Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фәймә ЙОСОПОВА: “туған халҡым йәшәһен!”
Фәймә ЙОСОПОВА:  “туған халҡым йәшәһен!” 12 апрелдә Екатеринбургта XIII төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте көндәре үтәсәк. Сараның әһәмиәте, уның өлкәлә йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн ни тиклем ҡиммәтле булыуы хаҡында һүҙ сурытып тороу урынһыҙ. Шулай ҙа бер нәмәгә иғтибар йүнәлтеү артыҡ булмаҫ: ватансылыҡ, телгә, ергә һөйөү тураһында күпме генә һөйләһәк тә, йыш ҡына ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең миҫалы был йәһәттән матур өлгө булып тора. Тел, ер, милләт ҡәҙерен нығыраҡ аңлай төҫлө улар. Шуға Свердловск өлкәһендә төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте көндәре үтеүе хаҡында хәбәр алғас та, ошо тарафтарға шылтыратмай булдыра алманыҡ. “Свердловск өлкәһе башҡорттары үҙәге” өлкә йәмәғәт ойошмаһы, Екатеринбург ҡалаһының “Йәдкәр” башҡорт театр коллективы етәксеһе Фәймә ЙОСОПОВАның һағынышлы сәләмдәрен гәзит уҡыусыларыбыҙ менән ихлас уртаҡлашырға әҙербеҙ.

Фәймә ЙОСОПОВА:  “туған халҡым йәшәһен!”— Фәймә Фәхретдин ҡыҙы, бөгөнгө­ләй саралар һеҙҙә йыш ойоштороламы?
— 2009 йылдан башлап йыл һайын үткәрәбеҙ. Ә уғаса (1997 йылдан бирле), Свердловск өлкәһе губернаторының Указына ярашлы, ике йылға бер була ине. Һуңғыларына килгәндә, мәҫәлән, 2007 йылда Красноуфимск ҡалаһында VI төбәк башҡорт мәҙәниәте фестивале үтте. 2009 йылда әлеге байрамды милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың 255 йыллығына бағышланыҡ — Красноуфимск ҡалаһында һәйкәл астыҡ, фестиваль үткәрҙек. Сараға Башҡортостандан да килделәр. Салауат, Мәсетле райондарының үҙешмәкәр артистары байрамыбыҙға йәм, рух өҫтәне, хакимиәт башлыҡтары ойоштороу мәсьә­ләләрендә ярҙам күрһәтте. Ҡыҫҡаһы, Свердловск өлкәһе, Мәсетле һәм Салауат районы хакимиәттәрен берләштергән, йыраҡ араларҙы яҡынайтҡан, хеҙмәттәш­лекте үҫтереүгә этәргес биргән рухи тантана булып иҫтә ҡалған ул көндәр. Ә бына 2009 йылдан инде төбәк башҡорт мәҙәниәте фестивален йыл да үткәреү бәхетен кисерәбеҙ. Быйылғы сара Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына һәм ҡалабыҙҙа “Йәдкәр” башҡорт театр коллективы эшләй башлауға 15 йыл тулыуға бағышлана. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: сараны ойоштороу еңел түгел. Тәү сиратта “Свердловск өлкәһе башҡорттары үҙәге” йәмәғәт ойошмаһы исеменән өлкәнең Мәҙәниәт министрлы­ғына рәсми хат менән сыҡтыҡ, Хөкүмәттең йыллыҡ планына ваҡытында эләгеп ҡалдыҡ, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡорт­останда йәшәүсе ҡәрҙәштәребеҙ менән бәйләнешкә индек. Ғөмүмән, мәҙәниәт өлкәһендә Башҡортостан менән тығыҙ эшләйбеҙ — Балаҡатай, Мәсетле, Салауат, Ҡыйғы, Хәйбулла район хаки­миәттәре, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Башҡорт дәүләт филар­монияһы беҙҙе иғтибарҙан ситтә ҡал­дырмай. Шулай уҡ силәбеләр менән күптән дуҫтарса бәйләнештәбеҙ. Башҡорт­остан­дың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Амур Хәбибуллин да ярҙамдан өҙмәй, бөгөнгөләй сараларҙы ойоштороуҙа әүҙем хеҙмәттәшлек күрһәтә, үҙе лә ҡатнаша. Программаға килгәндә, үҙебеҙсә йөкмәтке­ле итеп әҙерләргә тырыштыҡ. Барлыҡ серҙе асып бөтмәйем, әммә шуны ғына әйтер инем: Өфөнән Башҡорт­остандың халыҡ артисы Радик Вәлмө­хәмәтов етәкселегендә “Сармат” эстрада-фольклор төркөмөнөң һәм башҡа артистарҙың килеүе көтөлә. Әлбиттә, фестивалдә Екатеринбург ҡала­һының “Йәдкәр” башҡорт театр коллективы мотлаҡ ҡатнашасаҡ. Улар байрамға дәррәү әҙерләнә.
— Ә халыҡтың кәйефе нисек? Мил­ләт­тәштәребеҙ Башҡорт мәҙәниәте көн­дәрен ниндәй өмөттәр менән ҡаршы ала?
— Әлбиттә, бөгөндән үк фестивалгә нисә тамашасы килеүен күҙаллауы ҡы­йын, шулай ҙа ошоғаса үткәрелгән сара­ларҙа мең кешелек зал шығырым тула торғайны. Тимәк, халыҡтың беҙгә ҡарата мөнәсәбәте ыңғай тип ышанабыҙ һәм тамашасыла­рыбыҙҙың өмөтөн аҡларбыҙ тип уйлайбыҙ. Ғөмүмән, был йәһәттән беҙ даими эш алып барабыҙ. Программа­лар­ҙы төрләндереп торабыҙ, профессиональ коллективтарҙы, артистарҙы саҡырабыҙ. Былтыр, мәҫәлән, беҙгә “Ҡурай” төркөмө менән Роберт Юлдашев, “Риүәйәт” коллективы килеп ҡайтты. Унан алдағы йылдарҙа “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, “Каруанһарай” фольклор-эстрада төркөмө артистары матур сы­ғыштар күрһәтте. Шулай итеп, йылдан-йыл тамашасыларыбыҙға йөкмәт­келе, сағыу байрам әҙерләргә тырышабыҙ. Сараларыбыҙға рухлы башҡорттар киләлер тип уйлайбыҙ. Беҙҙең Башҡортостандан бик күптәр Екатеринбург ҡалаһында төпләнеп ҡалған. Үҙҙәренең сығышын онотмайҙар. Бындай саралар – урындағы үҙешмәкәр артистар өсөн дә оло бер тәжрибә мәктәбе. Улар ҙур сәхнәгә сығып, үҙҙәренең көсөн һынап ҡарай, өйрәнә, камиллаша, үҫә. Был да беҙҙең өсөн бик мөһим. Халыҡ менән эшләгән арала яңынан-яңы һөнәр эйәләрен, башҡорт мәҙәниәтен аңлаған белгестәрҙе лә табабыҙ йә иһә улар үҙҙәре беҙҙең менән бәйләнешкә сыға. Мәҫәлән, бөгөн вокал, хореография буйынса оҫталарға ихтыяж ҙур. Спектак­лдәрҙе сәхнәгә юғары кимәлдә әҙерләп сығарыу өсөн режиссерыбыҙ юҡ. Бел­гестәрҙе эҙләп табабыҙ тигәндән, 2002 йылда театр төркөмөн асып ебәргәс, беҙҙең менән Башҡортостандың атҡа­ҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре Сәйҙә Мөбә­рәк ҡыҙы Солтанова бәйләнешкә сығып, Арғаяш те­атры­нан йөрөп эшләне. Хәҙер апай олоғайҙы, шулай ҙа беҙҙе онотмай, хәлдәребеҙҙе белешеп тора. Сикһеҙ рәхмәтлебеҙ уға. Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлаған оҫта педагог, Башҡортостандың Илеш районы ҡыҙы Зөләйха Ғабдулла ҡыҙы Сабиро­ваға ла тик изге теләктәр юллап ҡала­быҙ. Етмеш йәштән уҙһа ла, әле сафта, беҙҙең менән бергә ең һыҙғанып эшләп йөрөгән сағы. Бейеү буйынса етәксебеҙ — Айгөл Вәрис ҡыҙы Ишбирҙина. Ул да – уң ҡанатыбыҙ, кәңәшсебеҙ, оло таянысыбыҙ.
— Ғөмүмән, сит өлкәлә үҙ телеңде һаҡлап ҡалыу ауырмы?
— Бик ауыр. Әйтәйек, Свердловск өл­кәһендә башҡортса белем һәм тәрбиә биргән мәктәптәр, балалар баҡсалары бөтөнләй юҡ. Телебеҙ өйрәнелмәй. Екатеринбург ҡалаһының да, өлкәнең дә бер белем усағында ла башҡорт теле уҡы­тыл­май. Туған телде өйрәнеү ғаилә кимә­лендә генә тормошҡа ашырыла. Ә был ғына аҙ. Ул бала йәмғиәткә сыҡты икән — теле урыҫлаша. Урыҫ мәктәбе, урыҫ балалар баҡсаһы, иптәштәрең менән урыҫса аралашыу — һөҙөмтәлә тел онотола, юғала. Башҡорт кластары асыу мәсьәләһе күтәрелмәне түгел, күтәрелде. 1997 йылда Свердловск өлкәһе башҡорт­тары ҡорол­тайы (мин уның рәйесе булдым) ойошторолғас, бер йылдан Өлкә баш­ҡорттары съезын үткәрҙек. Башҡорт­остандан вәкилдәр килде. Ҡыҫҡаһы, хәл итәһе мәсьәләләрҙе күҙ уңында тотоп, оло йыйын яһаныҡ. Шунда башҡорт кластары асырбыҙ тип һүҙ биргән инек. 1998 йылда мәғариф тармағында төбәк компоненты ҡабул ителгәс, йүгерҙек өлкәнең мәғариф министрлығына. Улар — мәғариф идара­лығына, идаралыҡ район бүлексәләренә йүнәлткәс, ошо уҡ йылда закон нигеҙендә башҡорт класы асыуға өлгәштек. 2001 йылға тиклем башҡорт йәкшәмбе мәктәбе эшләп килде, 20-шәр бала әсә телен өйрәнде. Аҙаҡ балалар кәмей башланы, сөнки ҡайһы бер ата-әсәләр ҡаршы сыҡты. “Беҙгә кәрәкме ни ул? Барыбер башҡорт теле буйынса белгес булмайбыҙ”, — тиеүселәр ҙә табылды. Һөҙөмтәлә башланғысыбыҙ үҙешмәкәрлек кимәленә тәгәрәне. Әлбиттә, ирекмәндәр булып, ярҙам итеүселәр табылһа, эште йәнләндереп ебәреүе ҡыйын түгел, әммә Хөкүмәт ки­мәлендә ниндәйҙер ярҙамға өмөт итә ал­майбыҙ әлегә. Хәйер, ярҙамдан бигерәк был осраҡта ата-әсәләрҙең теләге мө­һим, минеңсә.
Свердловск өлкәһенә Башҡортостан телевидениеһы һаман килеп етмәне. Уйлап ҡараһаң, ара әллә ни йыраҡ түгел дә бит. Силәбе өлкәһе халҡы БСТ-ны күптән инде кабель телевидениеһы аша ҡарап кинәнә. Ә беҙҙә башҡорттар рухи-мәҙәни ихтыяжын Татарстан телевиде­ниеһы ярҙамында ҡәнәғәтләндерергә тейешме?
— Тағы ниндәй ауырлыҡтар менән йөҙгә-йөҙ осрашырға тура килә?
— Ауырлыҡтар, һанай китһәң, күп инде ул. Театрҙарҙы ғына алып ҡарайыҡ. Туҡ­һанынсы йылдарҙа мәҙәниәт усаҡтарын ҡырҡа кәметтеләр, бер районға (Екатеринбург ҡалаһында ете район бар) бер-икешәр генә клуб ҡалды, уларҙа ла тик урыҫ коллективтары эшләй. Милли ойошма­ларға урын юҡ. Шулай ҙа беҙ ныҡышып тигәндәй ун йыл дауамында Елизавета мәҙәниәт йортонда эшләп килдек. Бына хәҙер Верхнекет район мәҙәниәт усағына өйҙәш булып индек. Үҙебеҙҙең бина кәрәк. Башҡорт мәҙәниәте үҙәген төҙөү ҙә — күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Йәһүд­тәрҙең үҙәге бар, унда улар төрлө йәштәге милләттәштәрен йәлеп итеп, пропаганда алып бара. Ә беҙ үҙ илебеҙҙә, аҫаба еребеҙҙә йәшәп тә һоранып көн күрергә мәжбүрбеҙ.
— Сведловск өлкәһендә 1989 йыл­ғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса 41 500 баш­ҡорт йәшәгән. 2002 йылғы мәғ­лүмәттәр буйынса иһә өлкә баш­ҡорттары һаны 37 296 кешегә ҡалған. Был нимә — милләттәштәребеҙ ассими­ляцияға шулай ныҡ бирешәме?
— Ысынлап та, башҡорттар йылдан-йыл кәмей. Ә бит 1917 йылға тиклем өлкәлә 20 башҡорт ауылы иҫәпләнгән. Хәҙер уларҙың барыһы ла татар ауылы һанала. 2002 йылда өлкәлә йәшәгән башҡорттар һаны 37 мең тирәһе булһа, хәҙер был һан 32 меңгә төштө. Был үҙе бер оло мәсьәлә һәм, әйтергә кәрәк, проблема Свердловск өлкәһенә генә ҡағылмай. Барлыҡ Рәсәйҙә ошондай хәл күҙәтелә. Үҙебеҙҙең төбәккә кил­гәндә, мин бының сәбәбен Татарстан Республикаһы вәкилдәренең әүҙемле­ген­дә күрәм. Ни өсөн тигәндә, халыҡ иҫәбен алыу сараларында үҙем ҡатнашам һәм бик күп етешһеҙлектәрҙе, кәмселектәрҙе күреп, ишетеп йөрөргә тура килә. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы алдынан Татарстандан бик ҙур рәсми делегация килде. Халыҡ менән осраштылар, концерт ойошторҙолар, губернатор менән күреш­теләр, барлыҡ тармаҡ вәкил­дә­ре менән аралаштылар. Ә беҙҙең Баш­ҡортостандан, исмаһам, берәй вәкил килһә... Бер ваҡытта ла кешене мил­ләтенә ҡарап баһаламаным, бүтәндәрҙе лә ошондай эш принцибына таянырға саҡырыр инем. Юҡһа, ҡайһы берәүҙәр, хатта билдәле шәхестәр, беҙгә килеп милләт-ара низағтарға ойотҡо һалып китергә лә күп уйлап тормай.
— Өлкәлә башҡорт китаптарын һатып алыу мөмкинлеге бармы?
— Юҡ кимәлдә. Башҡортостандың “Китап” нәшриәте менән хеҙмәттәшлек булдырһаҡ, беҙ бик шат булыр инек, әлбиттә. Уның ҡарауы, бик бай милләт-ара китапханабыҙ эшләп килә. Баҫмалар бик күп. Теләгәнен һайлап алып уҡырға мөмкин.
— Ҡыҙыҡлы, фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Фәймә Фәхретдин ҡыҙы. Уңыштар һеҙгә!
— Ҙур рәхмәт! Милләттәштәремә сә­ләм! Башҡортостаным йәшәһен! Башҡорт халҡы йәшәһен!



Фәймә ЙОСОПОВА – Башҡортостандың Балаҡатай районындағы Һәйбәт ауылы ҡыҙы. Атаһының юлын дауам итеп, уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Мәсәғүт педагогия училищеһынан һуң белемен Башҡорт дәүләт педагогия институтында камиллаштырған. Тарих фәне белгесе. Хаҡлы ялда. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре. 1997 йылда Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе вазифаһына һайланды. 2001 йылдан — “Свердловск өлкәһе башҡорттары үҙәге” өлкә йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе. 2011 йылда Екатеринбург ҡалаһында “Йәдкәр” башҡорт театр коллективын ойошторҙо.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 112

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 465

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 099

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 909

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 668

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 254

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 576

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 530