Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Берҙәмлектә беҙҙең көс!
Берҙәмлектә беҙҙең көс! Ошо көндәрҙә Сибайҙа ҡала башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булып үтте. Уның эшендә ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ирек Бикмәтов һәм башҡалар ҡатнашты.
Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы һуңғы ваҡытта әүҙем эшләй. Был хаҡта уның рәйесе Ирек Бикмәтовтың сығышында билдәләнде. Ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы әйтеүенсә, ҡалала бихисап йәмәғәт ойошмалары теркәлгән, әммә уларҙың барыһы ла һөҙөмтәле эшләй тип әйтеп булмай. Мәҫәлән, бынан бер нисә йыл элек тап ошондай ҡоролтай ултырышында “Атайҙар ҡоро” ойошторғайныҡ. Тик ни өсөндөр ул эшләп китә алманы, арабыҙҙа абруйлы атайҙар юҡмы, әллә барыһын да һаман булһа гүзәл зат иңенә йөкмәтеүҙән ары китә алмайбыҙмы? Бөгөн яңы барлыҡҡа килгән “Аҡһаҡалдар ҡоро” йәштәргә үрнәк булырлыҡ ағзалар туплап, үҙ эшен башлар, аҡһаҡал аҡылы, кәңәше, һүҙе беҙгә лә ишетелер, тигән ышаныста ҡалайыҡ.
Әмир Ишемғолов үҙ сығы­шында берҙәмлектә һәм та­тыулыҡта ғына ниндәйҙер маҡ­саттарға өлгәшеп буласағын айырым билдәләп үтте. “Тәрәндән уйлап ҡарағанда, урындарҙағы ҡоролтайҙарҙың эше баһалап бөткөһөҙ. Улар халыҡ менән эшләй, уларҙың һүҙен ишетә, милләтебеҙҙе нимә борсоуын тоя, проблемаларын яҡындан белә. Әммә үҙебеҙ араһында тарҡаулыҡ булмаһын, ҡайһы осраҡта ошо сифат бер-беребеҙгә ҡамасаулыҡ итә, эшебеҙгә аяҡ сала. Бөгөн тик үҙ ҡаҙаныңда ғына болғаныу етмәй, йәштәребеҙгә эш юҡ, улар ситкә китә, шуға күрә халҡыбыҙ араһында эшҡыуарлыҡты үҫтереү кәрәк”, – тине Әмир Миңләхмәт улы.
Был тәңгәлдә “Урал аръяғының эшлекле донъяһы” бизнес үҙәге директоры Айнур Ишмөхәмә­товтың сығышы бик әһәмиәтле булды. Ул аныҡ һандар килтереп, үҙәктең яңы эш башлаусыға нисек ярҙам күрһәтеүен, күпме кредит бүленеүен аңлатты. Быйыл 15 кеше 21 миллион 300 мең һумлыҡ микрозайм алған.
Шулай уҡ һуңғы ваҡытта модаға инеп киткән “мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытылыуға дәрестәр һаны ҡыҫҡартылды йәки бөтөрөлдө” тигән һорауҙарға Сибай ҡалаһы хакимиәте мәғариф бүлегенең башҡорт теле буйынса методисы Айһылыу Моталлапо­ваның сығышы бик эстәлекле булды.
– Рәсәй Федерацияһының “Мәғариф тураһында” Законына ярашлы, илебеҙ граждандарының туған телдә белем алырға, уны өйрәнергә хоҡуғы бар. Шуға күрә бөгөн башҡорт телен уҡытыуға сәғәттәр һаны кәмене тигән һүҙҙәр дөрөҫ түгел. Теләге булған һәр кем өйрәнә ала. Тик балаларын туған телдә уҡытыуға ҡыйын­һынып ҡараған ата-әсә күбәйҙе. Күптәр балаларын туған телде тик дәүләт теле булараҡ өйрәткән төркөмдәргә күсерә, сөнки бөгөн төп иғтибар Берҙәм дәүләт имтихандарына бирелә. Ә ХI класты тамам­лағанда башҡорт теленән тапшырған берҙәм төбәк имтиханы (ЕГЭ) һөҙөмтәләре бер ерҙә лә, хатта БДУ-ның филология факультетында ла иҫәпкә алынмай. Шуға күрә уҡыусыларға был имтихан биреүҙән файҙа бармы һуң? Шуныһы ҡыуаныслы: Мәғариф министрлы­ғы башҡорт телен IХ класта һайлау имтихандары исемлегенә дүртенсе имтихан итеп индерҙе.
Мәғариф бүлеге начальнигы Ғаяз Хәсәновтың хәстәрлеге, мәктәп дирек­торҙарының тырыш­лығы менән мәктәп­тәрҙә башҡорт дәүләт телен уҡытыуҙы Сибай ҡалаһында 100 процент кимәлдә һаҡлап ҡала алдыҡ. Ә бит туған телде өйрәнеү рус телен өйрәнеүгә бер ҙә ҡамасауламай, – тине Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы.
Сығыш яһаусыларҙың докладынан һуң, залдан бирелгән һорауҙарға яуап биреү ойошторолдо. Мәҫәлән, төбәктә берҙән-бер фән үҙәгенә әүерелгән Сибай инсти­тутының артабанғы яҙмы­шы, бынан бер йыл элек янғында зыян күргән ҡала филармонияһы яңынан төҙөләме-юҡмы, Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы ябылыу сәбәпле, уның буш торған бинаһы һәм ятаҡтың ташландыҡҡа әүе­релә барыуы сибайҙарҙы борсомай ҡалмаған. Уларҙың барыһына ла төплө яуап менән Хәлит Сөләймәнов сығыш яһаны.
Йыйын аҙағында Әмир Ишем­ғолов тарихсы, тарих фән­дәре кандидаты Фуат Сөләймә­новҡа Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалын тапшырҙы. Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан бер төркөм милләттәш Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Сара Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайының эшен ҡәнәғәтлә­ндерерлек тип баһаланы һәм яңы ағзалар ҡабул итте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 260

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 099

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 479

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 132

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118