Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡурған башҡорттарын нимә борсой? Тарих, заман һәм рухи үҫеш мәсьәләләре!
Ҡурған башҡорттарын нимә борсой?  Тарих, заман һәм рухи үҫеш мәсьәләләре! Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә үҙ телен, йолаларын, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу икеләтә ауыр. Уны тик илһөйәрҙәр, ваҡыт менән иҫәпләшмәй, аҡса етмәүгә һылтанмай алдына ошо изге бурысты атҡарып сығыуҙы маҡсат итеп ҡуйғандар ғына булдыра ала. Ҡурған өлкәһендә, шөкөр, илһөйәр, телһөйәр милләттәштәребеҙ байтаҡ. Уларҙы борсоған мәсьәләләр, Ҡурған башҡорттарының көнитмеше тураһында өлкә башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ильяс БӘҘРЕТДИНОВ менән һөйләштек.
— Ильяс Йомабай улы, гәзит уҡыу­сыларҙы үҙегеҙ менән таныштырып үтегеҙ әле.
— Мин Сафакүл районының Абылтай ауылында тыуып үҫтем. Мәктәптән һуң Троицк медицина институтында вете­ринарға уҡыным, хәрби хеҙмәттә булып ҡайттым. Институтта Башҡортостандан килеп белем алыусылар байтаҡ булды. Татыу йәшәнек, дуҫлашып киттек. Әбйә­лил, Хәйбулла егеттәре менән бөгөн дә аралашып йәшәйбеҙ. Тыуған ауылым­да­ғы “Еңеү байрағы” колхозында эшләнем. 2004 йылдан Һөлөклө ауыл Советы рәйесе вазифаһын йөкмәнем. 2011 йылда Сафакүл районы хакимиәтенә эш­кә саҡырҙылар. Былтыр апрелдә Ҡурған башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын башҡарған Ғәлим Баймөхәмәт улы Кәримов үҙ те­ләге менән эшенән киткәс, уның урынына мине һайланылар. Шулай итеп, “төпкә егелдем”.
— Ойоштороу эше бер ҙә еңел түгел. Халыҡты сараларға йыйыуы ҡыйынмы?
— Ул яҡҡа беҙҙекеләр әүҙем. Сафакүл районынан “Абылтай килендәре”, Әлмән районынан “Бәхет”, Щучье районынан “Ләйсән” балалар ансамбле, “Дуҫлыҡ” һәм башҡалар һәйбәт эшләй. Ғөмүмән, рухлы халыҡ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, телен, мәҙәниәтен, йолаларын онотмай, үҫеп килгән быуынға тапшырыр өсөн бөтөн көсөн һалып йәшәй тиер инем. Иң әүҙем ағзаларыбыҙҙы ла билдәләп үтке килә: Айгөл Закирова, Нәркиз Ғәлиев, Роза Ғәлиева, Юлиә Яхина, Земфира Закурдаева, Гөлсара Лоҡманова, Фатима Закирова, Руслан Ғиниәтов, Ғәлиә, Рузан Ғиниәтуллиндар, Рафиҡ Нурғәлин һәм башҡалар бер саранан да ҡалмай, юл ауырлыҡтарынан ҡурҡмай бөтөн өлкәнең, күрше төбәктәрҙең сәхнәләрен дер һелкетеп ҡайта.
— Былтыр Өфөлә үткән Ҡурған баш­ҡорттары мәҙәниәте көндәре барышында “Ҡурған башҡорттары: та­рих, заман һәм рухи үҫеш мәсь­әлә­ләре” тигән “түңәрәк өҫтәл” ойошторолғайны. Унда милләттәш­тә­ребеҙҙе борсоған байтаҡ проблема телгә алынды, шул иҫәптән мәктәп­тәрҙең ябылыуы, башҡорт теле уҡы­тыу­сыларының етмәүе, телде өйрә­нергә теләгән балаларҙың кәмеүе һымаҡ көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һүҙ барҙы.
— Ысынлап та, Ҡурған башҡорттары мәҙәниәте көндәре Башҡортостанда гөрләп үтте. Бындай саралар ике яҡ өсөн дә мөһим. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзалары, республиканың йәмәғәт һәм дәүләт органдары вәкилдәре ҡатнашыуы осрашыуҙың ни тиклем юғары кимәлдә үтеүен күрһәтә. Бөгөн Ҡурған өлкәһенең дә, Башҡортостандың да дәүләт һәм муниципаль органдары тарафынан мәҙә­ниәтте, телде, башҡорт халҡының йола­ларын һаҡлап ҡалыу, үҫтереү буйынса байтаҡ эш башҡарыла.
Төбәктәр араһында сауҙа-иҡтисади өл­кәлә, мәҙәниәт, фән тармаҡтарында тығыҙ эшмәкәрлек яйға һалынған. Баш­ҡортостан менән Ҡурған өлкәһе ара­һын­да төҙөлгән Килешеүгә ярашлы рес­пу­бликаның художество үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары төрлө төбәктәргә гастролгә сыға, фестивалдәрҙә һәм кон­курстарҙа ҡатнаша. Йыл һайын һабан­туйҙар, Башҡорт мәҙәниәте көндәре, конференциялар уҙғарыла. Был сара­ларҙың барыһы ла ифрат әһәмиәтле: улар үҙаңды, сәмде, ғәмде уятып ебәрә...
— “Әммә...” тип әйтмәксеһегеҙ­ме?
Ҡурған башҡорттарын нимә борсой?  Тарих, заман һәм рухи үҫеш мәсьәләләре!— Эйе, әлеге лә баяғы “әммә”гә килеп төртөләбеҙ шул. Башҡортостан – тото­роҡло үҫешкән төбәк. Рәсәйҙә башланған ҡулайлаштырыу елдәре һеҙгә бер нисә йылға һуңыраҡ килеп етте. Ҡурғанда иһә ауылдағыларға эш юҡ, халыҡ күпләп күрше төбәктәргә күсенә. Әлеге мәлдә беҙҙең өлкәлә йәшәгән 12 меңдән ашыу башҡорт өсөн һигеҙ мәктәптә генә туған тел уҡытыла. Бындай күңелһеҙ хәлгә башҡорт теле уҡытыусылары етмәү сәбәпсе. Шуға ла юғары уҡыу йортонда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен алып сыҡҡандар эш эҙләгәндә беҙҙең яҡтарға ла иғтибар итһен ине. Сентябрҙән эш башлаһындар өсөн милләте башҡорт булған уҡытыусыларҙы әҙерләп алырға тигән ниәт бар. Әле бер нисә кеше менән һөйләшеү бара. Баш­ҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты менән дистанцияла уҡыуҙар үткәреү тураһында һөйләштек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш уҡытыусыларҙың ауылға ҡайтҡыһы килмәй. Башҡортостандан иһә уҡыу әсбаптары ебәрәләр, Ҡурған баш­ҡорттары мәҙәниәте көндәренә барғанда ла байтаҡ китап алып ҡайттыҡ. Уларҙы китапханаларға тараттыҡ. Хәл ҡатмарлы, әлбиттә, әммә, ауырлыҡтарға ҡарамай, мәктәптәрҙә эште алып барасаҡбыҙ.
— Телде белмәгән быуын үҫеп килә. Был бер Ҡурған өлкәһен генә борсоған мәсьәлә түгел — Башҡорт­останда ла шул уҡ хәл. Һеҙ быға нисек ҡарайһығыҙ?
— Миңә ҡалһа, барыһы ла ғаиләнән, ата-әсәнән килә. Өйҙә үҙебеҙсә аралашһалар, балалар телде белеп үҫәсәк. Минең өс балам да башҡортса һөйләшә, өйҙә бер-беребеҙгә урыҫса һүҙ ҡушмайбыҙ.
— Нисек кенә булмаһын, телде, милләттең киләсәген һаҡлау әлеге лә баяғы байрам үткәреү, бейеп-йырлап һабантуйҙа йөрөү түгел. Республикала үткән Ҡурған башҡорттары мәҙәниәте көндәренән ниндәй һығымталар, уй-маҡсаттар менән ҡайттығыҙ?
— Дөрөҫ әйтәһегеҙ, уйын-көлкө менән генә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләп булмай. Әммә был байрамдар милләт­тәштәрҙе туплау көсөнә эйә. Ғөмүмән, мәҙәниәтте, йолаларҙы һаҡлау йәһәтенән ҙур эш алып барыла. Мәктәптәрҙә сығыш яһайбыҙ, төрлө сараларҙа милли йола­ларҙы күрһәтәбеҙ. Башҡортостан Республикаһы менән Ҡурған өлкәһе хөкүмәттәре араһында 2014 йылдың 4 июлендә төҙөлгән Сауҙа-иҡтисади, фән­ни-техник, социаль һәм мәҙәни өлкәләге хеҙмәттәшлек хаҡында килешеү килә­сәктә бәйләнештәрҙең тағы ла нығырына өмөт бирә. Был мөмкинлекте файҙалана белергә генә кәрәк. Элегерәк төҙөл­гәндәре нигеҙендә республиканың һөнәри һәм үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары Ҡурған өлкәһенә гастролгә йыш килеп тора, ҡурғандар иһә Башҡорт­останда үткән фестиваль-конкурстарҙа ҡатнаша ине. Шулай уҡ йыл һайын һабантуйҙар, фольклор байрамдары, мәҙәниәт көндәре, фәнни-ғәмәли конференциялар һәм башҡа саралар ойошторола торғайны. Шул уҡ ваҡытта башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау мәсьәләләренә иғтибар етеңкерәмәне. Быға, әлбиттә, илдәге ҡатмарлы хәл дә булышлыҡ иткәндер. Шуға ла әлеге килешеүгә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ.
— Ҡурған өлкәһендә үткән “Сыңрау торна” фестивале тураһында күп маҡтау һүҙҙәре ишетергә тура килде. Ошо сара тураһында бер аҙ һөйләгеҙ әле.
— Ауыл кимәлендә башланып, хәҙер өлкә әһәмиәтендә үткәрелгән был фестиваль балаларға телде өйрәтеү генә түгел, мәҙәниәтте пропагандалау сара­һына ла әүерелде. Ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта. Был сараға Башҡорт­остандан милләттәштәребеҙ ҙә ҡушылһа, шат булыр инек.
– Ихлас яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт! Уңыштар теләйбеҙ һеҙгә!

Лилиә НУРЕТДИНОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 906

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528