Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тура ҡарап заман күҙҙәренә
 Тура ҡарап заман күҙҙәренә Талантлы шағирә һәм билдәле йәмәғәт эшмәкәре Фирҙәүес Бәширова яңыраҡ үҙенең оло юбилейын билдәләне. Үкенескә ҡаршы, уның исеме беҙҙә һирәк телгә алына, сөнки яҙмыш юлдары шағирәбеҙҙе күп йылдар инде республикабыҙҙан ситтә йөрөтә. Өҫтәүенә ул үҙе лә — үтә тыйнаҡ, сабыр холоҡло, һөйкөмлө бер шәхес.
Яҙмыш, тинем. Был хаҡта шағирә ошондай фәһемле, тәрән мәғәнәле шиғыр юлдарында әйтеп бирә:


Һәр кешегә тыуғанда уҡ
яҙмыш тигән
Тормош юлы билдәләнгән
Тәңребеҙҙән.
Ә шул юлды нисегерәк
итеп үтеү
Аҙмы-күпме тора әммә
үҙебеҙҙән!


Һай, афарин, шағирә! Нәҡ Ҡөрьән өйрәткәнсә әйтелгән дә баһа был һүҙҙәр. Ә уның үҙенең Тәңребеҙҙән бирелгән юлды нисек итеп үтә белеүе, минең аң­лауымса, аҫыл милләтебеҙҙең мәртә­бәһенә бары тик дан ғына өҫтәрлек ғүмер юлы ул. Был юлда үкенестәр ҙә, юғалтыу, табыштар ҙа аҙ булмағандыр. Ләкин бөтөн хикмәт әлеге шул юлды нисек итеп үтә белеүеңдәлер инде, әлбиттә. Фирҙә­үестең автобиографик характерҙағы хикәйә һәм очерктарында мине тыуған ергә һөйөү, ата-әсәһенә, туғандарына, ауылдаштарына, күрше-күләндәренә тәрән хөрмәт тойғоһо һоҡландыра.
Аҙаҡ, ҡайҙа ғына йәшәһә лә, был илаһи тойғо уның күңелен яҡтыртып торғандай. Бына Ишембай эргәһендәге боронғо башҡорт ауылы Смаҡай. Ошон­да ул 1945 йылдың 14 октябрендә яҡты донъяға күҙен асҡан. Ошо төбәктә Мәғрифә һәм Тимербулат Ғәлиевтәрҙең күп балалы иманлы, татыу ғаиләһендә үҫеп буй еткерә. Белем эстәүгә ынтылыш уны Силәбе тарафтарына алып килә. Ошо ҡалала ул педагогия институтында уҡый, студент сағында уҡ өс йыл буйы халҡыбыҙҙың илаһи йыр-моң төйәгендә — Арғаяш районының Бәжекәй һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә — балаларға һабаҡ бирә. Ғүмер юлының ҡыҫҡа ғына был миҙгеле Фирҙәүестең күңелендә айырыу­са яҡты хәтирәләр ҡалдыра. Силәбелә ул күренекле шағир һәм музыкант Рама­ҙан Шәғәлиев етәкселегендәге башҡорт-татар әҙәби түңәрәгенә йөрөй, Силәбе шағирҙарының коллектив йыйынтыҡ­тарында ижад емештәре баҫылып сыға. Ә Бәжекәй мәктәбе ул ваҡытта туған телгә, рухиәтебеҙгә тоғролоҡ йәһәтенән бөтөн районда айырылып тора. Башҡорт теле тип йәнен атып йәшәгән Рафаэль Мөхәмәт­йәнов кеүек фиҙакәр уҡытыу­сылар менән бергә эшләй Фирҙәүес.
“Йәмле йәйҙәрҙә мөлдөрәп ятҡан зәңгәр күлдәре, төҙ һынлы йөҙйәшәр ҡарағайҙары, яланғас аяҡлы, бөҙрә сәсле аҡ ҡайындар менән дан тотҡан Силәбе яҡтары, әрһеҙ юртаҡтарҙың тояҡ тауыштарын, халҡымдың ҡурай моңон һәр ташына һеңдергән сал Урал – күңелемә иң яҡын урындарҙың береһе, — тип хис­ләнеп иҫкә ала ошо күлдәр илен, күп йылдар үткәс, инде Ҡазанда йәшәгән шағирә һәм ошолай тип дауам итә: — Уның ҡуйынына боронғо Ҡолой, Арғаяш кеүек бик күп ауылдар һыйған. Ә гүзәл Арғаяш күленә итәктәрен һалындырып ултырған Бәжекәй ауылы... үҙ ҡуйынына мине лә, йәп-йәш уҡытыусыны ла, һыйындырғайны...
Аҡ кирбестән яңы ғына төҙөлгән һигеҙ йыллыҡ мәктәп. Ғилми инәйҙең бәләкәй генә, ташландыҡ өйө... Ә күңелдең шиш­мә һыуылай саф, сабый сағы! Ошонда татыным мин хеҙмәт ләззәтен, халыҡ хөрмәтен, кеше бәхетен!” (Бәширова Ф. Төш: эссе // Илемдең төҫө мин. Өфө: Ғилем, 2005. 317-318-се биттәр).
Силәбелә үҙенең буласаҡ ғүмерлек юлдашын осрата Фирҙәүес. Хәләле Йәд­кәр Бәшировҡа Силәбе политехник институ­тын тамамлау менән Бәләбәй “Ав­то­нормаль” заводына йүнәлтмә бирәләр. Энә ҡайҙа, еп тә шунда, әлбиттә. Фирҙәүестең артабанғы ғүмер юлы нәҡ ошо ҡала, ә һуңыраҡ атаҡлы Кама автозаводы төҙөлөшө барған Яр Саллы менән бәйле була. Ун биш йыл буйы ошо ҡалала йәшәп, бай тормош тәжрибәһе туп­лай Бәшировтар. 1991 йылдан бирле уларҙың хеҙмәт юлы Ҡазанда дауам итә. Татарстан Республикаһы Президенты Аппаратының милләт-ара мөнәсәбәттәр бүлеге референты, Рәсәй Федерация­һының Татарстан буйынса Төбәк һәм милли сәйәсәт министрлығы белгесе — бына ошондай яуаплы вазифалар атҡара Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы. Тормоштоң алғы һыҙығында, ҙур ваҡиғалар эсендә ҡайнап йәшәү шағирәнең ижадына ла ғәйәт ҙур йоғонто яһай. Уның шиғырҙа­рында тәрән лиризм бер үк ваҡытта ил һәм кеше яҙмыштары тураһында фәлсә­фәүи уйланыуҙар менән бергә үрелгән. Ысын-ысынында заманса яңғырашлы, халыҡсан, үткәндәрҙән, бөгөнгөнән килә­сәккә төбәлгән шиғриәт ул. Сөнки:
Ҡат-ҡат ҡайтып, кешеләргә һәр саҡ
Үткәндәре баһа бирәсәк...
Ҡарындағы бала һымаҡ тыуа
Үткәндәрҙән беҙҙең киләсәк.
(“Үткәндәр”).
Үткәндәргә бик һирәк, бик кәрәк булғанда ғына әйләнеп ҡайта шағирә. “Тарих — тиңһеҙ хәтер һандығы ул”, “Та­рих дөрөҫлөгө — шишмә шауы, көтмә­гәндә быуаттарҙан бәреп сығыусы” тип раҫлауы ла барыбер әлеге шул заманса булыуы менән үҙенсәлекле. Заманса һәм алға әйҙәүсе көс ул беҙҙең тарихыбыҙ һәм тарихи шәхестәребеҙ.
Рухың алға әйҙәй: халҡың
Өс меңенсе йылға аяҡ баҫты.
Уның йәшәүендә һинең өлөш
Ҡолас йәйеп ятҡан Урал саҡлы.
(“Салауат батыр һәйкәле янында”).
Кешелек донъяһының инде хан заманда ҡалған алыҫ үткәндәре лә, әйтер­һең, беҙҙең бөгөнгөбөҙ менән бергә йәшәй, бергә тын ала Фирҙәүестең шиғырҙарында:
Әйләнә Ер. Ерҙә тормош бара.
Йылдар уҙа теҙелеп сылбырҙай.
Йылдар аша Сократ, Ҡол Ғәлиҙәр:
“Хәлең нисек, Ер?” — тип һорайҙар.
Хәлдәр шулай — Ер әйләнә һаман.
Ойоп ята байтаҡ “вулкандар”...
Бөгөнгәсә Ерҙә еңеп килә
Йәшәр, һөйөр өсөн тыуғандар.
Эйе, шағирә үҙе лә нәҡ ана шул янып йәшәр, өҙөлөп һөйөр өсөн тыуғандар затынан. Ә уның һөйөүе — әсәләргә, кешегә, гүзәл тыуған еребеҙгә икһеҙ-сикһеҙ оло мөхәббәт хисе. “Тыуған илем — Урал, башҡорт ере! Торатауым — уның кендеге”, — тип ғәжәп киң ҡоласлы һәм образлы итеп билдәләй ул тыуған ер төшөнсәһен. “Торатауҙың түбәһенә мендем. Ләззәтләнеп, йәйрәп ултырам” тип башланған “Сәғәҙәт” тигән был шиғырҙы уҡыйым да ирекһеҙҙән, ниндәй бәхетле яҙмыш бүләк иткән Аллаһыбыҙ Фирҙәүес­кә тигән уйға киләм. Шиғыр ҙа бит бер ҙә юҡҡа “Сәғәҙәт” тип аталмаған. Ошо илаһи илдең ғәзиз бер балаһы, “баҡсалағы сут-сут иткән” йырсы ҡошо булыу, һүҙ ҙә юҡ, бәхет инде ул. Шуның өсөн дә, ҡайҙа ғына йәшәһә лә, тыуған ер һәр саҡ уның күңел түрендә, сөнки тамырҙары уның тыуған ерендә.
Тыуған ер, яҡташтарҙың яҙмышы һө­йөн­дөрөү генә түгел, көйөндөрә лә ша­ғирә күңелен. Йөҙҙәрсә йыл буйы гөрләп йәшәгән күпме ауылдарыбыҙ, ер-һыуҙа­рыбыҙҙың киләсәге өсөн күпме борсо­лабыҙ, хәүефләнәбеҙ һуңғы осорҙа. Бына тыныс йылдарҙа юҡҡа сыҡҡан ауыл­дар иҫтәлегенә реквием тип атар­лыҡ шиғыр — “Етем нигеҙҙәр”:
Ҙур заводтар, һыуҙар баҫып алған
Нигеҙ, ҡәберлектәр аҙ түгел.
Тамырынан йолҡоп ырғытылған,
Ҡыйратылған күпме саф күңел!
Ә бит йәнле тәбиғәт, етем ҡалған ауылдар яҙмышы — бөтөн ил кимәлендә үтә лә ҡырҡыу, әленән-әле нығыраҡ үҙәк­кә үтә барған мөһим проблема­ларҙың береһе. Статистика күрһәтеүенсә, Рә­сәйҙә һуңғы сирек быуат ваҡыт эсендә тиҫтәләрсә мең ауыл йәшәүҙән туҡтаған. Өҫтәүенә һуңғы осорҙағы реформалар арҡаһында күпме ауыл халҡы, тыуған төйәген ташлап, ил буйлап ситкә сәсе­лергә мәжбүр. Үҙе туған тәбиғәттең шифалы һыуҙарын эсеп, саф һауаларын һулап, ауылдаштарының яҡты ҡарашын тойоп үҫкән шағирә нәҡ шул хаҡта саң ҡаға бөгөн.
Заман күҙҙәренә тура ҡарап, үҙ һүҙеңде, үҙ фекереңде әйтә белеү һәр кемдән ғәйәт ҙур ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек талап итә. Ә бының өсөн тейешле әҙер­лек тә кәрәк, әлбиттә. Фирҙәүес Бәширова Рәсәйҙең яңы тарихында беҙҙең күҙ алдында булып үткән фажиғәле ваҡиға — мәғәнәһеҙ Чечен һуғышы — тураһында үҙе­нең йөрәк түренән сыҡҡан һүҙен әйтеп, ғәйәт ҙур ҡыйыулыҡ күрһәтте, үҙ халҡына үҙе туп аттырған дәүләт башлы­ғының хатаһын һаташыу тип атаны. “Һаташыу” поэмаһының төп героиняһы — Чечняла берҙән-бер улы һәләк булған башҡорт ҡатыны Гөлназ. “Һай, Азатым минең — күҙ алмам, биҙрәп бөттөм, ҡай­ҙа һин, балам?” – тип өҙгөләнә ул. Йөҙәр­ләгән һалдат әсәләре һымаҡ, Гөлназ да, улын эҙләп, Чечняға ла сығып китә, күпме ишектәрҙе ҡаға, хаттар яҙа, күпме тупһаларҙы тапай. Әммә бына бер мәл “ҡурғаш табут ҡайта, ә табутта Азат ҡайта тыуған яғына”. Илебеҙҙә, еребеҙҙә ғүмер­ҙә лә уңалмаҫ йөрәк яралары булып ҡала тарихтың был ҡанлы бер бите.
Фирҙәүес Бәширова әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та туған халҡына тоғро хеҙмәт итә. 1998 йылдан бирле ул — Ҡазан ҡалаһы башҡорттарының мил­ли-мәҙәни автономияһы етәксеһе, 2002 – 2012 йылдарҙа иһә Татарстандағы баш­ҡорттар ҡоролтайының рәйесе бул­ды. Шағирә — шулай уҡ Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы. Әүҙем йәмәғәт эшмә­кәрлеге өсөн уға “Башҡортостан Рес­публикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Рәшит ШӘКҮР,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519