Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күл тамсынан йыйыла
*Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты Өфө аэропортына ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең исемен биреү тәҡдиме менән сыҡты. Ҡоролтайҙағы “Башҡорт халҡының тарихы” ултырышында ҡатнашҡан тарихсылар һәм ғалимдар ҙа был фекерҙе ҡеүәтләй. Башҡортостанда ике тапҡыр Герой исемен алғандар башҡаса юҡ. Муса Гәрәев, штурмлаусы булараҡ, 200-ҙән ашыу осош яһаған һәм дошмандың ерҙәге хәрби көстәрен ҡыйратҡан. Әле аэропортҡа башҡорт геройының исемен биреүҙе һораған мөрәжәғәт әҙерләнә.

* 78 Советтар Союзы Геройын биргән уникаль хәрби берләшмәнең – легендар 112-се Башкавдивизияның — 75 йыллығына ҡарата Өфөлә һәйкәл ҡуйылыуы ихтимал.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы директоры Илүзә Ғәйнуллина фекеренсә, ғәскәрҙең Өфөнөң Дим биҫтәһендә тупланыуын иҫәпкә алғанда, мемориал Дим районы хакимиәте алдында урынлаштырылһа, урынлы буласаҡ. Бынан тыш, һәйкәл өсөн баш ҡаланың Еңеү һәм Башҡортостан урмансылары парктарын, Совет майҙанын тәҡдим итеүселәр ҙә бар. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, йәмәғәт?

* Салауат Юлаев тоҡомонан булыуын молекуляр-генетик йәһәттән тикшереү һөҙөмтәһендә иҫбат иткән Виктор Хәкимов һәм уның арҡаҙаштары – “Салауат вариҫтары” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары – 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышынан һуң яндырылған Тәкәй, Аҙналы, Мрат, Юлай, Ыҫмайыл, Бикбулат, Яҡуп, Ҡасай ауылдары иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйыу эшен башлаған.
Әле буласаҡ монументтың эскизы әҙер, әммә эште тамамлау өсөн аҡса йыйылып бөтмәгән. “Салауат вариҫтары” быйыл йәй уның нигеҙен әҙерләргә ниәтләй. Йәмәғәт ойошмаһының тағы бер тәҡдиме – 26 октябрҙе Башҡортостанда Салауат Юлаевтың хәтер көнө тип билдәләү.

* Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы халҡы Аллабирҙе урта мәктәбенең 20 йыллығын билдәләне, шулай уҡ ошо ауылдан сыҡҡан ғалим, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры Кәрим Ғайса улы Ишбаевтың хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асылды.
Район хакимиәте мәктәпкә компьютер ҡорамалдары комплекты бүләк итте. Сығарылыш класс уҡыусылары спорт залын йыһазлан­дырыуға аҡсалата ярҙам күрһәтте. Көйөргәҙе районының “Юшатыр” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре уҡыу йортоноң китапханаһына баҫмалар тапшырҙы.
Аллабирҙе ауылы халҡы арҙаҡлы шәхестәрен онотмай, иҫәндәре менән дә осрашыуҙар үткәреп торорға кәрәклеген билдәләй. Боронғо башҡорт нәҫеленән булған аллабирҙеләр бығаса бер ҙә ойошторолмаған Шәжәрә байрамын да үткәрергә әҙерләнә.

* Төньяҡ Осетия башҡорттары Салауат Юлаев исемендәге башҡорт милли-мәҙәни йәмғиәтенең 15 йыллығын билдәләне. Кавказ ҡуйынындағы республикала 300 самаһы башҡорт йәшәй. Милли-мәҙәни ойошманың эшендә ҡатнашыу уларға туған телдә һөйләшергә, ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын онотмаҫҡа мөмкинлек бирә.
Владикавказ ҡалаһының Милли китапхана­һында үткән юбилей кисәһендә башҡорт халҡының көнкүреш әйберҙәре, биҙәү-ҡулланма сәнғәт өлгөләре һәм милли кейем, Башҡортостан тураһында һәм XVIII – XIX быуаттарҙағы уникаль баҫмаларҙан тупланған “Башҡорт әҙәбиәте ынйы­лары” исемле китап күргәҙмәләре эшләне. Ҡунаҡтар республикабыҙ, халҡыбыҙ, бай тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ тураһында фильм, йыр-бейеү аша таныша алды, байрам һуңында башҡорт бәлешенән ауыҙ итте.

* Сыктывкарҙа ”Коми Республикаһы халыҡтары караокеһы” музыкаль дискы сыҡты. Музыкаль тупланмаға Ухта ҡалаһының “Дуҫлыҡ” йыр ансамбле солисы Зөһрә Ғәлимова башҡарыуында башҡорт телендәге “Ауыл ҡапҡаһы” йыры ла ингән.
Проект Коми Республикаһының Милли сәйәсәт министрлығы тарафынан тормошҡа ашырылған. Төрлө халыҡтарҙың 20 йырынан торған диск һатыуға сығарылмай, Коми китапханаларына һәм милли-мәҙәни үҙәктәргә генә таратыласаҡ. Билдәле булыуынса, Комиҙа башҡорт һәм татар халҡы вәкилдәрен берләштергән “Берҙәмлек” милли-мәҙәни автономияһы эшләй.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 260

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 099

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 479

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 132

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118