Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ятып ҡалғансы, атып ҡалайыҡ
Ятып ҡалғансы, атып ҡалайыҡ “Любизар” 1-се башҡорт атлы полкы” хәрби-тарихи реконструкция клубы байтаҡ ҡыҙыҡлы сараларҙың башланғысында тора. Әйтәйек, һуңғы йылдарҙа Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән тығыҙ бәйләнеш булдырҙыҡ. Айырыу­са Польшала, Ростов өлкәһендә, Төркиәлә, Кипрҙа фекерҙәштәребеҙ, әүҙем милләттәштәребеҙ күп.

Их, үҙебеҙҙекеләр!

Мәҫәлән, Польшалағы Бельско-Бяла ҡалаһында йәшәгән рәссам-график Азат Ҡужин Лейпцигтағы яҡташыбыҙ, эшҡыуар Ирек Байышев менән бик ҡыҙыҡлы һәм һоҡландырғыс ижади проект башҡарҙы. Улар, 1812 – 1814 йылдарҙағы Ватан һу­ғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәренә бағышлап, Лейпциг (Саксония ере, Германия) ҡалаһындағы бер күп ҡатлы йорттоң алғы яҡ стенаһына башҡорт яугирҙәренең һынын төшөрҙө. Был уртаҡ ижади эш, ысынлап та, халҡыбыҙҙың да, урындағыларҙың да күңеленә хуш килде.
Шулай уҡ Лейпцигтан тағы бер мил­ләттәшебеҙ, Барҙа башҡорто – Нәсүр Йө­рөшбаев, ирекле кинорежиссер бу­лараҡ, үҙенең ижадын башҡорт халҡына бағыш­лап йәшәй. Былтыр ул 1941 — 1945 йыл­дарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында немец-фашист тотҡонлоғонда ыҙа сиккән яҡ­таштарына, башҡорт яугирҙәренә арнап документаль кино төшөрҙө.
Дондағы Ростов ҡалаһында төпләнгән яҡташыбыҙ, отставкалағы подполковник, Кавказдағы хәрби операциялар ветераны, яҙыусы Мәхмүт Сәлимов та Ростов өл­кәһендә ерләнгән яҡташтарыбыҙ Зөбәй Үтәғолов менән Тимерәй Ҡубаҡаевтың ҡәберҙәрен тәрбиәләп тора. Мәхмүт Бакир улы Ростов өлкә гәзитендә батыр яугирҙәр тураһында документаль очерк та баҫ­тырҙы. Ул шулай уҡ Ростов өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе туплаусы, әйҙәүсе булараҡ та бик ҙур эш башҡара. Стәрлетамаҡ филармонияһы, Башҡортос­тандың Мәҙәниәт министрлығы менән тығыҙ бәйләнеш булдырған, өлкәлә Баш­ҡортостан мәҙәниәте көндәре, мәҙәни саралар ойошторорға ла ваҡыт таба.
Өфөлә көн иткән клуб ағзалары — халыҡ артисы Рафаэль Амантаев менән шәхси эшҡыуар Юлай Ғәлиуллин да әүҙем эш алып бара. Улар икәүләшеп, уҡ атыу оҫталығын камиллаштырып, башҡорт яугиренең яу йәйәһен халыҡ-ара кимәлгә сығарыу маҡсаты менән шөғөлләнә. Рафаэль Альберт улы үҙ оҫтаханаһында күп эҙләнеүҙәр, тәжрибәләр аша, ниһайәт, ике быуатҡа яҡын юғалып торған башҡорт ҡоралын тергеҙҙе! Әйткәндәй, йәйә эшләү серҙәренә төшөнөр өсөн беҙ күмәкләшеп Венгрияға ла барып ҡайттыҡ, шулай уҡ ҡаҙаҡ, төрөк оҫталары менән бәйләнешкә индек. Был эштә тағы бер оҫтабыҙ Марс Мофаззалов та ярҙам итә.

Пегасты эйәрләп маташа

Клубтың Башҡортостандан алыҫта йәшәгән вәкилдәре араһында Кипр утрауындағы Ларнака ҡалаһы янындағы бер ауылда төпләнгән милләттәшебеҙҙең тормошо, ижады, башҡорт рухлы татыу ғаиләһе күңелебеҙгә йәнә шатлыҡ өҫтәй. Һүҙ — билдәле микрохирург, шағир һәм скульптор Камил Ғәлимов тураһында. Миңә уның менән былтыр осрашып-кү­решергә насип булды.
Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер, тиҙәр бит. Тәү күреүҙән үк уның рухи ныҡлығы, юғары мәҙәнилеге әсир итте. Камил Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағас, 1990 йылдарҙа Мәс­кәүҙә эшләп, үҙен оҫта микрохирург итеп таныта. Яңы ғына иллеһен уҙған ир-уҙаман нимәгә тотонһа ла, еренә еткереп, сифатлы башҡарырға өйрәнгән. Йәшәгән ауылында ла, Ларнака ҡалаһы билә­мәләрендә лә уны оҫта микрохирург һәм зооветеринар булғаны өсөн хөрмәт итәләр. Буш ваҡытында ағастан бәләкәй ат, бүре һындарын юныу менән үҙенә күңел зауығы таба. Әйтерһең дә, ул тәрән быуаттар төп­көлөндә ҡалған Урта диңгеҙ буй­ҙарындағы илаһи зат Аполлондар һәм Венералар ғына күргән ҡанатлы толпар Пегасты ялынан эләктереп тотҡан да эйәрләп маташа!
Ана шул аттарҙы күрһәтеү ниәте менән ул мине үҙенә саҡырҙы. Бик зауыҡлы һәм дөрөҫ пропорцияла яһалған башҡорт аттарының һындары… Мәскәүҙә һәм Өфөлә сыҡҡан шиғырҙар йыйынтығы… Һоҡланыуымдың сиге булманы. Камил Нуриман улы — биш бала атаһы ла. Ҡырым ҡыҙы Зарема һылыу менән ҡорған донъяларына күҙ теймәһен!
Өфөлә тыуып үҫһә лә, ата-әсәһенең төйәген – Салауат районын – үҙенең кескәй Ватаны тип таный ул. Салауат Юлаевтан рухи көс-ҡеүәт, үрнәк алып йәшәй. Хуш­лашҡанда ул Рәсимә Ураҡсина тәрже­мәһендә донъя күргән “Салауат уғы” исемле шиғырҙар йыйынтығын бүләк итте.

Беҙ — ауылдың
шәп егеттәре…


Ғөмүмән, Башҡортостанда, район-ҡалаларҙа йәшәгән фекерҙәштәребеҙ һис бер кемгә алыштырғыһыҙ. Мәҫәлән, Баймаҡ районының Өмөтбай ауылы мәктәбе директоры, тарих уҡытыусыһы Айҙар Мәжитов — шундай дәртле, ғәй­рәтле егеттәребеҙҙең береһе. Былтыр ул клуб исеменән Франциялағы Шато-Бриенн ҡалаһына барып, Парижды алыуҙың 200 йыллығына бағышланған халыҡ-ара хәрби-тарихи сарала ҡатнашып ҡайтты.
Районында ла, республика кимәлендә лә үҫмерҙәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә күп көсөн, ваҡытын бирә, милләтем тип йәмәғәт эштәрендә янып йәшәй.
Ошо уҡ райондың Ҡаратал ауылы фермеры Айбулат Байғотлин да Айҙарҙан һис ҡалышмай, баймаҡтарса сәмләнеп клуб эшмәкәрлегенә үҙ өлөшөн индерә. Ул Урал аръяғының ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында ялансылыҡ тармағында ҙур тәжрибә туплаған, һары таңдан ҡара төнгәсә ваҡытын ерҙә, яланда үткәреүгә ҡарамаҫтан, клуб ойошторған сараларҙа ҡатнаша, ауылдаштарына, йәштәргә халҡыбыҙҙың йолаларына, тарихына хөрмәт менән ҡарау өлгөһөн күрһәтә.
Миәкә районында йәшәгән Ғәлинур Зарипов хаҡында ла тик маҡтау һәм ғо­рурланыу хистәре менән әйтә алам. Ул ун йылдан артыҡ башҡорт тирмәләре эшләү, тергеҙеү өҫтөндә шөғөлләнә. Был өлкәлә уға еткән оҫта яҡын-тирәлә юҡтыр ҙа, бәлки. Уның ағасты бөгөп, боронғо йола буйынса кейеҙҙән сынъяһау итеп етештергән тирмәләрен милләттәштәребеҙ генә түгел, сит өлкәләрҙән дә заказдар биреп, яһатып алалар.
Өфөлә йәшәгән ағас оҫтаһы Марс Мофаззаловты ла бик күптәр белә. Ул яһаған шпон ҡурайҙар, ҡумталар хәҙер инде клуб бүләктәре сифатында ҡайҙа ғына булманы – Украинала, Венгрияла, Лейпцигта һ.б. Әле лә уның ҡурайҙарына музыка ҡо­ралдары һатҡан кибеттәрҙә ихтыяж ҙур.
Арабыҙға яңыраҡ килеп ҡушылған тағы бер шәп егетебеҙ — Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Мәжитов хаҡында ла бер-ике ауыҙ һүҙ әйтмәй ярамаҫ. Хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, сараларыбыҙҙы дәртле бейеүҙәре менән биҙәй ул. Уның башҡорт атлы яугире йәки һунарсы кейемендә сығып, ҡулында шашка йәки ҡылысты уйнатып бейеүен күреү, уның менән аралашыу һәр саҡ илһам һәм дәрт өҫтәй.

Европа башҡорт
атлылары хаҡында уҡый


Беҙҙең үҙешмәкәр хәрби-тарихи ойош­мабыҙ алдына яңынан-яңы бурыстар ҡуйып хәрәкәт итә. Клуб ағзалары яңы үрҙәр яуларға һәр саҡ әҙер. Әйтәйек, былтыр йәйҙең аҙаҡҡы көндәрендә Баш­ҡортостанға Лейпцигтан Ирек Байышев килеп ҡайтты. Ул беҙгә һөйөнөслө яңы­лыҡтар килтерҙе. Мәҫәлән, Лейпцигта 1813 йылда Халыҡтар һуғышында ҡат­нашҡан башҡорт яугирҙәренә бағышлап тарихи музей бинаһында бер бүлмә һәм стенд буленгән икән. Хәҙер шул музейҙы тулыландырыу өҫтөндә күмәкләшеп эш­ләйбеҙ. Польшала Азат Ҡужин стендтарҙы биҙәү өҫтөндә ижад итә. Күмәкләгән — яу ҡайтарған, тиҙәр бит, беҙ ҙә Ирек аша үҙебеҙҙә һаҡланған бер нисә ҡомартҡыны биреп ебәрҙек тә инде. Экспонаттар йыйыу дауам итә, был эштә теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.
Икенсе яңылыҡ тағы ла ҡыҙығыраҡ. Былтыр немец яҙыусыһы Сабина Еберт ханым Германияла ике роман баҫтырып сығарған. Китаптың беренсе томы — “1813 йыл. Һуғыш уты”, ә икенсеһе “1815 йыл. Ҡанлы солох” тип атала. Был романдарҙа Европаны солғап алған Наполеон яуы һүрәтләнә. Рәсәйҙән ҡасып ҡотолған Наполеон Көнбайыш Европала, айырыуса Германия ерендә ҡайтанан яңы көс туплап, ҙур ҡаршылыҡ күрһәтә. Беренсе томда шулай уҡ Лейпциг янында барған ҡан ҡойошло “Халыҡтар һуғышы” тураһында бай тарихи мәғлүмәт бирелә. Был алыш­тарҙа башҡорт халҡының 2500-гә яҡын яугире биш атлы полк сафында ҡатнаша.
Китаптың икенсе өлөшөндә Франция, Голландия ерҙәренә сигенгән Наполеон армияһында, Көнбайыш Европала барған хәрби-сәйәси хәл-ваҡиғалар һүрәтләнә. 1814 йылдың 19 мартында Наполеон ғәскәрен еңеп, Парижға кергән союздаштар һәм Рәсәй армияһы, казактар, башҡорт полктары тураһында бәйән ителә, Вена конгресы, Эрфурт крепосын ҡамау һәм штурмлау ваҡиғалары һүрәтләнә. Эрфурт крепосы ҡомартҡылары араһында яҡта­шыбыҙ Нәсүр Йөрөшбаев тапҡан дүрт башҡорт уҡ-һаҙағы тураһында ла мәғлүмәт бар.
Беҙҙең өсөн үтә лә әһәмиәтле бүлеге лә бар романдың. Был бүлек тотошлайы менән шул тарихи походтарҙа, яуҙа ҡатнашып йөрөгән ирле-ҡатынлы башҡорт яугирҙәре – Фәнүрйән менән уның ҡатыны Садиҡа тураһында. Беҙҙеңсә әйткәндә, “Йәнтүрә хикәйәте” була инде.
Бына шулай, башҡорт халҡы, уның батыр, ҡыйыу яугирҙәре хаҡында ошо романдарҙы уҡыған европалар тағы ла күберәк белә аласаҡ. Билдәле булыуынса, был китап ҙур тираж менән сыҡҡан – бестселлер булып танылған. Тимәк, Яныбай Хамматов кеүек ир-уҙамандарҙан өлгө алып, үҙебеҙҙең тарихты үҙебеҙгә яҙырға, ятып ҡалғансы атып та ҡалырға ваҡыт!

Илдар ШӘЙӘХМӘТОВ,
“Любизар” 1-се башҡорт
атлы полкы” хәрби-тарихи
клубының идара рәйесе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 103

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 458

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 991

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 900

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 661

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 248

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 567

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 526