Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туҡыған келәмебеҙ сағыу булһын
Туҡыған келәмебеҙ сағыу булһын Йомро ғына ерҙең сиге юҡ. Уның һәр тарафында туған телен һәм мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм традицияларын ҡәҙерләп һаҡлап, кешелек йәмғиәтендә үҙенең лайыҡлы урынын биләп, йөҙҙәрсә милләт вәкилдәре йәшәй. Ҡайһы саҡ күреп, һиҙемләп еткермәһәк тә, һәр халыҡтың уңыштары һәм яңылыҡтары, һөйөнөс-көйөнөстәре, ғөмүмән, яҙмышы ниндәйҙер яғы менән булһа ла беҙгә лә ҡағылып үтә.
Тарих төпкөлдәренә төшөп, халыҡтар уҙған юлды буйлай башлаһаң, башҡа мең төрлө һорау килә. Ысынлап та, халыҡтар һәм донъя яҙмышын­дағы барлыҡ ерҙәрҙе лә астым, һәммә һорауҙарға ла яуап таптым, тигәндә лә асылған сер яңыһын тыуҙыра. Һәр көн яуап көткән һорауҙар, һүтелмәгән йомғаҡ­тар менән тыуа, тигәндәре дөрөҫтөр. Күпселек өлөшө бөгөн Ағиҙел ярҙарында, Көньяҡ Урал киңлектәрендә йәшәүсе башҡорттар менән татарҙарҙың тыуған төйәктәре ғүмер баҡый шулар булғанмы? Әгәр шулай икән, башҡорт, рус менән татарҙы ниндәй елдәр донъяның дүрт тарафына ла һибеп таратҡан? Ғөмүмән, кешене ил гиҙергә мәжбүр иткән, халыҡтарҙы бер-береһенә тартҡан көс нимәнән ғибәрәт икән?
Туҡыған келәмебеҙ сағыу булһынӘгәр татар илгиҙәре:
Карлар ятса сыртта, төлке чапмас,
Аркаларга икмәк тә чәчелмәс;
Ир танымас егет – ил танымас,
Ил танымый – уйлар ачылмас, – тип йырлаһа, башҡорт мосафиры:
Ултырҙым да сағыл, ай, төбөнә,
Ҡойола ла һары япраҡ.
Ҡайтайым да тиһәм, ҡайта алмайым –
Әллә тарта микән тупраҡ, – тип аһ-зарын түккән. Халыҡ борон-борондан, ата-бабалары көн иткән илдә тамырланып йәшәүҙе оло мәртәбә һанаһа ла, донъя гиҙеү, яҡын-йыраҡ ерҙәрҙе танып-белеү зарурлығын да аңлаған. Ата бала­һын, бәлки, мал табыу маҡсатынан тыш, юғарыраҡ ниәттәрҙә юлға саҡыралыр?
Донъя гиҙеүсе һәр кемгә лә үҙ иле ғаләмдең кендеге булып тойола. Ер ша­рының әллә ҡайһы яғында, ете диңгеҙ һәм етмеш тау аръяғында ятһа ла, уның ғына иле донъяның нәҡ уртаһында кеүек. Хәйер, Башҡортостанда йәшәүсе халыҡ­тар өсөн был хәл фараз итеү генә түгел, бәлки, ғәмәли факт. Ошо ерҙә бик бо­рон­ғо ҡәбиләләр, ахыр килеп, төрки тел­ле башҡорт халҡы булып фор­ма­лаш­ҡанға ҡәҙәр, тағы кемдәрҙер йәшәгән. Урал тауҙарын үтеп, Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим һәм Әй йылғаларын кисеп, күсмә тормош ҡыуған кешеләр ҙә, яуҙар ҙа, сәйәхәтсе­ләр ҙә, алыш-биреш итеүселәр ҙә үткән­дер. Беҙҙең далалар, урман һәм күлдәр боронғо мосафирҙар юлына ла тура килгән. Монах һәм сәйәхәтсе Виллем Рубрук, француз короле Людовиктың фарманы менән ХIII быуатта монгол ханы Менгуға китеп барышлай, элек баш­ҡорт­тар йәйелеп йәшәгән ерҙәрҙе тәү мәртәбә картаға һыҙған, уларҙың күсмә тормошта, әммә Болғарстан менән күрше булып йәшәүен иҫбатлаған.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бихисап быуаттар башҡорттар йәшәгән иркен ерҙәр йә халыҡтарҙың үтеп китеү урыны, йә яу яланы булып хеҙмәт иткән. Ошо ерҙәрҙә хаким булыу, байлыҡ­та­рынан файҙаланыу өсөн татарҙар менән ҡалмыҡтар, нуғайҙар менән ҡаҙаҡтар араһында барған оҙаҡҡа һуҙылған көрәш урындағы халыҡтың етештереү көстәрен, мәҙәниәтен үҫтереүгә, тупланған мил­лә­тен, дәүләтселеген булдырыуға булыш­лыҡ итмәгән. Быға тарихҡа күҙ һалып та ышанып була. Шул уҡ ваҡытта Бөйөк Болғар менән ут күрше булыу баш­ҡорт­тарҙы Ислам диненә генә түгел, ғөмүмән, цивилизация юлына яҡынайтҡан. Нуғай, Себер ханлыҡтары аҫтында булыу баш­ҡорт еренең көньяғын һәм көнсығышын үҫештә ныҡ тотҡарлаһа, Ҡазан ханлығы аша, ул хакимлыҡтың да ифрат ҙур ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, көнбайыш һәм төньяҡ башҡорт ҡәбиләләре мәғри­фәткә, һөнәрселеккә, сауҙаға – халыҡтың эске тормошон ойошҡаныраҡ һәм мәҙәнилерәк итеүгә тиҙерәк килгән.
Ә болғар сауҙагәрҙәре, билдәле булыуынса, Владимир-Суздаль рус кенәзлектәре, Хорезм менән һатыу-алмашыу эштәрен алып барған, Сулман, Иҙел буйы урмандарына сауҙа экспедициялары ойошторған, башҡорт ҡәбиләләре менән сауҙа-мәҙәни бәйләнештәр булдырған. Әгәр ошо дәүләт артабан да йәшәһә һәм уның күршеләре менән мөнәсәбәттәр үҫә килһә, был факттың Башҡортостан тарихына, халҡының цивилизациялы милләт булараҡ формалашыуына ниндәй йоғонто яһау ихтималын төҫмөрләү ауыр түгел. Халыҡтарҙың аралашып, бер-береһенә ярҙам итешеп, һөнәр күрһәтеп, шағир әйтмешләй, тел үә лөғәт алмашып йәшәүе – электән килгән һәм һәр кемдең үҫеүе өсөн тайпылышһыҙ зарурат. Бөйөк Туҡайҙың йөрәген ярып сыҡҡан һүҙҙәрендә,
...И ҡәрҙәштәр, ҡул тотошоп алға
барайыҡ,
Башҡа милләттәрҙең хәлен ҡарап
ҡарайыҡ;
Мәҙәниәт майҙанында урын алайыҡ, –
Йығыла-тора алға табан атлайыҡ
инде,
– тип саҡырыуында ижтимағи күтәрелеш­тең тик бергә атлауҙа ғына мөмкин булыуы тәҡрарлана. Башҡортто, татарҙы, ғөмүмән, бер төбәктә ойошоп йәшәүсе төрки, уғыр-фин халыҡтарын рус, донъя мәҙәниәтенә тиҙерәк яҡынайырға саҡы­рып, Туҡай, “Пушкин илә Лермонтовтан үрнәк алам, әкрен-әкрен юғарыға үрләп барам...” – тип тә өҫтәгән.
Бөгөнгө хәленә Башҡортостандың нин­дәй даръялар кисеп, күпме уттар үтеп килгәнлеге хәҙер һәр кемгә мәғлүм. Бер нәмә лә был тормошта рәхәтлек аша килмәй. Тарихсылар Башҡортостан уҙған юлды йә бер осонан, йә икенсе яғынан тәфсилләп теүәлләһә лә, ул тикшере­неүҙәр, нигеҙҙә, мәғлүм нәмәләрҙе ҡа­батлауға йә бер аҙ үҙгәртеүгә генә ҡайтып ҡала. Башҡорт ерҙәренә тәү мәртәбә аяҡ баҫҡан кеше кем һәм уның маҡсаты нимәлә булған? Йәки башҡорттарҙың сит-ят яҡтарға сығып йөрөүе ҡайһы тараф­тарға барып еткән? Урында беренсе туҡыманы кем туҡыған? Һорауҙар, күрә­һегеҙ, күп һәм уларға яуаптар ҡыҙыҡ өсөн генә эҙләнмәй. Улар аша халыҡтарҙың үҙ-ара бәйләнеш сығанаҡтарына сығырға һәм тарихи юлдарҙың уртаҡлығын төҫ­мөрләргә мөмкин. Иң мөһиме – халыҡ­тарҙың тарихын бер-береһенән айырып өйрәнергә, бер яҡлы ғына һығымта яһарға ярамай.
Ошо юҫыҡта һүҙҙе дауам итһәк, аныҡ иҡтисади, мәҙәни хеҙмәттәшлек миҫал­дарынан юғарыраҡ күтәрелеп, юлдар, яҙмыштар һәм маҡсаттар уртаҡлығы ха­ҡында фекерҙәрҙе үҫтерергә тыры­шыр­быҙ. Хеҙмәттәшлек тураһындағы тема сауҙа-иҡтисади йә иһә мәҙәни өлкәләр менән сикләнгән хәлдә лә, кешелек бәй­ләнештәре, шәхси яҙмыштар аша әлеге теманы үҫтерергә мөмкин. Мәҫәлән, тарихта Рәсәй сәйәхәтселәре, сауҙагәрҙәре һәм сәнәғәтселәренең хәҙерге Америка, Ҡытай ерҙәрендә етди хужалыҡ итә башлауы билдәле. Татар егеттәренең нисәмә быуыны зимагор мөһөрө менән Себер, Алыҫ Көнсығыш, Ҡытай, Япония яҡтарын гиҙеп йөрөгән, шул замандарҙан ҡалған тамырҙар шытым биреп, йәнә Көньяҡ Уралға, Волга буйҙарына тартыла. Башҡортостандың Венгрия Респуб­лика­һы менән айырыуса тығыҙ мөнәсәбәттәр һаҡлауында боронғо мадъярҙарҙың Европаға юлында Көньяҡ Уралда йәшәп китеүе, урындағы халыҡ менән телдәр, традициялар, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ҡушыуы ла үҙен һиҙҙерәлер. Ҡараһаң, нисәмә быуаттар элек бергә йәшәү хәтере юйыл­маған икән.
Хәтерҙә, 1995 йылдың 1-2 июнендә, Өфөлә I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткән көндәрҙә, бер төркөм башҡорт һыбайлылары мосафир-монах Юлиан уҙған юлдан Дунайға ҡарап сәфәр сыҡҡайны. Сәфәрҙе дәртләнде­реүселәрҙең береһе Баймаҡ районы ҡыҙы, мадъяр килене Зәриә Галамбош булды. Юлдарыбыҙҙың күнегелгән Евро­паға ғына түгел, хатта Африкаға, Ав­стра­лияға, алыҫ Тымыҡ океан утрауҙарына ҡәҙәр һуҙылыу ихтималлығын кем инҡар итә алһын?
Яңыраҡ Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы профессор Марат Ил­һамов Яңы Зеландияның Окленд университеты профессоры, шәкерте Шамил Ғәлиев менән фән мәсьәләләрендә Интернет аша даими фекерләшеп тороу­ҙа­рын һөйләгәйне. Хәҙер Канадала йә­шәүсе Өфө ҡыҙы, медицина фәндәре докторы, профессор Әлфиә ханым Ҡормаева яңыраҡ тыуған яғында ҡунаҡта булып китте.
Дәүләттәр, халыҡтар араһындағы элем­тәләр ҙә меңдәрсә кешенең шәхси бәйләнештәренән туҡылалыр. Тамыр­ҙа­рын тәрән ебәреп, сатырҙарын бергә бер­ләштереп үҫкән ете ағас урман булып, ете тарафтан иҫеүсе ел-дауылдарға ла бирешмәйенсә йәшәй бирә ул.
Тормошта һәр кем, Мостай Кәрим шиғырындағы сабый кеүек, бер мәл, ҡапҡа алдына сығып, юлдың йә уңға киткәнен, йә һулға илткәнен һайларға тейеш. Һине ҡайһы тарафтарҙа уңыш һәм бәхет көтөп торорон, ҡайҙа һәм ҡасан бәләгә тарырыңды алдан белеү әмәл­дәре юҡ. Һәр ҡәүем дә үҙ яҙмышын тарих ағымына ҡарап ҡора, күршеләре эскән һыуҙар йыш ҡына уның да ирендәрен сылата.
Миңә бер нисә йыл элек үҙенсәлекле яҙыусы Александр Егоровтың “Долгий путь к храму” тигән тарихи-мажаралы романынан бер өҙөктө башҡорт теленә тәржемә итергә насип булғайны. Шунда өс нәмә күңелде йылытты. Тәүгеһе – тарихта һүрәтләнә килгән трафарет ҡараштан айырмалы рәүештә, Белорет металлургия заводын төҙөгән Иван Борисович Твердышевтың урындағы баш­ҡорт­тар менән тиң күреп аралашыуы. Икен­сеһе – башҡорт Йәнбәктең рустар менән күп йылдар аралашып, уларҙың телен генә түгел, ә ғөрөф-ғәҙәтен, мәҙәниәтен үҙ итеүе. Өсөнсөһө — Йәнбәк менән рус ҡатыны Агафья араһындағы һоҡлан­дырғыс мөхәббәт. Әйткәндәй, ошо юғары хис Йәнбәк менән Агафьяға, рус дворяндары ярҙамына таянып, Рогервик ҡәлғә­һенән Салауатты алып сығырға һәм батырҙы Башҡортостанға ҡайтарырға ярҙам итә.
Башҡорт ырыуҙарының үҙ ихтыяры менән бер-бер артлы Рус дәүләте составына инә башлауының 450 йыллығын билдәләү уртаҡ оло тарихи юлдың бергә үтелеүен сәйәси юҫыҡта дөйөмләштереп күрһәтте. Тантанала, тәбиғи, Рәсәй–Башҡортостан мөнәсәбәт­тәрендәге йыш ҡына ҡабатлана торған сетерекле хәлдәр телгә алынманы. Шул уҡ ваҡытта, башҡорттар араһында тиҫ­тәләрсә ихтилалдың тыуыуы, киң Рәсәй дәүләтендә халыҡ күтәрелешенең нәҡ Көньяҡ Урал, Волга буйына тура килеүе төбәктә урындағы халыҡҡа ҡарата сәйә­сәттең гел генә ғәҙел булмауы тураһында дәлилләй. Дәүләттең үҙәк хакимиәте һәр кемгә, һәр нәмәгә тиң ҡарашта булһа, крәҫтиән һабанын – ҡылысҡа, ә эшсе сүкешен суҡмарға алмаштырырға бик ынтылып тормай. Йәш кенә Салауат Юла­евтың Ырымбур губернаторы ҡара­мағына, ихтилалсыларға ҡаршы тороуҙа ярҙамға тәғәйенләп алып барған отрядын Пугачевҡа ҡушырға ҡарар итеүе хис түгел, бәлки айыҡ аҡыллы, сәйәси маҡсатлы акт булған. Оло сәйәсәт (ә ихтилалдар – сәйәсәттең фажиғәле сағы­лышы) һәр даим, тактик мәсьәләләрҙе хәл итеүҙән бигерәк, оҙаҡҡа һуҙылған, стратегик бурыстарға йүнәлтелә. Граждандар һуғышы йылдарында, инҡилаби буталсыҡтар осоронда ла иң алға ғәҙел­лек, Үҙәктең Башҡортостан алдындағы бурыстарын теүәл үтәү-үтәмәүе ҡуйыла. Шуны һәр ваҡыт һәм ҡәтғи рәүештә тәҡрарларға кәрәк: башҡортмо, татармы, сыуашмы, кем генә булмаһын, унда рус халҡына һис ҡасан да һәм ниндәй генә шарттарҙа ла ҡырын ҡараш күренмәне. Бөҙ дөйөм дәүләтселектә олуғ рус ҡәүе­менең тотҡан урынын һәм башҡорт­тарҙың объектив ролен баһалай белеп йәшәнек. Күп милләтле, бер нисә конфес­сияға ҡараусы халыҡтар араһында көслө бер лидерҙың булыуы башҡаларҙы кәмһетмәй, бәлки йәмғиәттең тупланған­лығына өҫтәмә дәлил генә. Шулай, 1920 йылда Польшаға ҡаршы һуғыштарҙа ҡат­нашҡан башҡорт кавалерия бригадаһы Совет Рәсәйе ғәскәре булараҡ алышҡан. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарындағы йөҙҙәрсә милләтле һалдат дошман тарафынан башҡорт, татар йә грузин итеп түгел, ә рус яугире рәүешендә ҡабул ителгән.
Күп милләтле Ватанда милли мөйөш­тәргә генә боҫоп ғүмер итеү мөмкин түгел. Кешеләр араһындағы бәйләнештәр тел, дин айырмалыҡтарын да, ғөрөф-ғәҙәт­тәрҙе лә уҙып, йылы ямғырҙан һуң балҡыған Салауат күпереләй күтәрелеп китә. Бөйөк рус драматургы һәм дипломат Александр Сергеевич Грибоедов менән грузин кенәзе һәм шағиры Александр Чавчавадзеның ҡыҙы Нина араһындағы әле лә хайран ҡалдырған һәм илатҡан мөхәббәтте генә хәтергә төшөрәйек. Был хис шәхси мөнәсәбәт үлсәменә генә һыйырлыҡ түгел, бәлки, ике халыҡтың романтик, эскерһеҙ, сәйә­сәт мәкерлек­тәренән азат ҡәрҙәшлегенең кәүҙәләне­ше лә әле. Ғөмүмән, халыҡтар, шәхестәр араһындағы бәйләнештәрҙе сәйәсәт тутығынан һаҡларға кәрәк.
2008 йылдың көҙөндә билдәле публицист Мәргән Мырҙабәковтың рус телендә “Башҡортостан буйынса үҙ хәбәрсе” тигән китабы донъя күргәйне. Бер йыл үтер-үтмәҫтән, үҙгәреберәк һәм тулыландырылып, ул йәнә сыҡты. Шунда автор Ырымбур педагогия институтының өлкән уҡытыусыһы, үҙ мөғәллимәһе Мария Стефанова хаҡында яҙа. Уны 1921 йылда әле генә асылған башҡорт педагогия техникумына рус телен уҡытырға саҡыр­ған­дар. Техникум урынлашҡан Кар­уан­һарай ҡап­ҡаһына “Башҡорт халҡының мәға­риф һарайы” тигән яҙыу эленгән. Ә ул һарайҙа белем алыусылар – тула салбар кейгән ас малайҙар. “Башҡорттарым янында 14-16 сәғәт була инем, – тип хәтерләй һуңынан Мария Николаевна. – Арыуҙы белмәнем. Рәсем төшөрә алмай инем — өйрәндем, шәкерттәремә телде күрһәтеп аңлатырға тура килде. Шиғыр­ҙар ятлай­быҙ, концерттар ҡуябыҙ, стена гәзиттәре сығарабыҙ. Ҡурай тыңларға яраттым. Аҙнаға бер мәртәбә рус теле көнө индерҙек. Был көндө кластарҙа ла, дөйөм ятаҡта ла фәҡәт русса ғына һөйләшәбеҙ”. Шуны ла өҫтәйек: ошо оло йөрәкле рус ҡатыны, ысын мәғәнәлә Мөғәллимә, башҡорт әҙәбиәтенә һәм халҡына Баязит Бикбай, Ғабдулла Амантай, Зәйнәб Биишева, Сәғит Агиш, Сәғит Әлибаевтарҙы тәрбиәләп биргән.
Үҙ шөғөлөнә мөкиббән киткән кеше бер ваҡытта ла ниндәйҙер сәйәси үҙмаҡсатлылыҡ тураһында уйланмай, патриотизм, бурыс хаҡында һөйләп йөрөмәй. Ул – эшләй. Шулай, Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткән көндәрҙә Украинанан делегат булып килгән Нур Ниғмәтуллин менән таныштым. Ул минән ике йәшкә генә кесе булып сыҡты. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең улы. Ленинград политехник институтынан һуң атом энергетикаһы сәнәғәте өлкәһендә ифрат ҙур хеҙмәттәр күрһәткән. Өфөгә килгән сағында ул Украина атом энер­гияһын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары булып эшләй ине. Нур Рәшит улының тормош юлы – үҙе бер фәһемле тарих, әммә Башҡортостанда был данлы ғаиләнең шанлы ғүмере хаҡында бик аҙ беләләр.
Энергетика өлкәһендә, әммә респуб­ликабыҙҙан ситтә эшләүсе яҡташтары­быҙ тураһында һүҙ сыҡҡас, йәнә бер кешенең исемен хәтерегеҙҙә яңырта­йым. Лик Зәйнуллин Әбйәлил районы­ның Ишҡол ауылында тыуып буй ет­кергән. Урал политехник институтын тамамлағас, Белояр атом электр стан­цияһында эшләгән. Хәҙер Лик Әнүәр улы – Екатеринбургта металлургия йы­лы­лыҡ техни­каһы буйынса күренекле белгес, техник фәндәр докторы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған металлургы.
Был миҫалдар менән мин нимә әйтергә теләйем һуң? Рәсәй дәүләте, уның ижтимағи структураһы тегендә йә бында уҡмашып ултырған ҡәүемдәрҙән генә тормай. Күп милләтле ил туҡыма­һында һәр халыҡ вәкилдәре һибелеп, тәбиғи рәүеш­тә ерегеп, матур биҙәк булып ятҡан. Әгәр ул туҡымала бер генә еп өҙөлһә лә, бер генә мәрйен мозаиканан төшөп ҡалһа ла, күмәкләп туҡылған келәмебеҙ китек, буяуҙарҙы уртаҡ һалған һүрәтебеҙ төҫһөҙ булыр ине. Беҙ – бер халыҡ, ҙур халыҡ һәм көслө халыҡ. Шуны аңлап, ҡәҙерен белеп һәм һаҡлап йәшәй алһаҡ ине.
... “Долгий путь к храму” әҫәренә йәнә әйләнеп ҡайтайыҡ. Башҡортостанға ҡайтыу юлында Салауат менән уны азат итеүселәр араһында рус һәм башҡорт мөнәсәбәттәре тураһында ҡыҙыу бәхәс­тәр туҡтамай. Юлдаштары батырҙы халыҡты тағы күтәрергә өндәй. Һәм ул яҡташтарына ахырҙа ошондай яуапты бирә: “Башҡорттар үҙҙәрен яҡлай алыу­ҙарын иҫбат итте инде. Булды. Бындай һабаҡтар бигерәк ҡиммәткә төшә. Беҙгә изгелек, белем етмәй. Изгелек тура­һын­да айырып әйткем килә. Төрмә ҡарауыл­сыһы, рус кешеһе, йәлләп, ауырыған сағымда бығауҙарымды систерҙе, рус ашнаҡсыһы, тағы ҡыҙғаныптыр, бутҡам­ды һауытыма күберәк һалды, рус мастеры карьерҙа минең иҫәпкә ташты артығыраҡ яҙа торғайны. Һәр кем игелек күрһәтте, шуға күрә иҫән ҡалдым. Дөрөҫ фекер йөрөтәһегеҙ, халыҡты ҡан менән түгел, ә аҡыл һәм изгелек менән яҡларға кәрәк”. Халыҡтарыбыҙҙың тарихы, батырҙарыбыҙҙың рухы ошо хәҡиҡәткә дәлил булып ҡала.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 261

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 099

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 480

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 132

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118