Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәскәү яланында тирмә ҡороп
Мәскәү яланында тирмә ҡороп Майҙан уртаһында – ҙур тирмә. Эргәһендә боронғо көнкүреш кәрәк-яраҡтары урын алған. Ҡунаҡсыл хужалар һәр кемде милли ризыҡ менән һыйлай, ҡымыҙ эсереп, һыуһынын ҡандыра...

Ошондай мөхит булдырылды күптән түгел Мәскәүҙең “Коломенск” музей-ҡурсаулығында. Халҡыбыҙҙың милли байрамы һабантуйға 160 меңдән ашыу кеше йыйылды. Ҙур майҙандың бер нисә сәхнәһе Башҡортостандың, Татарстандың һәм Мәскәүҙең йыр-моң оҫталары сығышынан гөрләп торҙо.
Байрамда беҙҙең республиканың данын Илеш һәм Саҡмағош райондары вәкилдәре яҡланы. Улар майҙанда ҙур этнографик күр­гәҙмә ойоштороп, сара ҡунаҡтарын халҡыбыҙҙың боронғо көнкүреше, тормош рәүеше, рухи ҡиммәттәре менән таныш­тырҙы, тарихи үткәненә сәйәхәт ҡылдырҙы, йыр-бейеүҙәрен күрһәтеп һоҡландырҙы. Яҡташтарыбыҙ шулай уҡ теләгәндәр өсөн башҡорт милли ризыҡтарын бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Халыҡ ҙур ихласлыҡ менән өйрәнде.
Мәскәү яланында тирмә ҡоропКеләм батырҙары иһә ең һыҙғанып яңы еңеүгә әҙерләнде. Ниһайәт, уларҙың көтөлгән минуттары һуҡты – көрәш башланды. Ҡанында ҡаһарманлыҡ рухы ҡайнаған халҡыбыҙ алыш майҙанын тиҙ арала уратып алып, батырҙар менән бергә сәм һәм ғәм урғылған мөхиткә сумды.
Күңелле лә, фәһемле лә булды байрам. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов та ҡатнашып, ҡунаҡтарҙы республика халҡы исеменән тәбрикләне. Башҡа илдәрҙән килгән рәсми вәкилдәр ҙә һабантуйҙағыларҙы ихлас сәләмләне, сараның мәҙәниәтте, үҙ-ара татыулыҡты, берҙәмлекте үҫтереүҙәге ҙур өлөшөн билдәләне.
Эйе, милли йолаларыбыҙҙы шулай киң даирәгә сығарыуҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Халыҡтар бер-береһенең тарихын, мәҙәниәтен, сәнғәтен һәм башҡа рухи ҡиммәттәрен белһә, үҙ-ара татыулыҡҡа ынтылып йәшәйәсәк. Шул уҡ ваҡытта ошо байлығыңды һаҡлау, үҫтереү, донъяға танытыу мөмкинлеге арта. Әгәр милли моң-көйҙәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы Мәскәүҙә юғары кимәлдә күрһәтеүгә өлгәшкәнбеҙ икән, майҙан киләсәктә, һис шикһеҙ, тағы ла киңәйер.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509