Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡурай моңон Тымыҡ океан да тыңлаған
Ҡурай моңон Тымыҡ океан да тыңлаған Әбйәлил районының Мәхмүт ауылынан Рифат Исҡужинды, һис шикһеҙ, талантлы ҡурайсы тип әйтергә була. Уның милләтебеҙҙең ҡото булған оҙон көйҙәрҙе күкрәге аша үткәреп, өҙҙөрөп уйнауы бер кемде лә битараф ҡалдырмай, йөрәкте әсир итеп, күңелде болоҡһота, халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ хистәрен көсәйтә.

Рифаттың ҡыҫҡа ғы­на ваҡытта бер нисә конкурста еңеп сығыуы, ҡурайҙа уйнау оҫталығын камиллаштырыу маҡсатында бөгөн дә тырышып эшләүе уның киләсәктә ҙур сәхнәләрҙе яуларына өмөтләндерә.
– Алты йәшлек сағымда уҡ атайым миңә еҙ ҡурай эшләп бирҙе. Тәүҙә һыҙғыртырға, һуңынан көйҙәр сығарырға өйрәндем. Йылдар үтә килә, музыка ҡоралында оҫта итеп уйнарға өйрәнеү теләге үҫте һәм, Әбделмәмбәт мәктәбенең IX класын тамамлағас, Сибай сәнғәт колледжының ҡурай бүлегенә уҡырға индем, – тип һөйләй егет.
Тиҙҙән ул үҙенең курсташтары араһында көслө ҡурайсыларҙың береһе булып китә. Колледжда уҡыған йылдарында егет, Сибай, Октябрьский ҡалаларында үткәрелгән оҫталыҡ конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Тәүге еңеүҙәре уға ҡанат ҡуя, ҡурайҙа тағы ла яҡшыраҡ уйнарға өйрәнергә көс бирә. Уҡыу йылдарында үҙенең кумирҙары булған Ишмулла Дилмөхәмәтов, Азат Айытҡолов, Юлай Ғәйнетдиновтарҙың аудиояҙ­маларын тыңлап, уларҙың башҡарыу үҙенсә­лектәрен өйрәнә, мәшһүр сәнғәт әһелдәре кеүек уйнарға тырышып, оҫталығын камиллаштыра. Уҡыу йортонда ҡурай сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләгән, һәләтен үҫтереүгә күп көс һалған уҡытыусылары Шамил Күсәмишевте, Йәмил Үтәбаевты Рифат бөгөн дә ҙур хөрмәт менән телгә ала.
Колледжды тамамлағас, Рифат Исҡужин Рәсәй армияһы сафына саҡырылып, хәрби-диңгеҙ флотына эләгә һәм Камчаткала хеҙмәт итә.
– Часҡа барып еткәс, ата-әсәйҙән почта аша ҡурайҙарымды ебәреүҙен һораным, — тип хәтер­ләй Рифат. — Икенсе милләттән булған хеҙмәт­тәш­тәрем, командирҙар башҡорт моңон ихлас тыңлай, ҡурайҙы әйләндереп-тулғандырып ҡарап, ниндәйҙер бер көпшәнән шундай илаһи моң ағы­лыуына хайран ҡала торғайны. Айырым көндәрҙә Тымыҡ океан ярына баҫып, үҙебеҙҙең халыҡ йыр­ҙарын, башҡа моңло көйҙәрҙе уйнауҙан ҙур кинә­нес ала инем. Шул саҡта океан минең уйнағанды, ысынлап та, тын ҡалып тыңлағандай тойола торғайны…
Бөгөн егет Магнитогорск аэропортында эшләй. Шулай ҙа ҡурайын ташламай, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Рифаттың тауышы ла моңло, бигерәк тә халыҡ йырҙарын аһәңле итеп башҡара.
— Үҫмерҙәрҙе ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү бөгөн үҙағышына ҡуйылған, тип әйтер инем, — тине егет, ҡурайҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында һүҙ сыҡҡас. — Һүҙ юҡ, мәктәптәрҙә, мәҙәниәт йорттарында ҡурай ансамблдәре бар, улар төрлө кон­церттарҙы, байрамдарҙы үҙҙәренсә биҙәп тора. Шул уҡ ваҡытта көслө ҡурайсылар үҫтереү буйынса эш бөтөнләй бармай, тигәндә лә була. Элек бит һәр ауылда бер нисә оҫта уйнаусы булған, бөгөн иһә улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Күптәре ҡурайҙы һыҙғыртыуҙан ары китмәй. Сәнғәттең был төрөндә бөгөн популизм көслө, ә сифат юҡ. Барыһы ла, минеңсә, аҡсаға барып төртөлә. Ата-әсә ярлы йәшәгән ҡурайсыларҙы күрә лә балаһының ошо юлдан китеүен теләмәй. Уҡы­тыу­ға ла аҡсаһын йәлләй. Тағы ла, бәлки, халыҡ­тың рухы, иманы ҡаҡшай барыуынан да ҡурайға иғтибар етешмәйҙер. Ошо арҡала ысын ҡурай моңо һүнеп бара. Шул уҡ ваҡытта Башҡортос­тандан ситтә ҡурайҙың даны күтәрелә, уға иғтибар көсәйә. Мине, мәҫәлән, ҡурайға өйрәтер өсөн башҡорттар күп йәшәгән өлкәләргә саҡыралар. Нисек кенә булмаһын, бөгөн ҡурай сәнғәтенә, милли уйын ҡоралыбыҙҙы танытыуға, көслө ҡурайсылар үҫтереүгә иғтибар көсәйергә тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 514

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 338

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523