Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәхмәт һиңә, Өфө!
Рәхмәт һиңә, Өфө! Март аҙаҡтарында, “Рәсәй Федерацияһы башҡорттары” дәүләт программаһына ярашлы, бер төркөм уҡыусыларым менән Өфөнө күреп ҡайттыҡ. Сәфәрҙән алған тәьҫораттарҙан әле һаман “айнып” бөтә алмайбыҙ. Шул тиклем оҡшаны! Форсаттан файҙаланып, Ырымбур өлкәһенең Александровка урта мәктәбе коллективы, уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре исеменән экскурсияны ойоштороусыларға — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитовҡа, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға, Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимовҡа, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаевҡа, өс көн дауамында беҙҙе ҡурсалап, оҙатып йөрөгән Илнур Юлдашбаевҡа, Карина Тимерғәлиеваға, Виктория Губареваға — сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Эштәрендә уңыштар, ижади үҫеш, рухи көс теләйбеҙ!
Өс көн “һә” тигәнсе үтте лә китте. Программа шул тиклем ҡыҙыҡлы һәм йөкмәт­келе итеп төҙөлгәйне. Ошо һанаулы ғына көндәр эсендә ҡайҙа ғына булып, кемдәр менән генә осрашманыҡ. Тәүге көндө үк, оҙайлы юлдан булы­уыбыҙға ҡарамаҫтан, арыуҙарыбыҙҙы онотоп Ҡасим Дәүләт­кил­деев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатына киттек, шул уҡ көндө М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына — Хөрмәтулла Үтәшевтең спектакль-бенефисына — эләктек. Икенсе көндө беҙҙе тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ осрашыуҙар көтә ине. “Таныш булығыҙ — Черниковка!” экскурсия программаһы үҙе генә ни тора. Еңеү паркы, “Ләлә-Тюльпан” мәсете, “Ағас сәнғәте” күргәҙмә-йәрминкәһе, Милли музей... Ә кисен – күҙәтеү тәгәрмәсе. Уҡыусыларым әле булһа һөйләп туймай.
Дөрөҫөн әйткәндә, Өфөлә саҡта тәьҫораттарҙы уртаҡлашырға ваҡыт та булманы. Ҡайтыр көндө милләт­тәштәребеҙ тағы бер бүләк әҙерләгән ине — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына барып, “Бремен музыканттары” мюзиклын ҡараныҡ.
Урыҫтарҙың “В гостях хорошо, но дома лучше” тигән әйтеме бар. Ә беҙҙең, ысын мәғәнәһендә, ҡайтҡы килмәне. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт һиңә, Өфө!

Резеда КУЧАРОВА.
Ринат АГИШЕВ:
— Биш сәғәт дауамында юлда арып килһәк тә, Салауат Юлаев һәйкәлен күреү менән күңел күтәрелеп китте. Миңә иң оҡшағаны шулай уҡ Еңеү паркы һәм Хәрби Дан музейы булды.
Валерий ИШБУЛАТОВ:
— Миңә барыһы ла оҡшаны. Шулай ҙа драма һәм опера театрҙарында булыу бигерәк тә күңелгә ятты. Иҫ киткес йылы мөхит.
Карина БАЙТИМЕРОВА:
— Өфө ҡалаһын шул тиклем дә матур тип уйламаған инем. Ҡайҙарҙа ғына булманыҡ. Атай-әсәйемә сувенирҙар ҙа алып ҡайттым. Киләсәктә уҡыуымды Башҡортостанда дауам иткем килә.
Ирина ФЕДОРОВА:
— Экскурсия бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. Өфөнөң тарихи өлөшөндә йөрөп, күп нәмә белдек. Ҡылҡәләм сәнғәте тураһында ла үҙем өсөн күп яңылыҡ астым.
Эльвина ИШБУЛАТОВА:
— Ошоғаса ауылдан шул тиклем дә йыраҡҡа сәфәр сыҡҡаным юҡ ине. Өфө мине илһамландырҙы. Тағы барып күрге килә уны. Етәксебеҙ Резеда Кучароваға, уҡытыусыбыҙ Минзәлә Мостафинаға, ойоштороусыларға ҙур рәхмәт.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 112

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 465

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 099

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 909

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 668

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 254

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 576

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 530