Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ирҙәр ҡорал уйлағанда, ҡатын-ҡыҙға ҡолаҡ һал...
Ирҙәр ҡорал уйлағанда, ҡатын-ҡыҙға ҡолаҡ һал... Ошо көндәрҙә Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Сикһеҙ мәрхәмәтлелек” тип аталған ҙур форум үтәсәк. Халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған йыйын –
II Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумына әҙерләнеү сиктәрендәге иң ҙур сараларҙың береһе, унда төрлө илдәрҙән, төбәктәрҙән килгән 400-ҙән ашыу делегат ҡатнашасаҡ. Дәүләт власы органдары, төрлө социаль йүнәлешле, коммерцияға бәйле булмаған ойошмалар вәкилдәре, әүҙем тормош алып барған алдынғы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ йәмғиәтебеҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерәсәк, үҙ-ара хеҙмәттәшлек, халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүҙең ысулдары һәм мөмкинлектәре, мәрхәмәтлелек нигеҙе, хәйриә акциялары һәм башҡа темалар буйынса фекер алышасаҡ, тәжрибә уртаҡлашасаҡ.
Ошо айҡанлы беҙ арҙаҡлы милләттәштәребеҙҙең береһе, күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, республикабыҙҙың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы СОЛТАНОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ, заман заңы менән бергә үҙгәрмәй торған кешелек ҡиммәттәре, “кешегә кеше кәрәк” тигән ябай төшөнсәнең ҡатмарлы үҙенсәлектәре хаҡында әңгәмәләштек.

– Башҡорт иленең ваҡыт упҡынында юғалмаҫлыҡ эштәр башҡарған, изгелекле исемен тарихҡа алтын хәрефтәр менән яҙып ҡалдырған, әле лә күптәргә шәфҡәтлелек миҫалы булырлыҡ гүзәл заттары бар. Мәҫәлән, ХIХ быуатта йәшәгән Мәрйәм Солтанованы ғына алайыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен ойоштороу һәм мәрхәмәтлелек менән шөғөлләнеү йәһәтенән һеҙҙе уның эшен дауам итеүселәрҙең береһе тип билдәләргә була...
– Күренекле йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Солтанова үҙ йортонда Өфөлә тәүге­ләрҙән булып ҡыҙҙар өсөн училище асҡан, унда уҡытыу рус һәм башҡорт телендә алып барылған. Төпкөл ауылдарҙан йы­йылған күпме етемгә өмөт, тормош асҡысы бүләк иткән был башланғыс! Күптәренең, шул ауыр осорҙа аслыҡ-яланғаслыҡтан ҡотолоп, һөнәр алып, үҙ юлын табыуы – ҙур һөҙөмтә. Билдәле йәмәғәт эшмәкә­ренең атаһынан мираҫҡа ҡалған йортто етемдәр приютына биргәне, баш ҡаланың төрлө уҡыу йорттарына ла ҙур ярҙам күрһәткәне мәғлүм. Шулай уҡ, әйтеп үтеүегеҙсә, Мәрйәм Солтанова – фекер­ҙәш­тәрен туплап, республикалағы тәүге ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенә нигеҙ һалыу­сыларҙың береһе... Ошондай абруйлы шәхес менән бер фамилия йөрөтөүем, уртаҡ маҡсатлы эштәр башҡарыуым, һис шикһеҙ, символик мәғәнәгә эйә. Мәгәр, заман башҡа, заң башҡа, тигәндәй, беҙҙең мөмкинлектәр һәм башҡарған эштәр, әлбиттә, төрлө юҫыҡ­та. Әммә быуат элек булһынмы, әле­ге замандамы – мәрхәмәтлелек күр­һәтеү, ауыр хәлдәрҙә ярҙам ҡулы һуҙа белеү кешелектең төп ҡиммәттәре булып ҡала.
– Хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөл­ләнеү – тәүге сиратта күңел талабы, сөнки барыһы ла башҡалар өсөн йәшәү көсөн, мөмкинлектәрен сарыфларға әҙер түгел. Шулай уҡ был эш менән төплө шөғөлләнеү, уны тормошоңдоң бер йүнәлеше итеү өсөн этәргес кәрәктер...
– Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында, партия райкомдары ябылып бөт­кәс, мин эшһеҙ тороп ҡалдым. Һәр йә­һәттән ауыр мәл ине. Әммә үҙемде йәл­ләп, оҙаҡлап төшөнкөлөккә бирелә тор­ған ғәҙәтем юҡ: “Мәрхәмәт” тигән хәйриә ойошмаһы булдырып, мохтаждарға ярҙам итергә тотондом. Әйтәләр бит, йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын тип. Теләк булғанда барыһы ла килеп сыға! Кем транспорт менән ярҙам итте, кем йыйған әйберҙәрҙе һаҡларға бина тапты, кем ойоштороу эштәрен башҡарышты... Министрҙар Кабинетында эшләгән Мөхәммәт Алсынбаев, Өфө дәүләт авиация институтының ул ваҡыттағы ректоры Рыфат Мәүлетов, “Башнефть” етештереү берекмәһенең генераль директоры Богуслав Сандурский кеүек күренекле шәхестәрҙең ярҙамын, яҡлауын тойоп эшләнем. Ҡыҫҡаһы, илдәге ижтимағи-сәйәси тетрәнеүҙәр ваҡытында бихисап кешеләргә аныҡ ярҙам күрһәттек. Үҙемә килгәндә, бер нисә ваҡиға күңелемдә уйылып ҡалған.
Ул ваҡытта әлегеләй матур байрам ойоштороп, ҡорбан салдырыу тигән күре­неш киң таралмағайны. Беҙ йәй көнөнә тура килгән изге көндә бағыусы табып, ете һыйыр һуйҙырып, итен барлыҡ мох­таждарға таратып сыҡтыҡ. Һаҡларлыҡ ҙур һыуытҡыс булмағас, эште бер көндә башҡарырға кәрәк. Был нисек булдымы? Итте автобусҡа тейәнек тә Туҡай урамындағы мәсеткә килдек. Ундағы һәммә халыҡҡа өлөш сыҡты. Бәғзеләр тартҡылаша башланы – ул ваҡытта магазин кәштәләре буш, аҡса юҡ ине, шуға ла ошо хәлде мөғжизәләй ҡабул итеп, буш ҡалмаҫҡа тырышҡандарҙыр... Ҡалған итте Башҡорт дәүләт университетының беренсе ятағында йәшәгән студенттарға ла, Актерҙар йортонда ла тараттыҡ. Ҡарабойҙай ярмаһы, 400 тоҡ он менән “мәж” килгәнем үҙе бер тарих. Хәҙер ҡыҙыҡ кеүек тойола, ә ул саҡта... Тәүҙә радио, телевидение аша иғлан бирҙем. Унан һуң билдәләнгән урындан килеп ала башланылар: өс балалы ғаиләгә – ярты тоҡ, биш балалыға – бер тоҡ он... Ул ваҡытта автомобилдәр һәр кемдә лә юҡ – бала күтәреп онға килгәндәрҙе трамвайға-автобусҡа оҙатып йөрөгәндәрем иҫтә.
– Һеҙҙең башланғысығыҙ менән күп балалы һәм инвалид бала тәрбиә­ләгән ғаиләләрҙе Башҡортостан буйынса сәйәхәткә алып сығыуығыҙҙы әле лә хәтерләйҙәр...
– Күп бала йәки мөмкинлеге сикләнгән сабыйҙарҙы тәрбиәләгән, мохтажлыҡ кисергән бер нисә ғаиләне (балалары, ата-әсәләре – 400-гә яҡын кеше) Белорет районының Ар ташына ялға алып барҙым. Дүрт ҙур автобусҡа тейәлеп, Башҡортос­таныбыҙҙың хозурлығына һоҡланып, һөйләшеп-аралашып билдәләнгән урынға килеп еттек. 16 көн буйына балалар саф һауала рәхәтләнде, ал-ял белмәй эшләгән ата-әсәләргә лә байрам булды. Сәйәхәттән бер генә бала ла бүләкһеҙ ҡайтманы. Үҫмер ҡыҙҙың ҡулына ҡурсаҡ тотторғас: “Был минең үҙ ғүмеремдәге тәүге ҡур­сағым”, – тигәне иҫтә ҡалған. Артабан Ар ташына Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йорто тәрбиәләнеүселәре лә барып ҡайтты.
Ғөмүмән, хәйриә акциялары менән бер рәттән, төрлө йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаштым, күптәрен үҙем ойошторҙом. Шулар араһында I Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайын, “Аҡ тирмә” үҙәген ойоштороу осоро, бөйөк яҙыусыбыҙ Зәйнәб апай Биишеваның юбилейын үткәреү һәм башҡалар иҫтә ҡалған. Заманына күрә күркәм, тарихта ҡалырлыҡ ваҡиғалар.
– “Астың хәлен туҡ белмәй” тигән­дәй, ауыр хәлгә ҡалғандарҙы аңлар өсөн улар тиреһендә булып ҡарарға кәрәк...
– Бала сағым бик ауыр шарттарҙа үтте. Мин – атайым менән әсәйемдең 15-се балаһы, әммә бишебеҙ генә имен-һау үҫтек. Яҡындарымдың икеһе лә заманына күрә бик белемле, алдынғы ҡарашлы булған. Уҙған быуаттың дәһшәтле утыҙын­сы йылдарында атайым Урал-Ҡаҙағстан сәнәғәт академияһында белем алған, өсөнсө курста, уның Муса Мортазинға туғанлығы барлығын белеп, уҡыуын ташларға мәжбүр иткәндәр... Күпте күргән, күпте кисергән атайым әүҙем кеше ине, әммә бик йәшләй вафат булды... Әсәйем дә йәш сағынан йәмәғәт тормошонда ҡатнашып йәшәгән, 1921 йылда Комсомол­дың III съезына делегат булып барған. Аҙаҡ төбәктә ойошторолған тәүге ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булып та эшләгән.
Һуғыштан һуңғы бөлгөнлөк ҡот осҡос ине. Көнөнә бер тапҡыр тәрилкәгә һалып он бирәләр, уны сиратта тороп алабыҙ ҙа, көлгә күмеп, бәләкәс кенә күмәс бешерәбеҙ... Биш балаға көн оҙонона еткерергә кәрәкле аҙыҡ. Әсәй көнө буйы эштә... 1964 йылда мәктәпте тамамланым, сығарылыш кисәһенә барырлыҡ күлдәгем дә, аяҡ кейемем дә юҡ ине. Бер йомарлам майға магазиндан ике метр аҡ тауар алып, күлдәк тегеп, күршенең аяҡ кейеме менән был байрам да тарихта ҡалды.
Шөкөр, беребеҙ ҙә юғалманы, туған­да­рыбыҙ тырышып-тырмашып донъя көттө, булдыҡлы, сәмле кешеләр. Үҙемә килгәндә, гел йәмәғәтселек уртаһында ҡайнаным, дәүләт эшен өҫтөн ҡуйҙым. Шуға күрә яҡындарыма, бәлки, тейешле иғтибар ҙа биреп өлгөрмәгәнмендер... Әммә үкенмәйем, уның ҡарауы хәҙер ейәндәрем менән рәхәтләнәм.
– Бар булмышын кешеләргә бағыш­лаған, һәр ваҡыт йәмғиәт уртаһын­да ҡайнаған кеше сарыфланған дәрт-дарманын нисек тулыландырырға тейеш? Ауыр минуттарҙы үткәреп ебәрә торған ысулығыҙ бармы?
– Ысул бер – кемгәлер үҙемде кәрәк итеп тойоу, ниндәйҙер ярҙам күрһәтеп, эске ҡыуаныс кисереү. Эргә-тирәгеҙгә ҡара­ғыҙ әле – бәлки, подъезда йәшәгән бәғзе кеше бер телем икмәккә мохтаж булып ултыралыр, кемгәлер төшөнкөлөккә бирелгәндә кәңәш, йылы һүҙ кәрәктер? Мин кешеләрһеҙ йәшәй алмайым, уларҙың араһында ҡайнап, ярҙам итеп, аралашып көс-дәрт туплайым – сере шул ғына.
– Өфөлә үтәсәк форумға килгәндә, йәмғиәттә гүзәл заттың бәҫен күтәргән, уларҙың фекере менән иҫәпләшергә мәжбүр иткән ошондай сараларҙың әһәмиәтен нисек баһалайһығыҙ?
– Беҙ ифрат үҙенсәлекле ғәжәйеп заманда йәшәйбеҙ. Эш хатта техник прог­рестың ҙур тиҙлек менән алға китеүендә лә түгел, ә кешелектең быуаттар буйы нигеҙ һалынған ҡиммәттәре үҙгәреүҙә. Миҫал өсөн ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге урынын ғына алайыҡ. Бынан ни бары бер быуат элек самаһы гүзәл заттың һүҙ әйтеү хоҡуғы ла булмаһа, бөгөнгө ҡатын-ҡыҙ – ирекле зат, ул сәйәсәттә лә, иҡтисадта ла, йәмәғәтселек эшендә лә ир-ат менән тиң урын биләй, донъя кимәлендәге эштәр башҡара. Ошонан сығып, форум ҙур тарихи, мәҙәни, ижтимағи әһәмиәткә эйә. “Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы” тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Шундай тынысһыҙ, тотороҡһоҙ заманда ир-аттарҙың башында – ҡорал ҡайғыһы. Әммә тормош дауам итһен тиһәң, ҡатын-ҡыҙға ҡолаҡ һалыу, уның менән иҫәпләшеү, мәрхәмәтлерәк булыу зарур, сөнки тап улар – тыныслыҡ нигеҙе, тормош бишеге. Иң мөһиме – форум Башҡортостандың данын ҡитғаларға таратасаҡ, Өфө Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар һәм мәрхәмәтлек хәрәкәтенең үҙәгенә әйләнәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521