Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Киләсәгебеҙ кем ҡулында?
Киләсәгебеҙ кем ҡулында? Киләсәгебеҙ кем ҡулында? Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге әүҙемләште. Тәүҙә төбәк ойошмалары барлыҡҡа килһә, унан һуң йәштәр ҡоролтайы беренсе аҙым­дарын яһаны. Бына хәҙер килеп Дыуан районы үҙәге Мәсәғүттә балалар ҡорол­тайы үтте. Ысын­лап та, милләт киләсәге улар ҡулында бит.
Дыуан районына Беренсе балалар ҡоролтайына барып, күҙ-баш алғас, ике һорау тыуҙы. Беренсеһе – балалар йыйынының әһәмиәте нимәлә?
Сараның “Яҡты киләсәк – беҙҙең ҡулдарҙа” тигән исеменә таянһаҡ, төньяҡ-көнсығыш төбәктәрҙә милли рухты уятыу, мәҙәни бәйләнеште һәм башҡорт телен тергеҙеү, балаларҙа башҡортлоҡто тәрбиәләү. Дыуан районындағы Республика лицей-интернаты тәрбиәсеһе Розалия Рафиҡ ҡыҙы Ибраһимованан ошо яуапты ишеткәс, бөтә миллилек телгә ҡайтып ҡалғанын иҫәпкә алып, шунда уҡ икенсе һорау тыуҙы: “Улайһа, башҡорт теле менән хәлдәр нисек тора был төбәктә?”

– Беҙҙең лицей-интернатта башҡорт теле дәрестәре инә. Әммә, ғөмүмән, районды, район үҙәге Мәсәғүтте алһаҡ – башҡорт теле, дөрөҫөн әйткәндә, онотола бара. Беҙҙең төбәктә урыҫлашыу өҫтөнлөк итә. Шуға күрә туған телебеҙҙе киң даирәлә ҡулланып, күберәк башҡортса саралар үткәреп, балаларҙы йәлеп итһәк, әсә теле һаҡланып ҡалыр тигән ниәттәбеҙ, – тине ул.
Рәсми һандарға күҙ һалам: 2016 йылға төбәктә 30 825 кеше иҫәпләнһә, 2010 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу күрһәтеүенсә, һорау алынған кешеләрҙең 63,9 проценты – урыҫ, 20,4 проценты башҡорт тип тер­кәлгән. Был һандарҙы, әлбиттә, уйланыу өсөн генә миҫалға килтерҙем.
Мәсәғүттәге Республика лицей-интер­натындағы хәлдәр иһә барыбыҙҙы ла хайран ҡалдырҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостан мосолман­дарының Диниә назараты вәкилдәрен лицей алдында мәктәп директоры һәм уҡы­тыусы-тәрбиәселәр ҡаршы алды. Икенсе ҡатҡа, йәғни директор бүлмәһенә, күтә­релгәнсе төрлө класс уҡыусылары осраны һәм уларҙың “төҫкә ҡараһы ла, һарыһы ла” берҙәй булып ауыҙ тултырып баш­ҡортса иҫәнләште.
Бында, әлбиттә, мәктәптәге тәрбиәсе-уҡытыусыларҙың фиҙакәр хеҙмәте күренһә лә, уҡыусының туған телгә ихтирамын тойоу мөһим ине. Мәҫәлән, “Әсәм теле – сәсән теле” секцияһында ҡатнашҡандарға күҙ һалһаҡ, унда башҡортса аңламағандар ғына түгел, хатта башҡа милләттән дә балалар бар ине. Ағалы-ҡустылы икәүҙән: “Ни өсөн был мәктәпкә уҡырға килдегеҙ, башҡортса аңламағас, ауыр түгелме?” – тип һорағас, улар бөтөнләй ҡыйын түгеллеген, үҙҙәрен ҡыйырһытмауҙарын әйтте. “Беҙгә бында уҡыу бик оҡшай, баш­ҡортса өйрәнә алмаһаҡ та, мәктәбебеҙҙе бик яратабыҙ”, – тинеләр.
Ошолай тип раҫлаған ун беренсе класс уҡыусыһының “Беҙ – Салауат вариҫтары” тигән йырҙы талпынып, күҙҙәре осҡон­ланып тыңлағанын күреп, алдағы һүҙҙәренең дөрөҫлөгөнә инандым. Хәйер, ул ғына түгел, сараны алып барған егеттең матур итеп үҙ телебеҙҙә һөйләшкәнен тыңлап һоҡландыҡ. Ошо секцияға ул да теләп килгәйне, үҙе әйтеүенсә, ул татар милләтенән һәм бында таҙа итеп башҡортса һөйләшергә бер йылда өйрәнгән. Башҡортса белмәйбеҙ тигәндәргә ул үҙенең фекерҙәрен еткерҙе, үрнәк күрһәтте. Ысынлап та, уның фекеренсә, һин ҡайһы милләткә һыйынып йәшәйһең, шуның телен, тарихын белеп, уны ихтирам итеүең мөһим шул. Ошо ер, тел һине изге Башҡортостан ерендә яралтҡан һәм Кеше итеп үҫтергән!
Хәйер, ситкә тайпылмай, һүҙемдең башына әйләнеп ҡайтҡанда, Дыуан районында балалар ҡоролтайы беренсе тапҡыр үткәрелде. Унда күрше Мәсетле, Ҡыйғы, Ҡариҙел райондарынан да милләттәштәр ҡатнашты. Лицей-интернаттың үҙенә килгәндә лә, байтаҡ ҡына район балалары белем ала бында. Улар мәктәп тормошонда ғына түгел, район, республика, хатта ил кимәлендәге сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Бер нисә йыл элгәре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бөтә көсөн һалып эшләй башлағайны. Ул инде бөтә район һәм ҡалаларҙа, күрше төбәктәрҙә лә урындағы ҡоролтайҙарҙы ойоштороп, һәр төбәктә йәштәр ҡоролтайҙарын да булдырғайны. Бына инде балалар ҡоролтайҙарын да даими үткәреү мөҙҙәте етте.
Был йәһәттән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Миңләхмәт улы Ишемғоловтың өмөттәре лә аҡланмай ҡалманы. Һәр төбәктә балалар ҡоролтайы үҙенең тәүге емештәрен бирә бара. Мәҫәлән, был сарала ла милли рухты тойған, милләт байрамынан дәртләнгән, ҡанатланған балалар киләсәк эштәргә башланғыс һалды. Улар бында дүрт өлөшкә бүленеп, секцияны етәкләгән апай-ағайҙары менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү алып барҙы, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.
Беренсе секция телгә бағышланып, “Әсәм теле – сәсән теле” тип аталды. Унда ҡатнашҡан балалар үҙҙәре менән таныштырып, туған телдә һөйләүҙән тыш, башҡорт теле, уның тарихы, бөгөн халҡыбыҙҙа телдең тотҡан урыны, мөһимлеге тураһында фекер алышты. Секция етәксеһе Рәсүл Ҡазыханов Ҡоролтайға теләктәрен яҙыуҙы һорағас та, күптәрҙең теләге миллилеккә ҡайтып ҡалды, йәғни төбәктә милли байрамдарҙы йышыраҡ ойоштороу, ҡурай, халыҡ бейеүҙәре, йырҙары буйынса түңәрәктәр һәм фестивалдәр үткәреү, уларҙың барыһының да башҡортса алып барылыуы мотлаҡ, тип тәҡдим итте балалар. Уларҙың теләктәрендә республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш төбәгенең милли рухҡа һыуһағанын күреү ҡыйын түгел ине. Сараның исеменә торошло яҡты киләсәктең үҙҙәренең ҡулында икәненә ныҡлы ышандылар буғай.
“Ал да нур сәс халҡыңа” тип аталған секция уҡытыусыларға һәм тәрбиәселәргә арналды. Уны үткәргән Марат Ғилманов барыһы ла йәш быуынды тәрбиәләгән ошо уҡытыусыларҙан башлана икәнен асыҡ билдәләне.
Сираттағы секция “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” тип аталды. Уны лицей-интернат директоры Фларис Шакиров алып барҙы. Спортты былай ҙа яратҡан уҡыусылар был секция арҡылы сәләмәт тәндә генә рухың да, милләтең дә көслө була икәненә төшөндө. Ә дүртенсе секция иһә “Тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ” тип исемләнде. Был секцияны етәкләгән Ислам Байғужин менән Ильяс Әхтәмов балаларға тарихты бик мауыҡтырғыс итеп һүрәтләне. Ысынлап та, ҡайһы бер төбәктәрҙең милли асылыбыҙҙан ситләшә башлауының сәбәбе тарихты белмәүҙә түгелме икән? Бәлки, был милләттәштәребеҙ уҙған быуаттарҙа азатлыҡ өсөн күпселек яуҙарҙың ошо яҡтарҙа үткәнен онотҡандыр? Рух та, тел дә, үҙаң да шуға бәйле түгелме ни? Һәр хәлдә, был секцияла егеттәр уҡыусыларға тарихты төпкә төшөп аңлата алды, тип ышанғы килә. Сарала ҡатнашҡан лицей-интернат уҡыусылары ла, башҡа райондан килгән балалар ҙа, ололар ҙа, милли үҙаңды, рухты тергеҙеү өсөн Дыуан районындағы Беренсе балалар ҡоролтайы төбәк өсөн мөһим сара икәнен аныҡ аңлап, киләсәккә яҡты пландар ҡорҙо.
Уларҙың ошо эшкә ихлас тотоноп, Ҡоролтайҙы тергеҙеп ебәреүҙәре генә ни тора. Һөҙөмтәлә халҡыбыҙҙың милли уйындары, бәйгеләр, традицион уҡтан атыу, элгәре үткәрелеп килгән Т. Йосопов исемендәге “Әйле батыры” көрәш ярышы тергеҙелә. Йәштәрҙең, балаларҙың милли проекттарын үҫтереү буйынса халыҡ-ара, ил, төбәк кимәлендәге гранттарҙы юллау әүҙемләштерелә. Башҡорт халҡының этнофольклорын өйрәнеү өсөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт университеты менән берлектә райондан сыҡҡан күренекле шәхестәргә, халҡыбыҙҙың юлбашсыларына арналған ғилми-ғәмәли конференциялар үткәрелә. Милли һәм дини ҡиммәттәребеҙҙе өйрәнеү һәм һаҡлау йәһәтенән йәш быуынға әхлаҡи тәрбиә бирелә, йәй айҙарында махсуслаш­тырылған этнолингвистик йәйләүҙәр асыла.
Яҡын киләсәктә төньяҡ-көнсығыштағы башҡа райондарҙа ла балалар ҡоролтайҙары үткәреләсәк. Йола тигәндән, секцияларҙа әүҙем ҡатнашҡан балалар менән “Яҡты киләсәк – беҙҙең ҡулдарҙа” тигән ток-шоу ысын мәғәнәһендә ҡыҙыҡлы уйынға әйләнде. Әле йәш аңдары ҡалыплашып етмәгән балаларҙың ололарса фекер йөрөтөүен һоҡланып ҡарап ултырған лицей директоры: “Уларҙың был ҡыйыулығы, аңлылығы – уҡыусыларҙы йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнаштырып, тәжрибә туплау һөҙөмтәһе”, – тип аңлатты. Ысынлап та, сәхнәләге һәр йәш кешенең икенсеһе республика буйынса уҙған КВН-дарҙа “Төньяҡ амурҙары” командаһы ағзаһы ине. Төрлө республика сараларында әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар ҙа фекер алышты бында.
Ғаиләнән килгән аңлылыҡты ла билдәләмәү мөмкин түгел. Мәҫәлән, алып барыусының “Һеҙҙеңсә, башҡорт ғаиләһе ниндәй булырға тейеш?” тигән һорауына бик ҡыҙыҡ фекерҙәр әйтелде. Берәүҙәр, атай – ғаиләлә баш, ул аҡса табырға тейеш, әсәй өйҙә балаларҙы тәрбиәләргә тейеш, тип сикләнһә, икенселәр фекеренсә, балаларға атай тәрбиәһе мөһимерәк.
Залдан ҡул күтәреп бәхәскә ҡушылғандар ҙа фекерҙәре менән һоҡландырҙы. Ҡыйғынан килгән бер уҡыусы: “Әсәй тәрбиәһе – бер, атай тәрбиәһе – бер”, – тип был бәхәскә нөктә ҡуйҙы. Ә тыңлап ултырған өлкәндәргә, әлбиттә, киләсәктә үҙҙәре атай буласаҡ малайҙарҙың ошолай фекер йөрөтөүе ифрат оҡшаны.
Әйтергә кәрәк, лицей-интернаттың да, Ҡыйғы мәктәбенән килгән уҡыусыларҙың да оло тормошҡа әҙерлектәре яҡшы икәне күренде, ошо балаларға һәйбәт белем биргән, уларҙы әхлаҡи яҡтан кеше итеп үҫтергән уҡытыусылары-тәрбиәселәренә рәхмәт. Һәр бала – күҙ уңында, һәр балаға шәхес булараҡ үҫешергә мөмкинлек бирелгән бында.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы­ның да ошо балаларҙа илһөйәрлек сифаттарын үҫтереү өсөн күргән саралары, һис шикһеҙ, маҡсатына өлгәшәсәк. Ә балаларҙың кем булып үҫеүе – беҙҙең ҡулда. Яҡты киләсәк ошо балаларыбыҙҙың ҡулдарында булған кеүек...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 098

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 452

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 988

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 896

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 657

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 244

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 463

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523