Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ошо ерҙә Юлай кереш тартҡан, Салауаттар үҫкән уҡ юнып...”
“Ошо ерҙә Юлай кереш тартҡан, Салауаттар үҫкән уҡ юнып...” Күсәрбай Аҡсулпанов кубогына традицион уҡ атыу турнирының күркәм һәм ойошҡан кимәлдә үтеренә ышанғайным. Яңылышмағанмын, сәм, милли рух мөхитенә солғанып, бәйгегә килгән һәр кем оло шатлыҡ кисерҙе был көндө. Күңел талабы, рух ҡушыуы буйынса Башҡортостаныбыҙҙың Учалы, Бөрйән, Ғафури, Баймаҡ райондарынан, Сибай, Учалы, Өфө ҡалаларынан, күрше Силәбе, Ырымбур өлкәләренән килгән мәргәндәргә, оло эш башҡарыусы уҙамандар – ойоштороусыларға ҡарап, бының ошолай икәненә инанаһың.


Иҫегеҙҙәлер, быйыл йәй йәмле Ғафури ерендә, Еҙем буйында “Мәргән уҡсы” фестивале үткәйне. Һәм бына ошо саранан дәрт, көс-ҡеүәт алып, яңы ниәттәр менән янған уҡсылар сираттағы турнирҙы баш ҡалабыҙҙың 158-cе башҡорт гимназияһы майҙанында үткәрергә хәл итте. Бәйге Уҡлығая ерлеген, дала киңлеген даулаһа ла, бер аҙҙан ярыш сәме быны онотторҙо. Милли кейемдәрҙә, уҡ-һаҙаҡтары менән килгән уҡсылар араһында йәштәрҙең дә, ололарҙың да, төрлө милләт вәкилдәренең, урта быуаттағы швед уҡсыһы кейемендә килгән бәйгесенең дә барлығы үҙенсәлекле тамаша ине.
Уҡ атыу ныҡышмалылыҡ, эҙләнеүҙәр, еңеү-еңелеүҙәр аша тупланған тәжрибә, оҫталыҡ талап итә. Сара ошо шөғөлдө пропагандалау менән бергә халыҡтарҙың йолаларын өйрәнеү, милли кейемдәрҙә йөрөү мәҙәниәтенә иғти­барҙы йүнәлтә. Ярыштың өс төрөндә мәргән­леген һынап, оҫталығын күрһәтте, тәжрибә тупланы һәм уртаҡлашты ҡатнашыусылар. Майҙанда яңғыраған ҡурай моңо, дәртле-сәмле ауаздар аҫтында ҡыҙыҡлы һәм көсөргәнешле барҙы бәйге. Һәм, ниһайәт, бына ул еңеүселәр – Учалы районынан Рөстәм Фазлетдинов (I урын)“Ошо ерҙә Юлай кереш тартҡан, Салауаттар үҫкән уҡ юнып...” , Өфө районынан Роберт Хәмиҙуллин (II урын) менән Рушан Хәсәнов (III урын). Улар менән бергә бәйгелә гүзәл заттың һәм мәктәп уҡыусыларының ҡатна­шыуы ла ҡыуаныслы. Насип булһа, киләсәктә беҙҙә лә уҡ атыу мәктәбе булдырылыр, халыҡ уйындары, шөғөлдәре терге­ҙелеп, милли булмышыбыҙ заман ҡарашында сағылыр.
Күсәрбай Аҡсулпанов исемендәге бәйге ыңғай тәьҫораттар уятып, майҙанға килгән һәммәһен сәмләндереп, тәндәренә ҡеүәт, күңелдәренә ял бирҙе. Сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән М. Кәрим исемендәге 158-cе башҡорт гимназияһы директоры Гөлназ Ғафир ҡыҙы Әхмәҙиева, “ДОМОФОН” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Наил Кәримов, Салауат Ғәниев, Күсәрбай батырҙың ейәне Юлай Аҡсулпанов, Юлай Ғәлиуллин, Артур Батыршин, Ғәлинур Зариповҡа һәм бәйгегә килгән һәммәһенә – оло ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәре. Мәргән уҡсылар ҙа, сараны ойоштороусылар ҙа, тамашасылар ҙа – һәр береһе үҙ сәбенә тейҙергәндер, маҡсатына ирешкәндер, моғайын. Киләһе бәйгеләрҙә осрашҡанға тиклем, мәргәндәр!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 113

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 466

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 100

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 910

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 669

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 255

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 577

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 521

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 531