Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һыҙҙырт, ҡурай, шатлыҡ моңдарын
Һыҙҙырт, ҡурай, шатлыҡ моңдарын Танылған башҡорт ҡурайсыһы Роберт Юлдашев үҙенең “Ҡурайсы” төркөмө менән “Тылсым Көҙ-2016” (“Оберег Осень-2016”) фестивалендә сығыш яһаны. Мәскәүҙә уҙғарылған был сарала этник музыка өлкәһендәге “Russian Word Music Awards-2016” премияһы тапшырылды.
Майҙан алып авгусҡа тиклем Рәсәйҙәге төрлө этник музыка коллективтарынан фестивалдә ҡатнашыуға 150-нән ашыу ғариза килде. Баһалама комиссияһы ҡарарына ярашлы, “Иң яҡшы этник проект”, “Иң яҡшы аутентик проект”, “Иң яҡшы эксперименталь проект”, “Тамашасы һөйөүе” номинацияларында лауреаттар билдәләнде.
“Ҡурайсы” төркөмө тамашасы һөйөүен яуланы. Төркөмгә диплом һәм премияның символы — эрбет ағасынан яһалған күгәрсен тапшырылды. Әйткәндәй, яҡташтарыбыҙ “Бәйләнештә” социаль селтәрендә биш меңдән ашыу тауыш йыйғайны. Тауыш биреү донъяның ете иленән туғыҙ жюри ағзаһы ҡатнашлығында үтте. Улар — этник музыка өлкәһендә танылыу яулаған эксперттар Йоханес Тойер (Германия), Джо Бойд (АҠШ), Юлиана Волож (Эстония), Андрей Катаев (Рәсәй) һәм башҡалар.
— “Ҡурайсы”ның сығышын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде, — тине музыкант һәм продюсер Булат Әминев. — Ғөмүмән, был — Рәсәй өсөн иҫтәлекле ваҡиға, этник музыка өлкәһендәге тәүге премия.
Гала-концертта шулай уҡ фестивалдең махсус ҡунаҡтары Инна Желанная (Мәскәү), Authentic Light Orchestra (Швейцария-Рәсәй), Нерехта ҡалаһының борғосолар хоры (Кострома өлкәһе) сығыш яһаны. “Артистик” галереяһының (Ҡырым) Рәсәйҙәге тәүге күсмә этник стрит-арт күргәҙмәһе ҡунаҡтар һәм фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн махсус бүләк булды.
“Ҡурайсы” этно-төркөмө — донъяла башҡорт музыкаһын башҡарып, киң танылыу яулаған коллективтарҙың береһе. Ансамблдең репертуарына халыҡ йырҙары, традицион көйҙәр, классик композиторҙарҙың әҫәрҙәре инә. Быйыл төркөм үҙенең ун йыллыҡ юбилейын билдәләй. Музыканттар Кремль һарайы, Миландағы “Ла Скала” театры, Берлиндағы “Рус йорто” концерт залы һәм башҡа сәхнәләрҙә сығыш яһап өлгөрҙө, Владимир Спиваков, Гарик Сукачев, Пелагея менән хеҙмәттәшлек итте, донъяның ун биш иле буйлап гастролгә сыҡты. Мәскәүҙә коллектив шулай уҡ “ҠазанСәйБар” ресторанында яҡташтар менән музыкаль осрашыуҙа ҡатнашты.

Йоханес ТОЙЕР, жюри ағзаһы, “Донъя музыкаһының Европа рейтингы”н төҙөүсе, Германиянан музыкаль продюсер:
— Асыҡ йәмғиәттә, ихлас мәҙәни мөнәсәбәттә йәшәү бик мөһим. Донъя музыкаһы — ошо аралашыу элементтарының береһе. Был йүнәлеште һайлаған музыканттарға булышлыҡ итеүҙән һәр саҡ ҙур ҡәнәғәтлек алам. Төрлө сэмплдарҙы ишетеп һоҡландым, күптәре “Иван Купала” төркөмөн хәтерләтте. Алыҫ Көнсығыштан, Себерҙән, Тыванан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән күберәк музыканттар килһен ине. Радиола продюсер һәм алып барыусы булып эшләйем. Этник музыка өлкәһендәге Рәсәй премияһына лайыҡ булғандарҙы эфирға сығарып, “Russian Word Music Awards” уларҙы һайланы, тип әйтәсәкмен.

Илдар ШАКИРОВ, “Йатаған” этно-төркөмө етәксеһе:
— Һуңғы ваҡытта Башҡортостанда милли һәм этник музыкаға ҡыҙыҡһыныу арта, яңынан-яңы башҡарыусылар, коллективтар барлыҡҡа килә, музыканттарҙы экспериментҡа этәргән ниндәйҙер конкурентлыҡ мөхите тыуа. “Евразия йөрәге”, “Симфоник төн” кеүек күләмле фестивалдәр уҙғарыла. Улар халыҡҡа классик һәм этник музыканы “тере” килеш тыңлау мөмкинлеген бирә. Был ҡыуаныслы, әлбиттә, сөнки электрон музыка йәнле башҡарыуҙы ҡыҫырыҡлап сығарған осорҙа йәшәйбеҙ. Бөгөн йәштәр фәлсәфәүи, ысын халыҡ музыкаһын ауыр ҡабул итә. Шуға күрә заманса музыкаль йүнәлештәрҙе һәм халыҡ фольклорын берләштергән этник, фолк-музыканың киңерәк таралыуы бик һәйбәт күренеш.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508