Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыуған ерҙең туҙаны ла... ҡәҙерлеме? йәки Ҡытайҙы яулаған яҡташ хаҡында
Тыуған ерҙең туҙаны ла... ҡәҙерлеме? йәки  Ҡытайҙы яулаған яҡташ хаҡында
Ҡытайға булһа ла барып белем ал, тигән боронғолар. Шөкөр, бөгөн башҡорт донъяның теләһә ниндәй сигенә юллана ала. Шул уҡ ҡытайҙарҙан да өйрәнерлеге күп әле. Милләт булараҡ, нисек үҫешәләр, миллиардлаған халыҡ ҡайһылай һыйышып көн итә, ни менән шөғөлләнә?..
Кем ул һин, Фәриҙә? Заманында, төрлө ижтимағи-сәйәси сәбәптәр арҡаһында һәм йәшлек ҡыҙыҡһыныуын еңә алмайынса, тыуған еренән, ил-ҡәүеменән айырылып сығып киткән, ҡасандыр ҡанаты нығынып етмәгән ҡошсоҡтан бөгөн ирекле осҡан талымһыҙ ҡошҡа әүерелгән бер затмы? Башҡорт рухын күңелендә тап төшөрмәй һаҡлаған, шул уҡ ваҡытта башҡаларҙың тарихына, мәҙәниәтенә, теленә оло хөрмәт менән ҡараған тынғыһыҙ күңелле, киң ҡарашлы милләттәшме? Әллә иң матур йылдары сит ҡәүемдәрҙә үтһә лә, бар булмышы менән тамырҙарына тартылған, кендек ҡаны тамған ерен һағынған алдынғы ҡарашлы замандашмы? Биографик мәғлүмәттәргә килгәндә, Фәриҙә Айытбаева – Әбйәлил һылыуы, Төркиәләге Мәрмәр университетының киң мәғлүмәт саралары факультеты магистратураһын тамамлаған, башҡорт, рус, төрөк, инглиз, ҡытай телдәрендә иркен аралаша, Гуанчжоу ҡалаһында йәшәй, Ҡытай сауҙа фирмаларының береһендә экспорт буйынса менеджер булып эшләй.

– Фәриҙә, һин үҙеңде космополит тип иҫәпләйһеңме? Әллә, киреһенсә, милли менталитет мөһимерәкме?
– Сит илдә оҙаҡ йәшәүемә ҡарамаҫтан, милли үҙаңдың әһәмиәтенә ышанған, рухлы, илһөйәр кешемен, тип иҫәпләйем. Шул уҡ ваҡытта башҡа илдәрҙең ижтимағи-сәйәси ҡоролошо, иҡтисади нигеҙе, башҡа халыҡтарҙың тормошо, теле, мәҙәниәте лә мине ҡыҙыҡһындыра. Шуға күрә мөмкинлек булғанда яңылыҡтар менән телевидение, Интернет аша танышып барам, сәйәхәт итергә лә яратам. Һәр мәғлүмәтте милли күҙлектән үткәреп анализларға, халҡыбыҙға нисек тәьҫир иткәнен күҙалларға тырышам.
“Космополит” һүҙе, тәү ҡарамаҡҡа, бер аҙ һағайта кеүек, сөнки күптән түгел, совет осоронда, был ватансыллыҡҡа ҡапма-ҡаршы ҡуйылған, “ерһеҙ-илһеҙ” тигәнерәк мәғәнәне аңлата ине. Хәҙер иһә был төшөнсә күберәк кешелек мәнфәғәттәрен милли үҙбилдәләнештән юғарыраҡ ҡуйған, Ер шары кимәлендә ирекле индивидты билдәләй. Ә мин үҙемде тамырҙары көслө булған илһөйәр заттанмын тип иҫәпләйем. Икенсе яҡтан, үҫмер сағымдан уҡ сит тарафта йәшәп, башҡа мөхиткә яраҡлаша алғас, тормош рәүешем бүтән милләт­тәштәремдән айырмалы булғас, миндә космополит һыҙаттары ла юҡ түгелдер. Был мәсьәләлә ҡәтғилек урынһыҙ. Әгәр ҙә беҙ “был – аҡ, был – ҡара”; “был – изгелек, был – яуызлыҡ” тип әйтәбеҙ икән, улар араһында уртаҡлыҡ та юҡ түгел, ниндәйҙер ярым-яртышар сифаттар ҙа бар. Шуға күрә үҙем өсөн алтын урталыҡты һайланым һәм кешеләр донъяһын күберәк күреп танырға, аңларға, үҫергә тырышам. Ә күңелемдә барыбер яҡындарым, туғандарым белгән кеше булып ҡалам.
Донъянан артта ҡалып булмай. Юҡһа, уның аяуһыҙ ҡуласаһы үҙ юлында бөтә нәмәне тапап үтеп китеүе ихтимал. Шуға ла халҡымдың заман менән бер юҫыҡта атлауы, үҫеүе, цивилизацияның бер өлөшө булып ҡалыуы зарур. Икенсе яҡтан, ошо процеста милли үҙаңды, башҡортҡа ғына хас үҙенсәлектәрҙе юғалтмаҫҡа кәрәк.
– Сит илдә олтан булғансы, үҙ илең­дә олтан бул, тигән халыҡ мәҡәленә ҡарашың?
– Заман менән бергә ҡайһы бер мәҡәлдәр көнүҙәклеген юғалталыр тигән бәхәсле фекер белдерәм. Ғөмүмән, донъя ҡоролошо ғына түгел, дөйөм кешелек ҡиммәттәре үҙгәреп торған ҡырыҫ бер осорҙа йәшәйбеҙ. Башҡорт халҡы тыуған төйәгенә тоғро, илһөйәр халыҡ, аҫабалыҡ – халҡыбыҙҙың ҡанында. Шуға күрә, хәҙерге аҡылым булһа, яҙмышымды яңынан яҙа алһам, үҙ илемдә төйәкләнеүҙе хуп күрер инем. Мәгәр, барыһы ла беҙ күҙаллағанса бармай. Йәп-йәш көйөнсә сит илгә сығып китергә тура килде һәм һаман да әйләнеп ҡайта алмайым, тыуған-үҫкән еремдән, туғандарымдан, дуҫтарым­дан алыҫтамын.
Төркиәлә белем алдым, телдәр өйрәндем, ҡараштарым даирәһе киңәйҙе. Ә Ҡытайға, уның нимәһен йәшереп тораһың, беҙҙең халыҡ әйтмешләй, “оҙон аҡса артынан”, бол эҙләп, тормошомдо матди яҡтан тотороҡло итер өсөн сығып киттем. Ҡыҫҡаһы, капиталистик шарттарҙа аҡса табырға, үҙаллы аяҡҡа баҫырға тырышыуым, тип яҙһағыҙ ҙа була.
Үкенескә ҡаршы, илебеҙҙәге ижтимағи-иҡтисади ҡоролош күптәргә эшләп тә, уның өсөн лайыҡлы хаҡ алыу мөмкинлеген бирмәй. Бихисап йәштәр эшһеҙ йонсой, тырышҡаны ла тапҡанын саҡ осон-осҡа бәйләй. Сағыштыра алғанға әйтәм быларҙы: Башҡортостанға ҡайтып килгән һайын, халҡымдың, бигерәк тә ауыл кешеләренең ни тиклем бөлгөнлөктә йәшәгәнен күреп, әсенеү кисерәм. Шул уҡ ваҡытта Ҡытай хаҡында ла “алһыу күҙлек” кейеп, әһәмиәтен арттырып һөйләргә йыйынмайым. Ғөмүмән, Ҡытайҙа йәшәгән ватандаштарым йә иһә башҡа илдән килгән кешеләр унда аҡса артынан ғына бара, ә күңел тыныслығы кисереп, донъя көтөү өсөн барыһы ла башҡа дәүләтте һайлар ине, тигән фекерҙәмен.
Әлеге ваҡытта ярты Башҡортостандың ир-уҙамандары, аҡса табам тип, Себер тарафтарын ҡыҙыра, унда бик ҡырыҫ климат һәм көнкүреш шарттарында көн итә, һаулығына ҙур зыян килтерә. Ошо рәүешле күпме ғаиләләрҙең нигеҙе ҡаҡшай, балалар атайлы килеш атайһыҙ үҫә, ошонда уҡ эскелек проблемаһы ла килеп тыуа...Үҙ еребеҙҙә мөмкинлек булһа, кем тыуған ил-йортон ташлап алыҫҡа сығып китер ине? Ошоларҙы уйлап йөрәгем әрней.
Баяғы мәҡәлгә әйләнеп ҡайтып, тағы шуны әйтеп үткем килә. Мин ябай ғаиләлә тыуып үҫтем, ябай кешемен, ваҡытлыса сит ил компанияһында эшләгән ябай хеҙмәткәрмен. Шуға ла үҙемде “солтан” түгел, “олтан” итеп хис итәм. Донъя кимәлендәге даным юҡ, ә бер нисә сит телде белеүҙе ҡаҙаныш түгел, ә аралашыу ысулы тип иҫәпләйем. Ҡытайҙа оҙаҡлап китеүемдең бер сәбәбе – ауырҙан һаналған урындағы телде төплө өйрәнеп, бындағы халыҡҡа яҡынайырға, уларҙың йәшәйешен, мәҙәниәтен аңларға тырышыу. Икенсенән, киләсәктә ҡытай теленең әһәмиәте донъя кимәлендә артасағын күҙаллап, был илдәге тәжрибәмде файҙаланырмын тигән уй бар.
Әгәр ҙә гәзит уҡыусылар араһында сит ил тураһында хыялланғандар табыла икән, уларға рухи яҡтан бик көслө булырға, төрлө һынауҙарға әҙер торорға кәңәш итер инем. Шул уҡ ваҡытта һеҙҙе аяҡҡа баҫтырған, ҡанаттарығыҙҙы нығытҡан тыуған яҡты оноторға ярамай. Миңә ҡалһа, кеше ҡайҙа ғына йөрөһә лә, нимә генә эшләһә лә, уны барыбер кендек ҡаны тамған ер тарта. Был – аңлатып һәм еңеп булмаған тойғо. Һәм сит тарафта ни тиклем оҙағыраҡ көн итһәң, ошо кисереш, баҫҡан ҡамыр төҫлө, ҡабарғандан-ҡабара бара... Хәйер, бәлки, мин генә шундай кешемендер, бәлки, икенсе төрлө фекерләгән заттар барҙыр.
– Ҡытайҙы эш роботтары иле тип тә атайҙар...
– Был һорауға яуап бирер өсөн халыҡтың тарихына күҙ һалырға кәрәк, әммә мин был фән менән бик дуҫ түгелмен, ҡытайҙарҙың үткәнен яҡшы беләм тип әйтмәйем. Унан һуң, китапта яҙылған ҡанундар дәүер, донъя ҡоролошо, быуындар менән бергә үҙгәрә килә бит. Шуға белгәнемде бер үлсәүгә һалып, быға тиклем теркәлгән факттар менән бөгөнгөнө сағыштырып, тирә-йүнемде аңларға, тоҫмалларға тырышам.
Ҡытай халҡының ғасырҙарға һуҙылған үҙенә генә хас бөйөк тарихы бар. Уларҙы, мәҫәлән, үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә йәшәгән, мәҙәни-тарихи йәһәттән бергә үҫешкән Европа һәм Рәсәй халыҡтары менән сағыштырып булмай. Ҡытайҙарға ситтәрҙең йоғонтоһо бөтөнләй тиерлек теймәгән, улар башҡа халыҡтар тарафынан мәҙәни тәьҫир кисермәгән. Башҡалар ил-ара низағтарҙа яулап алыу, көслөрәк халыҡтарҙың аҙ һанлыларҙы үҙ баҫымы аҫтында ҡалдырыу менән шөғөлләнгәндә, ҡытайҙар үҙ-ара һуғыштарҙы йыш ҡына ойошторһа ла, ғөмүмән, үҙ ҡаҙанында ҡайнаған. Халыҡ һанының күп, йәшәү шарттары ауыр булғанын иҫәпкә алғанда, уларға көслө, берҙәм милләт булып ҡалыу еңел бирелмәгәндер. Нисек кенә булмаһын, Ҡытай тарихында ҡот осҡос ихтилалдар, бөлгөнлөк һәм башҡа һынауҙар күп булыуға ҡарамаҫтан, был халыҡтың йөрәгендә меңәр йылдар буйы һаҡланған берҙәмлек фәлсәфәһе, милли рух йәшәп килә.
Үткән быуаттың 70 – 80-се йылдарынан алып илде иҡтисади йәһәттән күтәреү, индустриаль үҫеш программалары кешеләр араһындағы үҙ-ара көнәр­кәшлекте тағы ла көсәйткәндер, тип уйлайым. Миллиондар араһында үҙ урыныңды табыу, тауышыңды ишеттереү, башҡалар араһынан айырылыу, ай-һай, еңел түгел бында. Шуға ла күптәр эш роботына әйләнергә мәжбүр, әммә үҙе теләгәндән түгел, ә хәҙерге йәмғиәт ҡоролошо һәм көнкүреш шарттары шуны талап иткәнгә. Бер яҡтан, Ҡытай халҡының һан яғынан ифрат күп булыуы ыңғай күренеш булһа, икенсе яҡтан, был үҙ-ара ныҡ юғары көнәркәшлек тыуҙыра, кешеләрҙе роботтар ағымына әүерелдерә. Ә иҡтисади-ижтимағи үҫеш Ҡытайҙа тик тормай! Шуға ла, йәшәйем тиһәң, бында ҡуласаға эләккән тейен кеүек булырға, туҡтауһыҙ хәрәкәт итергә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп осраҡта ғаиләне, башҡа ҡыҙыҡһыныуҙарҙы, ялды икенсе планға ҡуйырға тура килә. Үҙемә килгәндә, тормош тик эштән генә тормай, ә эш ул барлыҡ тормош түгел, тигән фекерҙәмен. Кеше тәүлек әйләнәһенә тип әйтерлек тик нимәлер менән мәшғүл, ял күрмәй, ыңғай хис-тойғо кисермәй икән, бер килеп организм барыбер “баш күтәрәсәк”, йоҡоһоҙ­лоҡ, эшләү һәләте түбәнәйеү, шәхси тормошҡа ҡарата апатия тыуыу кеүек күренештәр барлыҡҡа килә.
Мин ялымды файҙалы үткәрергә тырышам, спорт менән шөғөлләнәм (йога дәрестәре алам, йүгерәм). Ваҡыт булғанда дуҫтарым менән музейҙарға, парктарға, иҫке ҡаласыҡтарға барабыҙ. Бында, теләк булғанда, тормошто төрлөрәк итеү, ҡыҙыҡ­лы кешеләр менән аралашыу мөмкинлеге күп. Ғөмүмән, ҡытайҙар бәләкәй генә ҡыуанысты ла ҙур итеп, тормоштан йәм табып йәшәй белә.
Һуңғы йылдарҙа илдә социаль програм­маларға ҙур иғтибар бирә башланылар. Мәҫәлән, йәш әсәйҙәргә ярҙам күрһәтеү ҡаралған. “Бер ғаилә – бер бала” сәйәсәте лә йомшарҙы – хәҙер ҡайһы берәүҙәргә ике бала үҫтерергә рөхсәт итәләр. Халыҡтың матди хәле лә яҡшыра бара. Тимәк, киләсәктә ил ҡоролошо тағы ла камиллашасаҡ.
– Ә сит илдән килгәндәргә ҡараш нисек? Ҡыйырһытмайҙармы?
– Ғөмүмән, кәмһетеүсе-ҡыйырһытыусы юҡ, яҡшы мөнәсәбәт тоям. Әммә был илдә матди ҡиммәттәр юғары баһаланғанға, сит ил кешеһе аҡса сығанағы булараҡ ҡабул ителә, шуғалыр ҙа баҙар-магазинда әйбер алғанда ҡиммәтерәк хаҡ ҡуйыла. Ошо уҡ хәл ҡуртымға фатир эҙләгәндә, такси яллағанда күҙәтелә. Был йәһәттән мин отам: тышҡы ҡиәфәтем ҡытайҙарға тартым булғанға, үҙ кеше тип ҡабул итәләр. Ҡытайса белеүем дә файҙаға: урындағы халыҡ телендә аралашаһың икән, һиңә ҡарата мөнәсәбәт бермә-бер ыңғай яҡҡа үҙгәрә.
Көнәркәшлек көслө дәүләттә эш урыны биләгән сит ил граждандарын яратмаусылар ҙа бар, әлбиттә. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа виза алыу шарттары үҙгәрҙе, көнкүреш кимәле яҡшыра бара. Быға бәйле хаҡтар ҙа арта. Бында күптән йәшәгәндәр: “Был ун йыл элекке арзан Ҡытай түгел!” – тиҙәр.
Урындағы йәштәр сит телдәрҙе яҡшы белә, ерле халыҡ етеш йәшәй. Ата-әсәһе балаларын сит илгә белем алырға ебәрергә тырыша. Ҡыҫҡаһы, беҙҙе был дәүләт эсендәге үҙ-ара көнәркәшлектән бигерәк, Ҡытайҙың донъяны ҙур тиҙлектә яулай барыуы, уның донъяуи үҙгәрештәре күберәк борсорға тейеш.
– Ғөмүмән, Ҡытайҙың ритмынан һуң Рәсәйгә ҡайтып, һәүетемсә донъя көтөргә әҙерһеңме?
– Эйе, бында ысынлап ваҡыт тиҙерәк йүгерә һымаҡ тойола, был күп факторҙарға бәйле. Әммә шунда уҡ башыма “тыуған яғыма ҡайтһам, ундағы тормошҡа ла яраҡлашып китә алыр инем” тигән уй килә. Ғөмүмән, тейешле эш һәм көнкүреш шарттары булһа, ҡалған барлыҡ мәсьәләләр ҙә хәл ителәлер ул. Мине әле, тик һеҙ аптырамағыҙ, Рәсәйҙәге һалҡын ҡыш һәм юлдар ғына ҡурҡыта. Хәйер, быныһы ла һирәк ҡайтҡандағы тәьҫораттарым, Интернеттағы-телевизорҙағы мәғлүмәт­тәргә таянып, күңелемдә тыуған ҡалыптарҙыр... Шулай ҙа юлдар – айырым тема инде ул.
Ҡытайҙа ла заманында юлдар бик насар хәлдә булған. Ә үткән быуаттың урталарынан башлап был тармаҡ ҙур үҙгәрештәр кисергән, юл мәсьәләһе дәүләт кимәлендә хәл ителгән, юғары тиҙлекле автомобиль трассаһы һәм тимер юлдар һалынған, ҡатлы күперҙәр төҙөлгән. Ғөмүмән, Ҡытайҙың юғары класлы юл системаһы барлыҡ донъяны таң ҡалдыра, уны Ер шарының төрлө төбәктәрендә өйрәнәләр. Юлдар иҫ киткес тиҙ төҙөлә, шул иҫәптән юғары тиҙлекле түләүле трассалар ҙа. Милли юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 4,5 миллион километрға етә. Халыҡ мыжғып торған ҡалаларҙа ла тығын проблемаһы юҡ тиерлек, түләүле юғары тиҙлекле трасса йәки метро ярҙамында теләгән урынға сағыштырмаса тиҙ барып етеп була. Урында “Байығың килһә, иң тәүҙә яҡшы юл төҙө” тигән әйтем бик популяр. Ысынлап та, иҡтисади үҫеш өсөн юлдарҙың яҡшы булыуы бик мөһим.
Яҡындарым миңә Өфөләге тығындар хаҡында һөйләй, Мәскәүҙәге таныштарым “әлдә метро бар” тип шатлана, әммә күптәр, торлаҡ ҡиммәт булыу сәбәпле, барыбер ҡаланан ситтә йәшәргә һәм үҙәккә тиклем бер нисә сәғәтте тығындарҙа үткәрергә мәжбүр. Ошоларҙы ишеткәс, теләһәң-теләмәһәң дә уйлана башлайһың: һанаулы ғына ваҡытты юлға сарыф итеү дөрөҫмө?
Бында кешеләр бик иртә тора, иртә ята, тормошҡа зарланмайҙар тиерлек. Бик күптәрҙең, айырыуса завод-фабрикаларҙа, төҙөлөштә эшләгәндәрҙең ял көндәре юҡ – эш араһында бер аҙ туҡтап тороп була икән, шуның менән вәссәләм. Төшкө ялды күпселек халыҡ йәмәғәт туҡланыу урындарында үткәрә, шау-шыу менән тамаҡ туйҙыра, шул арала бер аҙ серем итеп тә өлгөрә. Халыҡ ағымы бер ваҡытта ла туҡтамай, һәр ваҡыт һәр кем нимә менәндер мәшғүл...
– Ете йыл – ҙур ваҡыт арауығы... Был оҙайлы сәйәхәттең төп сере – матди хәлде яҡшыртыу, тинең, шулай ҙа бала ғына килеш тыуған илеңдән сығып киткәнгә күрә, үҙ тамырҙарыңа кире әйләнеп ҡайтыу ауырыраҡмы? Уйлап ҡараһаң, байтаҡ йылдарың – хис-тойғо түгел, ә тап аҡыл менән үлсәп баһалаған өлөшө сит ерҙә үткән. Шуға күрә Тыуған ер ял итеү, илһам алыу, тыныслыҡ сығанағы булып ҡына тойолмаймы?
– Уйлаһам, үҙем аптырап китәм – Төркиәлә үткәргән ваҡытты ла ҡушһам, байтаҡ булып китә шул. Дөйөм алғанда, тормошомдан ҡәнәғәтмен. Тыуған илемде, туғандарымды һағынһам да, был хәлде яҙмыштың йә бүләге, йә һынауы булараҡ ҡабул итәм дә артабан алға атлайым. Ғөмүмән, тәҡдир, яҙмыш, осраҡ көсөнә ышанам, алдан һиҙемләү һәләтем дә бар кеүек.
Башта уҡ әйткәйнем, оҙайлы сәйәхә­темдең сере ябай – матди хәлде яҡшыртыу, тип. Шул уҡ ваҡытта тыуған ерҙән өҙөлөп бер сығып китһәң, кире ҡайтып төпләнеү ҙә еңел түгел икән. Бәлки, миңә генә шулай тойолалыр. Мәгәр, көн һайын телефон йә Интернет селтәре аша яҡындарым менән аралашып торһам да, бергә-бергә, шатлы­ғыңды-көйөнөстәреңде уртаҡлашып йәшәүгә етмәйҙер ул.
Үҙем Әбйәлил районының Мәхмүт ауылында тыуып үҫтем, әле яҡындарым Әбделмәмбәт ауылында йәшәй. Әсәйем Фәйрүзә Хәлилова уҡытыусы булып эшләне, хәҙер хаҡлы ялда. Ике ҡустым бар. Өлфәт – әсәйем янында, Хөрмәт ғаиләһе менән Иглин ҡасабаһында донъя көтә, шулай уҡ балаларға белем бирә.
Башҡортостанға ҡайтҡан һайын ял итеп, тынысланып, илһам алып кире юлға сығам, туған телемдә иркенләп аралашыу күңелемде үҫтерә, көс бирә. Шулай ҙа тыуған ерем – ял урыны ғына түгел, ә тормошомдоң айырыл­ғыһыҙ өлөшө, сөнки унда әсәйем, яҡындарым йәшәй, уларҙың шатлығы – минең шатлығым, көйөнөстәре – көйөнөсөм, йөрәгемдең бер ярсығы һәр ваҡыт бында, улар янында. Бөтә нәмәгә өлгөрә алмаһам да, араларҙы яҡынайтып йәшәргә тырышам.
Ҡәнәғәт булған-булмаған сәбәптәр ҙә күп, әммә ул бер мине генә эҙәрлекләгән тойғо түгел: кеше балаһы, ғөмүмән, туйымһыҙ зат бит ул. Шуға күрә шөкөр тип әйтә белеү, яҡшыға ышанып йәшәү, асылыңды юғалтмау – үҙе ҙур бәхет.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 097

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 451

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 987

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 895

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 651

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 242

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 462

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 964

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523