Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ергә эйеләйек!
Ергә эйеләйек! Тупраҡ, ниндәй төҫтә булһа ла, ер ул! Тупраҡтың бар ерҙә лә ҡара булмауын бала саҡта тәүге тапҡыр күреп, шаҡ ҡатҡайным. Һуғышта һәләк булған Фәтҡулла олатайымдың ҡәберенән — алыҫ Белоруссия еренән — ағайҙарым Яҡуп Ҡолмой (шағир) менән Рәхмәтулла Ҡолмөхәмәтов туғандарға аҡһыл һары төҫтәге тупраҡ алып ҡайтып таратты. Шундағы аптырауым әле лә иҫтә! Ә беҙҙә, Башҡортостанда, ҡара тупраҡ иҫ киткес бәрәкәтле, уңдырышлы — белгән бит ата-бабаларыбыҙ ерҙең ниндәйен һайларға! Өлкәнәйгәс иһә яҙмыш ана шул бала саҡта күргән һары мәтелә, етмәһә, ташлы бит әле ул, еләк-емеш, йәшелсә, сәскә үҫтерергә насип итте. Ашарға етмәгәндән түгел, ә бәлә­кәйҙән ҡара ергә эйелеп, эшләп үҫкәнгә. Ҡартайған һайын ер һөйрәй, үҙенә тарта тигәнгә элек аптырай торғайным. Дөрөҫ икән... Үҙең эшләп тапҡан, тәрбиәләп үҫтергән һатып алғанға ҡарағанда күпкә тәмлерәк, сифатлыраҡ, туҡлыҡлыраҡ та тойола.


Чехияла бишенсе йыл йәшәйем, бынан ике йыл элек ике ҡатлы өй һалып индек. Европала халыҡ тығын ултырған, бында йәмғеһе 500 миллион кеше йәшәй. (Рәсәйҙә — 148 миллион тирәһе). Һөҙөм­тәлә ер бик ҡиммәт. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡ киләсәк быуындар өсөн ер һатып ала, хатта үлгәндән һуң үҙен ерләһендәр өсөн алдан хәстәрлек күрә. Ер етмәүҙән хәҙер тотош Европала үлгән кешене күммәй, яндырырға тырышалар. Зыяраттар шуға артыҡ ер биләмәй.
Ә хәҙер минең биш сутыйға әйләнеп ҡайтайыҡ. Бынан өс йыл элек һатып алған ерҙең хаҡы бөгөн бишләтә артты. Шулай булғас, ер — мәңгелек байлыҡ, тип кем әйтмәҫ!? Ер — ул әсәбеҙ ҙә, беҙҙе туйындырыусы, кейендереүсе, әҙәп-әхлаҡҡа, иманға өйрәтеүсе лә. Ерһеҙ донъя йәмһеҙ, унһыҙ кеше ярлы булыр, изгелектән мәхрүм ҡалыр ине. Ер ул — тәрбиәсе. Уға эйелһәң, күңел күтәрелә, арыу-талыу­ҙарың онотола, тупраҡта соҡсонғандан һуң үҙ-үҙеңдән ҡәнәғәтлек алып, киләһе көнгә өмөт менән бағаһың. Ер булғанда кеше үлмәй, ерле халыҡ — мәңгелек!
Ерҙең сифатына килгәндә, Чехияның ташлы тупрағын күпме генә таҙартһаң да, унан ҡотолоу мөмкин түгел! Күп илдәр күрҙем, күп ерҙәрҙә булдым, тик Башҡортостан еренән дә уңдырышлыраҡ ер юҡ. Уның ҡара тупрағына кисен таяҡ тыҡһаң, иртән япраҡ бөрөләнеп сығырлыҡ. Чехиялағы ташлы һары мәтелә лә, теләк булһа, мул уңыш үҫтереп алырға була, әлбиттә. Үҙ участкаңда ниҙер үҫтерергә теләһәң, ҡара тупраҡты махсус магазиндан һатып алаһың һәм, һауыттарға урынлаштырып, шунда алма, ҡыяр, помидор, сәскәләр, еләк-емеш сәсәһең. Бының өсөн тырышлыҡ, ерҙе яратыу мөһим.
Ерҙең сифаты насар булыуы күңе­лемдә уға булған һөйөүҙе барыбер һүрелтә алманы. Етмәһә, Европала һыу бик ҡиммәт. Шуға ҡарамаҫтан, баҡсамда еләк, сәскә, ҡарағат, алма, сейә, слива, һуған, укроп, һарымһаҡ, сөгөлдөр сәсәм. Шуларҙы утап, һыу һибеп йәнемә ял алам, үҫемлектәр менән аралашам, һөйләшәм. Ошо ташлы һары мәтелә үҫкән юл япрағы, мәтрүшкә, дегәнәк, туҡранбаш, ромашка, ҡыңғырау сәскәләрҙең дауалау сифаты булыуына һоҡланам. Быларҙың серен Аллаһ Тәғәлә үҙе генә беләлер!
Европала газ да, нефть тә юҡ, һыу ҙа наҡыҫ. Бында, ғөмүмән, барыһы ла аҙ һәм ҡиммәт. Тәбиғәт байлыҡтарының тап ошолай ҡыйбат булыуы уларҙы алдағы көндәргә, киләсәк быуындарға һаҡларға этәрә лә инде. Ә беҙҙә, киреһенсә, “минән һуң туфан ҡалҡһа ла була” тигән принцип менән эш ителә түгелме? Шағирҙарыбыҙ оранына ҡолаҡ һалайыҡ: “Киләсәккә ни ҡала?”
Европала ерҙәрҙең күберәк өлөшө шәхси ҡулдарҙа. Бәлки, был дөрөҫтөр ҙә, сөнки уртаҡ әйбер ҡәҙерһеҙ. Немецтар ерендә иртәнге биштән киске ун бергә тиклем эшләй. Уларҙың отпускыһы ла булмай, бар көнө, йәшәйеше, яҙмышы ергә бәйле. Белә улар: ерен ҡараһа, яҡшы уңыш үҫтереп алһа, кеше һәйбәт, иркен йәшәйәсәк! Был тырыш халыҡ тупраҡты бала кеүек ҡәҙерләй, ошо ергә балаларында ла һөйөү тәрбиәләй, уларҙы эшкә өйрәтә. Хужа, күпме ере булһа, шунда көнө-төнө булыша, үҙ биләмәһен шул тиклем яҡшы белә, сөнки үҙе — агроном да, тракторсы ла, водитель дә, мелиоратор ҙа һ.б. Бынан тыш, ул тәбиғәттең һәр төрлө миҙгеле үҙенсәлектәрен, ергә ҡасан дым кәрәклеген, күпме ашлама китәсәген, ҡасан уңыш йыя башларға мөмкинлеген — барыһын да белә, алдан иҫәпләп сығарған. Немецтар өйөндәге йомортҡа ҡабығына, сәй шамаһына тиклем бөтөн аҙыҡ-түлек ҡалдығын баҡсаһына түгә, тупраҡҡа ниндәй витамин кәрәклеген яҡшы аңлай. Минеңсә, уларҙың ергә булған һөйөү хисен Ш. Бабич теле менән “Тупраҡ — беҙҙең анабыҙ, тупраҡ — беҙҙең атабыҙ” тип кенә аңлатып булалыр. Шуға өҫтәп, “тупраҡтан яралғанбыҙ, тупраҡҡа ҡайтабыҙ” тип тә өҫтәр инем.
Һүҙемде йомғаҡлап, милләттәштәргә шуны әйтер инем: ерҙе рәнйетмәйек, таш­ламайыҡ, уға эйеләйек, туғандар! Эшлә­һәң — тешләйһең! Социализм ҡоролошо емерелгәндән һуң булған катаклизмдар, әлбиттә, халыҡты ерҙән айырҙы. Ләкин шул уҡ ваҡытта кешеләрҙе аслыҡтан тупраҡта үҫтереп алған ризыҡтар ҡотҡарҙы түгелме? Ауылда ла ҡалала ла, ерең булһа, һуған-һарымһағын, картуфын, емеш-еләген үҫтереп, ғаилә бюджетын арттырырға була. Етмәһә, ер эше һаулыҡ өсөн дә файҙалы.
...Ҡасан да булһа Ер шарының ҡырты­шы ашалып бөтөр, нефть тә, газ да, башҡа тәбиғәт байлыҡтары ла, һаҡлап тотмаһаң, күпкә етмәҫ, ләкин ер мәңгелек булып ҡалыр. Ер — тормош сығанағы. Унан оло булмайыҡ, тупраҡҡа мәрхәмәтлелек күрһәтәйек, ергә һыйынайыҡ, туғандар!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 113

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 466

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 100

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 910

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 669

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 255

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 577

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 521

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 531