Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Рәсәйҙең баҡыр баш ҡалаһы”на вики-сәфәр
Коммерцияға ҡарамаған “Викимедиа РУ” партнёрлығы Урал тау-металлургия компанияһы менән берлектә декабрҙә Екатеринбург ҡалаһының эйәрсене булған Юғары Пышмаға вики-экспедиция ойошторҙо. Ул “Рәсәйҙең баҡыр баш ҡалаһы” тип аталып, Рәсәйҙең эре сәнәғәт үҙәгенә беренсе шундай форматтағы сара булып тарихҡа инде.
Ошо ваҡиғанан саҡ ҡына алдараҡ Уралтау металлургия комбинатының рәсми сайты ирекле лицензияға күскәйне. “Викимедиа РУ” ағзаһы Николай Литвинов белдереүенсә, предприятиеның музей һәм архивтарында Рәсәй иҡтисады, ҡала һәм ойошма тарихы тураһында бай мәғлүмәт тупланған, уны системаға һалып, ирекле Викимедиа фондында һаҡлау тураһында килешелгән. Йәғни предприятие етәкселәре мәғлүмәт ҡамауында ҡалмаҫ өсөн завод тарихы архивына ирекле лицензия биреү зарурлығын аңлаған һәм был эште википедиясылар ярҙамы менән башҡарып сығырға ниәтләй.
Сараға Мәскәү, Санкт-Петер­бург, Өфө, Екатеринбург ҡалаларынан һәм Свердловск өлкәһенән википедиясылар килде. Рәсәй халыҡтары телдәрендәге ойош­маларҙан мин Башҡорт Википедияһы вәкиле булһам, Эрзя Википедияһынан Санкт-Петербургта телевидениела эшләгән журналист Андрей Петров килде.
Беренсе көндә баҡыр етештереү технологияһы этаптары менән таныштыҡ. Завод етәкселәре руданы ваҡлап, мейестә иретеп, ҡара баҡыр ҡойоу процесын тулыһынса күрһәтте.
Экскурсияның иң сағыу мәле алтын ҡойолмаһын алыу булды. Ирегән алтынды ҡалыпҡа ҡойоп, һыуытып экскурсанттарға тапшырҙылар. Алтын ҙур булмай, тиеүҙәренең хаҡлығына шунда ла инанырға мөмкин ине – кирбес ҙурлыҡ ҡына булһа ла, ҡойолма бик ауыр, 14 килограмм тарта.
Экскурсия артабан “Уралэлектромедь” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тарихы музейында дауам итте. Һуңынан үҙебеҙ әҙерләгән һәм Урал химия-технология университеты тәҡдим иткән мәғлүмәттәрҙе Википедия фондына урынлаштырыу менән шөғөлләндек. Әйткәндәй, теләге булғандар Интернетта ошо ресурста һаҡланған мәғлүмәт менән таныша ала.
Икенсе көндә Урал тау-металлургия комбинатының музейы менән таныштыҡ. Музейҙа Силәбе метеориты киҫәген, алтын, көмөш, платина өлгөләрен ҡулға тотоп ҡарарға мөмкин ине. Был комбинат илдең төрлө төбәктәрендәге ҡара һәм төҫлө металлургия менән бәйле 45 предприятиены, шул иҫәптән Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты һәм был комбинаттың Сибай филиалын берләштерә. Бынан тыш, уның Санкт-Петербургта диңгеҙ порты, үҙ агрофирмаһы, кирбес заводы бар. Комбинат “Сметливый” хәрби диңгеҙ карабына шефлыҡ итә. Был карапта хеҙмәт иткән егеттәр һуңынан комбинатҡа эшкә инеү мөмкинлегенә эйә.
Юғары Пышма Хәрби техника музейы менән танышыу бигерәк тә мауыҡтырғыс булды. Учреждение Мәҙәниәт министр­лығына күсмәй, заводтың бер цехы булараҡ йәшәй. Музей директоры Иван Сильченко әйтеүенсә, шулай отошлораҡ. Бында бик күп хәрби техника йыйылған. Экскурсовод һәр техника тураһында ентекләп бәйән итә, уның һөйләгәнен онотолоп тыңлайһың. Һуғыш башланғас, бик ашығыс рәүештә күпләп танк етештереү талап ителгән. Әммә уның сылбыры (гусеница) бик тар булғанлыҡтан, сиҙәм ерҙә батҡан. Бер нисә генә дана эшләп өлгөргәндәр. Икенсе техниканы ла ашығыс эшләргә тура килгән, конструкторҙар ҡаршы булыуға ҡарамаҫтан, башҡа танктың әҙер башняһын ҡуйырға тигән күрһәтмә килгән. Конструкторҙар иҫәпләп сығарыуынса, танк саҡ ҡына ауыш урында ла ҡабырғаһына ятҡан. Бер нисәү эшләгәс, етештереүҙе туҡтатҡандар, бер өлгөһө музейҙа һаҡлана.
Бына шулай һәр техника – үҙенә күрә тарих. Танктарҙан башҡа пушка, бронемашина, ретро-самолёт, вертолёт, локомотивтар тупланған. Техниканың күпселеге әле лә сафта. Һуғыш йылдарындағы легендар танк, бронемашиналар ҡалала 9 Май парадында ҡатнаша. Еңеү байрамында заводта автомашинала, автобуста эшләгән водителдәр бер генә көнгә танкисҡа әйләнеп, беркетелгән техниканы ҡабыҙып, колонна булып үтә. Википе­диясыларҙың маҡсаты – ошондағы һәр техниканы ентекләп фотоға төшөрөп, һәр кем файҙалана алған интернет-ресурсҡа һалыу ине.
Төштән һуң йыйылған мәғлүмәтте һәм предприятие тәҡдим иткән архивты Викимедиа Интернет-ресурсына урынлаштырыу дауам итте. Вики-марафон менән бер рәттән йәнле һөйләшеү ҙә барҙы. Башҡорт Википедияһы ҡаҙаныштары менән, вики-өләсәйҙәр хәрәкәте менән күптәр таныш. Мин википедиясыларҙы Башҡортостан тураһында төрлө телдә мәҡәләләр яҙыу конкурсында ҡатнашырға өндәнем. Рус Википедияһы иғлан иткән кулинария конкурсына ҡушылыуыбыҙ тураһында белдерҙем. Гәзит уҡыусыларҙы ла был бәйгелә ҡатнашырға саҡырам. “Бәйләнештә”, “Класташтар” социаль селтәрҙәрендә төрлө рецепт, фотолар ҡуйып ваҡыт уҙғарыусылар бөтә кешегә лә файҙалы булырлыҡ итеп Википедияла ла мәғлүмәт яҙа ала, ул ғына түгел, барлыҡ рецепт өлгөләре бер урында туплана, кәрәк ваҡытта инеп, уҡып, яҙып алырға ғына ҡала.
Шулай уҡ был конкурс барышында ла, артабан да Википедияла ҡашығаяҡ, аш-һыу техникаһы тураһында, йәки үҙегеҙ белгән рецепт өлгөләре, Вики-дәреслектә ниндәйҙер ризыҡты әҙерләү процесы тураһында яҙырға була, фото менән булһа, тағы ла яҡшыраҡ.
Был сарала, алда әйтеп үтеүемсә, Эрзя Википедияһынан Андрей Петров ҡатнашты. Ул Һамар өлкәһендә тыуған, Санкт-Петербург ҡалаһында рус телле журналист булып эшләй, буш ваҡытында Эрзя Википедияһын етәкләй. Хушлашҡан ваҡытта: “Үкенескә ҡаршы, ҡасандыр берҙәм булған мордва халҡы моҡша һәм эрзя халҡына бүленгән. Һеҙ, башҡорттар – үҙ-ара дуҫ, берҙәм халыҡ. Тарихтан күренеүенсә лә, бар эшкә күмәкләп тотонаһығыҙ. Бөгөн дә Викимедиа төркөмөгөҙ башҡа халыҡтарға өлгө булып тора, беҙгә һеҙҙән күп нәмәгә өйрәнергә, өлгө алырға, үҙебеҙҙең төркөмдө йыйырға кәрәк”, – тине. Ысынлап та, Андрейҙың һүҙҙәренән һуң телебеҙҙең гөрләп йәшәгәненә инандым. Эрзя телендә бер нисә генә гәзит, телевидениела бер нисә минутлыҡ ҡына тапшырыу бар, уларын да рус, моҡша телдәрендә ҡабатлап күрһәтергә кәрәк.
Беҙҙә башҡортса күпме балалар, йәштәр, ҡатын-ҡыҙҙар баҫмалары нәшер ителә, башҡорт телендә тәүлек әйләнәһенә радио һәм телевидение каналдары эшләй, башҡорт теленең Интернетта үҙ урыны, хатта Википедия тип аталған универсаль Интернет-энциклопедияһы бар. Бөгөн Башҡорт Википедияһы ныҡлы, ышаныслы аҙымдар менән алға бара һәм артабан да һынатмаҫ, төркөмөбөҙгә рухлы, сәмле яңы ҡатнашыусылар өҫтәлер, тип ышанабыҙ.

https://commons.wikimedia.org/wiki/Category:Photographs_by_Vadim_Smalkov




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 260

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 099

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 479

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 132

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118