, берсә дала ситенә тоташҡан офоҡҡа ҡарап торҙо.
— Һинең ҡартатайың һуғышта хәбәрһеҙ юғалған, улым, — тип саҡ әйтә алды. Нисек аңлатһын һуң ул сабыйына әҙәм балаһының да “хәбәрһеҙ юғалыуы”н? Кемдер күргәндер бит һәләк булғанын? Бөтә рота, батальоны менән ятып ҡалмағандарҙыр бит?!
— Атай, ә, атай, кеше нисек хәбәрһеҙ юғала ул? — Малай һаман ныҡышыуын белде.
— Кинола күргәнең бар бит, бомба килеп төшә лә окопҡа күмә лә китә, йә һаҙлыҡтан сыға алмай, йә ҡара урман эсендә ятып ҡала. Үҙе лә, дуҫтары ла — бер кем белмәй үлгәндәрен. Шунан “хәбәрһеҙ юғалды” тип хат яҙалар. Бер ҡартатайың ғына түгел, ярты ауыл ирҙәре шулай “юғалды”.
Вәхит улын ҡосто. Күҙҙәренән сикәһе буйлап йәш тамды. Ғәбделбарҙың сәсенә тамды ул йәштәр. Хәҙер ул үҙе илле йәшкә етеп барһа ла, онотмай был йәштәрҙең Выждан бурысын үтәнебоҙҙай һалҡынлығын, ҡуҙҙай яндырыуын. Ғүмер буйы тынғылыҡ бирмәй ҡартатаһының “хәбәрһеҙ юғалыуы”, атаһының күҙ йәштәре...
Вәхиттең үҙенә лә тынғылыҡ бирмәй атаһының “юғалыуы”. Төрлө инстанцияларға, гәзиттәргә хаттар яҙа. Тик һуңыраҡ ҡына ошондай йөкмәткеле ҡағыҙ килә: “1899 йылда тыуған ҡыҙылармеец Савғанов Ваһап Куйбышев өлкәһенең Оло Чернигов районы хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылдың июлендә хеҙмәткә саҡырыла. 1941 йылдың декабрендә Вязьма өсөн һуғыштарҙа хәбәрһеҙ юғала”. Ошо уҡ хәбәр Еңеүҙең 50 йыллығына арнап сығарылған “Хәтер китабы”на ла инеп китә...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Вәхит Ваһап улы ла 1994 йылда фани донъя менән хушлашҡан. Атаһының ҡайҙа, нисек һәләк булыуын белмәйенсә...
Ҡыпсаҡ ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Ғәбделбар Куйбышев инженер-төҙөлөш институтына юллана. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, студент булып Выждан бурысын үтәнекитә. Шунда ул курсташы, Красноярск районы егете Александр менән дуҫлаша. Александр Гресс Волга буйы немецтары нәҫеленән була. Һуғыш ваҡытында аталарын Себергә һөргәндәр, һуңынан кире Һамар өлкәһенә әйләнеп ҡайтҡандар. Илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, тәүҙә уның ата-әсәһе, уҡып бөткәс, Александр үҙе лә Германияға йәшәргә китә. Ғәбделбар уға хат яҙа. Был саҡта ул институтты тамамлап, тәүҙә Оло Чернигов районының төҙөлөш идаралығында инженер, һуңынан Һамар ҡалаһының төҙөлөш ойошмаларында мастер, прораб, бүлексә етәксеһе вазифаларында эшләгән була. Нәҡ ошо заманда илдә “үҙгәртеп ҡороу”ҙың һуңғы осоро башлана. Өс дуҫ егет — әрмән, татар, башҡорт — үҙ эшен асырға ҡарар итә. Бөгөн Ғәбделбар — уңышлы эшләүсе эшҡыуар. Һамар ҡалаһында ғына түгел, Рәсәйҙә киң билдәле төҙөлөш ойошмаһы — “Волгопродмонтаж” йәмғиәте етәкселәренең береһе. Был ойошма башлыса автосалондар, сауҙа комплекстары, яңы завод биналары төҙөй. Улар араһында Яңы Куйбышев ТЭЦ-ы, Түбәнге Кама нефть эшкәртеү заводы, Һамарҙа минераль мамыҡ заводы, Ырымбур, Һарытау, Ульяновск, Пенза ҡалаларында төҙөлөш объекттары бар.
Олатаһын эҙләгәндә оҫта ойоштороусы булыуы, компьютерҙы, башҡа заманса техниканы белеүе бик ныҡ ярҙам итә. Ҡайһы саҡ монитор алдында көндәренең үткәнен дә һиҙмәй: төрлө ерҙәргә олатаһы тураһында белешмә һорап яҙа, яуап ала, Интернет “биттәрен” аҡтара. Тик бер генә яҙыу сыға: “Мәғлүмәт базаға ҡуйылмаған...” Ниһайәт, 2009 йылдың ноябрендә олатаһы тураһында мәғлүмәткә юлыға. Баҡһаң, Ваһап Савғанов Вязьма ҡалаһы эргәһендәге һуғыштарҙа хәбәрһеҙ юғалмаған. Был алыштарҙан һуң, 1942 йылда, ҡамауға эләгеп, әсирлеккә алына. Һуңынан Германияның Риза ҡаласығынан (Хартмансдорф) алыҫ булмаған Бранденбург ерендәге лагерға оҙатыла. Дрезден менән Лейпциг араһындағы был урын һуңынан ГДР-ға инә.
Дуҫы Александр Грессҡа хат яҙғас, Ғәбделбар, улы Илнурҙы үҙе менән алып, олатаһы ерләнгән урынға юллана.
— Тәүҙә архив беҙҙең ведомстволарҙа һаҡланған, — тип һөйләй Ғәбделбар. — Ныҡлап тикшергәс, уларҙы лагерь хеҙмәткәрҙәре кире һоратып алған. Элекке лагерь урынында хәҙер — музей. Тотҡондарҙың зыяраты, немецтарға хас булғанса, тигеҙ генә дүрт өлөшкә бүленеп һаҡлана. 15 метр оҙонлоғонда обелиск-һәйкәл ҡуйылған. Уларҙы һаҡлаусы, ҡараусы, туғандар ҡәберлеген тәрбиәләүсе хеҙмәткәрҙәр бар. Музей менән берлектә 1946 йылда совет хәрби етәкселәре “Цайт-Хайн” мемориаль зыяратын асҡан була.
Ғәбделбарҙы тыңлайһың да иҫең китә: ирекһеҙҙән, беҙҙең ауылдарҙа тәрбиәләнмәгән, ҡаралмаған ата-бабаларыбыҙҙың, яҡындарыбыҙҙың аҫыл һөйәктәре ятҡан зыяраттар иҫкә төшә. Ә бында — немецтар... әсирҙәрҙең ҡәберлектәрен тәрбиәләп тора!
— Килеүебеҙҙе музей комплексында береһе лә белмәй ине, сөнки шәмбе унда эш көнө түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, комплекс директоры ихлас ҡаршы алды, — тип һөйләй Ғәбделбар. — Ул, документтар менән таныштырыу, күсермәһен алыу оҙаҡҡараҡ һуҙылыр, тип, үкенес белдерҙе, алдан ғәфү үтенде. Беҙҙе комплекс буйлап бер хеҙмәткәр оҙатып, күрһәтеп йөрөнө. Шулай итеп, ҡартатайымдың ниндәй шарттарҙа һәләк булыуын белдем...
Лагерь “Шталаг IV Б” (Stalag IV B) тип аталған икән. IV һаны тәғәйен округка ҡарағанын, ә “Б” индексы был округтағы лагерҙың һанын күрһәтә. Әйткәндәй, Освенцим, Бухенвальд һымаҡ, бында кешеләрҙе язаламағандар. Лагерь, фашистар күҙлегенән ҡарағанда, бик ҙур түгел — 30 мең кешелек. Башлыса әсирҙәр ауыр эштәргә йөрөтөлгән. Аҙыҡ етмәүҙән, ауыр эштән, ауырыуҙан халыҡ ҡырылған. Шуға ла урман эсендә дүрт зыярат булдырылған.
Фашистар әсирҙәрҙең шәхси һандарын яҙып, ике цинк жетон булдырған. Береһе әсирҙең үҙҙәренә бирелгән, икенсеһе “дело”һына беркетелгән. Үлһә, тәүгеһен уның аяғына бәйләп ерләгәндәр, береһе “шәхси эше”ндә һаҡланған.
Һуғыш бөткәс, Италия үҙенең һәләк булған ул һәм ҡыҙҙарын тыуған төйәгенә йыя башлай. Ҡәберҙәрҙе асып, ошо жетон буйынса был лагерҙан да алалар. Тик “урыҫ зыяраты” ғына, тейелмәйенсә, шул килеш ҡала.
Хәрби әсир Савғановтың документтарын әҙерләүҙе музей комплексы хеҙмәткәрҙәре оҙаҡҡа һуҙмай. Ике көн тигәндә Александр Гресс адресына ҡалын пакет килтерәләр. Ғәбделбар өсөн көтөлмәгән хәл: документтар араһында, олатаһының биографияһынан тыш, фотоһы ла була! Ул бит уны тик атаһы һөйләүе буйынса ғына күҙаллай. Атаһы ла йылдар үтеү менән йөҙөн онота башлаған, хәтерендә төҫһөҙләнә барған. Ә документтарға Ваһап Савғановтың ҡайҙа тыуыуы, милләте, ҡатынының адресы, балалары, хатта әсәһенең ҡыҙ фамилияһына тиклем теркәлгән. Буйы, сәсенең, күҙҙәренең төҫө һәм башҡа мәғлүмәттәр бирелгән. Шулай уҡ һуғыш юлы ла бар: 209-сы уҡсылар полкында, Көньяҡ-көнбайыш фронтта һуғышҡан. 1942 йылдың 10 майында Керчь эргәһендә ҡамауҙа ҡалып, әсирлеккә алынған.
Тарихтан белеүебеҙсә, 15 майҙа Керчь–Феодосийск операцияһы совет ғәскәрҙәре өсөн уңышһыҙ тамамлана. Беҙҙең ғәскәрҙәр бик күп юғалтыуҙар аша Кубангә сигенә. Савғанов менән бергә әсиргә эләккән хәрбиҙәрҙе тәүҙә Житомирға ҡыуалар, һуңынан — Германияға. Юлда Харьков ҡырында ҡамауҙа ҡалғандар ҙа ҡушыла. Шулай итеп, 600 мең (!) кешенән торған оҙон колонна барлыҡҡа килә.
1942 йылдың 1 июлендә Савғановты Хартмансдорф эргәһендәге лагерға килтерәләр. Унда 1943 йылдың февраленә тиклем эшләй. Гастрит, бронхит менән ҡаты ауырығас, ауыр, төҙәлмәҫлек сирлеләр Цайт-Хайн стационар лагерына күсерелә. 1943 йылдың 12 октябрендә хәрби әсир фани донъя менән хушлаша. Икенсе көнөнә уны “урыҫ зыяраты”на ерләйҙәр. Үлеү сәбәбе, медицина картаһынан күренеүенсә, алда телгә алған сирҙәр булһа, ябайлаштырып әйткәндә — ауыр эштә өҙлөгөү, тын юлдарына һалҡын тейҙереү, ашарға етмәү. Әйткәндәй, әсиргә эләккәндән һуң фашистар һәр береһенә медицина карточкаһы булдырған, шунһыҙ Германия территорияһына индермәгәндәр. Тағы мөһим нәмә: документтарҙың байтаҡ өлөшө урыҫ телендә лә бирелгән.
— Һуңлап булһа ла ҡартатайымдың ҡәберенә тыуған тупрағын илтеп һала алдым, — тип һөйләй Ғәбделбар Вәхит улы. — Ул “Цайт-Хайн” мемориалының 4-се рәтенә ерләнгән. Табыуыма тулҡынланам да, ҡыуанам да. Ни тиһәң дә, хәбәрһеҙ юғалмаған. Ә үлем менән, фашизмға ҡаршы үҙенсә, булдыра алғанса көрәшкән. Бәлки, “хәбәрһеҙ юғалыу”ы заманына күрә яҡшыраҡ та булғандыр. Хәрби әсирҙәргә, уларҙың ғаиләләренә ҡараш бүтәнсә ине бит...
Тағы бер һалдаттың исеме тыуған иленә, яҡындарына ҡайтты. Ғәбделбар ҙа бала саҡтан борсоған һорауына яуап тапты: һуғышта хәбәрһеҙ юғалғандар булмай! Тик иле өсөн башын һалғандар, тылда, хатта әсирлектә лә көрәшеүен дауам итеүселәр генә була. Һуңғылары ғүмеренең аҙағына тиклем азат булырына ышанып йәшәй, фани донъя менән хушлашҡанда ла исемдәре балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡайтырына ышана, намыҫына тап төшөрмәй. Ҡыҙылармеец, хәрби әсир Ваһап Савғанов — меңдәр, миллиондар араһынан шундайҙарҙың береһе.
Рәлис Ураҙғолов




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509