Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорттар йәнә европала...
Башҡорттар  йәнә европала... Башҡорт иленең арҙаҡлы улы Ирек Фәннүр улы Байышев менән шулай танышып киттек. Гөлнур иһә ғаиләһе менән Пушкино ҡалаһына күсеп китте һәм ошоғаса уның менән осраша алғаныбыҙ юҡ.
“Мин — башҡорт!” тип күкрәк һуғып йөрөп тә, халҡы өсөн бер эш ҡый­ратмаған күптәрҙе беләм. Әйтерһең, уларҙың маһа­йы­уы­нан ғына халыҡты бүтәндәр та­ный башлай. Ирек Байышев — ысын мәғәнәһендә үҙ хал­ҡының улы. Барса милләттәргә тигеҙ, дуҫтарса мөнәсәбәттә булыу ме­нән бергә, ул һис ҡасан үҙенең башҡорт икәнлеген онотмай. Сит илдә йәшә­гәнлектән, уға ҡарап, башҡаларҙың башҡорт тураһында фекер йөрө­тә­сәген дә иҫендә тота. Ипле, баҫалҡы, тыйнаҡ, кеселекле — былары инде милли һыҙаттар, әммә шул уҡ ва­ҡытта тәүәккәл, ныҡышмал, ҡыйыу. Йәшерен-батырыны юҡ, ата-бабала­рыбыҙға хас булған әлеге сифаттар тора-бара беҙҙә һүрелә төшкән. Байышевтарҙа иһә ул һаҡланған. “Халҡының 1812 йылғы тарихын тергеҙеүҙә Байышев әфәнде бер үҙе бөтә башҡорттарҙан күберәк эшләй, минеңсә”, — тигәйне бер саҡ немец журналисы Һанс Шмидтмайер. Мо­ғайын, был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ барҙыр.
— Әсәйем яғынан өләсәйем бик ғорур ине. Дин тотто, намаҙ ҡал­дырманы, ә беҙҙе үткер булырға, бер нәмәнән дә ҡурҡмаҫҡа өндәне. “Ҡурҡып йәшәп булмай, — тиер ине ул. — Берәүҙән дә өркөп тормағыҙ”. Туҡһан дүрт йәшкә етеп баҡыйлыҡҡа күскән Фатима өләсәйем минең өсөн гел маяҡ булып торҙо. Беҙ бит тәби­ғәт балаһы, матди байлыҡҡа ынтылыу ҙа юҡ башҡортта, үтә бер ҡатлыбыҙ, игелеклебеҙ. Шул сәбәпле йыш ҡына үҙебеҙ зыян күрәбеҙ. Милләттәш­тә­ремә шуны әйтер инем: эсмәгеҙ, алға ынтылығыҙ, ҡыйыу булығыҙ... — Хал­ҡы өсөн янып-көйгән ысын ир-егеттең йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәр был!
Башҡорттар  йәнә европала...Әсәһе Сидиҡа апай менән атаһы Фәннүр ағай балаларында илһө­йәрлек, маҡсатҡа ынтылыш кеүек үтә лә мөһим һыҙаттар тәрбиәләгән. Нес­кә күңелле, хис-тойғоға бай Сидиҡа апай оҙаҡ йылдар Өфө дауаханаларында табип булып эш­ләгән, шиғыр­ҙар яҙған. Алтмыш бер йәшендә генә вафат булып ҡалған ул. Иректең күңелендә һәр саҡ әсәһен һағыныу тойғоһо йәшәй. Бөгөн атҡарған данлы эштәрен дә әсәһенең яҡты рухына бағышлай. Үҙе йәшәгән Лейпциг ҡа­ла­һында күп ҡатлы бинаға ла “Си­диҡа йорто” (“Haus Zidika”) атамаһын биреп, башҡорт атлылары араһында иң күркәм урынға әсәһенең дә рә­семен яһатҡан. Был карти­на­ларҙың авторы – Польшала йәшәүсе яҡта­шыбыҙ, рәссам Азат Ҡужин. “Haus Zidika”ның аҫҡы ҡатында кү­семһеҙ милек буйынса эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе Ирек Байы­шев­тың офисы урынлашҡан. Өҫкө ҡат­тарҙа ҡәҙимге немец ғаиләләре йәшәй.
Иректең атаһы Фәннүр ағай оҙаҡ йылдар “Төҙөлөш” идара­лығында баш бухгалтер булып эшләгән, хәҙер хаҡлы ялда. Ғүмер буйы тиерлек Өфөлә көн күрһә, әлеге мәлдә Иглин районындағы Аҡбирҙелә йорт һалып, шунда йәшәй. Ирек менән күптән түгел атаһының йортонда осраштыҡ. Йәнле әңгәмәбеҙ ҙә шунда барҙы. Ул бер нисә генә көнгә атаһының хәлен белергә ҡайтҡайны. Туғыҙ йыл сама­һы күрешмәһәк тә, Ирек Фәннүр улын­да үҙгәреш күрмәнем, әйтерһең, кисә генә осрашҡанбыҙ. 2006 йылда бергә Шүлгән мәмерйә­һенә бар­ғай­ныҡ.
Ирек менән Ағиҙел ярында оҙаҡ ҡына әңгәмәләшеп ултырған кис хә­терҙә. Өфөнөң күп ҡатлы йортонда тыуып үҫкән, урыҫ мәктәбендә уҡыған егеттә илһөйәрлек, туған халҡына мө­хәббәт тойғоһоноң шул дәрәжәлә көс­лө булыуына һоҡланғайным ул саҡта.
— Мәктәптә уҡығанда ла, һуңы­раҡ та милләт, ха­лыҡ тигән тө­шөн­сәләр ха­ҡында уйланманым, — тигәйне Ирек. — Ул тойғо миңә һуң­ғараҡ кил­де. Халҡымдың иҫ китерлек данлы тарихы булып та, ни өсөн был хаҡта берәү ҙә белмәй? Ниңә мәк­тәптәрҙә башҡорт тураһында ләм-мим? Күп уйландым һәм ҡарарға килдем...
Эйе, Ирек 1812 йылғы Ватан һуғышында 28 полк булып һуғышҡан башҡорттар тарихын ғәләмгә сыға­рырға хәл итә. Ә бит яҙмыш та уның оло хыялдарына ыңғай килеп тора. Ун ете генә йәшендә Өфөнән сығып киткән егет Мәскәүҙә һөнәрселек училищеһына барып инә. Ике йыл­лыҡ хеҙмәткә алына, ярты йыл Көн­байыш Украинала һал­дат һурпаһын татығандан һуң Өфөгә эске эштәр буйынса ғәс­кәр­гә ҡайтарыла. Аң даи­рә­һе апаруҡ киңәйгән, Мәскәү ҡа­ла­һы­ның артабанғы үҫешенә йо­ғон­тоһон той­ған Ирек уни­вер­ситетҡа әҙерлек курс­тарына инеү маҡсатында йәнә иле­беҙҙең баш ҡалаһына юллана. Ә урталыҡта – техникумға инеп, бер йыл­дан уны ҡал­дырыу, киске мәктәп (әйткәндәй, унда Ирек иң йәше була). Күрәһегеҙ, маҡсатҡа юл бормалы-бор­малы булып, тормош ауырлыҡ­тарын һәр саҡ уның ныҡышмаллығы еңә килгән.
— Атайым үҙенең оптимизмы ме­нән дәртләндереп торҙо, — ти ул бө­гөн. — Иң мөһиме, артҡа сигенергә ярама­ған­лығын аңла­ным. Ломоносов исемен­дә­ге Мәскәү дәүләт университетына ауыр­лыҡ менән керҙем, уның ҡарауы бик яҡшы тамамланым. Уҡыу осоронда бер генә “өслө” алдым. Үҙем өсөн был хатта көтөл­мәгән бер хәл булды, тиергә лә ярай.
Ирек Фәннүр улы яҙмышына рәх­мәтле була белә. Бәлки, шуғалыр ҙа, бөтәһе лә уң килеп тора уның юлын­да. Мөхәббәтен ул университетта уҡыған сағын­да уҡ осрата. Өйлә­не­шәләр. Кәләшенең немец ҡыҙы булыуы ла өркөтмәй Иректе. Бер-берең өсөн йән атып торғанда, милләттең ни ҡыҫы­лы­шы бар? Торор төйәге итеп тә башҡорт егете Германияны һайлай. Һөнәре буйынса – иҡти­сад­сы, шуға күрә Ирек Байышевҡа тәүҙә дуҫының фирма­һында, һуң­ға­раҡ ҙур немец фирма­ларының бе­реһендә маклер булып эшләп китеүе ауырлыҡ тыу­ҙырмай. Ул арала ике улдары донъяға килә. Исемдәрҙе Ирек үҙе һайлай.
– Башҡорттоҡо булһын, лә­кин сит телдә лә еңел әйтелһен тип уйла­ным, – ти ул.
Шулай итеп, бөгөн Лейпцигта Азат һәм Даян Байышевтар йәшәй. Өл­кәненә 25 йәш, университетта молекуляр биология буйынса белем ала ул. Егерме ике йәшлек кесеһе иһә сәйәси иҡтисад фәнен өйрәнә. Атаһы менән әсәһенең тормош юлдары айы­рылыуға ҡара­маҫтан, егет­тәрҙә Башҡорт­останға, атаһы­ның туған­да­рына ҡарата ихти­рам көслө.
1813 йыл­да Германия ерендә бар­ған ҡан­лы яу хаҡында миңә 1990 йыл­да немец журналисы, дуҫым Петер Трог һөйләгәйне. Ул саҡта беҙ Эрих Петер, уның ҡатыны Инге менән өсәү­ләшеп Наполеонға ҡаршы немец, баш­ҡорт, урыҫ бергә һуғышҡан урын­дарҙа ла булғайныҡ. Тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткәс, халыҡтарҙың бө­йөк алышына 190 йыл тулыр алдынан, яҡ­ташыбыҙ Ирек Байышев үҙенең дуҫы Нәсүр Йөрөшбаев менән Лейпцигта французға ҡаршы яу сапҡан башҡорт ғәскәрҙәре хөрмәтенә һәйкәл асты. Һуңғараҡ ошондай уҡ һәйкәл Дрезден ҡалаһында ла ҡуйылды.
Тарихтан белеүебеҙсә, 1814 йыл­дың яҙында Франциянан ҡайтып килеүсе башҡорт полк­тары Тюрин­гияның Веймар ҡалаһынан алыҫ булмаған Шварца ауылы янында ялға туҡтай. Улар янына килгән не­мец принцы Карл Гюнтер, беҙ­ҙең яугирҙәрҙең ғәҙәти булмаған уҡ-һа­ҙаҡтарын күреп, был ҡоралға ҡарата шиген белдерә. Башҡорт мәргәне принцтың шиген таратыу ниәтендә, уҡ атып күрһәтергә уйлай. Тик ҡайҙа төбәргә? Урындағы дин әһеле кир­ха­ның (сиркәү — Г.Ә.) көмбәҙенә төртөп күрһәтә. Башҡорт уғы көм­бәҙҙең ике мил­лиметр ҡалынлыҡтағы тимер ҡа­лайын тишеп барып ҡаҙала. Баш­ҡорт­тоң мәргәнлегенә хайран ҡалған Шварца кешеләре, ағас уҡ серегәс, уны тимер уҡҡа алмаштыралар. Шун­да уҡ тимер капсулаға хат яҙып һалалар.
2012 йылда кирханың ҡыйығын йүнәткәндә әлеге хатты табып ала­лар... Тап шул саҡта Ирек Байышев менән Вильфрид Һайнц көмбәҙгә алтын ялатылған уҡ ҡуйырға тәҡдим итә. Шварца ҡалаһы бургомистрынан рөхсәт алғас, был изге эште үҙ аҡса­лары менән атҡа­рып та ҡуялар. Бөгөн бында рәссам Азат Ҡужин авторлы­ғында таҡтаташ та асылған.
— Әле Германияла француз яуы­на ҡаршы һуғышҡа арналған музей эшләй. Унда бер витрина тик баш­ҡорт яугирҙәренә арна­ласаҡ, — тип ҡыуан­дырҙы был юлы Ирек Фәннүр улы.
...Һалле ҡалаһы эргәһенән аҡҡан Заале йылғаһында байып барған ҡояштың һүрән генә нурҙары сағыла. Арғы ярҙағы сиркәүгә күҙ һалам. Ул миңә Шварца ауылындағы (хәҙер ул ҡала статусы алған) кирханы хәтер­ләтә. Байыуға яҡынлашҡан ҡояш нур­ҙарында алтынға мансылған уҡ ял­ты­рап киткән кеүек тойола. Бына ул биш саҡрымға һуҙылған аллея. Ба­тыр­ҙар аллеяһы. Башҡорт һәм немец яугирҙәренең иңгә-иң те­рәп илба­ҫар­ҙарға ҡаршы көрәш­кән урындары. Был тупраҡҡа минең ата-бабаларым ҡаны ла тамған. Тик ул эҙҙәрҙе йылдар саңы юйған. Ғүмер йылғаһының үтә лә йәһәт ағыуын таныуҙан кү­ңел­де үкенесле тойғо ярып үтә. Сара­һыҙ­лыҡтан әрнеп, ергә эйеләм. Ҡа­сан­дыр башҡорт аттары һығылта баҫып үткән ерҙе һыйпап ҡарайым. Бәлки, тап ошо урында Ҡаһым түрә баҫып торғандыр һәм яугирҙәренә фарман биргәндер... Сеү! Арабыҙҙа Ирек Байышев, Нәсүр Йөрөш­баев, Азат Ҡужин ише егеттәр барҙа, ниш­ләп туҙан баҫһын ул тарих биттәрен?! Нишләп бөтһөн ти халыҡ?! Йәшәрбеҙ, Аллаһ бойорһа, йәш­нәрбеҙ!..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518