Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Испан ҡоҙалар Испан туйы менән башҡорт туйы араһында ниндәй айырма бар? Испандар итте нисек бешереп ашай? Баҡсаларында нимә үҫтерәләр? Өйҙә ялан аяҡ йөрөйҙәрме?.. Яҙмыш еле шул тарафҡа илтһә, беҙ ҙә быны белер инек. Яҙмыш елдәре ҡайҙа ғына ташламай әҙәм балаһын, һәр кешенең алға әйҙәр маяғы булған маҡсаты бар. Уға ирешер өсөн ут-һыу кисеп, тормоштоң әсе-сөсөһөн татып, ауырлыҡтар аша үтергә лә, тыуған ереңдән ҡайҙалыр ситкә китергә, туғандарыңдан, яҡындарыңдан айырылып, һағыштар кисерергә лә тура килә.


Бына 12 йыл инде Испания тарафтарында ғүмер кисергән Әбйәлил ҡыҙы Зөһрә Гонсалес-Ниғмәтуллина яҙмышы – ошоға асыҡ бер миҫал.
Бәхетте яулауы еңелдән түгел. Элегерәк торлаҡлы булырға, берҙән-бер ҡыҙы Әлфиәне уҡытып аяҡҡа баҫтырырға, етеш тормошта йәшәргә ынтылған ҡатын бер туған апаһы урынына уның иптәш ҡыҙҙары менән Испанияға эш эҙләп сығып китергә мәжбүр була. Оҙон юлдар үтеп хыял иткән ергә аяҡ баҫа улар. Төрлө урындарҙа эшләп, ауырлыҡтар аша үтергә тура килә. Ялдарын ватандаштар менән осрашып, башҡортса һөйләшеп, йырлашып, тыуған яҡты һағынып иҫкә алып ултырыуы – үҙе бер иҫтәлекле ваҡиға. Күпмелер ваҡыт үтеүгә, Зөһрә ете дингеҙ аръяғында үҙенең һөйгән йәре Даниэлде осрата. Ләкин бурыс үтәлә: етәрлек аҡса эшләп, мөйөшлө, ерле булғас, ҡояшлы Испанияны мәңгелеккә ҡалдырып ҡайтырға тигән ҡарарға килә ул. Ҡайтып еткәс, төрлө уйҙарға сумып йәшәй бирә, ә Даниэль Башҡортостанға юлланырын белдерә.
Сентябрь айының бер көнөндә, алыҫ араларҙы яҡынайтып, яратҡан кешеһе Мәскәүгә осоп килеп етә. Шунан Өфөләге “Ләлә” мәсетендә никах уҡытҡандан һуң Зөһрә Даниэлде тыуған ауылына алып килә. Һанаулы ғына көндәр үткәс, кире ҡайта егет. Оҙаҡламай Испанияға барып етергә һүҙ биреп оҙатып ҡалған Зөһрә ҡояшлы илгә тағы ла, ләкин быныһында эшкә түгел, ә үҙ тормошон ҡорорға сәфәр сыға. Матур туй үткәрә улар, һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуған ата-әсәһе, ҡыҙы, туғандары ҡунаҡҡа килә.
Йыл һайын тәбиғәт йәшеллеккә төрөнөп, тирә-яҡ ялан сәскәләре еҫенә тулышҡас, Даниэле менән йәмле Башҡортостанына ҡайтып төшә Зөһрә. Һағынып көткән ата-әсәһе, туғандары менән осрашып, тәбиғәттә ял итеп, ҡунаҡ булып, көс-дәрт алып, тағы бер йылға хушлашып ҡайтып китәләр. Ә быйыл Зөһрә апайҙың берҙән-бер ҡыҙы Әлфиәнең туйына тип тормош иптәше Даниэль испан ҡоҙалар Альфонсо, Мари Кармен һәм улдары Саминуэль менән килде. Улар менән әңгәмә ҡорорға форсат тыуғас, Ниғмәтуллиндарҙың өйөнә барҙым, унда мине бик ҡыҙыҡлы һөйләшеү көтә ине.
– Һаумыһығыҙ! Нисек килеп еттегеҙ?
– Яҡшы ғына. Башта самолет менән Санкт-Петербург аэропортына килеп төштөк, бер аҙ ҡаланы күреп, Өфө тарафтарына юлландыҡ. Баш ҡалала Салауат Юлаев майҙанында, Хәрби Дан музейында, унан “Ләлә” мәсетендә, парктарҙа булдыҡ. Аҙаҡ Йөйәккә тиклем электричкала килдек, һоҡланғыс Башҡортостан тәбиғәтенә хайран ҡалдыҡ, ял иттек, унан машинала ауылға юл тоттоҡ.
– Башҡортостанды “икенсе Швейцария” тиҙәр, һеҙ бының менән килешәһегеҙме? Беҙҙең тәбиғәткә һоҡланмаған кеше юҡ, ә һеҙгә нисек?
– Эйе, шулай. Урман бик матур, Йөйәктә булғанда Урал тауын һоҡланып ҡарап торҙоҡ.
– Ә халыҡ һеҙҙе нисек ҡабул итте?
– Хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләгәндәр асыҡ йөҙлө түгел. Нисектер үҙҙәренә ылыҡтырмайҙар. Ғөмүмән, кешеләр оҡшаны, ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй башҡорт ерендә. Ҡоҙаларҙың ғаиләһе бик һәйбәт ҡаршы алды.
– Улығыҙ үҙе килергә риза инеме, әллә өйҙә ҡалмаһын, йөрөп килһен тип алып киттегеҙме?
– Имтихандарҙы уңышлы бирһәң, үҙебеҙ менән алабыҙ, тинек. Дуҫтары, иптәштәре менән лагерға барырға тейеш ине, юҡ, мин Рәсәйгә юлланам тип, бында килергә ҡарар итте.
– Өфөлә башҡорт туйында булдығыҙ, оҡшанымы?
– Ифрат күңелле булды. Туйҙа йәштәрҙе һәр ҡунаҡ алға сығып ҡотлай, бүләк бирә. Һеҙҙә тәүҙә никах, шунан туй булһа, беҙҙә улай түгел. Туйҙа ҡатнашыусыларҙың береһе батмус менән бүләктәрҙе йыйып ҡына ала, алға сығып, үҙҙәрен таныштырып ҡотлау юҡ.
– Аш-һыуыбыҙ нисек?
– Беҙҙә диңгеҙ аҙыҡтары, йәшелсә өҫтөнлөк итһә, бында – ҡамыр аштары. Итте беҙ ҡыҙҙырып ашаһаҡ, һеҙҙә һыуға һалып бешерәләр. Шулай ҙа оҡшаны. Беҙҙә иһә емеш-еләктән ҡайнатма эшләү юҡ, үҙебеҙ бәлеш бешермәйбеҙ, гел әҙерҙе һатып алабыҙ. Ә башҡорттарҙа киреһенсә, бөтөнөһөн үҙҙәре тәмле итеп әҙерләй. Баҡсала беҙ тик сәскәләр генә үҫтерәбеҙ.
Тағы ла шул оҡшаны: бында өҫтәлгә бөтә ризыҡты ла бер үк ваҡытта ултырталар, һый мул булып күренә, өҫтәл һығылып тора. Испанияла тәүҙә бер төрлө ризыҡты, унан икенсеһен килтерәләр, шуға ла өҫтәл буш һымаҡ тойола. Йылҡы итен яратып ашаныҡ. Беҙҙең илдең төньяғында ғына йылҡы, ҡаҙ ите ҡулланыла.
– Зөһрә апай, һеҙ башҡорт аштарын бешереп тораһығыҙҙыр инде?
– Эйе, мин бешергәнде оҡшаталар, рецепт өлгөләрен яҙып алып ҡайталар. Бигерәк тә голубцы оҡшай.
– Рәсәй тураһында Европа илдәрендә төрлө уйҙырмалар ҙа бар, һеҙ бында килер алдынан “урам буйлап айыуҙар йөрөй” тигән хәбәр өркөтмәнеме, юлдарҙан ҡурҡманығыҙмы?
– Юҡ, беҙ Рәсәйҙә ныҡ һыуыҡ тип кенә белә инек. Юлдарға килгәндә, сағыш­тырырлыҡ түгел, насар. Машиналар ҙур тиҙлектә хәрәкәт итә, ҡурҡышыбыҙҙан хатта сат йәбешеп килдек.
– Һеҙгә беҙҙәге ниндәй күренештәр бөтөнләй ят?
– Испанияла өйҙә аяҡ кейемендә йөрөйҙәр. Бында килгәс, тәүҙә сисенеүе ят ине, ләкин ялан аяҡ ял итәһең тигәнгә инандыҡ. Улыбыҙ бөтөнләй ойоҡһоҙ йөрөй.
Сит телде һыу кеүек эскән Зөһрә апай башҡортсанан испансаға һәм киреһенсә йәһәт тәржемә итеп өлгөрҙө. Һәр кешегә бер тапҡыр булһа ла үҙ хыялын тормошҡа ашырырға мөмкинлек тыуа. Зөһрә апай был мөмкинлектән файҙаланған. Яҙмы­шыңды нисек төҙөргә теләйһең – төҙө әйҙә, сөнки был һинең үҙеңдең ҡулында.

Әлфинә КИЛДЕЙӘРОВА,
БДПУ студенты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 105

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 460

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 995

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 904

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 663

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 250

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 571

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 518

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527