Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡан хәтерен юғалтҡан милләттең киләсәгенә өмөт юҡ
Ҡан хәтерен юғалтҡан милләттең киләсәгенә өмөт юҡ Республикабыҙ өсөн мөһим тарихи даталарҙың береһе – Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына әҙерлек эштәре башланды. Быйыл билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, журналист Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 120 йыл тулыуы, мәғрифәтсе, публицист, ғалим Ғәли Соҡоройҙоң 190 йыллыҡ юбилейы, башҡорттар өсөн изге урын – Ырымбурҙағы “Каруанһарай” мемориаль комплексы асылыуына 170 йыл булыуы кеүек бихисап мәртәбәле саралар ҙа көтөлә. Уларҙы юғары кимәлдә үткәрер өсөн алдан әҙерлек сараһын күрергә, дөйөм эшкә шәхестәрҙең тыуған төйәгендәге ҡоролтайҙарҙы, урындағы етәкселәрҙе йәлеп итергә кәрәк.

Башҡорт донъяһы өсөн мөһим булған ошо һәм башҡа ваҡиғалар буйынса фекер алышыу, сараларға әҙерлек һәм уларҙы ойоштороу мәсьәләһен хәл итеү өсөн тарихсылар, башҡорт милли ойошмалары вәкилдәре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының “Башҡорт халҡының тарихы” комиссияһы ултырышына йыйылды.
Комиссия ағзалары Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына әҙерлек сиктәрендә иң элек район һәм ҡалаларҙа 100 шәхестең исемен мәңгеләштереү сараһын күрергә, башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре тураһында айырым китап сығарырға ҡарар итте. Башҡорт халҡының данлы ул һәм ҡыҙҙарының исемлеген тулыландырыу өсөн халыҡҡа киң мәғлүмәт саралары аша мөрәжәғәт итергә, был эште күмәк көс менән атҡарып сығырға, тигән теләктәр яңғыраны.
78 Советтар Союзы Геройын биргән данлыҡлы 112-се Башҡорт атлы дивизияһы ойошторолоуына иһә 75 йыл тула. Комиссия ултырышында дивизияға фундаменталь һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһе ҡаралды. Дивизия музейы директоры Илүзә Ғәйнуллина фекеренсә, атлылар ғәскәренең Өфөнөң Дим биҫтәһендә формалашыуын, штабы ла Дим биҫтәһенең 1 Май исемендәге клубында урынлашыуын иҫәпкә алып, һәйкәлде Дим районы хакимиәте алдында ҡуйыу урынлы буласаҡ.
– Был осраҡта музейҙы ла һәйкәл ҡуйыласаҡ майҙандағы 1 Май клубы бинаһына күсереп, мемориаль комплекс эшләргә мөмкин, – тигән тәҡдим индерҙе тарихсы, журналист Азат Ярмуллин.
Ҡоролтай рәйесе Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, данлыҡлы дивизия өсөн һәйкәлде баш ҡалабыҙҙың Еңеү паркында ҡуйыу урынлылыр, ә Дим биҫтәһендә уның бәләкәйерәк күсермәһен ҡалдырырға мөмкин.
– Бөгөн балаларҙы илһөйәрлек, ватансылыҡ рухында тәрбиәләү өсөн кәрәк был һәйкәл. Беҙҙеке кеүек легендар дивизия – Рәсәйҙә феномен. Әммә һәйкәл ниндәй буласаҡ, уны ҡайҙа ҡуйыу яҡшыраҡ – быларҙың барыһын да халыҡ хәл итәсәк. Башта фекеребеҙҙе ишеттерәйек, халыҡ­тан хуплау алғас, эште башҡарып сығырбыҙ, – тине Әмир Ишем­ғолов.
Илүзә Ғәйнуллина дивизияның юбилейы уңайынан автойөрөш ойошторорға ниәтләүҙәре һәм матди яҡтан ярҙам талап ителеүе тураһында белдерҙе.
Башҡортостандың Хәрби хәрәкәт ветерандары союзы Тимерйән Рәжәпов Башҡортостан Хөкүмәтенең яңы дәүләт наградаһын – генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемен­дәге миҙал булдырыу тәҡдимен индерҙе.
– Тағы бер геройыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү зарур, – тип һүҙҙе дауам итте Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов. – “Өфө” халыҡ-ара аэропортына башҡорт халҡының данлыҡлы вәкиле, ҡаһарман осоу­сы Муса Гәрәев исемен биреүҙе күтәреп сығырға кәрәк. Был мәсьәләлә лә киң йәмәғәтселек фекере мөһим.
Илебеҙҙә бөгөн эҙәрмәнлек хәрәкәте ныҡ әүҙемләште. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, миллион­лаған һалдат әле һаман яу яланында ҡала. Башҡорт дәүләт университетында ойошторолған “Ватан” эҙәрмән­дәр отряды ла ошо изге эшкә ҡушылырға, май аҙағында Смоленск өлкәһенә экспедицияға сығырға йыйына. Был турала отряд етәксеһе Айбулат Хөсәйенов хәбәр итте.
– Егеттәребеҙҙең эше хуплауға лайыҡ, әммә Смоленск өлкәһенә барыу кәрәкме икән? Баш­ҡортостан автономияһы юбилейы алдынан эште үҙебеҙҙә Блюхер рейдынан башлау һәйбәт булыр ине, – тигән фекерен еткерҙе Башҡортостандың Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин.
Билдәле булыуынса, ҡыҙыл командир Василий Блюхер ун мең кешенән торған партизандар армияһын аҡтар тылынан алып сыға. Белорет районы буйлап отряд тау-урмандар, йылға-һаҙлыҡтар аша Ҡыҙыл Армияға ҡушылырға ынтыла. Рейд 1918 йылдың 3 авгусынан 14 сентябргә ҡәҙәр дауам итә. Юл ыңғайы Блюхерҙың айырым отрядтары башҡорт ауылдарын талай, халыҡты атып үлтерә. Сөнки башҡорт ғәскәре ул саҡта аҡтар яғында һуғыша, ҡыҙылдар башҡорттарҙы контрреволюционер тип иҫәпләй.
– Башҡортостан отряды булғас, “Ватан” эҙәрмәндәренә данлыҡлы 112-се Башҡорт атлы дивизия юлынан үтергә тәҡдим итәм, – тине ҡоролтай етәксеһе Әмир Ишемғолов. – Мәғлүмәти, матди яҡтан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙам итә ала. Был эште комиссиялағы ғалимдар кәңәше менән башҡарыу отошло буласаҡ.
Комиссия ағзалары тәҡдимде иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа, уға һуңыраҡ тағы әйләнеп ҡайтырға һөйләшеп килеште.
Комиссия ултырышында артабан “Башҡорт дворяндары, тархандары һәм уларҙың вариҫтары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, Өфөнөң Калинин районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Риф Иҫәнов тархан­дарҙың исемдәрен тергеҙеү эше тура­һында һөйләп үтте.
– “Башҡорт дворяндары, тархандары һәм уларҙың вариҫтары” ойошмаһының маҡсаттары изге. Беҙ башҡорт ере хужаларының, башҡорт идарасыларының исемен тергеҙеү менән шөғөлләнәбеҙ. Тархан йәки бей икән, тимәк, ер хужаһы, аҫаба башҡорт. Беҙҙең ойошма Асылыкүл, Ирәмәл, Торатауға бәйле акциялар ойоштороуҙа алдан йөрөй. Республика етәкселегенән рөхсәт алып, хоҡуҡ һаҡлау органдары менән килешеп эш итһәк тә, күп эштәргә урындағы хакимиәт ҡаршы сыға. Мәҫәлән, Бүздәккә Ҡаңны йыйынын үткәрергә барғас, халыҡты йыя алманыҡ. Ҡайһы ваҡыт урындағы башҡорт ойош­маларының үҙ-ара килешеп эшләмәүе лә бәкәлгә һуға, – тип ҡоролтай Башҡарма комитеты етәкселегенә мөрәжәғәт итте хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр буйынса Риф Иҫәнов.
Риф Шәрифрахман улы артабан ултырышта ҡатнашыу­сыларҙы ҡунаҡ булараҡ килгән Салауат Юлаев нәҫелен дауам итеүсе Виктор Хәкимов менән таныштырҙы. Виктор Сәлим улы “Салауат вариҫтары” йәмәғәт ойошмаһын етәкләй.
– Башҡорт батырының Салауат районы Тәкәй ауылында тыуыуын, шулай уҡ үҙемдең дә Салауат Юлаев тоҡомонан булыуымды иҫбат итер өсөн Томск дәүләт университетына мөрә­жәғәт итеп, молекуляр-генетик тикшереү үткәрҙек. Беҙ нигеҙ итеп алған Салауат шәжәрәһенең дөрөҫлөгө ғилми тикшеренеү һөҙөмтәһендә раҫланды, – тине Салауат Юлаевтан таралған Ҡолмөхәмәтовтар араһына ҡараған Виктор Хәкимов. – Ойошманың эштәре тураһында оран һалмаһаҡ та, тик ятмайбыҙ. Башҡортостан Хөкүмәтенә 26 октябрҙе Салауат Юлаевтың хәтер көнө тип билдәләүҙе үтенеп мөрәжәғәт иткәйнек, әле яуап юҡ. Тәкәй ауылы урынында Салауат яуынан һуң яндырылған һигеҙ ауыл – Тәкәй, Аҙналы, Мрат, Юлай, Ыҫмайыл, Бикбулат, Яҡуп, Ҡасай – иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйыу эшен башланыҡ. Әле скульптор менән һөйләшеү алып барабыҙ. Аҡса йыйыуға ҡарап, бер нисә йылдан уйлағанды атҡарып сығырға ниәт бар.
“Башҡорт халҡының тарихы” комиссияһы ағзалары бөтөн мәсьәләләрҙе лә бер ултырышта хәл итеп булмауын иҫәпкә алып, яҡын арала тағы осрашырға, эшлекле һөйләшеүҙе дауам итергә ҡарар итте. Яңғыраған тәҡдимдәр мотлаҡ контролгә алынасаҡ һәм хәл итеү сараһы күреләсәк тигән фекерҙә уны ойоштороусылар.

Айгөл ШӘРӘФЕТДИНОВА,
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 907

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528