Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Матурлыҡ таратыусы
Матурлыҡ таратыусыОло Черниговка районы мәҙәниәт һарайының алдына килеп туҡтағас та таныным Рәҡиә Хазарованы. Әлбиттә, ошоғаса был ханым менән күрешкәнебеҙ ҙә юҡ ине, әле тәүгә осратам.
Мәҙәниәт усағы Оло Черниговканың үҙәк майҙанында урынлашҡан. Хакимиәткә, баҙарға, магазиндарға йомош менән килгән халыҡ бихисап бында. Шулай ҙа тормош мәшәҡәттәренән мәж килгән йөҙәрләгән кеше араһында ниндәйҙер йылылыҡ бөркөп, үҙенә тартып тора ине Рәҡиә ханым.
— Беҙҙе көтә торғанһығыҙҙыр инде, апай? — Әйтеүен әйттем дә баҙап ҡалдым. “Апай” тип өндәшкәнгә үпкәләмәнеме икән? Беҙҙең алда йылмайып торған ханымға апай йәше бирерлек тә түгел һымаҡ.
— Башҡортостандан булһағыҙ, һеҙҙе көтәмдер инде. — Рәҡиә ханымдың тауышы ла иҫ киткес яғымлы икән. Әйтерһең дә, аяҙ көндә сылтырап ағып ятҡан Оло Ырғыҙ йылғаһының көмөш сыңы ҡолаҡты иркәләй.
Һүҙ һүҙгә тиҙ ялғанды. Рәҡиә Алтынбай ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡанға ҡәҙәр мәктәптә эшләгән икән. Сабый сағынан тынғыһыҙ кеше олоғайғас та йортоноң дүрт диуарына бикләнеп ултыра аламы ни? Рәҡиә ханым шуға ла мәҙәниәт һарайында эш башлаған. “Оҫта ҡулдар” түңәрәгенең етәксеһе ул бөгөн. Бында балалар ғына түгел, урта йәштәгеләр ҙә, ололар ҙа теләп йөрөй.
— Төрлө конкурста әүҙем ҡатнашабыҙ, — тип, өйрәнсектәренең күҙҙең яуын алырлыҡ эштәре биҙәгән кабинеты менән таныштыра Рәҡиә Хазарова. — Районда, өлкә кимәлендә ойошторолған бер генә мәҙәни сара ла беҙҙән башҡа үтмәй. Бигерәк тә балалар төркөмө менән эшләүе еңел һәм күңелле.
Рәҡиә хеҙмәт юлын, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, мәктәптә уҡытыусы булып башлаған. Шуға ла әле булһа балалар яҡындыр инде уға.
— Ун ете генә йәшлек ҡыҙҙы Хәсән мәктәбенә уҡытырға ебәрҙеләр, күҙ алдына килтерегеҙ әле! — Әңгәмәсем рәхәтләнеп көлә. — Аҡыл булмаһа ла, сибәрмен бит инде, төҫ-баш — Аллаға шөкөр. Минән дә белемле кеше юҡ һымаҡ ине мәктәптә, бөтәһен дә белгән кеүекмен. Әкрен атларға күнекмәгәнмен, сәбәләнеп, йүгереп йөрөйөм. Мәктәптән ҡайтҡас, көйәнтәләп һыуға барам. Һыу тулы биҙрәләремде аҫып, урам буйлап һабантуйҙа ярышҡан ҡыҙҙар кеүек сабам... Шунан, туҡтап торам да, уйлайым: туҡта әле, Рәҡиә, һин бит — уҡытыусы, һауалыраҡ баҫып, яй ғына үт әле урамдан!
Үҙҙәренең ауылынан Ғарифулла исемле егеткә кейәүгә сыҡҡас, әлеге шул тынғыһыҙ күңеле Өфөгә алып китә Рәҡиә Алтынбай ҡыҙын. Башҡортостанға юлланыуының сәбәбен үҙенсә аңлата ханым:
— Бер ваҡыт беҙҙең яҡтарға Таңһылыу Кусимова етәкселегендә экспедиция килгәйне. Ырғыҙ, Кәрәлек буйҙарында йәшәгән башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәтен өйрәнеп, йыр-моңон, риүәйәттәрен яҙып алып йөрөнөләр. Шул саҡта Таңһылыу апай мине уҡырға саҡырып китте лә инде. Шулай барып төштөм Башҡортостанға. “Баҙар”, “вокзал”, “милиция” тигән һүҙҙәрҙән башҡаны белмәгән ҡыҙға ауыр булды, әлбиттә, тәүге мәлдәрҙә. Таңһылыу апайға, Әҙеһәм ағай Исҡужинға әле булһа оло рәхмәтлемен: үҙҙәренә һыйындырҙылар, ауыр саҡта ярҙам иттеләр, ҡулыма эш бармаған саҡтарҙа аҡыллы кәңәштәренән айырманылар.
Башҡорт дәүләт педагогия институтының урыҫ филологияһы факультетына ситтән тороп уҡырға инә ул. Сессияға барыу өсөн генә лә бер яҡҡа алты йөҙ саҡрымдан ашыу юл үтергә кәрәк. Бирешмәй ныҡыш Рәҡиә, институтты яҡшы билдәләргә генә тамамлай.
— Ғарифуллам менән утыҙ дүрт йыл иңгә-иң терәшеп йәшәнек, бик йомарт күңелле кеше булды ул. Балалар өсөн өҙөлөп торор ине. Ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерҙек. Әлеге ваҡытта ҡыҙыбыҙ Рима Августовка ауылында донъя көтә. Кинйә улыбыҙ Булат Санкт-Петербургта Попов исемендәге хәрби диңгеҙселәр институтында белем ала. Тик бына Ғарифуллам да, уртансым Барис та баҡыйлыҡта хәҙер... — Рәҡиә Алтынбай ҡыҙының әле генә нур бөрккән күҙҙәрендә ысыҡ тамсылары кеүек йәштәр барлыҡҡа килде.
Өлөшөнә төшкән ауыр ҡайғыларҙан Рәҡиә Алтынбай ҡыҙын әлеге шул хеҙмәт ҡотҡара. Эш араһында спорт менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Йылдың ниндәй генә миҙгеле булыуға ҡарамаҫтан, һыу менән ҡойона. Таң һарыһы менән йүгереүҙе лә ғәҙәт итеп алған.
Рәҡиә ханым үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә йөрөргә лә ваҡыт таба. Райондағы, өлкәләге һәр милли-мәҙәни сарала уларҙың “Туған моңдар” халыҡ фольклор ансамблен көтөп алалар.
Дүрт балаға өләсәй ҙә әле Рәҡиә Алтынбай ҡыҙы. Ейән-ейәнсәрҙәрен башҡортса бейергә, йырларға өйрәтә. Заманында әсәһе Гөлйәүһәр үҙенә аманат итеп тапшырған һәләтен уларға еткерергә тырыша.
Рәҡиә Хазарованың йөрәк йылыһы һалынған картиналарҙы, сәскәләрҙе кемгәлер бүләк итеү йәки өйҙәрен, эш урындарын биҙәү өсөн һораусылар бихисап. Район үҙәгендә йәшәүселәр генә түгел, ситтән килеүселәр ҙә бар. Изге күңелле Рәҡиә Алтынбай ҡыҙының йомартлығы ла, наҙлы ҡарашы ла, саф хистәре лә ана шул ҡул эштәре аша башҡаларға күсәлер, моғайын.
Сибәғә Рахманғолов




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518