Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һуғыш үткән юлдарҙан...
Һуғыш үткән юлдарҙан...
Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәгән башҡорттар өлкәнең Обливская станицаһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуҙың 75 йыллығын билдәләне. Улар һәйкәлдәргә сәскә һалды, туғандар ҡәберлегендә доға ҡылды.

1942 йылдың 19 ноябрендә көслө атыш тауыштары “Уран” операцияһының башланыуы хаҡында хәбәр итә. Көслө артил­лерия әҙерлегенән һуң 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ингән 5-се танктар армияһы ғәскәрҙәре өсөнсө Румыния фронты оборонаһын өҙә. Сталинград янын­да фельдмаршал Паулюс армия­һының 300 меңлек төркөмөн ҡамауға алыу һәм ҡыйратыу операцияһы башлана.
Хәрби хәрәкәттәр журналындағы яҙма­ларҙан күренеүенсә, һуғыштың тәүге көн­дәренән үк 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтә, дош­мандың 4 танкын, 400-ҙән ашыу һал­датын һәм офицерын ҡыйратып, фашис­тар­ҙың тылынан алға бара. Һуғыштың алтынсы көнөнә ул 55-се Алтай кавалерия дивизияһы менән берлектә немецтарҙың ҙур төркөмөн ҡыйрата. Был алышта фашистар 700 һалдатын юғалта, 59 танк, 200 машина һәм 60-лап мотоцикл беҙҙе­ке­ләр ҡулына эләгә. Иртәгәһенә дивизия, 60 саҡрымлыҡ юл үтеп, “Обливская” стан-­ цияһына килеп етә һәм таң алдынан тимер юл вокзалына һөжүм итергә әҙерләнә.
Обливская – ҙур тимер юл станцияһы. Уның аша Сталинградтағы Паулюс ғәскәр­ҙәре хәрби техника, ҡорал, һуғыш кәрәк-ярағы һәм башҡа әйберҙәр менән тәьмин ителә. Шуға күрә стратегик әһәмиәткә эйә булған был пунктты немецтар оҙайлы оборонаға әҙерләй.
Обливская өсөн барған һуғышта баш­ҡорт кавалеристары ғәйәт ҙур юғалтыуҙар кисерә, дошман авиацияһы туҡтауһыҙ тупҡа тота, пулеметтар ут сәсә. Ҡола яланда атлыларға самолеттар һөжүменән ҡотолор урын да булмай.
1942 йылдың 19 ноябренән 29 декаб­ренә тиклем дауам иткән ҡырҡ бер көнлөк һуғышта атлылар дивизияһы меңгә яҡын һалдатын юғалта, ҡайһы бер полктарҙа кавалеристар һаны йөҙгә лә етмәй. Был осорҙа 112-се Башҡорт кавалерия диви­зияһы составында башҡорттар – 82,4, татарҙар – 12,5, рустар – 3,3 һәм башҡа милләт вәкилдәре 0,8 процентты тәшкил иткән. Уларҙың барыһы ла – Башҡортос­тандан үҙ теләге менән һуғышҡа киткән яугирҙәр. Тимәк, Обливская ере яҡташта­рыбыҙ ҡаны менән һуғарылған, тип әйтергә тулы нигеҙ бар.
Башҡорттар юғалып ҡалмай, дошманға һөжүмен дауам итә. 1942 йылдың 26 де­кабрендә дивизия Деев утары янында дошман оборонаһын өҙөп, Сиволобов утарына сығырға һәм Чернышковская ауылының бер яғын алырға тигән фарман ала. Бурыс үтәлә, дошман көньяҡ-көнба­йышҡа табан сигенә. 1942 йылдың 31 де­кабрендә Обливская станцияһы фашис­тарҙан азат ителә.
19 ноябрҙән 4 декабргә тиклем 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 3271 немец офицерын һәм һалдатын юҡ итә, 352-һен әсирлеккә ала, 50-ләп танкын һәм 200-гә яҡын автомашинаһын ҡулға төшөрә.
Дондағы Ростов ҡалаһында, Обливская станицаһында йәшәгән башҡорттар данлы яҡташтары хаҡындағы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлай. 112-се Башҡорт кавалерия диви­зияһы эҙенән сәфәр сығыуыбыҙ тәүгә түгел. Был юлы Обливскаяға тиклемге 320 саҡрымлыҡ маршрутыбыҙ Атаевка, Белая Калитва, Морозовск, Тацинская һәм Чернышковская аша үтте. 8-се кавалерия корпусына ингән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тап ошо ауылдарҙы азат итеү өсөн алышҡан.
Әле Белая Калитва эргәһендә Атаевка ҡасабаһы бар. Был исем ҡасабаға Советтар Союзы Геройы, башҡорт эскадро­ны командиры Аннаклыч Атаев иҫтәле­генә бирелгән. Яугир утыҙ яуҙашы менән бергә 79.9-сы бейеклектә (әлеге “Батырҙар бейеклеге”ндә) ҡаһармандарса һәләк булған. Белая Калитва урамдарының береһе дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатовтың исемен йөрөтә. Ростов өлкәһе халҡы кавалеристарҙың ҡаһарман­лығын онотмай, һәләк булған яугирҙәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү акцияларын артабан да дауам итергә ниәтләй.
Быйыл 12 ноябрҙә Обливская станица­һына юлда беҙҙе казактар дружинаһы командиры Борис Ересько ҡаршы алып, район хакимиәтенә тиклем оҙатып ҡуйҙы. Делегациябыҙҙы хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Елена Черноморова ҡабул итте.
Обливскаянан 20 саҡрымда урынлаш­ҡан Алексеевский утарында ауылдашым – Шишмә районының Ябалаҡлы ауылынан Ишбулат Ҡотлобулат улы Тәүлийәров ерләнгән. Ул 1942 йылдың декабрендә Обливская станцияһын азат итеү өсөн барған һуғышта һәләк булған. Сәфәр сығыр алдынан ғына яугирҙең ейәне – Дондағы Ростовта реабилитация үҙәгенә етәкселек иткән Азат Әмирханов олата­һының Ростов ерендә туғандар ҡәберле­гендә ерләнеүе хаҡында һөйләгәйне. Шуға күрә әлеге ваҡиға айырыуса тул­ҡынландырғыс булды. Азат ҡәбергә сәскә һалып, мәрмәр таҡтаташҡа уйып яҙылған олатаһының исем-шәрифенә ҡағылғанда күптәрҙең күҙенә йәш килде.
Глухомановский утарында йәшәгән 88 йәшлек Вениамин Григорьевич Урустин менән осрашыу ҙа күптәрҙең хәтерендә уйылып ҡалғандыр, моғайын. 1942 йылда уға 14 йәш булған. Вениамин Григорьевич, утарҙы фашистарҙан азат иткәс, үҙҙә­рен­дә ике офицер – башҡорт эскадроны командирҙарының йәшәүе, кавалеристар­ҙың ҡаһарманлығы хаҡында һөйләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Деев утары эргәһендә дошман оборонаһын өҙгәндә ике командир ҙа һәләк була. Хәҙер был утар күптән юҡ инде. Ҡылғанлы далала ҡалҡып сыҡ­ҡан һәйкәл генә башҡорт атлыларының батырлығы тураһында иҫкәртә.
Солонецкий утарында урындағы мәктәп уҡыусылары менән осраштыҡ. Балалар туғандар ҡәберлегендә ерләнгән билдәһеҙ яугирҙәрҙең исемдәрен асыҡлау буйынса ҙур эш башҡара. Һәләк булғандарҙың ту­ғандары менән хатлашыу күптәренең исем-шәрифен асыҡлап, мемориаль исемлеккә индереү мөмкинлеген биргән.
Солонецкий ауылы хакимиәте башлы­ғы Сергей Кержавин Деев утары янындағы һәйкәлде төҙөкләндереүгә Ростов өлкәһе­нең Мәҙәниәт министрлығы киләһе йыл 1,5 миллион һум аҡса бүләсәге тураһында белдерҙе. Ғөмүмән, Обливская районын­дағы туғандар ҡәберлектәренең барыһы ла тәртиптә тотола, һәйкәлдәр төҙөк, урын­дағы халыҡ яуҙа башын һалған башҡорт кавалерис­тарын оло ихтирам менән иҫкә ала.
Был көндө башҡорт яугирҙәре ҡәбер­легендә тәүге тапҡыр мосолман сүрәләре яңғыраны. Уларҙы Көньяҡ хәрби округы­ның ислам капелланы И.К. Синдикаев уҡыны. Сарала ҡатнашҡан кешеләр, шул иҫәптән казактар ҙа, доға ҡылыуҙы ихтирам менән аңлап ҡабул итте.
Сәфәребеҙ барышында ҡайһы бер ҡәберлектәрҙә ерләнгәндәр араһында билдәһеҙ һалдаттарҙың да булыуын күрҙек. Район хәрби комиссары әйтеүенсә, Лобачев утары янындағы ҡәберлектә 607 яугир ерләнгән, шуларҙың 300-ҙән ашыуы – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы кавалеристары. Күптәренең исеме, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, әлегә тиклем билдәһеҙ. Хәрби комиссар уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү йәһәтенән эҙәрмәндәр эшенә ҡушылыуыбыҙҙы һораны.
Әйткәндәй, Ростов өлкәһе хәрби комиссары, полковник Анатолий Трушин тарафынан төҙөлгән “мәғлүмәт сайттарын файҙаланып һәләк булған билдәһеҙ һал­даттарҙы эҙләү алгоритмы” бар. Об­лив­скаяға юлланыр алдынан Анатолий Петрович менән осрашыу бәхете тейҙе. Ул хәрби комиссариаттарҙа ойошторолған эҙәрмәндәр эше күләме һәм һөҙөмтәләре тураһында һөйләгәйне. Ростов өлкәһе өсөн барған ҡаты һуғышта миллионға яҡын һалдат һәм офицерыбыҙ һәләк бул­ған. Әле улар һәр һалдаттың шәхесен асыҡлау, исем-шәрифен билдәләү бурысын ҡуя.
Обливская районының хәрби комиссары подполковник Александр Кумов ерләнгән урыны асыҡланған 40 башҡорт яугиренең исемлеген бирҙе. Уларҙың барыһы ла яңы эҙләү алгоритмы ярҙамын­да табылған. Улар араһынан 12 кеше һәләк булғандарҙың мемориаль исемлеге­нә әлегә индерелмәгән. Улар:
1) лейтенант Аҡбирҙин Сибәғәт Ғәйнет­дин улы – Шишмә районының Яңы Сәфәр ауылынан;
2) политрук Әхмәтов Сөнәғәт Карам улы – Ҡандра районының Юныс ҡасаба­һынан;
3) лейтенант Әйүпов Рәшит Хәмит улы – Баймаҡ районының Баймаҡ ауылынан;
4) лейтенант Бикмаев Йәмғи Ғилми улы – Бүздәк районының Ахун ауылынан;
5) кесе лейтенант Вафин Иршат Сәғәҙи улы – Дәүләкән районының Мерәҫ ауылынан;
6) лейтенант Ҡаһиров Исмәғил Садиҡ улы – Ғафури районының Яңы Зәйет ауылынан;
7) ОВС начальнигы Ҡорамшин Хәтми Даян улы – Бөрйән районынан;
8) кесе лейтенант Рәхимов Сәйет­баттал Йәләлетдин улы – Борай райо­нының Борай ауылынан;
9) лейтенант Хисмәтуллин Ҡаһарман Ильяс улы – Баймаҡ районының 1-се Этҡол ауылынан;
10) кесе лейтенант Чанышев Хөсәйен Мөхәмәтйәр улы – Благовар районының Яңы Күҙәй ауылынан;
11) кесе лейтенант Шәрипов Нуретдин Әсхәләй улы – Мәсетле районының Мәсетле ауылынан;
12) лейтенант Яҡупов Ғәли Ғәлиәхмәт улы – Ишембай ҡалаһынан.
Исемлектәге яугирҙәрҙең күбеһе 1942 йылдың 20 декабрендә Деев утары эргәһендәге ҡаты һуғышта һәләк була. Беҙ өлкә комиссарына 2017 йылда реставрация барышында Лобачев һәм Деев утарҙары янындағы туғандар ҡәберлегенә ҡуйылған һәйкәлдәргә батырҙарҙың исемдәрен яҙыуҙы үтендек.
Ростов өлкәһендә ерләнгән билдәһеҙ башҡорт яугирҙәренең исемдәрен асыҡ­лау йәһәтенән әүҙем эш башларға тигән ниәт менән юлландыҡ ҡайтыр яҡҡа. Килә­һе сәфәрҙе Чернышковская станицаһына, Морозовск һәм Белая Калитва ҡалала­рына ойоштормаҡсыбыҙ.
Һуғыш үткән юлдарҙан киләсәккә атлайбыҙ.

Мәхмүт СӘЛИМОВ,
подполковник, хәрби хәрәкәттәр ветераны, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитеты ағзаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 084

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 441

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 975

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 884

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 637

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 234

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 457

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513