Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Даны ҡайтты тыуған иленә
Даны ҡайтты тыуған иленә
“Күпме генә йәшәй ерҙә кеше,
Күҙ аса ла бары күҙ йома...
Шул күҙ асып йомған арала ла
Күпме изгелектәр ҡылдың һин халҡыңа!”

тип өндәште бөгөн Йылайыр районының Мәҡсүт ауылы халҡы үҙҙәренең ауылдашы Зәбихулла Исҡужиндың изге әруахына.
Даны ҡайтты тыуған иленә
Егерме биш йыл ғына ғүмерендә ғалим дәрәжәһенә күтәрелеп, йәмәғәт эшмәкәре, публицист, ҡурайсы, йырсы булып таныла уларҙың арҙаҡлы ауылдашы. Был хаҡта быуын-быуын ололар һөйләп килһә лә, бөгөнгәсә уның тормош һәм ижад юлын өйрәнеп, шәхестең исемен халҡына ҡайтарған кеше юҡ ине. Инде күп юлдар үтелеп, күп кәртәләрҙе еңеп, ныҡышмалы хеҙмәт арҡылы ошо ауыл кешеләренә генә түгел, районына һәм, ғөмүмән, башҡорт халҡына күренекле шәхес булараҡ танылды Зәбихулла Ғәбделғәзим улы Исҡужин.
Уның тыуыуына – 105, вафатына 80 йыл тулыуын иҫәпкә алып, Мәҡсүт ауылында шәхес иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Сарала район хакимиәте, мәҙәниәт һарайы һәм ауыл Советы вәкилдәре, шәхестең ҡустыһы һәм яҡын туғандары, Зәбихулла Исҡужиндың ғүмер юлын барлап, хеҙмәтенә байҡау яһаған филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова ҡатнашты. Мәҡсүт халҡы ауылдың почетлы гражданы, йәмәғәт эшмәкәре Ильяс Таҡаловҡа рәхмәтле, сөнки тап уның башланғысы менән ҡуҙғатылған эш бөгөн инде ошондай байрам төҫөн алған.
Тантананың беренсе өлөшөндә Ҡашҡар урта мәктәбе уҡыусыларының “Нурлыҡай” фольклор ансамбле тарафынан ҡасандыр әсәһенең, һеңлеһенең, дуҫтарының, Баязит Бикбайҙың, Хөсәйен Әхмәтовтың һ.б. Зәбих Исҡужинға яҙылған хаттарын тыңлап, тетрәнмәгән-иламаған кеше ҡалмағандыр. “Быйыл Ишембәт колхозындағы идара рәйесе һәм уның бөтә составы хөкөм ителде... Өс... биш... ун йылға киттеләр...” тип яҙған әсәһе уға бер хатында. Эйе, шанлы, дауыллы, ҡанлы ул йылдар. Ә ул, әсә, белгәнме ни шул дәүерҙә йәп-йәш Шәйехзада, Имай, Ғөбәй, Юлтый, Ишемғолдар кеүек үк үҙенең улын да юҡ итерҙәрен. Халҡыбыҙ кисергән шомло йылдар. Күпме шәхестәребеҙҙе, аҫыл милләттәштәребеҙҙе юҡ итте. Ә бит араларында Зәбих Исҡужин кеүек ун һигеҙ генә йәштән милләтем тип үҙ ғүмерен аямай көрәшкәндәр күпме ине! Һәм Шәйехзада кеүектәрҙең көрәшен дауам иткән, тап уның ижадын беренселәрҙән булып ғалим сифатында өйрәнгән тәүге кеше лә Зәбих Исҡужин була. 1936 йылда ул Бабичтың әҫәрҙәре буйынса диссертацияһын тамамлай. Ә бит Шәйехзада үҙе, артабан ижады юҡ ителгәс, Ҡазанға уның яҙмаларын табып алып ҡайтһын өсөн, уҡырға ебәрелеү һылтауы менән, тап Зәбих һайлап алынған була.
Ә бөгөн инде уның туғандары, ауылдаштары алдында, егерме биш йәшлек ғүмер юлын тарихи факттар, теүәл даталар, фотолар менән Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы Саламатова бәйән итте. Бер башҡорт тарихсы-эҙәрмәне бер ҡасан үҙ ҡулдары менән тотоп ҡарамаған, бер тапҡыр ҙа халыҡ ишетмәгән, Шәйехзаданың ташҡа баҫылмаған шиғырҙарын, уның шиғырҙарына яҙылған Зәбихулланың анализдарын һөйләп үтте. Эйе, Шәйехзаданың шиғырҙарын тап ул ғына анализлай алған, сөнки, беренсенән, уның буйынса ғилми эш яҙһа, икенсенән, ул Татарстандың Яҙыусылар союзы ағзаһы булараҡ, тәнҡит бүлеген етәкләгән.
Ваҡытында Ҡазан ҡалаһының Шәреҡ педагогия институтын тамамлап, һуңғы ғүмерен шул ҡалала ғилми хеҙмәттәрҙе, милли әҙәбиәтте өйрәнеп үткәргән Зәбих Исҡужин 1936 йылдың ноябрендә бөгөнгәсә билдәһеҙ сәбәптән вафат була. Белеүебеҙсә, ул – “халыҡ дошмандары” эҙәрлекләнгән, репрессияға оҙатылған дәүер. Ҡустыһының үлем хәбәрен ишетеп, Ҡазанға барған Рәхимйән Исҡужинды “иҫән сағыңда тиҙерәк ҡайтып ҡал” тип оҙаталар.
Бөгөнгө тантанала тап ошо Рәхимйәндең улы – Зәбихулла ҡасандыр ялға ҡайтҡанында Шәйехзада тип исем ҡуштырып киткән ҡустыһы 85 йәшлек туғанының да ҡатнашыуы оло мәртәбә ине. Тағы ла Зәбих Исҡужинды малай сағында үҙ күҙҙәре менән күргән, “еләк ашатып киттем” тип һөйләгән Мәҡсүт ауылының иң оло аҡһаҡалы Мәхмүтйән Мәхиәнов бабайҙың бөгөн генә булған хәлдәй хәтерләп һөйләгәнен ишетеү Зәбихулла хаҡындағы тарихты бөтөнләйе менән йәнләндереп ебәрҙе.
Был матур сараның икенсе өлөшөндә иҫтәлекле таҡтаташты асыу тантанаһы булды. Уны асыу хоҡуғы, әлбиттә, шәхестең исемен, рухын Татарстан ерлегенән тыуған яғына ҡайтарған Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы менән Шәйехзада Рәхимйән улына бирелде. Зәбихулла Исҡужиндың һәм ошо уҡ баҡсаның Еңеү обелискыһында исемдәре хәтер таштарына уйылып яҙылған Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре әруахтарына доға бағышланды.
275 йылдан артыҡ тарихы булған ҡарт-олпат ауыл өҫтөнә аят тауышы таралды... Хәйер, хәҙер был ауыл, күп замандар үтеп, күп ғәҙелһеҙлектәргә дусар ителеп, кесерәйеп, бөтөүгә табан бара. Шунлыҡтан да егерме бишләп кенә кеше йәшәй, тинеләр, бында. Ә бит унан ниндәй кешеләр сыҡҡан?! Ниндәй батырҙар, яугирҙәр, күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре, фән докторҙары, профессорҙар, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусылары, СССР-ҙың почетлы нефтсеһе, шулай уҡ халҡыбыҙҙың ҡабатланмаҫ йырсылары Гөлсөм һәм Фәрит Бикбулатовтар ҙа ошо ерҙән...
Ә ауылдың көнитмеше бөгөн аяныслы хәлдә. Юҡ-юҡ, йәлләүгә дусар түгел бындағы халыҡ, ғорурҙар, эшлеклеләр, гөрләтеп донъя көтәләр. Шуға ла тантаналы сара аҙағында, ниндәй башҡорт байрамы һый-табынһыҙ, ҡурайһыҙ, йыр-моңһоҙ булһын инде тигәндәй, урындағы халыҡ, ситтән килгән ҡунаҡтар табынға йыйылды. Шунда башҡорттоң ҡунаҡсыллығын, милләттәштәремдең ихласлығын, йөҙҙәренә сыҡҡан ябайлығын, эскерһеҙлеген күреп, мең ҡабат һоҡландым. Шуға ла табын янында әңгәмә тиҙ ялғанды.
– Лавка-маҙар юҡ, тиһегеҙ, клубығыҙ асылмай ҙа, нисек көн күрәһегеҙ һуң улай? – тип белешәм апай-ағайҙарҙан.
Шул ыңғайҙан, дәррәү күтәрелеп, ауылдың бөгөнгө хәлен бәйән итеп һалдылар. Мәҙәниәт усағын бөгөнгө сара өсөн генә асҡандар икән, таҙалап, бигерәк һыуыҡ булғас, йылытҡыс алып килеп ҡуйғандар. Мәктәпте япҡастары, уны мәсет иткәндәр. Тап беҙ бәләкәй саҡта ауылдарға йөрөп һатыу иткән коммерсанттар кеүек, бында ла аҙнаһына бер магазин килеп китә икән. Ә инде гәзит-журнал хаҡында белешкәс, бөтәһе лә алдырмаһа ла, бөтөнләй өҙөлмәгән икән әле матбуғат менән аралары. Мәҫәлән, Мәҡсүт ауылы халҡы әле лә ауыҙынан төшөрмәй хөрмәтләп һөйләгән атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Әмир Моратовтың хәҙер инде 90 йәшлек хәләл ефете Мәүлетбикә Моратова туғыҙ дана гәзит һәм журнал алдыра булып сыҡты. “Гәзит-журнал да алдырмаһаҡ, тағы нисек көн күрербеҙ?” – тине Мәҡсүт халҡы.
Ауылдан ике генә бала күрше Ҡашҡар ауылына йөрөп уҡый икән, шулай уҡ бер йәш тирәһендәге бер сабый ғына булыуы асыҡланды. Әлбиттә, сәбәбе йәштәрҙең ауылда ҡалмауында. “Ни өсөн ауылда ҡалмайҙар?” тип һорау ҙа урынһыҙ бында, эш юҡ, улар ниндәй аҡсаға көн күрергә тейеш? Ә бит, уйлап ҡараһаң, ауыл шул тиклем ҡотло, иҫ китмәле матур урында урынлашҡан, тирә-яғын тауҙар-урмандар күкрәк киреп уратып алған, уралып-уралып Йылайыр йылғаһы аға... Һәм ауылдың күрке булып Сәлимосҡан ҡаяһы тора. Бәләкәй Зәбих, көн һайын йүгереп менеп, шул ҡая башында ҡурай уйнап төшкән, тиҙәр. Ниндәй бай тарих һаҡлай башҡорт ауылы!
Зәбихулла Исҡужин хаҡында китап баҫтырыу, уның исемен мәңгеләштереү, тағы ла уға “Ауылдың почетлы гражданы” тигән маҡтаулы исем биреү саралары көтә Мәҡсүт халҡын.
Ҡайтыр юлға сыҡҡас, юл ыңғайы ауыл зыяратына ла һуғылып китергә насип булды. Унда Зәбих Исҡужиндың әсәһе, туғандары ерләнгән. Ә әсәһе ҡәберлегенә йәш Зәбих Ҡазандан обелиск эшләтеп алып ҡайтып ултыртҡан, тиҙәр. Йылдар үтеп, яртылаш ергә һеңеп бөтһә лә, уның аҫ яғына ғәрәп графикаһы менән Зәбих шиғыр яҙған булған, тиҙәр.
Шуға ла инде сәхнәнән тороп тарихи хаттарҙы уҡып, шәхес хаҡында сатнатып һөйләп торған балаларҙы әле Зәбихулла Исҡужиндың тормош юлын, ижадын өйрәнәсәк күпме ғилми хеҙмәттәр, диссертациялар көтә... Ул Шәйехзада Бабичтың ижадын этаптарға бүлеп өйрәнһә, үҙенең дә ғилми эшмәкәрлеген айырым-айырым ентекле өйрәнергә кәрәк шул. Эйе, ҡасандыр, быуындары ла ҡатып етмәгән йәш иңе менән халҡы йөгөн күтәргән шәхесте бөгөн милләтенә үҙ ҡулдары, үҙ намыҫы, үҙ ҡәлебе менән күтәрергә ваҡыт етте. Ә бит Зәбихулла Исҡужиндың ситтә йөрөгәндәге һуңғы шиғырҙарының береһе лә ошо турала һөйләй:
Урал тауҙарының көньяғында,
Шаулап аҡҡан Йылайыр буйында
Аслы-туҡлы фәҡир ғүмер иткән
Мәҡсүт халҡы һаман уйымда.
Ошо ерҙә тыуҙым, һыуын эстем,
Урман киҫтем, күмер яҡтым мин,
Яҙ көндәрен бәхет, кәсеп эҙләп
Һаҡмар буйлап ағып сыҡтым мин.
Ошо ерҙә нужа күрмәһен тип,
Туғандарым мине уҡытты,
Республикам миңә өмөт бағлап,
Тәрбиәгә алып туҡ итте.


(1934 йыл, 18 август).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 088

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518